Ваҡыт тигәнебеҙ аҡҡан һыу кеүек, күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Арабыҙҙағы оло йәштәге мөхтәрәм инәй-олатайҙар һаны ла көндән-көн кәмей. Улар — беҙҙең ҡәҙер-хөрмәткә иң лайыҡ кешеләр. Илебеҙ тарихында өлкән быуын вәкилдәре өлөшөнә төшкән ауырлыҡтар һанап бөткөһөҙ. Илеш районының Сәйетҡол ауылында йәшәүсе өләсәйем Мәүлиҙә Шәйхелислам ҡыҙы Рафиҡова — шундай үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләрҙең береһе.
Оҙон ғүмер юлында күңел түрендә һаҡлап йөрөткән иң ҡәҙерле хәтирәләре менән йәшәй ул. Уларҙа үҙәктәрҙе өҙөрлөк етемлек тә, яңғыҙлыҡ әсеһе лә, балалар шатлығы ла бар.
Ком: 6 // Уҡынылар: 1437 тапҡыр // Тотош уҡырға
* * *
Өләсәй! Был һүҙҙе ишеткәс, күбебеҙ яғымлы, һөйкөмлө, йомшаҡ ҡуллы ҡартәсәләрен күҙ алдына килтерәләр. Минеке лә ял көндәре ҡаланан ҡайтыуымды тәмле бәлештәр бешереп, ситтәрен кетерләтеп ҡоймаҡтар ҡойоп, билмәндәр яһап ҡаршы алыр ине. Иң бәләкәй ейәне булғанға шулай өлтөрәп торғандыр ул.
Сабый ғына сағымда әсәйем эшкә сыҡҡас, өләсәйем мине ҡарап ҡалған. Ҡыҙыҡлы әкиәттәре, йырлаған халыҡ йырҙары шул ваҡыттарҙың матур иҫтәлеге булып хәтергә уйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1265 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем Зөлфиә Хөснөтдин ҡыҙы Әсәҙуллина 1931 йылда Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында Мәүлетбикә Нурый ҡыҙы менән Хөснөтдин Минһажетдин улы Сәфуллиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Өс йәшендә әсәйһеҙ ҡала. Ҡарт ҡартатайыма дүрт ҡыҙ баланы яңғыҙ тәрбиәләү еңел булмай, шуға Иҙел аръяғынан бер ҡатынды димләйҙәр.
Ул күсенгән төндә күҙ терәп торған берҙән-бер һыйырҙы сабата кейҙереп урлайҙар. Сәңгелдәктә ятҡан өс айлыҡ бала — өләсәйемдең Асия исемле һеңлеһе — йүнләп ҡарамағанлыҡтан, үлеп ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1240 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем тураһында бик күп яҙыр инем, бик күп һөйләр инем, сөнки уны ныҡ яратам. Уның кеүек һәйбәт кеше башҡа юҡтыр был донъяла.
Бәләкәй сағымдан уҡ өләсәйемде дуҫым кеүек күрәм. Ул бер ваҡытта ла минең менән уйнарға, китап уҡырға ялҡауланып тормай. Эргәһендә булыша башлаһам, ҡыуып ебәрмәй, киреһенсә, эшләгәнемде ҡарап, яҡшы итеп аңлата, өйрәтә. Бешергән бәлештәре, аштары, сәк-сәктәре бигерәк тәмле, бәйләгән ойоҡбаштары йомшаҡ һәм йылы. Уның менән миңә күңелле, ҡыҙыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1355 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Эй ваҡыт уҙа, алға саба ла саба. Ғүмеркәйҙәрҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән". Өләсәйҙең шулай тигәнен йыш ишетергә була. "Ҡайҙа минең ҡанатланып, осоп йөрөгән саҡтарым!?" — тип йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп ала.
Исеме — Хәфәсә Мөхәмәтша ҡыҙы Нуриева, 1934 йылда Илеш районының Яңы Күктау ауылында тыуған. Тормошон Ҡарабаш ауылы егете менән бәйләгән. Хәҙер хаҡлы ялда инде. Өләсәйемдең баҡсалары йәй сәскәгә күмелә, тәмле емеш-еләктәр бешә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем Фәриҙә Яхъя ҡыҙы Бүребаева 1934 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған, әле лә шундай йәшәй. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән. Бер йәшендә апаһы һәм ағаһы менән атайһыҙ ҡалалар. "Ни эшләйһең, Хоҙай шулай ҡушҡандыр, "атай" тип әйтмәнем", — ти өләсәйем.
Апаһы — донъяны күреүҙән, әсәһе ишетеүҙән мәхрүм булған. Ағаһы VII класты ла уҡып бөтмәйенсә, китап-дәфтәр һалынған тоҡсайын ташлап, эш эҙләргә сығып китә. Ғаиләне ҡарарға кәрәк бит. Өләсәйем дә дүрт класты ғына тамамлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем Әмирә Ғиләжетдин ҡыҙы Мөхәмәтдинова районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе Илештә йәшәй. Уға һикһән йәш.
Беҙ ғаилә менән өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа йыш бара алмайбыҙ, сөнки аҙнаның алты көнөндә мәктәптә уҡыйбыҙ. Каникул ваҡытында иһә унан ҡайтышмайым, хәлемдән килгәнсе ярҙам итәм. Ә ул, минең килгәнгә шатланып, тәмле бәлештәр бешерә. Икәүләп серләшә-серләшә тәмләп сәй эскән мәлдәрҙе көтөп алам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 915 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйемдең исеме Хәбибә. Ул мәктәптә балаларға белем бирә.
Ҡәҙерлебеҙҙе бик яратабыҙ, ул да килеүебеҙҙе һағынып көтөп ала. Өләсәйем ҡул эшенә оҫта: сигеү сигә, бәйләм бәйләй, төрлө әйберҙәрҙән картиналар яһай. Шулай уҡ сәйләндән ағастар, сәскәләр, төрлө матур уйынсыҡтар эшләй. Үҙе белгәндәрҙе миңә лә өйрәтә. Ашап туймаҫлыҡ, телеңде йоторлоҡ аштар ҙа бешерә.
Үҫкәс, өләсәйемә оҡшарға тырышырмын, уның кеүек алтын ҡуллы, уңған булырмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1286 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуғанда уҡ кеше күңеленә матурлыҡ сатҡыһы һалына, тиҙәр. Шуға күрә матурлыҡты күреү, уға ынтылыу хисе барҙыр инде беҙҙә. Ғүмер ебен һүткән һайын донъяның йәмен күрә белеү, уның менән һоҡланыу һәм тирә-яғыңды ла шулай биҙәү теләге арталыр, күрәһең. Йылдан-йыл өләсәйемдең матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә, зауығына һоҡланам.
Өләсәйем Миңлегөл Рәйес ҡыҙы Яппарова (Ғәлиева) донъяға бөйөк Аҡмулланы биргән Миәкә районының Әнәс ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә өлкән ҡыҙ булараҡ, кесе йәштән үк ҡул араһына кереп, әсәһе иңдәренә ятҡан йорт эштәрен уртаҡлаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1000 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәйем Миңнур йыр-моң яратҡан ҙур ғаиләлә үҫә. Ул ваҡытта тыуған ауылы мәктәбендә урыҫ телендә уҡытҡандар. Өләсәйем балаларын рухлы итеп тәрбиәләүгә оло иғтибар бүлә.
"Бабсаҡбей менән Күсәк" кеүек легендаларҙы башлап өләсәйемдән ишетәләр. Кистәрен урындыҡҡа шаршау элеп, сәхнә эшләп бирә лә, үҙе ҡул эштәре менән булыша, балалар концерт ҡуя. Өйҙә гармун, мандолина, ҡумыҙ бар, кем нимәлә теләй, шунда уйнай. Йәй бәләкәй әртистәр, ҡапҡа башына менеп, ауыл халҡына көндәр буйы йыр бүләк итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1331 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кемдең тормошонда үрнәк алырҙай кешеһе була. Минең кумирым — өләсәйем Хәлиҙә Вәли ҡыҙы Шәймәрҙәнова. Хәрефтәр өйрәткән, йырларға, бейергә, әкиәттәр һөйләргә өйрәткән беренсе уҡытыусым да, тәмле бәлештәр бешереп көткән, минең өсөн ҡыуанып та, борсолоп та йәшәгән иң ҡәҙерле кешем дә ул.
Олатайым менән икеһе 44 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә. Башҡортостан Президенты тарафынан "Өлгөлә ғаилә" тигән маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар.
Өләсәйем өс балаһына ғына түгел, күп туғандарына ла тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән. Бөтөн туғандар уны яратып, ихтирам итеп, рәхмәт әйтеп йәшәй.
Ком: 9 // Уҡынылар: 2314 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше тәбиғәте шулай яратылған: төн ҡараңғылығын ярған йондоҙҙар таң атыу менән бер-бер артлы күҙҙәрен йома. Ерҙәге "йондоҙҙар" иһә кешелеклелеге, мәрхәмәтлелеге менән йылдар дауамында тормошобоҙҙо яҡтырта, күңелдәргә илаһи нур өҫтәй. Өләсәйем Кифая Хәмзә ҡыҙы Саҙретдинованы шундай йондоҙға тиңләйем. Тормошомда балҡып янған яҡты маяғым ул.
Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә, ауыр хеҙмәттә сығынып үҫә, бер эштән дә ҡурҡмай. Дүртөйлө районының Ҡарға ауылынан Илеш районының Лаяшты ауылына килен булып төшә.
Ком: 11 // Уҡынылар: 2112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем Маһира Абдулла ҡыҙы Йәркәева Учалы районының Ҡотой ауылында йәшәй. Ул бала сағын һөйләһә, күҙҙәргә йәш эркелә.
Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында дүртенсе бала булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы фронтҡа китә. Күп тә үтмәй, ҡаты ауырып ятҡан әсәһе вафат була, бәләкәй һеңлеһе лә ҡыҙылсанан үлеп ҡала. "Зыяраттан ҡайтҡанда илай-илай еләк ашағаным күҙ алдымда", — ти өләсәй. Уны Үрген ауылындағы балалар йортона тапшыралар.
Ком: 4 // Уҡынылар: 1128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәктәптән ҡайтып инеүгә, танауыма таныш еҫ килеп бәрелде. Ура, өләсәйем ҡабартмалар бешергән! Эй яратам да һуң шул ҡабартмаларҙы һөт менән тәмләп кенә ашарға. Йүгереп барып, өләсәйемде ҡосаҡлап алдым:
— Өләсәкәйем, әлдә һин бар әле донъяла!
Һикәлтәле ғүмер юлы үтһә лә, һынмаған, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәгән ул Мәрзиә өләсәйем. 38 йәшендә тол ҡала, тәүге мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлап, тормошон балалары Валерий менән Рәзиләгә бағышлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 840 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйем Гөлсәсәк исемле. Ул беҙгә тәмле аштар бешерә, бигерәк тә баллы сәк-сәктәре оҡшай. Бәйләм бәйләргә, кейем тегергә, сигеү сигергә лә оҫта.
Өләсәйем ейәнсәрҙәре менән бергә уйнарға, шаярырға, йырларға ярата. Ул һәр саҡ мәктәптәге байрамдарға килә, миңә төрлө матур костюмдар уйлап сығарып тегә. Уҡыуым менән дә ҡыҙыҡһынып тора. Ҡыш бергәләп сана шыуабыҙ, йәй еләк йыябыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1090 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына