Хәҙер биш бала менән маҡтанып булмайРеспубликаның күп балалы әсәләренә тарихта 101-се тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Юғары дәүләт наградаһына Башҡортостандың 5700 ҡатыны лайыҡ булған! Кисә миҙаллылар сафын тағы ла иллеләп ҡатын тулыландырҙы. Уларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова бүләкләне.

Хөкүмәтебеҙ күп балалы әсәләргә айырыуса йылы мөнәсәбәттә. Был турала улар өсөн булдырылған льгота һәм пособиеларға ҡарап ҡына фекер йөрөтмәйем. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәргә ысын мәғәнәһендә хөрмәт һәм ихтирам менән баға дәүләт етәкселәре. Ҡараштың йылылығы миҙал биреү тантанаһында ла һиҙелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 777 тапҡыр // Тотош уҡырға
Имләй шишмә, һауа, урманы…– Төшкө аш тәмле булдымы?
– Эйе!
Ашхананан гөрләшеп сыҡҡан ҡыҙҙар-малайҙарҙың дәррәү яуаплауы “Красноусол” балалар шифаханаһының баш табибы Әмирйән Сәфәрғоловтың кәйефен күтәрҙе, үҙенең дә ошо сабыйҙар кеүек бәхетле бала сағы иҫенә төштө.

Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫә ул. Бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Мәктәптән һуң медицина училищеһын, унан институт тамамлай. Оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ ҡалаһында төрлө вазифалар башҡара. Быйыл йәй ошо шифаханаға етәксе итеп тәғәйенләнгәс, дәртләнеп эшкә тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1426 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төньяҡ амурҙары”ның яу юлдары ни һөйләй?Ошо урында йәнә, беҙгә инде билдәле булыуынса, “Төньяҡ амурҙары” легендаһы тыуған ерҙәр – Неман йылғаһы әҫәргә килеп инә. “Шул уҡ көндө Наполеон ғәскәренең төп көсөн тәшкил итеүсе маршал Девиц, Ноу, Удино, Нансути, Монбрен командалығындағы корпустар һәм Наполеондың гвардияһы килеп етеп, Неман йылғаһы яры буйында туҡталды”, тип яҙа автор был хаҡта. Ә йылғаның ҡаршы яғында хәҙер инде беҙгә таныш геройҙар – атаман Платовтың корпусы һәм уның составындағы Беренсе башҡорт полкы һыбайлылары тора.
Беренсе башҡорт полкының Рәсәй именлеге өсөн яуаплы осорҙа ил сигенең шундай уҡ яуаплы бер урынында булып сығыуының үҙ тарихы бар. Беҙгә ул әҫәрҙең алдағы биттәренән билдәле инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1090 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш балалары — тарих яралары...Илдә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылы тамамланыуға табан бара. Әммә тарих онотолмай, хәтер – мәңгелек. Әлеге йыл күп кенә тарихи ваҡиғаларҙы, шул осорҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән кешеләрҙе тағы бер тапҡыр иҫкә алырға, йәштәргә өлгө итеп ҡуйырға яҡшы мөмкинлек бирҙе.

Республикала төрлө кимәлдәге саралар үткәрелә, уларҙың күбеһе 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыуға һәм 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арнала. Ишембай районының Этҡол ауылы халҡы ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыуып үҫкән балаларҙы, йәғни бөгөнгө инәй-бабайҙарҙы тәбрикләне. "Һуғыш балалары — тарих яралары" тип аталды ул әһәмиәтле сара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ аҡылының тапҡырлығы, фекер үткерлеге, ябайлығы хайран ҡалырлыҡ! "Улы барҙың — ҡулы бар", "Таба белһәң, баға ла бел", "Баланың ғәйебе — ата-инәнеке", "Күлдең йәме ҡама менән, өйҙөң йәме бала менән"... Ғаилә тотороҡлолоғон, донъя бөтөнлөгөн һаҡлау, нәҫел ебен дауам итеү быуаттар буйы һуҙылған тормош тәжрибәһе нигеҙендә тыуған.
Халыҡ аҡылы шулай бөртөкләп йыйылып, ғаилә тормошо, әсәлек һөйөүе, атайлыҡ бурысы тураһындағы яҙылмаған ҡанундарға таянып, милләтенең именлеген хәстәрләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихлас ижадсыБөгөн К. Мәргәндең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция асыла

Кирәй Мәргән башҡорт әҙәбиәте “сиҙәмдәре”нең тәүге бураҙналарын һалған ҙур ғалим, мәшһүр һүҙ оҫтаһы, тарихи романдар яҙыу өлгөһөн биргән әҙип тә ине. Халыҡ теленән бөртөкләп йыйып алынған йырҙарҙың тәүге башҡарыусыһы, үҙе туплап, китап итеп баҫтырған эпостарҙың Алпамышаһы ла Кирәй Мәргәндер. Уның данлыҡлы “Ҡариҙел” повесын уҡып, ҡайһы бер өҙөктәрен мәктәптә ойошторолған концерттарҙа тасуири һөйләп, сәхнәләштереп, зыҡ ҡуба торғайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2392 тапҡыр // Тотош уҡырға
Учалының сая егетеХозур тәбиғәтле Учалы районының Миндәк ҡасабаһында тыуып үҫә Рәмил Бүләков. Мәктәп йылдарында ла, институтта уҡығанда ла, саҡырыу буйынса әрмегә алынып, ике йыл һалдат итеген кейеп йөрөгәндә лә артабанғы сирек быуат ғүмеренең шулай уҡ хәрби хеҙмәткә арналасағын күҙ алдына ла килтермәй ул. Хеҙмәттең дә ниндәйе бит: дәүләт именлеге органдарында...

1982 йылда Өфө нефть институтын тамамлап, инженер һөнәрен үҙләштергән йәш белгес йүнәлтмә менән “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында өлкән оператор булып эш башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олатайым — Яҡуп, уның атаһы — Хәйбулла, ә уныҡы — Ишкенә. Шунан килә Илбул, Илбулдың атаһы — Күсмәй...

Иҫ китмәле яҡшы хәтерле, Ҡөрьәне ҡулынан төшмәгән өләсәйем Бәҙерниса был исемдәрҙе йыш телгә алыр ине. Ни өсөн йыш ҡабатлағанын бала саҡта аңламаһам да, уларҙы бер ҡасан да онотманым. Әкиәттәр, риүәйәттәр ҙә яйлап ҡына хәтер һандығына һалына барҙы. Рухи хазинабыҙға бәләкәйҙән һөйөү тәрбиәләгән олатай-өләсәйҙәремә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл байрамы өсөн Башҡортостанда 80 мең самаһы ылыҫлы ағас әҙерләнде. Дөйөм алғанда, быйыл республикала 200 меңдән ашыу ҡарағай, шыршы һәм аҡ шыршы һатыу күҙаллана. Уларҙың уртаса хаҡы 140 һум тәшкил итәсәк.
— Ҡарағай әҙерләү буйынса “Йылайыр урманы”, “Бәләбәй урманы” һәм “Стәрлетамаҡ урманы” предприятиелары алда бара. Уларҙа алты-туғыҙ мең ағас әҙерләнгән. Ә бына аҡ шыршы менән “Дыуан урманы” тәьмин итәсәк. “Иглин урманы” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре 1800 шыршы килтерәсәк, — тип хәбәр итте Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары Альберт Бохаров.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “vk.com” социаль селтәрендә рәсми бит асҡан. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итә.
Хәҙер Интернеттан файҙаланыусылар көн һайын ведомствонан оператив мәғлүмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә. Халыҡ шулай уҡ министрлыҡтың эше тураһында фекерен белдерә, тауыш биреүҙә ҡатнаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.
— Асыҡтан-асыҡ мәғлүмәт сәйәсәте алып барыу йәһәтенән был министрлыҡтың тағы ла бер етди аҙымы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов “Өфө-Арена”ның һәм Спорт һарайының хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеүгә әҙерлек кимәлен тикшерҙе.
Сара барышында комментатор, рәсми кешеләр, матбуғат һәм телевидение хәбәрселәре өсөн урындарға, командаларҙың кейем алмаштырыу бүлмәләренә, тамашасы трибуналарына, спорт һарайҙарының дөйөм инфраструктураһына айырым иғтибар бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
(С. Сабирйәнова, "Яңғыраһын моңло сазың". 2012 йыл, 28 ноябрь)
Был мәҡәлә мине тулҡынландырҙы. Автор Риф Сөләймәновтың тос ижадына һәм халҡыбыҙ музыкаһы үҫешенә бағышланған ҡиммәтле хеҙмәтенә бик урынлы баһа бирә.
Быға нигеҙ бар, әлбиттә. Мәҡәләнән аңлашылыуынса, Сөләймәнов, халыҡ йырҙарын йыйыу, туплау, һәр төбәк көйҙәренең үҙенсәлеген тикшереү кеүек эш менән бер рәттән, бик кәрәкле шөғөлгә тотонорға тәүәккәлләгән — халыҡ уйын ҡоралдарының (башҡорт думбыраһы, ҡылҡумыҙ, саз, мандолина һ.б.) яңы өлгөләрен эшләүгә өлгәшкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына нигеҙ һалыныуға — 95, уның яңы тарихы башланыуға 20 йыл тулды.

Республика тормошонда мөһим урын биләгән ойошманың күркәм байрамы уңайынан ойошторолған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, уның беренсе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт Бибарсов, М. Солтанова исемендәге мәҙрәсә директоры Илдар хәҙрәт Малахов һәм башҡалар сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында журналистар өсөн ойошторолған “Закондың көсө – үтәлешендә” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Бәйгелә ике тиҫтәнән ашыу ҡәләм оҫтаһы ҡатнашҡан. Уларҙың эштәре төрлө номинацияла билдәләнде. Лайыҡлылар араһында ҡәләмдәштәребеҙ ҙә бар: суд приставтары хеҙмәтенең эшен әүҙем яҡтыртҡан өсөн “Башҡортостан” гәзитенең мәғлүмәт бүлеге мөдире Гүзәлиә Балтабаева һәм хәбәрсеһе Лилиә Нуретдинова конкурстың төрлө номинацияларында III, II урын яуланы һәм махсус диплом менән бүләкләнде. Хеҙмәттәштәребеҙҙе еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға