Абруй эш менән яуланаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, һис шикһеҙ, илдәге иң көслө, тәжрибәле сәйәсмәндәрҙең һәм абруйлы төбәк башлыҡтарының береһе булып ҡала. Быны йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәктәренең тикшеренеү һөҙөмтәләре лә, халыҡ-ара кимәлдә танылған рейтинг агентлыҡтарының баһалары ла раҫлай.
Йыл сәйәси йәһәттән дә, иҡтисад һәм социаль өлкә өсөн дә еңелдән булманы, шулай ҙа Рөстәм Зәки улының һәр һынауҙы лайыҡлы үтеүен билдәләргә мөмкин. Тәү сиратта, әлбиттә, Рәсәй Президентын һәм Өфө ҡалаһы Советына депутаттар һайлау йомғаҡтарына иғтибар итергә кәрәктер. Әгәр республикабыҙ халҡының күпселеге илдә һуңғы йылдарҙа яйға һалынған социаль именлектең, сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡтоң дауам итеүе өсөн тауыш биргән икән, тимәк, улар Федераль үҙәктең ышанысын яулап, төбәк парламенты депутаттары тарафынан һайлап ҡуйылған ғәмәлдәге Президенттың эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 831 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тотороҡлолоҡто һайланыҡРәсәйҙә — яңы президент. Хәйер, бер заман ошо вазифала һигеҙ йыл эшләп киткән Владимир Путинды яңы тип әйтеү бик дөрөҫ тә түгел. Һәр хәлдә, быйыл ил халҡы сираттағы тапҡыр Владимир Владимировичҡа ышаныс белдерҙе һәм иң юғары вазифаға тап уны һайлап ҡуйҙы.
Башҡортостан, һәр ваҡыттағыса, илдең мөһим сәйәси сараһында ҙур әүҙемлек күрһәтте — һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 76,38 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
Владимир Путин өсөн — 75,28, Геннадий Зюгановҡа — 14,18, Владимир Жириновскийға — 3,64, Михаил Прохоровҡа — 3,64 һәм Сергей Мироновҡа 2,49 процент тауыш бирелгән. Һәр ваҡыттағыса, ауыл райондары ҙур әүҙемлек күрһәткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 725 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ахырызаманға ышандыра алманыларТанышыбыҙ һөйләй:
– Районда бер ойошма үҙ хеҙмәткәрҙәренең балаларын Өфөгә циркка алып килергә ниәтләгән икән. Күңелле сәйәхәтте 21 декабргә планлаштырғандар. Әммә ата-әсәләр ҡаршы сыҡҡан: йәнәһе, ахырызаман етә ҡалһа, ни йөрәк менән сабыйыңды әллә ҡайҙа сығарып ебәрмәк кәрәк? Аптырағас, етәкселек сәфәрҙе 26-һына күсергән – шатланып риза булғандар. Ҡайҙа логика? Донъя бөткәс, ниндәй цирк ти икән?
Ысынлап та, быйыл ахырызаман темаһын артыҡ ҡуйырттылар. Тиҙ генә тәьҫирләнеүсән, ышаныусан кешеләргә, әлбиттә, был етә ҡалды. Бәғзеләрҙең бар мөлкәтен һатып, тәбиғәт ҡосағына йәшәргә сығып китеүе, ҡайһыларҙың майшәм һәм аҙыҡ-түлек запасы туплауы мәғлүм булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡөрьән янманы!Төнгө тынлыҡты ярып телефон шылтыраны. Ҡурҡыныс хәбәр еткерҙеләр: күрше ауылда янғын сыҡҡан. Ишембай районының Аҙнай ауылында бер өй яна икән. Шөкөр, беҙҙең яҡта халыҡ кеше ҡайғыһына битараф түгел — шунда уҡ янғын һүндереү машинаһы ҡуҙғалды, ирҙәр ҙә ярҙамға ашыҡты...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас йорт бик тиҙ янып бөттө, шулай ҙа ут һүндереүселәр күрше ихаталар зыян күрмәһен өсөн бар көсөн һалды. Шуныһы ҡыуаныслы: бәлә килгән йортта бер кем дә йәшәмәгән булып сыҡты. Хужалары вафат булғандан һуң ул буш торған.
Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, тип бик дөрөҫ әйтелгән. Бер-ике сәғәт эсендә бынамын тигән өй көл-күмергә әйләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙе әсир итә “Әсир”Башҡорт драматургияһы ауырлыҡ кисергән бер мәлдә, театр донъяһы күгендә яңы йәш драматургтың балҡып китеүе ғәжәп тә, ҡыуаныслы ла. Һүҙ танылған шағир Салауат Әбүзәр хаҡында бара. Һуңғы ике-өс йыл эсендә Өфө, Сибай, Ырымбур, Татарстан сәхнәләрендә уның пьесалары ҡуйыла.

Сентябрь аҙағында А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Салауат Әбүзәрҙең “Әсир” тигән яңы пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Ғүмерлек ғазап” исемле спектаклдең премьераһы булды. Әҫәр көслө бәрелештәрҙән тора, шул сәбәпле ул башынан аҙағынаса тамашасының иғтибарын ебәрмәй тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1195 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ялла” ял бүләк итте“Учкудук — три колодца...” Был йырҙың һүҙҙәрен белмәгән кеше юҡтыр. СССР-ҙа киң танылыу яулағайны заманында уны башҡарған ансамбль. Меңәрләгән тамашасыны шәреҡ моңо менән әсир иткән йырсыларҙы әле булһа ла халыҡ үҙ итә, һәр тарафта көтөп алалар. Быйыл улар Башҡортостанда ла сығыш яһаны. Кемдәр икәнлеген аңлағанһығыҙҙыр. Әлбиттә, легендар “Ялла” вокаль-инструменталь ансамбле.
Бынан 20 йыл элек, йәғни 1992 йылда, “Каруанһарай” менән “Ялла” йырсылары “Азия тауышы” тигән халыҡ-ара музыкаль конкурста таныша, шунан бирле ике аралағы дуҫлыҡ дауам итә. Улар берлектә күңелле кисә үткәреү хаҡында һүҙ ҡуйыша. Мәҫәлән, 1998 йылда Фәррух Закиров ижадташ дуҫтарын Үзбәкстанға саҡыра, Сәмәрҡәндтә мосолмандар башҡорт йырҙарын тыңлап кинәнә. Легендар ансамблдең Башҡортостанға килеүе — ошо дуҫлыҡтың дауамы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил биҙәге — үҙебеҙҙең гүзәл“Яҡты хыял менән йәшәргә, үҙеңә ышанырға кәрәк!” Тормошҡа ошондай ыңғай ҡарашта Өфө матурҡайы Элина Кирәева. Ноябрь аҙағында ул, “Рәсәй гүзәле-2012” бәйгеһендә еңеү яулап, көҙҙөң һуңғы моңһоу көндәрен “йылмайтып” ебәрҙе, матурлыҡтың көсөнә тағы бер инандырҙы.

25 йәшлек Элина Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, инглиз теленән тәржемә итеү буйынса белемгә лә эйә. Һәр яҡлап үҫешкә ынтылған ҡыҙ шулай уҡ сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, фитнесты үҙ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә — эшсе, бөгөн — миллионер!Аҡсаның бәхет нигеҙе була алыу-алмауы – бәхәсле мәсьәлә, мәгәр тормош кимәле матди байлыҡ күләменә бәйле икәнлеген инҡар итерлек түгел. Һәр хәлдә, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙимге эшсе Радик Биктимеровтың тормошо Яңы йыл алдынан ҡырҡа үҙгәрҙе.

Ул бер нисә минут эсендә ысын мәғәнәһендә миллионерға әүерелде: “Урал-лото” уйынында 15 аҙна буйы йыйылып килгән 32 миллиондан ашыу һумлыҡ джек-потты ҡулға төшөрҙө. Әйткәндәй, Башҡортостанда ошоғаса бындай күләмдә аҡса отоусы булмаған.
Радик, әлбиттә, лотерея билеты һатып алғанда уңышҡа өмөтләнгәндер, әммә был тиклем байлыҡ тураһында хатта уйлағаны ла булмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мөғжизәгә ышанмайым”Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Телеүҙәк” тип аталған яңы проекты буйынса торлаҡ отоу өсөн өс ай дауамында ҡыҙыу көрәш барҙы. “Госстрой” ойошмаһы еңеүсегә фатир асҡыстарын алдан әҙерләп ҡуйғайны. Ниһайәт, ошо көндәрҙә акцияға йомғаҡ яһалды, бүләккә Өфө ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек Нияз Мәмбәтов эйә булды. Беҙ уны еңеүе менән ҡотларға ашыҡтыҡ.
— Йәш ғаилә өсөн фатир мәсьәләһе көнүҙәк. Был берәүгә лә сер түгел. Былтыр өйләндем, ҡатыным Венера менән ҡуртымға алынған фатирҙа торабыҙ. Шуға ла торлаҡлы булыу — беҙҙең өсөн ифрат ҡыуаныслы ваҡиға. Йорт әлегә төҙөлә, уны киләһе йәй файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Өфөлә ун йылға яҡын йәшәйем, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү тураһында уйлана инем, ләкин ипотека алып, ғүмерлек бурысҡа батҡы килмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйәү йөрөү хәҙер отошлораҡ...Яғыулыҡҡа хаҡтың туҡтауһыҙ юғарыға “үрмәләүенә” халыҡ күнегеп бөттө. Әммә ни эшләйһең, түҙергә тура килә – машинаһыҙ ҙа булмай. Шулай ҙа “тимер ат”тарын ҡалдырып, йәйәү йөрөргә мәжбүр булыусылар ҙа бар. Ысынлап та, яғыулыҡ быйыл төп михнәтле тауарға әйләнде...
