Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһының, Әлшәй, Бишбүләк, Нуриман райондарының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссиялары ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһы 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ауыл табибы” программаһы күптәрҙе эшле лә, йорт-ерле лә итте. Дыуан районының медицина ойошмалары ғына ла уға ярашлы 33 белгескә “байыны”.

Йәш табиптарҙы ауылға еректереү өсөн тәү сиратта фатир мәсьәләһен хәл итеү мотлаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, Дыуан районы хакимиәте республика Президенты һәм Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында, “Социаль торлаҡ” программаһына ярашлы, 33 фатирлы йорт төҙөргә ҡарар итте.
Аҙ ғына ваҡыт эсендә күркәм йорт ҡалҡып та сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ямалетдинов Фидус Әғләм улы “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнде.
* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡортостан генерациялаусы компанияһының баш инженеры Кремер Владимир Львович — “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәренең аппаратсыһы Елизарьева Надежда Викторовна, Башҡортостан генерациялаусы компанияһы хеҙмәткәрҙәре — энергоблок машинисы Сәлихов Фәрит Хәмит улы, Өфөнөң 1-се ТЭЦ-ы директоры Саенко Андрей
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2013 йылда тракторҙарға, үҙйөрөшлө машиналарға, арбаларға, юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техникаға, ҡаргиҙәрҙәргә, юл-төҙөлөш машиналарына дәүләт техник күҙәтеүе үткәреүҙең ваҡыты билдәләнде. Уны республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы 1 февралдән 30 июнгә тиклем (агросәнәғәт комплексында – 15 апрелгә ҡәҙәр) уҙғара.
Ә 15 майҙан 15 июнгә тиклем ауыл хужалығы кооперативтарына, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, сәнәғәт һәм төҙөлөш ойошмаларының ярҙамсы хужалыҡтарына ҡараған мал аҙығы әҙерләүсе комбайндарға, үҙйөрөшлө сапҡыстарға техник күҙәтеү үткәреләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан менән Беларусь республикаларын күп йыллыҡ дуҫлыҡ ҡына түгел, ә ике яҡ өсөн дә файҙалы иҡтисади хеҙмәттәшлек тә бәйләй. Был өлкәлә эштәр электән яйға һалынған, әммә ошо арала ул яңы кимәлгә күтәрелде. Быға тиклем беҙҙекеләр уларҙа бер нисә мәртәбә булып, төрлө тармаҡтарҙа тәжрибә өйрәнгәйне, хәҙер улар беҙгә килде.
Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән Беларусь Республикаһының архитектура һәм төҙөлөш министры Анатолий Ничкасов ҡатнашлығында эш ултырышы булды. Уға тиклем министр Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында булып ҡайтҡайны. Уны был ҡалаларҙа сода һәм быяла етештереү ҡыҙыҡһындырған булып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъябыҙҙың таяуыӘсәйем тураһында бәләкәйҙән матур-матур иншалар, шиғырҙар яҙып ҡарағаным бар ине, ә бына өләсәйем тураһында ниңәлер яҙғаным булманы. Бала сағы, ауыр яҙмышы хаҡындағы хәтирәләрен тыңлағанда уны гел эстән генә ҡыҙғанып ултыра инем.
Өләсәйем Зөһрә Сынтимер ҡыҙы Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында тыуған. Бала сағы , үҫмер йылдары шунда үтә. Әсә ҡосағында иркә ҡыҙ булып үҫергә насип булмай – яҙмыш уны уҫал үгәй әсә ҡулына тапшыра. Атаһы һуғышҡа киткәс, үгәй әсәнән күпме йәбер, нахаҡ һүҙ ишетергә тура килә өләсәйемдең китек күңеленә. Тамағы икмәккә лә туймай буй еткерә ул. Яһил ҡатын баланы йәберләп кенә ҡалмай, мәктәпкә йөрөүҙән дә тыя, эш менән баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1096 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хикәйә

Һынауҙа сыныҡҡан ғүмерМоңһоу төн бөтөн донъяны йоҡларға һалып, йондоҙло йомшаҡ мамыҡ юрғанын ябып ҡуйҙы. Оло күк йөҙөндә үҙенә урын таба алмай ай ғына борсолоп йөҙөп йөрөй. Тулған ай йә болот аҫтына сума, йә һаҡ ҡына ҡарап, эш боҙған бала кеүек башын эйеп, кире сыға.
Ай кеүек тегеләй-былай борғоланып ята торғас, Гәүһәр әбей үҙен йоҡо алмаҫын һиҙҙе. Алыҫ юлдан арып ҡайтып, һуң ғына йоҡларға ятҡан балаларын уятмайым тип, түҙергә булды. Ауыр көрһөнөп, тағы әйләнде.
Тәҙрәнән ҡараған моңһоу ай менән бергә бала сағы, йәшлеге буйлап сәйәхәт иткән Нурия уйҙарынан ергә төштө.
– Әсәй, һин дә йоҡлай алмайһыңмы әллә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш бабай тырыштарҙы яратаҺәр йыл аҙағында ҡабатлана торған сихри мәл яҡынлашты — күңел өмөткә, ышанысҡа тулған саҡ. Етеп килгән Яңы йылды шулай матур, изге уй-теләк менән ҡаршы алабыҙ. Унан айырыуса балалар мөғжизә көтә.

Ҡайһы берәүҙәрҙең яҡты хыялы тормошҡа аша башланы ла инде. Кисә, мәҫәлән, яҡшы өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт сараларында алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар, шулай уҡ ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары Президент шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхетенә өлгәште. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, ҡупшы шыршы янында сағыу тамаша бүләк итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 852 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙекеләрҙең еңере шикләндермәйДонъяла бик күптәр был чемпионатты түҙемһеҙлек менән көтә, һәр кем уға ҙур өмөттәр бағлай. Ошондай оло сараның республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә уҙыуы үтә лә әһәмиәтле. Хәҙер бик күптәргә донъя ярыштарын “зәңгәр экран” аша түгел, ә боҙ һарайында яҡындан ҡарап тамаша ҡылыу мөмкинлеге бар.

Беҙҙең командала әле 25 уйынсы, тимәк, икәүһе артыҡ. Тәүге күнекмәләр үтте лә инде. Турнирҙа сығыш яһаясаҡ төп состав иртәгә Швейцария командаһы менән иптәштәрсә осрашыуҙан һуң асыҡланасаҡ. Ә тәүге алыш 26 декабрҙә Словакияның йыйылма командаһы менән буласаҡ.
Бик күптәр Рәсәйҙең йыйылма командаһын турнирҙың фавориты тип иҫәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 781 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – САЛАУАТ РАЙОНЫБил бирмәҫ батырҙар, һыр бирмәҫ уңғандар төйәге

Быйыл Башҡортостаныбыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә, шул иҫәптән Салауат районында, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән байтаҡ эш башҡарылған. Милли батырыбыҙ тыуып үҫкән төйәктә, әйтәйек, байтаҡтан күптәрҙе борсоған һыу мәсьәләһе ярайһы уҡ уңышлы хәл ителгән. Малаяҙҙа, Арҡауылда, Шәриптә һыу үткәргестәргә, Малаяҙҙа, Мөрсәлимдә, Лағырҙа ҡаҙанлыҡтарға капиталь ремонт үткәрелгән. Район үҙәгендәге һәм Мөрсәлимдәге ҡаҙанлыҡтарға яңы резервуарҙар ҙа ҡуйылған. Малаяҙ халҡын һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу дауам итә.
Эшҡыуар Ғиззәтуллин, буш торған бер иҫке бинаны ремонтлап, тәүлегенә 35 мең литр эсәр һыу етештереү ҡеүәтенә эйә цех асҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Автомобиль "табибы"Район ҡайһы бер төбәктәр кеүек ҙур заводтары йәки ер аҫты ҡаҙылмалары менән маҡтана алмаһа ла, үҙен үҫтергән һәм байытҡан егәрле халҡы менән ғорурлана. Яҡташтарына арымай-талмай хеҙмәт иткән Зәки Нагаев — шундай булдыҡлы кешеләрҙең береһе. Ул 1993 йылдан алып автомобиль йүнәтеү хеҙмәтен күрһәтә. Бөгөн ауырғазылар тормошон "Руслан" исемле автосервисһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

Зәки Исмәғил улы, үҙенең әйтеүенсә, бер ҡасан да автомеханикка уҡымаған, һөнәре буйынса — рәссам һәм хеҙмәт уҡытыусыһы. Эшҡыуарлыҡҡа тотонор алдынан 14 йыл һөнәрселек училищеһында уҡытыусы, мастер булып эшләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1446 тапҡыр // Тотош уҡырға
АвтояңылыҡтарЕвропала иң яҡшылар асыҡланған
Европала автомобилдәр тураһында яҙыусы иң абруйлы баҫмалар тарафынан үткәрелгән "Йыл автомобиле" (Car of the year) конкурсының еңеүселәре асыҡланған. Төп урынға дәғүә итеүселәр Европаның 22 иленән килгән машиналар тураһында яҙыусы 58 журналистан торған жюри тарафынан билдәләнгән.
34 "тимер ат" араһынан белгестәр иң яҡшы һигеҙен һайлап алған. Исемлеккә Ford B-Max, Hyundai i30, Mersedes-Вenz A-класс, Peugeot 208, Renault Clio, Subaru BRZ/Toyota GT86, Volkswagen Golf һәм Volvo V40 ингән.
Конкурстың төп еңеүсеһе киләһе йылдың мартында Женевала үтәсәк халыҡ-ара автосалонда билдәләнергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1095 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдар буйлап, уйҙар уйлап...Горизонталь буйынса:
1. Паркет иҙәнде ялтыратыу өсөн ҡулланылған матдә. 4. Ағыулы йылан. 6. Тырнаҡ аҫтынан (…) эҙләү. 8. Батыр, ҡаһарман. 10. Нимәнелер батырыу өсөн шыйыҡлыҡ һалынған һауыт. 11. Үлеп ятҡан хайуан. 13. Олигарх ваннаһы. 16. Ҡыйыҡлап яһалған йәйге асыҡ төкәтмә. 19. Бер валдың әйләнешен икенсеһенә күсерә торған ҡулайлама. 22. Ҡуяндар менән туҡланыусы ҡыр бесәйе. 25. Тырнаҡ буяуы. 26. Күп күсәрле йөк ташыу тағылмаһы. 28. Ил ағаһы. 30. Тимерсыбыҡ. 31. Өҫтәл ҡумтаһы. 32. Аш-һыу өсөн ҙур һауыт. 35. Бер бармаҡ киңлегендә үлсәү берәмеге. 36. Атамаһы «бөрсә» мәғәнәһен биргән кросс машинаһы. 39. Яҙма эш. 40. Яҙғы сәскә. 41. Эшкә төшөрҙән алда үткәрелгән һынау күнекмәһе. 42. «(…)гә онға кермәһәң дә, көлгә керерһең».
Ком: 0 // Уҡынылар: 1173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мансур ӘЙҮПОВ: “Беҙ — дәүләтле халыҡ. Ошо хәҡиҡәтте онотмаҫҡа тейешбеҙ”Илебеҙҙең сәйәси тормошонда ниндәй генә шау-шыу булмаһын, власть ҡоролошон нығытыу буйынса ниндәй аҙым яһалмаһын, беҙҙәге федерализм артабан да йәшәр тигән ышаныс бар. Әлеге Рәсәй Конституцияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә иһә республикаларҙың мәнфәғәте икенсе планға күскән һымаҡ. Ни генә булмаһын, милли төбәктәрҙең йәшәүгә һәләтлелеген инҡар итеү мөмкин түгел.
Был беҙҙең Башҡортостанға ла ҡағыла. Республикабыҙҙың үҙ Конституцияһы бар. Төбәгебеҙ, уның күп милләтле халҡы 19 йыл элек ҡабул ителгән ошо Төп Законға нигеҙләнеп йәшәй. Ҡануниәтте яҙыу һәм ҡабул итеү ниндәй шарттарҙа үткән? Уның бөгөнгө торошо ҡәнәғәтләнерлекме? Киләсәктә үҙгәрештәр булыуы күҙалланамы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡазанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге дәүләт власы органдарының уңайлы инвестиция шарттары тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлеге мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 30 Алға
Бит башына