“Ҡыҙыл әтәс” шаяртмайӘгәр ҙә бәғзеләр янғын эҫе һәм ҡоро йәйге көндәрҙә йышыраҡ була тип уйлай икән, улар ныҡ яңылыша. Белгестәр билдәләүенсә, «ҡыҙыл әтәс» ҡышҡы һалҡындарҙа ла бирешмәй, киреһенсә, аяуһыҙыраҡ төҫ ала. Бының сәбәбе үтә ябай: кешеләр, торлағын йылытам тип, төрлө тимер мейестәр ҡуллана, тәмәкене лә өйҙә тарта. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе генә кәрәк тип тапмайҙар.
Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙың ҡорбандары исемлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн дә тиерлек арта бара. Мәҫәлән, күптән түгел Учалы ауылында, ике фатирлы ағас йортта янғын сыҡҡан. Баҡтиһәң, өләсәй, йортто йылытам тип, электр ҡоролмаһын тоҡандырған да 2 һәм 7 йәшлек ейәндәре менән йоҡларға ятҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡитғаларҙы яулай “Аҡ торна”Өфөлә төрки шиғриәтен урыҫ теленә тәржемә итеү буйынса “Аҡ торна” халыҡ-ара конкурсы икенсе тапҡыр үтте. Быйыл унда үҙ тәржемәләре менән 286 кеше ҡатнашты. Рәсәй ҡалаларынан ғына түгел, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Украинанан, Литва һәм Молдованан да вәкилдәр бар ине.
Ҡаҙағстан шағиры Бахытжан Канапьянов етәкселегендәге жюри, килгән эштәрҙе ике турҙа ҡарап, 35 кешене еңеүселәр исемлегенә инеүгә лайыҡ тип тапты. Улар дүрт номинация буйынса ҡарала: мөхәббәт лирикаһы, философик лирика, гражданлыҡ шиғриәте һәм башҡорт теленән урыҫсаға тәржемә.
Ишембай ҡалаһынан Валентин Осадчий Мифтахетдин Аҡмулланың “Атайыма хат” шиғырына тәржемәһе менән еңеүсе тип табылды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 932 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"Шығырым тулы тамаша залында күпселекте ир-ат тәшкил итә. Бик һирәк осрай торған күренеш, шулаймы? Республика башҡорт лицейын төрлө йылдарҙа тамамлаған йәштәр туған уҡыу йортоноң 20 йыллыҡ байрамын ошолай дәррәү йыйылып билдәләне.

Тарихҡа күҙ һалғанда, үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Өфөлә үҙенсәлекле белем усағының барлыҡҡа килеүе йәш милләттәштәребеҙ өсөн яңы мөмкинлек асты. Башҡорт, төрөк, урыҫ, инглиз телдәрен яҡшы белгән, милләтен үҫтерә алырҙай ир-егет әҙерләү маҡсаты менән ойошторолған уҡыу йортона Төркиәнән килгән Хөсәйен бей Шенгүндең етәкселек итеүе, тәрбиәселәрҙең дә ошо уҡ милләттән булыуы тәүге мәлдә ғәжәп күренеш кеүек тойолғайны.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1191 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төньяҡ амурҙары”ның яу юлдары ни һөйләй?1812 йылғы Ватан һуғышы – башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихының иң иҫтәлекле һәм сағыу биттәренең береһе. Үҙенең тарихи романдары менән әҙәбиәтебеҙҙә ныҡлы урын алған билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәрен уҡыған саҡта бынан ике быуат элек булып уҙған хәл-ваҡиғаларҙың аң-зиһенебеҙгә, хис-тойғоларыбыҙға ауаздаш булыуы шуны раҫлай. Был иң элек яҙыусының дилогияһында халыҡ тормошоноң киң ҡоласлы, эпик планда һүрәтләнеүе менән аңлатылырға тейеш. Шуның менән бергә әҫәрҙең күп йәһәттән документаллеккә нигеҙләнгән булыуы ла мөһим. Беҙ унда төрлө рәсми эш ҡағыҙҙары, хаттар, иҫтәлектәр, приказдар һ.б. менән бер рәттән халыҡ ижадының да киң ҡулланылыуын күҙ уңында тотабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2400 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәмле сырҙың сере нимәлә?Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Оло Ыҡтамаҡтағы бер бик уңған, тырыш ғаилә, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡмаһа ла, үтә яҡшы һәм файҙалы шөғөл тапҡан.

Ирле-ҡатынлы Гагик Цолак улы менән Арпик Сопрат ҡыҙы Аветяндар бынан ни бары ике йыл элек кенә Мәсетле районы үҙәгендә асҡан сыр етештереү цехы бөгөн әйләнә-тирәлә билдәлелек яулап та өлгөргән. Уңыш сере ябай: Аветяндар ғаиләһе ҡайнатҡан һәм быҡтырған тиҫтәнән ашыу төр сырҙың һәр ҡайһыһы телде йоторлоҡ татлы, хуш еҫле һәм, әлбиттә, юғары сифатлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡӨфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов матбуғат саралары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе. Уның ошо вазифала эшләй башлауына бер йыл тулыуға арналған сығышында һүҙ баш ҡалабыҙҙы заман шарттарына яраҡлаштырыу хаҡында барҙы. Түбәндә Өфө мэрының сығышынан өҙөктәр бирелә.
Торлаҡ төҙөү
Төҙөлөш күләме арта, тик был ғына ҡәнәғәтләндермәй. Баш ҡалабыҙҙа 29 мең ағас йорт бар, 100 мең самаһы кеше урамдағы бәҙрәфкә йөрөй. XXI быуатта! Тимәк, торлаҡ төҙөлөшөн ҡырҡа арттырыу талап ителә. Тик Рәсәйҙең сираттағы бер үҙенсәлеге ҡамасаулай: беҙҙең ҡалала төҙөү өсөн буш урындар етерлек булһа ла, һәр осраҡта бәләкәй генә майҙансыҡтың да үҙ хужаһы булыуы асыҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрам уҙҙы, шәлсе даны ҡалдыБыйыл ҡышҡы ваҡытҡа күсмәүҙең үҙ “минус”тары бар инде ул. Шуларҙың береһе – кеше эшкә бер ҡараңғыла китеп, икенсе ҡараңғыла ҡайта. Ә декабрь көндәре былай ҙа ҡыҫҡа... Ейәнсура районында инде матур йолаға әйләнгән “Дебет шәл байрамы”нда ҡатнашыусыларға йөҙ саҡрым аралыҡта ятҡан Байыш, Яңыбай, бирерәк Үтәғол, Әбүләйес, Арсен ауылдарынан, сәғәт унға килеп етеү өсөн нисәлә үк юлға сығырға кәрәк икән? Өҫтәүенә көндәр ҡапыл һыуытып ебәрҙе...
Сара үтәсәк район мәҙәниәт йортона, ошо ауылда тороп, үҙем өшөп барып еттем. Ҡарасәле, әүҙем кеше әүҙем инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1763 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло өләсәйем Шәмсүрә Мөхәмәтғәле ҡыҙы Ҡотлоғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Нәби ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 13 кенә йәшендә колхозда эшләй башлай.
– Бөтөн ауыр эш ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға иңенә төштө. Нисек кенә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, эште еренә еткереп үтәнек. Үгеҙ егеп ер ҙә һөрҙөк, урманда ағас ҡырҡыуҙа ла булдыҡ, һалдаттарға бейәләй, ойоҡбаш бәйләргә лә өлгөрҙөк. Аслыҡҡа ла бирешмәнек – кесерткән, ҡаҡы, йыуа, ҡымыҙлыҡ, балтырған кеүек үлән менән туҡландыҡ, – тип хәтерләй өләсәй ил өсөн ауыр ваҡыттарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1061 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бишлеләр” менән ҡыуандырамМатур, аҡыллы, уңған өләсәйем бар, исеме – Эмма Седрак ҡыҙы Джлавян. Мин уға ҡунаҡҡа барырға яратам.
Өләсәйемдең өҫтәлендә гел тәмлекәстәр, бәлештәр тулып ултыра. Ул миңә дәрес әҙерләшергә ярҙам итә, аңлашылмаһа, аңлатып бирә. Ҡәҙерлебеҙ барыһына ла өлгөрә: магазинда һатыусы булып эшләй, өйҙө таҙа итеп тота, тәмле бешерә, ейәндәренә лә ваҡыт таба.
Яратҡан өләсәйем хуш еҫле матур сәскәләр ярата, шуға күрә йәй баҡсаһы сәскәгә күмелеп ултыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1167 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәпесем, ҡолонсағым, ҡояшым, айым, гөлөм, матурым, бәпкәм, шатлығым, бәхетем... Өләсәйем мине һәр саҡ ошондай һүҙҙәр әйтеп иркәләй, ә миңә шул хәтлем рәхәт. Яғымлы һүҙҙәре күңелде күтәрә, йәнд иретә.
Өләсәйем Мәрғиә Зөлҡәрнәй ҡыҙы Әхмәтшина (Ғәлиәкбәрова) Күгәрсен районының Муса ауылында беренсе бала булып донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланып, атаһы һуғышҡа киткәс, ҡустыһы Зөфәр тыуған. Оҙаҡ та тормай, аталары яуҙа хәбәрһеҙ юғалған.
“Ашығыс рәүештә атайҙарыбыҙҙы, ағайҙарыбыҙҙы илаша-илаша һуғышҡа оҙатыуыбыҙ әле лә күҙ алдында”, – тип иҫләй өләсәйем.
Ком: 4 // Уҡынылар: 7076 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем Юлиә Ситдиҡ ҡыҙы Шәрипова менән ныҡ ғорурланам. Ул ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән – кескәйҙәрҙе хәреф танырға, яҙырға өйрәткән.
Һөйөклөбөҙ Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәй. Йәйге каникулды уның эргәһендә үткәрергә яратам. Өләсәйем мине тәмле-тәмле ҡоймаҡтар менән һыйлай, Әй йылғаһына һыу инергә алып бара. Тағы ла беҙ урманда еләк йыйырға әүәҫбеҙ. Кистәрен, барлыҡ эштәр тамамланғас, бала сағындағы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәтирәләрен һөйләй.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1650 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бишле”ләремә ҡыуанаӨләсәйем Гөлүсә Ғәйнетдин ҡыҙы Зарипова хәҙер хаҡлы ялда. Ул күп йылдар дауаханала өлкән шәфҡәт туташы булған. Эшхен яратып башҡарғанға күрә хеҙмәттәштәре уны хөрмәт иткән.
Мәктәптән һуң гел тура олатайым менән өләсәйемә барам, әсәйем төнгөлөккә эшкә киткәндә уларҙа ҡуна ҡалам. Өләсәйем тәмле-тәмле бәлештәр, аштар бешереп ашата. Иртән олатайым мине мәктәпкә илтеп ҡуя.
Яҙ ҡәҙерлеләрем себештәр, бәпкәләр ала. Каникулда мин ҡош-ҡорт ҡарашырға ярҙам итәм. Баҡсалағы емеш-еләк өлгөргәс, өләсәйем менән ярыша-ярыша силәктәрҙе тултырабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1064 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әңгәмә ҡорҙоҡ бер кистә“Нәнәй, өләсәй...” Был һүҙҙәрҙе ишетһәм, күҙ алдыма иң яратҡан кешеләремдең береһе – өләсәйем Мәрйәм Миңлеғәле ҡыҙы Заһиҙуллина килеп баҫа.
Өләсәйемдең үткәндәре, ҡаҙаныштары тураһында бик аҙ белә инем, шуға күрә бер кистә унан интервью алырға булдым.
– Бала саҡта гел генә уҡытыусым Йәмилә апай менән һоҡландым, уның кеүек булғым килде. Хыялым тормошҡа ашты: 1953 йылда мәктәптә эш башланым. Бер аҙҙан Башҡорт дәүләт университетында уҡып сыҡтым, Марксизм-Ленинизм университетын ҡыҙыл дипломға тамаланым.
– Өләсәй, Октябрьский ҡалаһына ҡасан килдең?
Ком: 1 // Уҡынылар: 1147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәңәшсем дә, дуҫым даМинең өсөн өләсәй икенсе әсәй кеүек. Ул мине бәләкәйҙән тәрбиәләшә, үҙенең балаһы һымаҡ күрә, ауыр саҡта кәңәшсе лә була белә. Һөйөклө өләсәйем бик һиҙгер йөрәкле, барыһын да һүҙһеҙ аңлап тора. Уға эс серҙәремде ышанып һөйләйем.
Олатайым менән икеһе баҡса үҫтерергә яраталар. Баҡсасылыҡ серҙәрен миңә лә өйрәтәләр. “Эшең кешегә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә”, – ти өләсәйем. Уларға ҡарағат, еләк йыйырға ярҙамлашам.
Өләсәйем минең яҡын дуҫым да: бергәләп дәрес әҙерләйбеҙ, китаптар уҡыйбыҙ, шаярып-көлөп тә алабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бергә саҡтарҙы һағынамМин бәләкәс кенә саҡта өләсәйем булды. Ул атайымдың әсәһе ине.
Беҙ ауылдың икенсе осонда йәшәнек, өләсәйем килеп, гел мине эйәртеп алып ҡайта торғайны. Ҡустым йоҡлағанда тауышланһам йәки башҡа нәмәлә “ғәйепләнеп” әрләнһәм, “их, өләсәйем тиҙерәк килһен ине” тип теләп ултыра инем.
Уның янына барһам, ҡурсаҡтарыма төрлө матур әйберҙәр тегеп кейендерешер, күп итеп төҫлө ептәр, матур тауар киҫәктәре биреп ҡайтарыр ине. Үҙе ҡул эшенә оҫта булды: ҡорамалары, баҫҡан балаҫтары, бәйләмдәре шул тиклем күп ине. Мине тәү башлап энә-еп тоторға ул өйрәтте. Эш башҡарғанда төрлө әкиәттәр һөйләй, йомаҡтар ҡоя, үҙенең һәм атайымдың бала саҡтарындағы ҡыҙыҡтарҙы мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны. Байрам булһа, боронғоса кейемдәрендә ҡупшыланып, мине эйәртеп, клубҡа барыр һәм рәхәтләнеп тамашаларҙа ҡатнашыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2226 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына