Мөғәллимде үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ өләшеүсе шәм менән сағыштырыуҙары юҡҡа түгел. Уҡытыусы, уның фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәң дә, әҙ булыр кеүек. Ә ҡулына диплом алған йәш педагогтың артабанғы яҙмышы Мәғарифты үҫтереү институты менән туранан-тура бәйле.
– Эшебеҙҙе уларҙан тыш күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, институт йыл әйләнәһенә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу йәһәтенән ҙур бурыстарҙы тормошҡа ашыра, – ти Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов. – Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнауҙың яҡшыға килтермәүе көн кеүек асыҡ. Бында улар олуғ ғалимдарҙың лекцияларын тыңлай, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша, фекер алыша һәм тығыҙ аралаша. Шулай уҡ донъялағы мәғариф яңылыҡтары менән дә таныштырыу – төп бурысыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күренекле мәғрифәтсе, башҡорт теле буйынса тәүге дәреслектәрҙең авторы Ғаббас (ул исемен һәр саҡ шулай яҙған) Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың тыуыуына 120 йыл тулды.
Биографияһына күҙ һалғанда, ул Һамар губернаһының Пугачев өйәҙе Ташбулат-Күстән ауылында (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Глушица районында) донъяға килгән. Октябрь революцияһына тиклем ауыл мәҙрәсәһен тамамлаған, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, бай тәжрибә туплаған Ғаббас Дәүләтшин 1917 йылда Ташбулат-Күстән ауыл Советының башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1374 тапҡыр // Тотош уҡырға
4.12.2012 – ШИШӘМБЕ

07.00 Башҡортостан Республикаһы гимны
07.05 ЙӘШМӘ – моңло йырҙар йыйынтығы (0+)
08.30 ҺЕҘ ЯРАТҠАН ЙЫРҘАР (0+)
09.00 НАЗА – донъя халыҡтары бейеүҙәре (0+)
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айырым даръя яҙмышы юҡ,
Айырым ил яҙмышы юҡ,
Айырым тел яҙмышы юҡ –
Барыһы бер еп менән бәйләнгән.
(Р. Бикбаев).

Был һүҙҙәр тап Мәжит ағай Әминев хаҡында әйтелгән кеүек. Уның тормошо тыуған Башҡортостаны яҙмышы менән үрелеп бара, бөтә ғүмере илем, халҡым, телем тип янып-көйөп үтә. Милләтебеҙҙең абруйлы аҡһаҡалы тынғыһыҙ күңеле, тиктормаҫ булмышы менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Салауат ҡалаһы гәзиттәрендә, республика матбуғатында уның тос фекерле мәҡәләләре йыш баҫылып тора.
Ком: 1 // Уҡынылар: 827 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәрле булғың килһә...Мораҡта урынлашҡан 90-сы һөнәрселек лицейы быйыл иҫтәлекле ваҡиға кисерҙе — уның асылыуына 65 йыл тулды. Ауыл өсөн кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорто ошо дәүерҙә 25 меңдән ашыу белгес — умартасы, ЭВМ операторы, һатыусы, шофер, тракторсы, слесарь, иретеп йәбештереүсе, һатыусы-оператор, ашнаҡсы әҙерләп сығарған.
Ошонда сынығыу мәктәбе үткән йәш быуын вәкилдәре, оло тормошта үҙ һуҡмағын табып, ныҡлы аяҡҡа баҫҡан. Улар араһында хеҙмәте менән дан ҡаҙанған механизаторҙар, хужалыҡ етәкселәре, ауыл Советы хакимиәте башлыҡтары бар. Абруйлы уҡыу йортонда сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн ныҡлы матди-техник база, уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған. Лицейҙың уҙған уҡыу йылында Башҡортостан Хөкүмәтенең “Иң яҡшы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы” дипломын яулауы ла юҡҡа түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә коллективыбыҙ Рәсәйҙең Транспорт министрлығынан һөйөнөслө хәбәр ишетеп ҡыуанды. Райондың социаль үҫешенә ҙур өлөш индергән, һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәтен алға ҡуйып эшләгән шәхес, төбәгебеҙҙең абруйлы ир-азаматы, Ейәнсура юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Вәли Үлйәбай улы Юлдыбаевты юл төҙөлөшө тармағында өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Рәсәйҙең почетлы юл төҙөүсеһе” тигән юғары исем алыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Ҡышҡы балҡыш»ҡа – алҡыштарҺандуғасҡа ниңә буй-һын?
Нимәгә уға биҙәк?
Таңда бер һайрап ебәрһә –
Мең ҡат өҙөлә үҙәк!
Шағирға ниңә дан кәрәк?
Нимәгә уға титул?
Батшалар ятлап алырлыҡ
Шиғырҙар яҙа бит ул!
Ком: 3 // Уҡынылар: 1310 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әкиәт
Элгәре Әлтәшле ауылында Бөрөк исемле ярлы ғына бер ҡарт йәшәгән, ти. Уның бик шәп йүгерек аты булған. Шул ат йыйындарҙа, бәйгеләрҙә бер генә йүгеректе лә алдына сығармаған. Уның төҫө ала булғанға, ҡарт уға Аласабыр тип исем биргән. Аласабыр хаҡында бөтә ерҙә белгәндәр, маҡтап һөйләр булғандар. Хатта уның хаҡында Яйыҡ буйы ҡаҙаҡтары ла белгән.
Бер ваҡыт Ырымбурҙа бик ҙур бер йыйын ҡорола. Был йыйынға һәр ырыу үҙенең батырын ебәрә. Сабыштырғыға йүгерек алып баралар. Бөрөк ҡарт та, Зөлҡәрнәй исемле улын мендереп, үҙенең Аласабырын ана шул йыйынға ебәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәҫелең тереме, Сыбарат?Сыбарат. Тыуған ауылымдан алыҫ түгел ятҡан Мышағыр тауы һырттарының иң ҙуры, бейеге шул исемдә. Тирә-яҡта еләкле, сейәле булыуы менән даны таралған тау. Бәләкәй саҡта Сыбаратҡа барып, ҡарағусҡыл эре сейә йыйып, биҙрә тултырып ҡайтыу урамдағы емешсе Менәүәрә менән Әсмә әбейҙәрҙе шаҡ ҡатырырлыҡ хәл була торғайны. Үҫә төшөп, топонимика фәнен уҡытҡан ғалим Рәшит Шәкүр дәрестәрен алғас, ер-һыу атамаларына башҡасараҡ, рухи ҡыҙыҡһыныу юҫығынан иғтибар артты. Төбәшә-төбәшә, Мышағыр тауының исеме “мешәле ҡыр” икәнлеге – бәләкәй ҡарағайлы һырт булған өсөн шулай аталғаны асыҡланды. Шулай ҙа Сыбарат сер булып ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 Алға
Бит башына