Күңел йылыһын тигеҙ өләшәЯратҡан ҡәрсәйем Мәрйәм Әбделхаҡ ҡыҙы Татлыбаева районыбыҙҙың Сирғол ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Тырыш, уңған, аҡыллы, сәмсел ҡыҙ булып буй етткерә. Ҡартайым Әбделәхәт Хәйретдин улы менән өйләнешеп, матур итеп донъя ҡоралар. Бер-бер артлы 11 балалары тыуа. Колхозда ла тырышып эшләйҙәр, береһенән-береһе бәләкәй, шуҡ кескәйҙәргә дөрөҫ тәрбиә лә бирә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Баязит исемле улдары, бәләкәй сағында ауырып, вафат була.
Тормош дауам итә. Ҡартайым менән ҡәрсәйем, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй: кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, ҡорт тоталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1357 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыштарыбыҙҙа өлөшө ҙурӨләсәйемдең исеме Венера. Ул бала сағын, һөйләй башлаһа, иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Элекке ваҡыттар әкиәт һымаҡ тойола.
– Йәмле Һүрәм буйҙарында үҫтем. Йәй көн буйы һыу инһәк, ҡыш тауҙан ҡайта белмәйбеҙ. Әсәйҙәребеҙ килеп алғансы, өшөүҙе лә, асығыуҙы ла онотоп йөрөй бирәбеҙ. Элек уйынсыҡтар әллә ни булманы, уларҙы үҙебеҙ эшләп ала торғайныҡ. Хәҙер магазин тулы әйбер, йәнең теләгәнен һайлап ал, – ти ул.
Өләсәйем Бикбирҙе ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Бикбау ауылына һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә барған. Унда интернатта ятып уҡығандар. Транспорт булмағас, ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла, ыжғыр буранда ла йәйәү йөрөргә тура килгә. Нисек кенә ауыр булһа ла, уҡыуын бер тапҡыр ҙа ҡалдырмаған.
Ком: 5 // Уҡынылар: 4764 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡалала 540 бала ғаиләгә алынғанӨфөнөң 540 етем балаһы яңы 2013 йылды ғаиләлә ҡаршылаясаҡ. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын йомғаҡлау кисәһендә ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ошо һәм тағы бик күп һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡыуандырҙы.

2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса Өфөлә ун балалар баҡсаһы асыласаҡ, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 1 350 урын барлыҡҡа киләсәк. 101-се мәктәпкә, 3-сө ҡала клиник дауаханаһының бала табыу бүлегенә, 47-се поликлиниканың көндөҙгө стационарына, Спорт һарайына реконструкция яһалды. Бөтә Рәсәй күҙ ауырыуҙары һәм пластик хирургия үҙәге, Республика клиник дауаханаһының хирургия корпусы, "Нефтсе" стадионы һәм башҡа объекттар төҙөлә һәм яңыртыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Килер шатлыҡ килмәй ҡалмаһын”Рауил Бикбаев,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры:

Бына тағы ла бер йылыбыҙҙың аҙағына имен-аман етеп киләбеҙ. Башҡарған эшебеҙ тураһында уйҙар, иртәгәһе көнөбөҙ хаҡында хәстәрҙәр арта.
Яңы йылды ҡаршы алыуҙы кеше тормошондағы иң уйсан байрамдарҙың береһе, тип әйтер инем. Минең өсөн был уйсанлыҡ йылдар үткән һайын арта барған һымаҡ. Ни тиһәң дә, яҙмыштарыбыҙҙың тотош бер өлөшө уҙғанда тороп ҡала бит. Күпме шатлыҡ-һағышы, яҡты ваҡиғалары һәм үкенесле мәлдәре менән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һигеҙ балаһын яңғыҙы үҫтергәнМәликә өләсәйем эргәһенән, йәғни Ғәлиәкбәр ауылынан, ҡайтыуыма өс кенә көн үтһә лә, уны шул хәтлем ныҡ һағындым. Арҡамдан тупылдатып һөйөүен, ҡытыршы ҡулдары менән сәстәремде һыйпап хәлемде һорашыуын бик яратам. Бындай мәлдәрҙә үҙемде тағы ла бәхетлерәк тоям, иркәләнеп, өләсәйемә тағы ла нығыраҡ һыйынам.
"Өләсәй" һүҙен ҡабатлаған һайын сәстәренә сал төшкән, йөҙөнә тәрән бураҙналар ятҡан, эштең барыһын да башҡарғанлыҡтан ҡулдары ярғыланып бөткән, күҙҙәренән һәр ваҡыт йылы ҡараш бөркөлгән, сал сәсен йәшерергә теләгәндәй яулығын яҙып ябынған, боронғоса балитәкле, тәңкәле күлдәге өҫтөнән йәйен дә, ҡышын да, һалҡын тейеүҙән ҡурҡып, камзул йә түшлек һалған, аяғына оҙон ҡуныслы ап-аҡ ҡына йөн ойоҡ һәм ялтыр ҡара калуш кейгән, тандыр ғына баҫып йөрөгән, күңелемә нимәһе менәндер яҡын булған кеше күҙ алдына килеп баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1054 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғаиләнең ныҡлы нигеҙе — түҙемлекӘхирәтем кейәүгә сығып, Салауат районының Арҡауыл ауылында төпләнде. Ауыл ситендә шыңғырҙап торған ҡарағайҙан һалынған күркәм йорт эргәһенән үткәндә, икебеҙ ҙә һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ. Беренсенән, хужа кеше уны шундай оҫта итеп күтәргән, бар йәһәттән уңайлы. Икенсенән, баҡсаһы, тәҙрә төптәре гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Үҙем дә сәскә үҫтереүгә әүәҫ булғас, шунда "Кейәү менән кәләш" гөлөн күреп, "ҡайһылай матур!" тип "ах" иттем. Әхирәтем иһә, ошо сәбәпте һылтау итеп, йорттоң хужалары менән таныштырҙы. Розалия апай шунда уҡ ике гөл бүләк итте. Тышта ҡар яуҙы, ә тәҙрә төбөндә йәйҙең сағыу иҫтәлеге булып теге гөлдәр сәскә ата…
Ком: 0 // Уҡынылар: 768 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – һәр кемдең мәнфәғәтендәТирә-яҡ мөхиттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ҡалдыҡтар эшкәртеүҙе үҫтереү Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе йылға үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булараҡ билдәләнде.
Бынан тыш, экология мәсьәләләренең мөһимлеген иҫәпкә алып, Башҡортостан Президентының Указы менән 2013 йыл республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Былтырҙан башлап Башҡортостанда 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыла. Уны финанслауҙың дөйөм күләме 7,5 миллиард һум тәшкил итә. Программаға ярашлы, Стәрлетамаҡ һәм уға яҡын райондар нигеҙендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең пилот проекты төҙөлдө. Проектты бөтә республикаға таратыу күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2022 тапҡыр // Тотош уҡырға
Утһыҙ төтөн сыҡмайРәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграрсылар форумында ауыл хужалығын оборона тармағына тиңләне. Әлбиттә, ул илде туйындырыусы крәҫтиәнгә лә Ҡораллы Көстәргә һымаҡ уҡ иғтибар буласағын күҙ уңында тотоп әйтте. Ни генә тимә, быйыл был өлкәгә ярҙам икеләтә ине: Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, 170 миллиард һум бюджеттан бүленһә, 150 миллиарды — кредит рәүешендә.
Илдең ике төп ҡалҡаны бар: оборона һәм тыл. Һуңғыһын, иҡтисад менән бер рәттән, тәү сиратта ауыл хужалығы алып тора. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, образлы әйткәндә, әҙәм балаһы ҡорһаҡ аша уйлаусан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәмле булһынБаланлы бәлеш

Ҡамыр:
0,5 л һөт,
150 г аҡ май,
1 йомортҡа,
2 стакан он,
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
0,5 сәй ҡалағы сода,
0,5 сәй ҡалағы тоҙ.
500-550 г балан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәндә өсөн иң ҙур хазина — үҙенең раббыһын таный белеүе.
Аллаһты, Уның Китабын, кешеләргә рәхмәт, мәрхәмәт-шәфҡәт булһын тип ебәргән илсеһен, Ҡөрьән менән килгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм аша тапшырылған хөкөмдәрен, бойороуҙарын һәм тыйыуҙарын ҡабул итеү, тормошта ҡулланыу.
"Иман килтереп, игелекле ғәмәлдәр менән йәшәй башлағандарға, әгәр ҙә улар Аллаһтың берлегенә инанып, изгелектәрен дауам итһә, тәҡүәлек һәм иманын һаҡлап ҡалһа, элек эшләгән насарлыҡтары, тыйылғандарҙы ашап-эсеп йөрөгәндәре өсөн гонаһ юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ейәнемде балалар баҡсаһына йөрөтә башланылар.
Бөгөн беҙгә килгәс, олатаһы менән баҡса тураһында һорашырға тотондоҡ.
– Оҡшамай, – ти. – Унда мине бер малай ҡыйырһыта, һуға.
Олатаһы:
– Һин бит егет кеше, үҙең башлап һуҡма, әммә һуҡһалар – сдача бир!
Ком: 0 // Уҡынылар: 805 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Сәхрәләргә сығып әйләнәйем..."Илле йыллап ғүмер уҙғас, Ҡырҙас ауылында үҙем ҡасандыр, бәләкәй сағымда яҡын күргән кешеләремде осратыу, бигерәген дә уларҙы бығаса белмәгән юҫыҡта асыу ғәжәйеп тә, күңелле лә хәл булды. Тәүге уҡытыусыларымдың береһе Дауыт ағай Йосопов дин юлына баҫҡан, халыҡты иманға әйҙәй, аҡыллы вәғәздәре менән күңелдәргә яҡтылыҡ, өмөт өҫтәй, ә уның тормош алиһәһе Бибиямал апай, дин тотоу өҫтөнә, шиғырҙар ижад итә, халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡыларын өйрәнә.
Шиғырҙар ижад итә, тим, сөнки Бибиямал апайҙың яҙғандары — өлгөрөп еткән ижад емештәре. Үҙ ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла ҡәләм тибрәтеп ҡарамағандар һирәктер, күп кенә апай-ағайҙарыбыҙ һуңынан да кисерештәрен рифма-ритмға һалыуын дауам итә, ябай һүҙ теҙмәләрен шиғри әҫәргә тиңләп, баҫтырып сығарырға маташа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәлек капиталы булдырылғандан һуң илдә тыуымдың бер аҙ артыуына бәйле үҫә барған кәйефтәрҙең алдағы бер нисә йылда кире яҡҡа үҙгәреүе ихтимал. Өфө урамдарында хәҙер йышыраҡ осраған ауырлы ҡатындарҙың күҙҙәрендә йәш әсәләргә хас иман нурының бөтөнләй күренмәүе – уларҙың баланы ошо матди ярҙам өсөн генә тыуҙырырға йыйыныуына кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил. Ә яҙ һәм йәй парк-скверҙарҙа бер ҡулы менән балалар коляскаһы эткән, икенсеһенә һыра шешәһе йәки тәмәке тотҡан ҡатын-ҡыҙҙың күбәйеүе иһә улар тәрбиәһендә үҫкән быуындың физик яҡтан камил булырына шик уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
2013 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға бер нисә генә көн ҡалды. “Башҡортостан”ға яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Беҙгә квитанция күсермәһен һалып ебәргәндәр “Башҡортса дини календарь” ала. Ошо уҡ квитанциялар буйынса йәрәбә менән бүләктәр уйнатыласаҡ. Бүләктәр тос: сәй сервизы, картина һәм электр техникаһы — бырау, үтек, сәйнүк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемгә мөрәжәғәт итәйем?

— Мин дүрт бала әсәһе. Өс-дүрт йыл элек бер ир менән йәшәгәйнем. Ул балаларҙың биологик атаһы булмаһа ла, рәсми рәүештә уны атай тип яҙҙырҙыҡ. Әле беҙ уның менән айырылыштыҡ. Быға тиклем балаларға пособие ала инем, ә хәҙер бирмәй башланылар. Пособие алыр өсөн алимент түләтергә ғариза бирмәүем һәм аҡса алмауым тураһында справка талап итәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 976 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына