“Кеше шуны уҡый тип уйлайһыңмы?..”Өфөнөң йылдан-йыл төҙөкләнә барыуына, күҙгә күренеп яҡшырыуына нисек һөйөнмәҫкә! Һүҙ ҙә юҡ, быларҙың бөтәһе лә — шатлыҡлы күренеш. “Бына ул мин йәшәгән ҡала ҡайһылай матур – донъяла уға тиңдәр юҡ!” – тип тел шартлатырлыҡ булһын. Шул уҡ ваҡытта шаҡ ҡатырғыс бер әйбер күптән йөрәкте өйкәй, күңелгә һис тә тынғылыҡ бирмәй.
Беҙҙә ни сәбәптәндер “минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” тигән сәйер ҡараш көндән-көн нығыраҡ тамыр йәйә бара. Биналарҙағы башҡортса яҙыуҙарға күҙ һирпегеҙ әле! Нимә тураһында һүҙ барғанын шунда уҡ төшөнөрһөгөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 908 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 7-се махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спортсы-инструкторы Паутова Елена Осиповна — “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 7-се махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Буйлов Петр Захарович, Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 18-се махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спортсы-инструкторы Савченко Оксана Владимировна, Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы 18-се махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
Ком: 0 // Уҡынылар: 692 тапҡыр // Тотош уҡырға
Поэма
I
...Әсәй, әсәй...
Ошо һаран йомарт һүҙҙәреңдә
Йылылығы күпме йөрәктең!*
Һин бит мине оло юлға илттең,
Кеше булыу фәнен өйрәттең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1038 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Санкт-Петербург белгестәре ярҙамында ике ер өҫтө үткәүеле төҙөү күҙаллана. Ошондай уҡ объекттың Коммунистик урам менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә лә барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Питер делегацияһының эш сәфәре нигеҙҙә “Өфө — Аэропорт” юлын реконструкциялау мөмкинлектәрен тикшереүгә арналды. Баш ҡала етәкселеге менән Санкт-Петербургтағы “Гипростроймост” институты вәкилдәренең осрашыуы барышында үткәүелдәр төҙөү мәсьәләһе ҡаралды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алыусыларға “Беҙҙең заман студенты” тигән йыллыҡ премия тапшырылды.
Сараны ойоштороусылар кешенең ғүмерен, сәләмәтлеген һәм именлеген төп ҡиммәт тип ҡабул иткән студенттарҙы дәртләндереү маҡсатын күҙ уңында тота. Быйыл “Изге йөрәк”, “Ғүмер тамсылары”, “Изгелек юлынан”, “Кескәй туғандарыбыҙға ярҙам”, “Таҙа планета хаҡына”, “Беҙ — волонтерҙар”, “Үҙ ғүмерен аямаусылар” номинацияларында ҡатнашҡан 66 кеше ошо премияға лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 635 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай районының Этҡол һәм Маҡар ауылдарында Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү белгестәре халыҡ менән осрашты. Сара барышында 80-дән ашыу мөрәжәғәт ҡаралды.
Белгестәр билдәләүенсә, мәсьәләләрҙең күпселеге газ үткәреүгә, һыу менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ юл һалыу, төҙөкләндереүгә арнала. Пенсионерҙар, инвалидтар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр закон буйынса тейешле льготалар менән ҡыҙыҡһынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ҡайһы бер объекттарҙы төҙөү өсөн Федераль үҙәктең ярҙамы кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы төбәктәрҙәге Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Паралимпия комитеты президенты Владимир Лукин менән осрашыуҙа сығыш яһап. – Беҙ тиҙ ышанып барабыҙ. Мөһабәт Паралимпия үҙәген ҙур өмөттәр менән төҙөй башлағайныҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл төрлө һылтау менән финанслауҙы туҡтаттылар. Әлбиттә, 2013 йылда беҙгә был төҙөлөштө дауам итергә, ә 2014 йылда теүәлләп ҡуйырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙер республика халҡының иң битарафтары ғына ШОС һәм БРИКС һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнмәйҙер. 2015 йылда Өфөлә уларҙың саммитын үткәрергә ҡарар ителгәс, был тема иғтибар үҙәгенән төшмәй. Тиҙ арала республика Хөкүмәте Аппаратында әҙерлек барышын көйләү буйынса махсус бүлек тә булдырыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышында белдерҙе.
— Бүлекте кисекмәҫтән булдырырға кәрәк. Киләһе аҙнанан да ҡалырға ярамай, — тине республика етәксеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы проект рәсәйҙәргә лайыҡлы ҡартлыҡ вәғәҙә итмәй

«Инде нисәнсе тапҡыр пенсия системаһына реформа үткәрәсәк закон проектын, ниһайәт, Дәүләт Думаһына тапшырыу көтөлә, – тип хәбәр итте 2011 йылдың 23 ноябрендә «Известия» гәзите. – Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында уны эшләү тамамлана. Закон ҡабул ителһә, пенсия эш стажына ҡарап билдәләнәсәк. Мәҫәлән, оҙағыраҡ эшләгән кеше пенсияны мулыраҡ аласаҡ. Бынан тыш, пенсияға ирекле сығыу хоҡуғы ла тәьмин ителә».
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был ҡитға милләтселәренең берләшеүе иғтибарҙы ғәжәп хәл булараҡ йәлеп итте. Мысырҙа йәнә сыуалыштар башланды, һәм бының яңы революцияларға алып килеү ихтималлығы бар. Ә Грузияла иһә элекке етәкселеккә “һунар” башланды.
“Милләтһеҙ” милләтселәр баш ҡалҡыта
Польшаның баш ҡалаһы Варшавала милләтселәрҙең “Үҙаллылыҡ маршы” тип нарыҡланған протест акцияһы булғайны. Мәскәүҙең үҙендә лә “Урыҫ маршы” исеме аҫтында ошондай саралар үтеп тора, уның нимәһенә аптырайһың, тиеүселәр булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 48 Алға
Бит башына