Нефткә бай Рәсәйҙә яғыулыҡтың ҡыйбатлығына ғәжәпләнергә генә ҡала. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа АИ-95 маркалы бензиндың хаҡы Өфөнөң ҡайһы бер яғыулыҡ станцияларында (мәҫәлән, “Лукойл”да) 30 һумдан ашып китте. Үҙебеҙҙең нефть компаниялары ла ҡалышмай. “Башнефть” менән “Башкирнефтепродукт” яғыулыҡ станцияларында ла хаҡ йыл буйы артты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләгә тарығандар ярҙамһыҙ ҡалманы28 ғинуарҙа Бәләбәй районының Приют ҡасабаһынан аяныслы хәбәр килде: торлаҡ йорттарҙың береһендә газ баллоны шартлаған, 16 фатирлы ике ҡатлы йорт ҙур зыян күргән.
Асыҡланыуынса, фатирҙарҙың береһендә ремонт яһағандар, эшселәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпле, биш кеше ғүмере менән хушлашҡан, бер нисәүһе ауыр тән йәрәхәттәре алған.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов зәһәр ҡыш уртаһында бәләгә тарыған, торлаҡһыҙ тороп ҡалған кешеләрҙең проблемаһын иғтибарға алды, ҡасабала бер нисә ай эсендә өр-яңы йорт төҙөләсәге мәғлүм булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыйыуҙар — беҙҙең аралаЙәйҙең иң матур көндәрендә халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын Ишембай районының Кесе Байыҡ ауылында йәшәүсе өс туған ағалы-ҡустылы 13 йәшлек Айнур Ғәлиев менән 16 йәшлек Илшат Мөхәмәтшин тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Ял көндәрендә ауыл эргәһендәге быуа янында алма төшөрлөк тә урын булмай. Ниңәлер өлкәндәр ете һәм биш йәшлек балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырған була. Тегеләр иһә оҙаҡ уйлап тормай, тын тултырмалы матрасҡа ултырып йөҙөп тә китә. Балаларҙың күл уртаһына барып еткәнен ярҙағылар аптырап күҙәтә. Ҡапыл көслө ел иҫеп, матрасты түңкәрә. Балалар бата башлай. Илшат менән Айнур беренселәрҙән булып һыуға һикерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 854 тапҡыр // Тотош уҡырға
Биш “алтын”лы ОксанаАлтын, алтын, рекорд… Ана шулай еңеү артынан еңеү менән бөтә донъяны таң ҡалдырҙы XIV йәйге Паралимпия уйындарында Башҡортостан ҡыҙы Оксана Савченко. Һөҙөмтәлә рәсәйҙәр яулаған 36 алтын миҙалдың бишәүһе – уныҡы. Ул дүрт донъя рекорды ҡуйҙы. Лондонда яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығын бер кем дә ҡабатлай алманы.
Оксана 1990 йылда Петропавловск-Камчатский ҡалаһында донъяға килә. Тыумыштан глаукома сирле була. Табиптар сабыйҙың күҙенә бер нисә тапҡыр операция эшләй һәм уң күҙен булһа ла һаҡлап ҡала. Биш йәшендә ҡыҙҙы әсәһе тәүге тапҡыр бассейнға алып килә. Шунан башлана ла инде Оксананың оло спортҡа юлы. 2003 йылда ул донъя беренселегендә үҙенең тәүге алтын миҙалын яулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 751 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңышының сере — ғаиләһендәСиләбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе боксёр, Европа һәм донъя чемпионы Денис Шафиҡов сит ил рингтарына боронғо башҡорт кейемендә — елән менән ҡамсат бүректә сыҡһа, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Ошо күркәм ҡиәфәте өсөн уға профессиональ бокстағы йола буйынса “Сыңғыҙхан” тигән ҡушамат биргәндәр.
27 йәшлек билдәле спортсы, профессиональ утыҙҙан ашыу кимәлдәге алышта ҡатнашып, береһендә лә һыр бирмәгән әлегә. 2012 йыл егет өсөн айырыуса уңышлы булды. Ҡыш — Бөйөк Британияла “Абердин үлтереүсеһе” ҡушаматлы шотланд Ли МакАллистерҙы, яҙ Өфөлә уҙған алышта Куба итальяны Брунет Замораны еңеп ҡыуандырҙы. Яңы йыл алдынан көйәрмәндәренә йәнә бер бүләк яһаны Денис: Африканың 29 йәшлек спортсыһы Альберт Менсыны йығып һалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 699 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө — донъя спорты үҙәгеБер ҙә шаштырмай әйтергә була: сентябрҙә баш ҡалабыҙ өс көнгә донъя спорты үҙәгенә әүерелде — Өфөлә Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелде. Бәйгелә 16 ил командаһы ҡатнашты. Иң ҙуры — Рәсәйҙеке. Бынан тыш, Австралия, Австрия, Болгария, Чехия, Эстония, Украина, Финляндия, Һиндостан, Венгрия, Латвия, Румыния, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр ҙә көс һынашты.
Чемпионат программаһына ҡатнаш эстафета, спринт, персьют индерелгәйне. Стартҡа йәштәр һәм өлкәндәр командалары сыҡты. Биатлон “йондоҙҙары” — Украинанан Вита Семеренко, Австриянан Алексей Альмуков, Ҡаҙағстандан Галина Вишневская һәм Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙары Антон Шипулин, Ольга Зайцева һәм Алексей Волковтың ҡатнашыуы бәйгегә мәртәбә өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына