Учалы: үҙгәрештәр ҡыуаныслыОшо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Учалы ҡалаһы һәм районында булды.
Ҡалала ул муниципаль филармонияны ҡарап сыҡты. Бында 11-се ижад миҙгелендә капиталь төҙөкләндереүҙән һуң концерт залы асылды. Учалы районындағы төп мәҙәниәт үҙәге 1970 йылда уҡ һалынған. Шул осорҙан бирле бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. 2000 йылда ғына бинаның алғы яғы менән ҡыйыҡ яңыртылған. Тап шул осорҙа “Таусы” мәҙәниәт йорто муниципаль филармония статусына эйә була.
Концерт залы заман талаптарына, тәү сиратта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә яуап бирмәй башлағас, былтыр яҙ уны ремонтҡа ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 722 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матбуғат дуҫтарыЗөлфиә ҒӘЛИЙӘНОВА, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры:
— Интернет, телевидение ныҡ таралған осорҙа гәзиттең кәрәклеге кәмене тип уйлағандар төптө хаталана. Ниндәй генә мәғлүмәт саралары уйлап тапһалар ҙа, ҡағыҙға төшөргән баҫма үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Бер быуатҡа яҡын республикабыҙҙың йылъяҙмаһы булып торған “Башҡортостан” гәзите тап шундайҙар иҫәбенән.
Мәшәҡәттәр менән ул тиклем кинәнеп телевизор ҡарарға ла мөмкинлек булмай. Шуға ла яратҡан гәзитебеҙ аша мөһим мәғлүмәттәр менән танышыуҙан башланып китә һәр көнөм. Үҙем тәү сиратта, уҡытыусы булараҡ, шуны билдәләр инем: “Башҡортостан”дың һәр һаны бер көнлөк кенә түгел.
Ком: 1 // Уҡынылар: 672 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәре күрке БаҙыянБыл яҡтарға тәүләп юлланыуым бишенсе класты тамамлаған йәйҙә булды. “Йомшаҡ урман бесәнен сабырға эшкиндең инде”, — тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ебәреп, атайым алыҫтағы бесәнлегебеҙгә мине лә эйәртте. Ағайҙар, ғәҙәттәгесә, велосипедтарына атланды, апайым бейек итеп айлыҡ кәрәк-яраҡ тейәлгән арба өҫтөнә менеп ҡунаҡланы. Ә мине иртә яҙҙа тәрән ҡар ярҙырып үҙебеҙ менгегә өйрәткән тайға атландырҙылар. Ҡыуаһы йә тыяһы юҡ инде уны, арба артынан үҙ яйы менән юртып тик бара. Тик бына эйәре юҡ, үндек кенә һалып бәйләнгәнлектән, ултырыуы яйһыҙ.
Ул яҡтарҙы электән йәйләү тип йөрөтәләр. Ҡайҙалыр алыҫта, Оло Ямантау төбөндә, икәнен белә инем. Унан Инйәр леспромхозы ағас ташый. Күккә ашып ултырған Бәләкәй Ямантауҙың янынан үтеп киттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 763 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәмәкеселәргә “ҡара” көндәр килә2015 йылдан дәүләт һәм мәғариф учреждениеларында ғына түгел, шулай уҡ кафеларҙа, йәмәғәт транспортында тәмәке тартыуҙы тыйыуҙары ихтимал. “Халыҡтың һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында”ғы закон проектында ошондай үҙенсәлектәр бар. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында ул беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА тәмәкегә ҡаршы йүнәлтелгән төп башланғыстарға аңлатма бирҙе.
— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, илебеҙ өсөн тәмәке тартыу киҫкен мәсьәләме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1156 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған мөхите көс биргәнӘсғәт Йәнбәков Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында Ҡотлоғужа менән Маусуфаның ғаиләһендә өсөнсө сабый булып донъяға килә. Был үҙенсәлекле ғаиләлә алты бала тәрбиәләнә. Үҙенсәлеге шунда: йыр-моң, ҡурай, гармун уйнау, йыйылып бейеү — ундағы ғәҙәти күренеш. Һәр кешенең буласаҡ һөнәре барыбер бала сағына, тыуған ояһына, нәҫел-нәсәбенә бәйле, минеңсә. Атаһы Ҡотлоғужа ағай баһадир кәүҙәле, һабантуйҙарҙа ал бирмәҫ көрәшсе, тирә-яҡта дан тотҡан оҫта ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, йор һүҙле була. Әммә 1962 йылда һуғыш яраларынан 48 йәшендә генә вафат була.
Бәләкәйҙән ошо мөхиттә үҫкән Әсғәт тә сәнғәткә тартыла: биш йәштә ҡурайҙа, гармунда уйнарға өйрәнә, халыҡ йырҙарын йырлап үҫә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЯрыштауМатур, мөғжизәле урындарҙы иҫкә алғанда, беҙҙең районда күп ваҡыт Асылыкүл, Балҡантау кеүек ерҙәр телгә алына, ә тирә-яҡтағы иң бейек, күркәм тауҙарҙың береһе булған Ярыштау нисектер ситтә ҡала. Ә бит уның даны, тарихы һис кенә лә уларҙан ҡалышмай. Район буйлап машина йәки поезд менән үтеп барғанда, әллә ҡайҙан күренеп, сәләм биреп ҡала ул. Йылдар ағышына бирешмәй, үҙен уратып алған эреле-ваҡлы убалар араһында мәғрур баҫып тора тау. Ысын-ысындан сихри көскә, мөғжизәгә эйә тиҙәр уны.
Бик күп сер һаҡлай Ярыштау. Түбәһендәге әүлиә ҡәбере үҙе генә ни тора! Бик бейеккә ҙурлап ҡуйырлыҡ булғас, күренекле кеше булғандыр. Уның эргәһенән әле лә кеше өҙөлмәй, хәйер һалып, доға уҡытыусылар бик күп. Тик ҡәберҙе матурлап уратып, тәртиптә лә тотһалар ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 907 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рудольф ”ҡайтты”“Легендар шәхес”, “ғаулы кеше”... Тыуған ерендә таяныс таба алмай, сит илгә ҡасырға мәжбүр була. Әммә балет мәктәптәрендә үҙен күпме һынап ҡараһа ла, һәр ваҡыт урыҫ балетына тоғро ҡала... Ошоларҙың барыһы ла Рудольф Нуриев исеме менән бәйле.

Атаһы берҙән-бер улының балет бейеүсеһе булып китеүенә ҡырҡа ҡаршы булһа ла, Рудольф хыялына тоғро ҡала: бейеү менән шөғөлләнә, бала саҡтан төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Нуриевтың бар тормошо һынауға һәм сергә ҡоролған: туҡтауһыҙ хеҙмәт аша үҙ-үҙен үҫтереү, камиллаштырыу; унан яуланған исемде һаҡлап ҡалыу өсөн йәнә ең һыҙғанып ал-ял белмәй эшләү...
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡыллы йөрәк шиғриәтеШиғриәт донъяһы — берсә уй-һағышлы, берсә күңелдәргә ҡанат ҡағышлы ғәжәйеп бер илһам иле ул. Фәнил Күзбәков: “Бәхетле итеүсе лә, тәхетһеҙ итеүсе лә һин, Шиғриәт!” — тип, моғайын, тиктәҫкә әйтмәйҙер.
Шағирҙы яҡшыраҡ белер өсөн үҙен күрергә, тыуған яҡтарында булырға кәрәк тигәнде ишеткән бар. Хаҡ фекер, әлбиттә. Әммә, уйлауымса, шағирҙың үҙен, тыуып үҫкән ерҙәрен күреп белмәйенсә лә шиғриәте аша уның ниндәйерәк шәхес икәнен, рухи донъяһын, тормошта нимәгә өҫтөнлөк биреүен төҫмөрләп, бала сағында ниндәй тауҙарға артылыуын, ниндәй һыуҙар кисеүен аныҡ күҙ алдына килтереп булалыр, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1696 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мысыр президенты Мөхәмәд Мөрсиҙең сигенергә мәжбүр булыуы, Италия премьер-министрының властан китергә теләүе, Николай Азаровтың яңынан власҡа килеү мөмкинлеге иғтибар үҙәгендә булды.

Мөрси бирешергә теләмәй


Мысырҙа 22 ноябрҙән бирле урам сыуалыштары бара. Бының төп сәбәбе — президент Мөхәмәд Мөрсиҙең үҙ вәкәләттәрен киңәйтеүгә ҡоролған декрет ҡабул итеүе. Ил халҡы Хөсни Мөбәрәктән һуң икенсе диктат ҡулы аҫтында йәшәргә теләмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заманыбыҙ тураһында әрнеүле уйланыуҙар

Башҡорт, ғөмүмән, төрки халыҡтарҙың ҡәҙерле һәм һөймәлекле шағиры Мифтахетдин Аҡмулла ауыҙынан сыҡҡан һүҙ менән башланған ошо юҫыҡтағы мәҡәлә бер нисә йыл әүәл республикалағы журналдарҙың береһендә донъя күргәйне инде. Бәлки, әйтелгән һүҙ менән хушланырға ла кәрәк булғандыр. Әммә ағын һыу кеүек түгел, ә ел-дауыл һымаҡ ҡотороноп үтеүсе тормош ваҡиғаларҙы алмаштырып ҡына сикләнмәй, уларға баһаларҙы ла үҙгәртә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына