Хикәйә

Һынауҙа сыныҡҡан ғүмерМоңһоу төн бөтөн донъяны йоҡларға һалып, йондоҙло йомшаҡ мамыҡ юрғанын ябып ҡуйҙы. Оло күк йөҙөндә үҙенә урын таба алмай ай ғына борсолоп йөҙөп йөрөй. Тулған ай йә болот аҫтына сума, йә һаҡ ҡына ҡарап, эш боҙған бала кеүек башын эйеп, кире сыға.
Ай кеүек тегеләй-былай борғоланып ята торғас, Гәүһәр әбей үҙен йоҡо алмаҫын һиҙҙе. Алыҫ юлдан арып ҡайтып, һуң ғына йоҡларға ятҡан балаларын уятмайым тип, түҙергә булды. Ауыр көрһөнөп, тағы әйләнде.
Тәҙрәнән ҡараған моңһоу ай менән бергә бала сағы, йәшлеге буйлап сәйәхәт иткән Нурия уйҙарынан ергә төштө.
– Әсәй, һин дә йоҡлай алмайһыңмы әллә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш бабай тырыштарҙы яратаҺәр йыл аҙағында ҡабатлана торған сихри мәл яҡынлашты — күңел өмөткә, ышанысҡа тулған саҡ. Етеп килгән Яңы йылды шулай матур, изге уй-теләк менән ҡаршы алабыҙ. Унан айырыуса балалар мөғжизә көтә.

Ҡайһы берәүҙәрҙең яҡты хыялы тормошҡа аша башланы ла инде. Кисә, мәҫәлән, яҡшы өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт сараларында алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар, шулай уҡ ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары Президент шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхетенә өлгәште. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, ҡупшы шыршы янында сағыу тамаша бүләк итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 852 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙекеләрҙең еңере шикләндермәйДонъяла бик күптәр был чемпионатты түҙемһеҙлек менән көтә, һәр кем уға ҙур өмөттәр бағлай. Ошондай оло сараның республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә уҙыуы үтә лә әһәмиәтле. Хәҙер бик күптәргә донъя ярыштарын “зәңгәр экран” аша түгел, ә боҙ һарайында яҡындан ҡарап тамаша ҡылыу мөмкинлеге бар.

Беҙҙең командала әле 25 уйынсы, тимәк, икәүһе артыҡ. Тәүге күнекмәләр үтте лә инде. Турнирҙа сығыш яһаясаҡ төп состав иртәгә Швейцария командаһы менән иптәштәрсә осрашыуҙан һуң асыҡланасаҡ. Ә тәүге алыш 26 декабрҙә Словакияның йыйылма командаһы менән буласаҡ.
Бик күптәр Рәсәйҙең йыйылма командаһын турнирҙың фавориты тип иҫәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 781 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫБил бирмәҫ батырҙар, һыр бирмәҫ уңғандар төйәге

Быйыл Башҡортостаныбыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә, шул иҫәптән Салауат районында, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән байтаҡ эш башҡарылған. Милли батырыбыҙ тыуып үҫкән төйәктә, әйтәйек, байтаҡтан күптәрҙе борсоған һыу мәсьәләһе ярайһы уҡ уңышлы хәл ителгән. Малаяҙҙа, Арҡауылда, Шәриптә һыу үткәргестәргә, Малаяҙҙа, Мөрсәлимдә, Лағырҙа ҡаҙанлыҡтарға капиталь ремонт үткәрелгән. Район үҙәгендәге һәм Мөрсәлимдәге ҡаҙанлыҡтарға яңы резервуарҙар ҙа ҡуйылған. Малаяҙ халҡын һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу дауам итә.
Эшҡыуар Ғиззәтуллин, буш торған бер иҫке бинаны ремонтлап, тәүлегенә 35 мең литр эсәр һыу етештереү ҡеүәтенә эйә цех асҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Автомобиль "табибы"Район ҡайһы бер төбәктәр кеүек ҙур заводтары йәки ер аҫты ҡаҙылмалары менән маҡтана алмаһа ла, үҙен үҫтергән һәм байытҡан егәрле халҡы менән ғорурлана. Яҡташтарына арымай-талмай хеҙмәт иткән Зәки Нагаев — шундай булдыҡлы кешеләрҙең береһе. Ул 1993 йылдан алып автомобиль йүнәтеү хеҙмәтен күрһәтә. Бөгөн ауырғазылар тормошон "Руслан" исемле автосервисһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

Зәки Исмәғил улы, үҙенең әйтеүенсә, бер ҡасан да автомеханикка уҡымаған, һөнәре буйынса — рәссам һәм хеҙмәт уҡытыусыһы. Эшҡыуарлыҡҡа тотонор алдынан 14 йыл һөнәрселек училищеһында уҡытыусы, мастер булып эшләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1446 тапҡыр // Тотош уҡырға
АвтояңылыҡтарЕвропала иң яҡшылар асыҡланған
Европала автомобилдәр тураһында яҙыусы иң абруйлы баҫмалар тарафынан үткәрелгән "Йыл автомобиле" (Car of the year) конкурсының еңеүселәре асыҡланған. Төп урынға дәғүә итеүселәр Европаның 22 иленән килгән машиналар тураһында яҙыусы 58 журналистан торған жюри тарафынан билдәләнгән.
34 "тимер ат" араһынан белгестәр иң яҡшы һигеҙен һайлап алған. Исемлеккә Ford B-Max, Hyundai i30, Mersedes-Вenz A-класс, Peugeot 208, Renault Clio, Subaru BRZ/Toyota GT86, Volkswagen Golf һәм Volvo V40 ингән.
Конкурстың төп еңеүсеһе киләһе йылдың мартында Женевала үтәсәк халыҡ-ара автосалонда билдәләнергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1095 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдар буйлап, уйҙар уйлап...Горизонталь буйынса:
1. Паркет иҙәнде ялтыратыу өсөн ҡулланылған матдә. 4. Ағыулы йылан. 6. Тырнаҡ аҫтынан (…) эҙләү. 8. Батыр, ҡаһарман. 10. Нимәнелер батырыу өсөн шыйыҡлыҡ һалынған һауыт. 11. Үлеп ятҡан хайуан. 13. Олигарх ваннаһы. 16. Ҡыйыҡлап яһалған йәйге асыҡ төкәтмә. 19. Бер валдың әйләнешен икенсеһенә күсерә торған ҡулайлама. 22. Ҡуяндар менән туҡланыусы ҡыр бесәйе. 25. Тырнаҡ буяуы. 26. Күп күсәрле йөк ташыу тағылмаһы. 28. Ил ағаһы. 30. Тимерсыбыҡ. 31. Өҫтәл ҡумтаһы. 32. Аш-һыу өсөн ҙур һауыт. 35. Бер бармаҡ киңлегендә үлсәү берәмеге. 36. Атамаһы «бөрсә» мәғәнәһен биргән кросс машинаһы. 39. Яҙма эш. 40. Яҙғы сәскә. 41. Эшкә төшөрҙән алда үткәрелгән һынау күнекмәһе. 42. «(…)гә онға кермәһәң дә, көлгә керерһең».
Ком: 0 // Уҡынылар: 1173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мансур ӘЙҮПОВ: “Беҙ — дәүләтле халыҡ. Ошо хәҡиҡәтте онотмаҫҡа тейешбеҙ”Илебеҙҙең сәйәси тормошонда ниндәй генә шау-шыу булмаһын, власть ҡоролошон нығытыу буйынса ниндәй аҙым яһалмаһын, беҙҙәге федерализм артабан да йәшәр тигән ышаныс бар. Әлеге Рәсәй Конституцияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә иһә республикаларҙың мәнфәғәте икенсе планға күскән һымаҡ. Ни генә булмаһын, милли төбәктәрҙең йәшәүгә һәләтлелеген инҡар итеү мөмкин түгел.
Был беҙҙең Башҡортостанға ла ҡағыла. Республикабыҙҙың үҙ Конституцияһы бар. Төбәгебеҙ, уның күп милләтле халҡы 19 йыл элек ҡабул ителгән ошо Төп Законға нигеҙләнеп йәшәй. Ҡануниәтте яҙыу һәм ҡабул итеү ниндәй шарттарҙа үткән? Уның бөгөнгө торошо ҡәнәғәтләнерлекме? Киләсәктә үҙгәрештәр булыуы күҙалланамы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡазанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге дәүләт власы органдарының уңайлы инвестиция шарттары тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлеге мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте ултырышында сығыш яһаны. Сарала илдә эш шарттарын яҡшыртыу, инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Президентының фекеренсә, федераль структураларға ла инвестиция йәлеп итеү эшенә ҡушылырға кәрәк.
— Минеңсә, федераль кимәлдә ҙур тармаҡ бурыстарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән махсус идара итеү структураларын ваҡытлыса ойошторорға мөмкин. Сит илдәрҙәге баҙарҙа бындай тәжрибә бар. Мәҫәлән, химия өлкәһендә ошондай бурыс ҡуйыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың осрашыуы булды.

Ил Премьер-министры менән республика башлығы инвестиция йәлеп итеү, Башҡортостанда социаль-иҡтисади өлкәне үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөү, 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышын, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек тураһында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир Путин, билдәле сәбәптәр буйынса дүрт йыл туҡтап торғандан һуң, журналистар менән аралашыу йолаһын тергеҙҙе. Кесе йома ул 4 сәғәт тә 33 минут дауамында сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән 1226 журналистың һорауҙарына яуап бирҙе.

Темалар даирәһе бик киң ине. Улар илдең тышҡы һәм эске сәйәсәтенә, иҡтисади һәм социаль хәленә, Хөкүмәт эшмәкәрлегенә, Владимир Владимировичтың шәхси тормошона ла ҡағылды. Беҙҙе, әлбиттә, Рәсәй Президентының милли республикаларҙың артабанғы яҙмышы тураһындағы һорауға яуабы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
— Рәсәй империяһында милли состав буйынса территориаль берәмектәргә бүлеү булмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға