“Башҡорт Уралы” танытма алдыПрезидент Рөстәм Хәмитов сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә экология һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлгәйне. Кисә ошо тармаҡтарҙы үҫтереү йәһәтенән тәүге ҙур аҙым да яһалды — республикала ЮНЕСКО-ның “Башҡорт Уралы” биомөхит резерватын асыуға сертификат бирелде.
Башҡортостан Президенты менән Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһы осрашыуында шулай уҡ Өфөлә халыҡ-ара ойошманың һөнәри һәм техник белем биреү буйынса ЮНЕВОК үҙәген булдырыуға танытма ла тапшырылды. Ул Башҡортостан социаль технологиялар институтында эшләйәсәк.
— Техник белгестәргә ҙур ихтыяж тыуған заманда ошо йүнәлештә эшләгән урта һөнәри белем биреү учреждениеларын да ЮНЕСКО-ның ҡарамағына алыу яҡшы булыр ине, — тигән фекерҙә комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 842 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Рәсәй Фәндәр академияһының А.Н. Северцов исемендәге экология һәм эволюция проблемалары институтының баш ғилми хеҙмәткәре, “ЮНЕСКО” программаһы буйынса Рәсәйҙең “Кеше һәм биосфера” комитеты рәйесе урынбаҫары Неронов Валерий Михайлович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Конгресс-холға республиканың алдынғы ҡарашлы йәштәре йыйылды. “Алдынғы” тип уларҙың һәр береһенең тиерлек ҡулында булған планшет, ноутбук, нетбук, ультрабук һәм башҡа заман техникаһына ҡарап ҡына фекер йөрөтмәйем. Эш шунда: улар Эшҡыуарлыҡ һәм инноватика буйынса йәштәр конвентына тип килгән.
Мөхит эшлекле лә, икенсе яҡтан, йәштәрсә еңел дә булды. Әммә йыйылыуҙың сәбәбе бик етди һәм кәрәкле. Сараның мөһимлеген иҫбатлап, уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһының башҡарма директоры Иван Бортник та килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзит-журнал алдырмағандарға аптырайымМин Күгәрсен районының Етеболаҡ ауылында ишле татар ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып тыуғанмын. Апайҙарым менән ағайҙарым, Мораҡ педучилищеһын тамамлап, юғары белем алып, ғүмерҙәрен йәш быуынға белем биреүгә арнаны.
Мәрйәм апайымды Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Искәндәр ауылына башҡорт мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ата-әсәһенең елкәһенән бер ауыҙ булһа ла төшһөн тип, ул мине үҙе менән алып китте һәм башҡорт мәктәбенә уҡырға бирҙе. Артабан белем алыуҙы урыҫ мәктәбендә дауам иттем. Мин дә өлкән туғандарым юлынан киттем — Мораҡ педучилищеһына уҡырға индем.
Уҡытыусылыҡ эше һәр телдәге төрлө баҫмалар алдырып уҡырға, дәрестә ҡулланырға өйрәтте лә инде. “Совет Башҡортостаны” гәзите 1970 йылдан бирле тоғро юлдашыма әйләнде. Почтаны килтереүҙәре менән әле лә иң тәүҙә уны ҡулыма алып, тәүге битен уҡып, унан һуңғыһына күсәм. Шунан “Көн һайын ошо урында” рубрикаһындағы мәҡәләләрҙе диҡҡәт менән уҡып сығам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1218 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 декабрь — һуңғы көн.
Идаралыҡтың 26 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәренә ҡарағанда, "Башҡортостан"ға яҙылыу барышы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәнәғәтләнерлек түгел. Әлбиттә, ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа гәзитебеҙҙең дуҫтары артыуы күҙәтелә, был беҙҙе һөйөндөрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: Бөрйән районы халҡы элеккесә "Башҡортостан"ға тоғро ҡала, әле улар рейтингта — беренсе. Илеш районы хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин, улар — икенсе урында. Өсөнсөлә — Өфө ҡалаһы менән Баймаҡ районы. Артабан ошо исемлекте Әбйәлил һәм Ишембай райондары тулыландыра.
Үкенескә ҡаршы, Белорет, Бәләбәй, Ағиҙел, Октябрьский ҡалалары, Бөрө, Кушнаренко, Дыуан, Балаҡатай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Мишкә, Ҡыйғы, Бишбүләк һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа гәзиткә яҙылыу һүлпән бара. Урындағы етәкселәрҙе "Башҡортостан"ды таратыу мәсьәләһенә яуаплыраҡ ҡарарға һәм әүҙемерәк шөғөлләнергә саҡырабыҙ. Ә әлегәсә баҫмабыҙҙы үҙ иткән уҡыусыларыбыҙға артабан да бәйләнеште өҙмәйек, дуҫлыҡты һаҡлап ҡалайыҡ, тип өндәшәбеҙ. Үҙегеҙ генә алдырып ҡалмай, туғандарығыҙҙы, күрше-күләнегеҙҙе һәм таныштарығыҙҙы ла гәзиткә яҙылырға өгөтләһәгеҙ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фән йондоҙоКүктәге йондоҙҙарҙың атамаһын, уның нисек урынлашыуын белеү борон-борондан һәр кеше өсөн изге бурыс тип иҫәпләнгән. Мосафир ҡараңғы төндә лә йондоҙҙарға ҡарап дөрөҫ юлды тапҡан, үҙ йүнәлешен юғалтмаған. Бөтә кешелеккә файҙа килтергән, башҡарған эштәре менән йәмғиәткә терәк-таяныс булған, яҡтылыҡ күрһәткән маяҡҡа тиң шәхестәр ҙә була донъяла. Украинаның күренекле ғалимы, социология фәндәре докторы, В. Каразин исемендәге Харьков милли университеты ректоры Вил Һәүбән улы Бакиров — тап шундайҙар иҫәбенән. Уның ни тиклем оло ғалим икәнлеге хаҡында күп һүҙ йөрөтмәй, шуны ғына әйтмәксемен: Америка астрономы Эдвард Боуелл асҡан астероидҡа Вил Бакировтың исеме бирелә (Vil’bakirov-1998KW7).
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
“500 ферма” программаһына ярашлы яңыртылырға тейешле 68 ферманың быйыл утыҙынсыһы файҙаланыуға тапшырылды. Ошо аҙнала ғына өс малсылыҡ комплексы сафҡа инде.
Асҡын районындағы “Ҡояштыр” ауыл хужалығы кооперативында 300 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары төҙөкләндерелде һәм йыһазландырылды. Уларҙа асҡындар тоҡомло мал урынлаштырырға ниәтләй. Иглин районының “Агротех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ике һыйыр һәм быҙау аҙбары икенсе һулыш алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 985 тапҡыр // Тотош уҡырға
Волга буйы, Урал һәм Көнбайыш Себер округтарындағы 29 төбәктең хәрби комиссариаттары 38 меңдән ашыу егетте хеҙмәткә оҙатты. Был көҙгө саҡырыу планының 63 проценттан ашыуын тәшкил итә.
Ун туғыҙ мең егет Үҙәк хәрби округ төбәктәрендә, алты меңдән ашыуы — Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә, дүрт меңдән ашыуы — Стратегик тәғәйенләнештәге ракета, 2,5 меңе Һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты алты меңдән ашыу егетте хеҙмәткә оҙатасаҡ. Был — иң юғары күрһәткес.
Ком: 1 // Уҡынылар: 730 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалдаттар ниңә ауырый?

Әлкә-2 хәрби часында хеҙмәт итеүсе тиҫтәнән ашыу һалдат дауаханаға эләккән. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә пневмония диагнозы ҡуйылған. Әле дауаханала ун егет ята — барыһы ла бында юғары температура менән килтерелгән.
Асҡын районы егете Юнир Ахунйәнов ауырыуының сәбәбен яңы кейемдән күрә. Табиптар билдәләүенсә, егеттәрҙең хәле арыулана. Һауыҡҡандар ошо арала кире частарына ебәреләсәк. Күптәр иһә һалдаттарҙың йыш ауырыуын яңы форманың йоҡа булыуы менән бәйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 871 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡһөйәктәр тип   нисек атамаҫһың?Рәсәйҙә кемдәр иң ҙур эш хаҡы ала? Был һорауҙың ҡайһы берәүҙәрҙе аптыратыуы ла бар. Дәүләт чиновниктары йә компания етәкселәре, тип яуаплар күптәр һәм яңылышмаҫтар ҙа. Быны “Форбс” журналы үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе лә раҫлай.

Эш хаҡына – миллиондар

Илдең иң бай кешеләренең эш хаҡы АҠШ долларҙары менән генә иҫәпләнә. Был етәкселәр, ғәҙәттә, ҙур финанс, газ һәм нефть компанияларына идара итә. “Форбс” журналы яңыраҡ Рәсәйҙең иң ҙур эш хаҡы алыусы топ-менеджерҙарын асыҡланы – һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһенең йыллыҡ килеменә өр-яңынан тиҫтәләрсә ойошма төҙөргә мөмкин булыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына