Еңеү теләге көслөИртәгә Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башлана
Был көндәрҙә Өфөнөң боҙ майҙандары гөр килеп тора. Йәкшәмбе көндө Өфө Cпорт һарайында Чехия менән Германия йыйылма командалары араһында күрһәтмә матч булды. Уйын чехтарҙың үҙ дәғүәселәрен 7:2 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды.
Һуңынан Германия командаһының баш тренеры Эрнст Хофнер: “Өфөлә бөтәһе лә яҡшы ойошторолған. Беҙҙең әлегә күп кенә уйын ҡоралдарыбыҙ Германиянан килеп етмәгән, составта ҡайһы бер хоккейсылар ҙа юҡ. Беҙгә хатта ике ҡапҡала ла күнекмәләр үткәреү өсөн ҡапҡасылар ҙа тәҡдим иттеләр”, – тип үҙ фекерен әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше ғүмере өсөн кем яуаплы?“Башҡортостан” гәзите редакцияһына.
Яңы күпер урамындағы 20-се һанлы ике ҡатлы баракта торабыҙ. Беҙҙән ике метр алыҫлыҡта "21-се трест" төҙөлөш компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән "Регионснаб" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ер аҫты туҡталҡаһы булған күп ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөй.
Шул арҡала беҙ йәшәгән йорт емерелеү хәлендә, унда йәшәү хәүефле! Киң ҡолас алған төҙөлөш XIX быуатта уҡ һалынған баракты тағы ла нығыраҡ эшлектән сығарҙы.
Эш өс сменала бара, йәғни тәүлек әйләнәһенә туҡтамай: тракторҙар дырылдай,"КамАЗ"дар ҡом, ваҡ таш алып килә лә гөрһөлдәтеп ауҙара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төньяҡ амурҙары”ның яу юлдары ни һөйләй?Смоленскиға үткән юлда ла француз ғәскәре тынғылыҡ таба алмай. Уны атаман Платов казактары, Кудашев командалағындағы партизан отрядтары, Беренсе, Икенсе һәм башҡа башҡорт полктары туҡтауһыҙ эҙәрлекләп килә. Наполеон Смоленскиға 9 ноябрҙә килеп етә, ә инде 13-өндә уны ташлап та китә. Шулай итеп, был ҡалаға ашығып сигенеүе бушҡа ғына була. Смоленск өмөтөн аҡламай, бында уларҙы аслыҡ көтә.
Смоленскиҙан Наполеон, ғәскәрен ҡалдырып, Парижға ҡайтып китә. Француз ғәскәренең ошо көнгә ҡәҙәр үткән юлын документаль нигеҙҙә яҙылға, тип уйларға кәрәк. Орша ҡалаһынан һуң Березина йылғаһы янындағы һуғышҡа ул әҫәрендә ҙур урын бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1047 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өс шөрөп”лө ҡалағыҙ миңә оҡшаны”Мин Канада кешеһе Роберто Луонго булам. Хоккейҙы ғәләмәт яратам. Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса үтәсәк донъя чемпионатын түҙемһеҙләнеп көтөп алдым.

Уйындарҙы үҙ күҙҙәрем менән күрергә тип, ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа ташлап, Башҡортостанға сыҡтым да киттем. Әлбиттә, беҙҙең Канада телевизион компанияһы был сараны бөтә донъяға күрһәтәсәк. Әммә мәртәбәле ярышты үҙ күҙҙәрең менән яҡындан тамаша ҡылыуға ни етә! Икенсенән, сәйәхәт итеп, донъя күреп ҡайтыу өсөн бер форсат та булды. Әйткәндәй, мин үҙем дә хоккей һөйөүселәргә ошо йәштәр чемпионаты аша танылдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дарыуҙары йәнгә шифаКүптәр хәтерләйҙер әле: дыуамал 90-сы йылдарҙа мәкерле дифтерия сире, ҡапыл баш ҡалҡытып, байтаҡ ғаиләне фажиғәгә тарытты, хатта йәш-елкенсәкте лә аяманы. Кинәт кенә таралған йоғошло сир медиктарҙы ғына түгел, бөтөн йәмәғәтселекте хафаға төшөрҙө.
Был иҡтисади, сәйәси яҡтан тотороҡһоҙ осорҙа прививкалар өсөн вакциналар етештереү предприятиелары сараһыҙҙың көнөнән эштәрен туҡтатырға өлгөргәйне. Йоғошло сирҙең таралыу тиҙлеге иҫ киткес юғары: ҡоралһыҙ-ниһеҙ ҙә йөҙәрләгән, меңәрләгән кешене ҡырып һалыуы, әллә күпме ғаиләне ҡара ҡайғыға батырыуы ихтимал ине. Ә иҡтисади юғалтыу хаҡында һөйләп тораһы ла юҡ. Халыҡты афәттән бары ваҡытында яһалған прививкаларҙың ғына ҡотҡара алыуы көн кеүек асыҡ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1076 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн мөғжизәле балалар әҙәбиәте донъяһында ижад итеүселәр һаны әллә ни күп түгел, сөнки балалар өсөн әҫәр яҙыу — үтә лә яуаплы эш. Бының өсөн бала психологияһын яҡшы белеү, ябай, аңлайышлы, образлы телдә яҙыу, шаҡтай тормош тәжрибәһе туплау ҙа шарт булып торалыр. Әхлаҡ, намыҫ юғарылығы түгел, ә күп ваҡыт тупаҫлыҡ өҫтөнлөк һөргән был заманда сабыйҙарҙы китап ярҙамында тәрбиәләү, китап уҡыуға кесе йәштән йәлеп итеү иң мөһим бурыстарыбыҙҙан иҫәпләнә.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы Әлфиә Әсәҙуллина — балалар әҙәбиәтендә уңышлы эшләүсе ижадсыларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1536 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел күҙе менән...Яңыраҡ Өфө сәнғәт училищеһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, әҙип, ғалим һәм скульптор Рафаил Зинуровтың “Донъя тарихында шәхестәр” исемле скульптуралар күргәҙмәһе асылды.
Үҙенсәлекле күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, шулай уҡ ижадсының фекерҙәштәре, хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
— Теге йәки был халыҡтың милли батырын һынландырыу алдынан, тәүҙә шул шәхестең йәшәйешенә бәйле мәғлүмәттәрҙе табам, — ти Рафаил Нариман улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йүнселлеккә ни етә!Фермерҙар яҡлау таба
Уҙған йәй ҡоро булды, ер яуым-төшөм юҡлыҡтан, дым етмәгәнлектән сарсап йонсоно. Әммә был Мәсетленең ауыл хужалығы эшсәндәрен бик өркөтмәне — ең һыҙғанып тир түктеләр. Һөҙөмтәлә уларҙың арыу-талыуһыҙ хеҙмәте Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан тейешле баһа алды. Район хакимиәте башлығы Иван Петрович Могильников менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
— Мәсетлеләр йылды нисек тамамлай?
— Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләгәндә, районыбыҙға "Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙәге юғары күрһәткестәре өсөн" дипломы тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Өлгөрбай Тиктормаҫов, “Һаҫығанмы? Етемдәргә бата ул!”, 2012 йыл, 1 июнь)
Мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостандың Мәғариф министрлығына ебәрелгән хатыбыҙға яуап килде.
“Балалар йорттарын финанслауға тәғәйенләнгән бюджет саралары өсөн төп яуаплылыҡ Мәғариф министрлығының иңендә, — тиелә унда. — Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнгән дәүләт белем биреү учреждениеларын финанслау өсөн район һәм ҡалаларға республика ҡаҙнаһынан субвенция юлы менән ярҙам күрһәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украина Рәсәй менән бер “сәйәси арбала” барырға теләмәүен йәнә раҫланы. Грузия менән дә “борсаҡ бешеп” етмәй. АҠШ менән иһә мөнәсәбәттәр бөтөнләй боҙолдо. Уның ҡарауы, Һиндостан менән дуҫлыҡ нығый бара. Ошолар хаҡында ҡыҫҡаса.

Киев киреләнә
Үткән аҙнала Владимир Путин Кремлдә дүрт ил – Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан – етәкселәре менән осрашты. Был исемлектә Украина ла булырға тейеш ине, әммә һуңғы мәлдә генә Виктор Янукович, “документтар әҙерләнеп бөтмәгән”гә һылтанып, Мәскәүгә килеүҙән баш тартты. Элекке СССР составындағы ил етәкселәре берлектәге Таможня союзы төҙөү тураһында һөйләшеүгә йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 585 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына