Ҡаҙ өмәһенән ҡалмағыҙ Ҡышҡа аяҡ баҫҡан осорҙо беҙҙең тарафта йәшәүселәр бик үк өнәп еткермәй: көндәр ҡыҫҡа, ҡараңғы тиҙ төшә, етмәһә, йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ. Әммә берҙән-бер көн ер туңа, бар тирә-яҡ мамыҡтай ап-аҡ юрған ябына. Ҡар ятыу менән һәр өйҙә тиерлек күңелле ҡаҙ өмәләре башлана.
Элек бындай эшкә иң уңған ҡыҙҙарҙы ғына саҡырғандар, ни тиһәң дә, ҡаҙ йолҡоу еңел түгел. Саҡырылмағандары үпкәләгән, сөнки өмәлә, оҫталыҡты, өлгөрлөктө күрһәтеүҙән тыш, төрлө быуын кешеләре менән аралашыу — үҙе бер мәртәбә, оло тормош мәктәбе. Был көндө өйләнмәгән егеттәр үҙҙәренә кәләш күҙләгән, кисен ҡунаҡ саҡырғандар. Табын түрендә, әлбиттә, тәмле ҡаҙ ите булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре барышында мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларын, Боҙ һарайы төҙөлөшөн тикшерҙе, етештереү һәм сауҙа объекттарында булды, шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаларын үҙгәртеү” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты, “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәләре” II республика форум-күргәҙмәһен асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яуланған үрҙе һаҡлауы тағы ла ауырыраҡ”Афарин!
Маҡсатың аныҡ, яҡты икән, ҡаҙаныштар ҙа үтә татлы. Быны “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы коллективы һәр уңышы менән раҫлап килә. Уларҙың “ТЭФИ-Төбәк-2012” конкурсында еңеп сығыуы республика халҡы өсөн тағы ла бер ҙур бүләк булды.
Һөнәри телевизион премияға быйыл 535 эш дәғүә иткән. Еңеүселәрҙе Ҡазан ҡалаһында тәбрикләнеләр. Беҙҙең “Тамыр”ҙың бер түгел, өс проекты юғары баһаланды! Республикаға, милләтебеҙгә дан килтергән ҙур ҡаҙанышы менән ҡотлап, телеканалдың директоры Гөлназ Ҡолһаринаға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк мәғрифәтсе иҫтәлегенә Аҡмулла көндәре республикабыҙҙа йыл һайын үтеп тора. Быйыл ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында кейеҙ күргәҙмәһе менән асылды. “Аҡмулла һәм мәғрифәтселек дәүере” тип аталған был экспозицияла студенттарҙың эше ҡуйылған.
Уҡыу йортоноң ректоры Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, быйыл студенттарҙың тәҡдиме менән 5 декабрҙә йәштәрҙең халыҡ-ара этнофестивале үтәсәк. Уның маҡсаты — төрлө милләт йәштәре араһында мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү тәрбиәләү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан республикабыҙ төбәктәрендә төрлө сара уҙғарыла. Шәхестең яҡты рухына арнап, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1198 тапҡыр // Тотош уҡырға
КХЛ-дың бишенсе чемпионатындағы сираттағы матчта “Салауат Юлаев” Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы менән осрашты.
Бынан алдағы уйындарҙа Мәскәү янының “Атлант”ынан, Ярославлдең “Локомотив”ынан еңелгән “Салауат Юлаев” егеттәренең кәйефе шәптән түгел ине. Уларҙың был юлы бөтөн көсөн һалып, бары еңергә тигән маҡсат менән уйнауы баштан уҡ һиҙелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың муниципаль район советтарында контракт буйынса хакимиәт башлыҡтарын тәғәйенләү ултырыштары үтте.
Район Советы ҡарарына ярашлы, Илеш районында — Мостафин Илдар Иршат улы, Ҡалтасы районында — Садыров Юрий Минзарипович, Туймазы районында — Хәйруллин Рәшит Хөснулла улы, Яңауыл районында Вәзиғәтов Илшат Әғзәм улы хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 766 тапҡыр // Тотош уҡырға
4 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Учалы районы хакимиәте бинаһында (Учалы ҡалаһы, К. Маркс урамы, 20) Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Р.Р. Камалетдинов,
5 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Мәсетле районы хакимиәте бинаһында (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20) Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы А.А. Ғәниева,
6 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө сәғәт 1-гә тиклем Благовар районы хакимиәте бинаһында (Языков ауылы, Ленин урамы, 37) Башҡортостандың Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы урынбаҫары А.М. Фәттәхова халыҡты ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәләре” II республика форум-кәңәшмәһен асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Республика башлығы “бәләкәй ҡалалар” тигән билдәләмә менән килешмәүен белдерҙе. Уның фекеренсә, “теге йәки был ҡалала йәшәгән кешегә үҙ төйәге бер ваҡытта ла бәләкәй булмай”.
— Үҙгәрештәр күҙәтелһә лә, алға китеш барлығын бөтәбеҙ ҙә күрәбеҙ. Беҙ көрсөктән дә, һалҡын елдәрҙән дә, ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙән дә ҡурҡмайбыҙ. Алға барыуҙы туҡтатыу мөмкин түгел, — тине Президент.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең “Ҙур Егерме” илдәренә рәйеслек дилбегәһен ҡабул итеп алыуы, БМО-ның Фәләстинде айырым ил булараҡ таныуы, Мексикала яңы президенттың власҡа килеүе мөһим ваҡиғалар булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 835 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына