Иң ҙур һөйөнөс — яңы тыуған сабый тауышыБуласаҡ гений менән ябай эшсе лә, уңғандар менән “бешмәгән”дәр ҙә, тыңлаусандар ҙа, тиктормаҫтар ҙа ошо йылылыҡ, хәстәрлек менән солғап алынған йортта, үҙенең барлығын белдереп, илай-илай донъяға килә.
Бала табыу йорто — ғаиләләрҙе бәхетлерәк, яуаплыраҡ итеп, ата-әсә бурысын йөкмәтеп, бөгөнгө менән киләсәкте тоташтырыусы өмөт күпере ул. Бындағы табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла фәрештәләй күренә, улар миһырбанлыраҡ та, нескә күңеллерәк тә, туғандай яҡын да кеүек. Көтөп алған сабыйыңды тәүге тапҡыр ҡулға алыу бәхетен дә улар һинән алдараҡ кисерә, имен-һау донъяға килеүен күреп ҡыуана, шатлығыңды уртаҡлаша белә.
Өфөнөң иң тыныс, экологик яҡтан именерәк Дим биҫтәһендәге берҙән-бер дауахана бала табыу йорто менән ғорурлана ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН: “Шарттар булдырмаһаҡ, беҙҙә эшҡыуарлыҡ үҫмәйәсәк”Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил институтын ойоштороуҙа Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге төбәк булды. Ярты йыл элек республикала “Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы һәм республикабыҙ Президенты тәҡдиме менән ошо эшкә Р. Ғибәҙуллин тәғәйенләнгәйне. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта нимәләр эшләнде, эшҡыуарлыҡтың “тауышын” власта ишеттеләрме, яңы Вәкил эшҡыуарҙарҙың ниндәй мөһим мәсьәләләрен күтәрә? Бизнес-омбудсмен Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН ошо турала һөйләне.
— Рафаил Вәғит улы, һеҙ Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил итеп тәғәйенләнгән мәлдән алып ярты йыл самаһы ваҡыт үтте. Ошо осорҙа ниндәй эш башҡарылды?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1592 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәмәғәт электрон гәзите” редакцияһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев он-лайн конференция үткәрҙе. Сәғәттән ашыу барған һөйләшеүҙә министр ҡырҡҡа яҡын һорауға яуап бирҙе. Уҡыусыларҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыларын тәртиптә тотоу һәм башҡа мәсьәләләр борсой.
Бөрө ҡалаһында йәшәгән уҙаманды Шәмсетдин күленең ҡороуы хәүефләндерә. Шуға ла ул министрҙан күлде һаҡлап ҡалыу өсөн күрелгән сараларҙың һөҙөмтәләре тураһында һорашты. “Һыу объекттарын реабилитациялау — беҙҙең эшмәкәрлектең яңы йүнәлеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йылда Рәсәй эшҡыуарҙарын байтаҡ яңылыҡтар көтә. Йүнселдәрҙең эшмәкәрлегенә улар ыңғай йоғонто яһармы, әллә киреһенсә булырмы – уныһын ваҡыт ҡына күрһәтер.

Тәмәке менән һыраны киосктан эҙләмә...
Киосктарҙа һыра һәм тәмәке менән сауҙа итеүҙе тыйыу, Пенсия фондына иғәнәләрҙең артыуы, эш хаҡын карталарға күсереү – яңылыҡтарҙың бер нисәүһе генә. Ғөмүмән, был өлкәлә ҡабул ителгән закондар депутаттарҙың был йүнәлештә эшмәкәрлегенең көндән-көн әүҙемләшеүен генә раҫлай. Әҙерләнгән закон проекттары иһә тағы ла әһәмиәтлерәк булмаҡсы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 845 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айырылһа, дәғүә итә алмай

— Яңғыҙ сағымда үҙемә фатир һатып алғайным. Әле кейәүгә сығырға йыйынам. Әгәр буласаҡ иремде фатирымда теркәтһәм, айырылышҡан хәлдә, ул минең торлағыма дәғүә итә аласаҡмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
Федерация Советы “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законды хупланы. Рәсәй Президентында ла хуплау тапҡан осраҡта ул 1 ғинуарҙан көсөнә инәсәк.
Мәғариф министрлығы тарафынан әҙерләнгән документ Дәүләт Думаһы тарафынан 21 декабрҙә һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде. Был документ “Мәғариф тураһында”ғы һәм “Юғары һәм вуздан һуң һөнәри белем биреү тураһында”ғы ике законды алмаштырырға тейеш. Унда белем кимәлдәре, дәүләт (урыҫ) телендә уҡытыу, милли республикалар телендә белем алыу мөмкинлеге буйынса нормалар билдәләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Кушнаренко районы прокуроры Хәбибуллин Илһам Ғәли улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Башҡортостан прокуратураһының енәйәт язаһын үтәүҙең законлылығын күҙәтеү бүлеге начальнигы Ахунов Рәмил Ғәбделислам улына, Бишбүләк районы прокуроры Данилов Александр Анатольевичҡа, Өфө ҡалаһының Киров районы прокуроры Йәркәев Роберт Салауат улына, Башҡортостан Республикаһы прокуроры Хуртин Сергей Анатольевичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ һәм олатайыбыҙ Фәйзуллин Рәшит Хужиәхмәт улын менән әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Закирова Сайма Харис ҡыҙын 85 йәшлек юбилейҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Улар бер-береһен хөрмәт, хәстәрлек менән солғап 58 йыл татыу ғүмер итә. Өлгөлө ғүмер юлы үткән атай-әсәйебеҙҙе быйыл “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнеләр.
Улар 40 йылға яҡын хеҙмәт юлын балаларға белем бирҙе. Әсәйебеҙ “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй тарихы йылы тамамлана. Ул илебеҙҙең дөйөм яҙмышына арналһа ла, 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу иғтибар үҙәгендә торҙо. Йылды лайыҡлы үткәреүгә күптәр үҙ өлөшөн индерҙе. Тарихсылар, яҙыусылар, журналистар, скульпторҙар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар — бөтәһе лә тырышты. Хәҙер иһә йылға йомғаҡ яһарға ваҡыт. Ошо маҡсатта редакцияға йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, хәрби-тарихи реконструкторҙарҙы, тарихсыларҙы саҡырып, “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙек.
Һеҙгә ҡунаҡтарҙы тәҡдим итәбеҙ: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин; Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты, “Өфө пехота полкы” клубы етәксеһе Рәмил Рәхимов; әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, рәссам-педагог, республиканың Хәрби Дан музейы хеҙмәткәре
Ком: 1 // Уҡынылар: 1283 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Рәйлә Рәшит ҡыҙы Латипова үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләй.
1975 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлап, Мәсетле урта мәктәбендә эш башланы, район мәктәптәренең комсомол ойошмаларына етәкселек итеүҙе ышанып тапшырҙылар. Тиҙҙән Лаҡлы ауылы егете, уҡытыусы Данис Латипов менән танышып, донъя ҡорҙо.
Оло ҡыҙҙары Розалия — Малаяҙ башҡорт гимназияһында директор урынбаҫары. Резеда Бөтә Рәсәй балалар үҙәге “Орленок”та — балаларҙың ялын ойоштороусы. Улдары Данир БДАУ-ҙа уҡый.
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына