Ауыл менән донъя ырыҫлы...Төпкөл төбәктәрҙә тормош һүнә бара, тигән фекер йыш ҡына хәҡиҡәткә тап килмәй. Киреһенсә, ҡалаларҙан апаруҡ алыҫта урынлашҡан ауылдар, тергеҙелеп, ҡайтанан гөрләп йәшәп киткән осраҡтар бар. Бының сағыу миҫалы — Салауат районының Таймый ауылы яҙмышы...
Бурлы тауы итәгендә, Атау йылғаһы ярында, ифрат матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был ауыл ҡасандыр райондағы алдынғы хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнгән "Йүрүҙән" совхозының бер бүлексәһе булған. Егерме йыл элек, ҙур хужалыҡтар дәррәү тарҡатыла башлаған осорҙа, Таймый ҙа иң бәләкәй хужалыҡ булып, совхоздан айырылып сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1223 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш бөтөн йүнәлештәр буйынса бараУн икенсе йылдың ун икенсе айындағы ун икенсе көндө Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттереү өсөн көткән, ахырыһы. Еренә еткергәс, еткерҙе Владимир Владимирович — Мөрәжәғәтнамә менән ул Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 12-лә таныштырҙы. Илдең мөһим сәйәси сараһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Президенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Владимир Путин мөһим документ өҫтөндә үҙе эшләгән. Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ әҙерләнмәй. Ни бары бер тапҡыр ғына — 2010 йылда — Дмитрий Медведев “Рәсәй, алға!” тип аталған мәҡәләлә, буласаҡ Мөрәжәғәтнамәһенең концепцияһын киң йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарып, бергә фекер алышырға саҡырғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 901 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маҡсат — урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүРеспубликалағы муниципаль берәмектәрҙең сираттағы йыйынына етди әҙерлек алып барылды. Сараны ойоштороусылар үҙ алдына, һәр ваҡыттағыса, мөһим бурыстар ҡуя. Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм ИСХАҠОВ менән шул турала әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Рөстәм Әхмәт улы, III съездан һуң ике йыл ваҡыт үтеп китте. Ошо арала ниндәй эштәр башҡарылды? Ул саҡта ҡуйған бурыстар үтәлдеме?
— Ассоциацияның һуңғы ике йылдағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләр алдынан әҙерәк уның асылы тураһында әйтеп үтке килә. Беҙҙең Ассоциация сағыштырмаса йәш ойошма — ул 2006 йылда булдырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл башлығының мең хәстәре барСъезда Баймаҡ районынан 24 делегат ҡатнашасаҡ. Темәс ауылы биләмәһе – районда иң ҙуры, ундағы туғыҙ ауылда 7 меңдән ашыу кеше йәшәй. Хакимиәт башлығы булып оҙаҡ йылдар эшләүсе тәжрибәле Рауил Хөрмәт улы ЙӘНСУРИН съезда икенсе тапҡыр делегат сифатында ҡатнашыу бәхетенә эйә. Халыҡтың бөгөнгө йәшәйеше өсөн яуап биргән, уларҙың мәнфәғәтен яҡлаусы башлыҡтың уй-фекерҙәре менән танышайыҡ.
— Рауил Хөрмәт улы, һеҙҙеңсә, кем ул ауыл биләмәһе башлығы?
— Биләмә башлығы – халыҡтың йәшәйеше өсөн яуап биргән вазифалы кеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 953 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош уртаһында ҡайнайбыҙИшмырҙа ауылы Советы биләмәһенә Ишмырҙа һәм Богачево ауылдары ҡарай. Бындағы 1355 кешегә ике ауыл хужалығы предприятиеһы, ике мәктәп, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике клуб, ике китапхана һәм бер балалар баҡсаһы тура килә. Ауыл биләмәһе менән 1997 йылдан алып был эштә ҙур тәжрибә туплаған Баязит Нурдәүләтов етәкселек итә. Башҡортостандағы муниципаль берәмектәрҙең IV съезы алдынан ул эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Билдәле булыуынса, ауыл биләмәһенең юридик нигеҙе булып ауыл Советы тора. Советҡа ун депутат һайланған, һәм улар халыҡтың бөтә ҡатламын да кәүҙәләндерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 673 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡЙырҙарҙа йырланған, шиғыр һәм ҡобайырҙарҙа маҡталған данлы йылға ул, уның тураһында ҡапыл ғына яңы һүҙҙәр табып әйтеүе лә ҡыйын һымаҡ, ләкин һәр кем уға булған хистәрен үҙенсә кисерә, тойғоларын үҙенсә белдерә, тирә-яҡта уның менән һоҡланмаған, яратмаған бер кем дә юҡтыр. Ҡайһы бер ваҡ йылғалар һымаҡ шаулап, ярһып бәргеләнмәй, үҙ ҡәҙерен үҙе белгән олпат кеше һымаҡ тыныс ҡына мул һыуҙарын ярға ҡаға. Районыбыҙ ғына түгел, республикабыҙҙың серле мөғжизәһе, йөҙөк ҡашы ул Дим йылғаһы.
Тәрән ятыуҙары, икһеҙ-сикһеҙ боролмалары менән йәшел талдар, бөҙрә тирәктәр араһынан ағыусы йомарт йылға бер ҡасан да үҙенең хазиналарын йәлләмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 790 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәхнәбеҙҙең сағыу сәскәһеБелорет районында Бикәмбәт, Һалмауырҙы, Ҡырҡты тауҙары ҡуйынына һыйынған матур Абҙаҡ ауылы бар. Был төбәк Рәсәйгә үҙенең данлыҡлы тау-саңғы үҙәге менән билдәле. Хатта ул яҡҡа илебеҙҙең Президенты Владимир Путин да саңғы шыуырға килгәйне. Хәҙер ҙә Абҙаҡтың ял үҙәге гөрләп тора. Унда йыш ҡына халыҡ-ара спорт ярыштары уҙғарыла. Күптәр өсөн Ҡырҡтыға бер күтәрелеү үҙе ҙур бәхеткә, аңлата алмаҫлыҡ ләззәткә тиң.
Әгәр тауы бейеклеге өсөн танылһа, ошо ауылда тыуып үҫкән шәхес үҙенең юғары баҫҡыста торған ижады менән билдәле. Һүҙем үҙенсәлекле моңо менән халыҡтың һөйөүен яулаған йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова хаҡында.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмеремдең шиғри дәфтәреРауил ШАММАС
Аҡ таш мендәрем

Мин уйланып ятам бына бөгөн
Туғыҙынсы тиҫтә ҡашында.
Бәхетлемен, янда һөйгән ҡатыным,
Йомшаҡ мамыҡ мендәр башымда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды судьялары Мәүлетов Илгиз Тәлғәт улы, Решетников Сергей Александрович — “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Азаматов Азат Дамир улы, Ҡулаев Рөстәм Фәрит улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; Башҡортостан Республикаһы Арбитраж суды рәйесе урынбаҫары Ғиләжетдинова Роза
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле йәмғиәтте иң борсоған һорауҙарҙың береһе — милли телдәрҙең яҙмышы. Ҡазан ҡалаһында үткән V Бөтә донъя татар конгресында ла төп иғтибар ошо мәсьәләгә йүнәлтелде.
Форумда Башҡортостандан 75 делегат һәм 26 ҡунаҡ ҡатнашты. Делегация етәксеһе, республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һуңғы йылдарҙа ике төбәк араһында мәҙәниәт, мәғариф, телде үҫтереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлектең айырыуса нығыныуын билдәләне. Мәҫәлән, һуңғы осорҙо ғына алғанда, Өфөлә Татарстандың даими вәкиллеге асылды, “Татарстан — Яңы ғасыр” телеканалы үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына