Бәрәкәтле ерҙән  көс-дәрт алып...Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Бөгөн төбәктә 4,5 меңдән ашыу фермер теркәлгән. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге категориялағы хужалыҡтар өсөн өҫтәмә дүрт маҡсатлы программа эшләй, барыһы ла фермерлыҡ хәрәкәтен йәнләндереүгә ҙур этәргес бирә. Илебеҙ Хөкүмәте аграр хужалыҡтарға ғына түгел, ә ауылда үҙ шөғөлөн асыусыларға ла һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, шуға ла бөгөн ошо тармаҡты үҙ итеүселәр арта бара.
Ҡаҙырғол ауылында йәшәүсе фермер Илфат Муллагилдин да республика Хөкүмәтенең яҡлауын тойоп эшләй. Ул бөгөн – аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе.
– Ауыл балаһы булараҡ, яҙмышымды унан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым, тыуған төйәгем барлыҡ башланғыстарыма көс-дәрт бирә кеүек, – ти Илфат Билал улы. – Әлбиттә, Себергә лә, ығы-зығылы ҡалаға ла күсеп китергә мөмкинлек тыуҙы-тыуыуын, шулай ҙа ер көсө мине үҙенән ситкә ебәрмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Feka Construction Industry&rade Inc” компанияһының етәксеһе Әбделҡадир Ферахлы, Директорҙар советы ағзаһы Зафер Эрен һәм “Фека Констракшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Шәмсетдинов менән осрашыу үткәрҙе. Һөйләшеү барышында Өфөлә — ҡунаҡхана-эш үҙәге, Стәрлетамаҡта сауҙа-күңел асыу комплексы төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 620 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә “Берҙәм Рәсәй” ағзалары сәйәси партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһенә секретарь һайланы. Был юлы ла Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа ышаныс белдерелде.
Отчет-һайлау конференцияһына партияның район һәм ҡала бүлексәләренең һәр ҡайһыһынан 400 самаһы делегат килде. Мөһим сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте вәкилдәре лә ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзитебеҙ дуҫтарына: “Рәсәйҙә ғәҙәти күренешкә әйләнеп барған коррупцияға ҡаршы ил етәкселеге иғлан иткән көрәштең ыңғай һөҙөмтәһе булырына ышанаһығыҙмы?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 766 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элмир ӘБҮБӘКЕРОВ:   “Каруанһарай” бөгөн дә йырлай!”Гәзит эше буйынса сит төбәктәрҙәге милләттәштәр менән йыш аралашырға тура килә. Ҡайһы ғына башҡорт менән һөйләшмә, беҙҙең “Каруанһарай”ҙы яҡшы беләләр. Заманында Рәсәй сәхнәләрен дер һелкеткән төркөм бит! Бер осор төрлө сәбәп арҡаһында билдәле йырсылары таралып бөтһә лә, ул юғалманы, тулыһынса тиерлек яңырып, эшләүен дауам итә.
Төркөмдөң хәҙерге солистарының береһе Элмир Әбүбәкеров менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул башҡорт эстрадаһында ярайһы уҡ билдәле. Өфө сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң Элмир “Йондоҙҙар” проектында йырланы, алып барыусы булараҡ та үҙен һынаны.
— “Каруанһарай”ға ниндәй елдәр алып килде һине?
— Бында килеп эләгеүемә биш йыл була инде. “Каруанһарай”ҙың тарихы тураһында гәзит уҡыусыларҙың күпселеге беләлер. Уны булдырыу уйы уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында барлыҡҡа килгән, ә бына ныҡлап аяҡҡа баҫыу осоро — 1991 йыл. Төрлө ваҡытта төркөмдә үҙенең нигеҙ һалыусылары — Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов, Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов һәм башҡалар йырланы. Башҡортостандағы милли музыка ҡораллы төркөмдәр араһында тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән “Каруанһарай”ҙың төп бурысы — башҡорт халҡының телен, йыр-моңон, рухын үҫтереү, киң таратыу. Әле лә йолаларыбыҙға тоғро ҡалабыҙ, тамырҙы ҡоротмайбыҙ. Остаздарыбыҙ кеүек үк, халыҡҡа рух, дәрт-дарман өләшәбеҙ.
Ком: 6 // Уҡынылар: 1215 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!
Танылған гроссмейстер, халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Танһыҡҡужина йәнә республика халҡын ҡыуандырҙы.
Спортсының төрлө илдәргә барып еңеү менән ҡайтыуына күнегеп бөткәнбеҙ. Шулай ҙа был уңышы барыһынан да мөһимерәктер — Тамара Танһыҡҡужина тәүгә әсә булған!
Ком: 0 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән быуаттың 90-сы йылдары төбәгебеҙҙә Башҡортостан Конституция судының тәүге рәйесе Ирек Мөҡсиновтың исеме менән тығыҙ бәйле булды. Абруйлы, тәжрибәле хоҡуҡ белгесенең милли республика төҙөүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Рәсәй Конституцияһы көнө алдынан Ирек Мөҡсиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап Өфөлә “Конституция хоҡуғының көнүҙәк мәсьәләләре” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Илдең төрлө ҡалаларынан килгән билдәле юристар ҡатнашлығындағы сарала юғары властың һәм урындағы үҙидараның дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәрен нығытҡан хоҡуҡ нормаларын ҡулланыу барышында тыуған һорауҙарға яуап эҙләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ағзалары “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон проектындағы төҙәтмәләрҙе тикшерҙе. Уны республика Хөкүмәте тәҡдим иткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1003 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Р. Бикбаев, “Ышаныстар һәм борсолоуҙар”.
2012 йыл, 28 ноябрь)
Фәнзил САНЪЯРОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф буйынса комиссияһы рәйесе, БДУ доценты:
— Рауил Төхфәт улының мәғариф өлкәһенең хәҙергеһе буйынса фекерен күптән көткәйнем. Ышанысым аҡланды: депутатыбыҙ, шағирыбыҙ халыҡҡа йөрәк һүҙен әйтте.[right][/right]
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ — ДӘҮЛӘКӘН РАЙОНЫ
Ауыл хужалығы буйынса дәүләкәндәрҙең һис һынатҡаны юҡ. Йәйҙең ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, быйыл да улар ярайһы уҡ һәйбәт уңыш йыйып алды һәм алдарына ҡуйған бурыстарын үтәне. Бынан тыш, барлыҡ хужалыҡтар ҙа үҙҙәрен аҙыҡ игене, орлоҡ һәм фураж менән тәьмин итте, артҡанын халыҡҡа тарата, һата алдылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 774 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына