Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә!“Буйың бигерәк тәпәш, үтә лә сибекһең, һинән ниндәй уҡытыусы сыҡһын, — тип ҡаршы ала бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған һәм тәүге тапҡыр эшкә урынлашырға килгән йәш белгесте Оло Ыҡтамаҡтағы лицей директоры. — Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе оҙон буйлы, бик теремек, шуҡ, һин уларҙы тыңлата алмаҫһың...”

“Улайһа, уны үҙем эшкә алам, — тип әйтеп һала шул саҡ бығаса шым ғына ситтә баҫып торған күрше мәктәп директоры. — Эш буйҙа түгел бит, ә был ҡыҙҙың яҡшы уҡытыусы булып китәсәгендә һис шигем юҡ”. Коллегаһының һүҙҙәрен ишеткәс, лицей директоры ҡыҙға иғтибар менән ҡарап тора ла: “Юҡ, ул беҙҙә уҡытасаҡ”, — тип белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 891 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы (директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илфир Зарипов) "500 ферма" программаһына ингән. Уның Яңы Балтас ауылындағы дүрт һөтсөлөк фермаһы бөгөн совет заманын хәтерләтмәй.
Төҙөлөш һәм үҙгәртеп ҡороу бында ҡыҙыу бара. Декабрҙә 550 баш һыйыр малына иҫәпләнгән өс ферма сафҡа инәсәк. Бынан тыш, заманса механизацияланған бер һауын залы менән быҙаулатыу бүлексәһе лә үҙ ишеген асасаҡ. Төҙөлөш тамамланғас, малсыларға эшләү өсөн уңайлы шарттар буласаҡ. Ашхана, ял бүлмәләре ҡаралған, ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр өсөн айырым йыуыныу бүлмәләре асыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешегә күп тә кәрәкмәйИр йөрәгенә таяныр, тиҙәр. Көслө заттың батырлығы һәм ҡыйыулығы, тау-таш аҡтарырҙай көсө хаҡында, ғөмүмән, ил хәстәренә бәйле фәһемле мәҡәл-әйтемдәр халҡыбыҙҙа ифрат киң таралған. Шөкөр, абруйлы ир-егеттәребеҙ бихисап, уларға ҡарап, күңел ҡыуаныс кисерә. Философия фәндәре кандидаты, Тибет дауалау һәм ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Азат Фәйзуллин — шуға асыҡ миҫал.
Ата-әсәһенең оло хәстәрлеге һәм дөрөҫ йүнәлеш биреүе арҡаһында йәштән үк аҡылды мөмкин тиклем күберәк алып ҡалырға тырыша Азат. Эйе, башта белем тауҙарын яулай. Нисек кенә ауыр булмаһын, күпме генә көс сарыф ителмәһен, алға барыуын дауам итә үҫмер. Һуң Табын ырыуы егеттәре туҡталып ҡала буламы! Тырышлыҡ бушҡа китмәй, бер нисә юғары уҡыу йортонда белем алыу уға артабан ниәттәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн көслө этәргес була, йүнәлеш бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 813 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн бик ауыр килде. Бигерәк тә игенселек тармағында. Рәсәйҙең иң күп икмәк биргән 20 төбәге ҡаза күреүселәр рәтенә индерелеп, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Шул иҫәптән Башҡортостанда ла.

Рәсәй буйынса 5,52 миллион гектарҙа (дөйөм сәсеү майҙанының 7,3 проценты) сәсеүлектәр юҡҡа сыҡҡан. Республикала ҡоролоҡтан 46 райондың, өс ҡала округының 1526 хужалығы ҡаза күргән. Бөтәһе 585 мең гектар сәсеүлек (дөйөм майҙандың 19 проценты) көйөп бөткән. Ил буйынса төбәк аграрсылары 43 миллиард һумлыҡ зыян күреүҙәре тураһында белдерһә, Хөкүмәт ҡаза эҙемтәләрен 6 миллиардҡа баһалаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда ҡошсолоҡ тармағы тотороҡло үҫешә. Фабрика, инкубаторҙарҙан тыш ҙур комплекстарҙың төҙөлөүе шуға миҫал булып тора. Һуңғыһы рәтенә 2014 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ "Башҡорт бройлеры" комплексы ла инә.
Төҙөлөштөң тәүге этабы былтыр уҡ тамамланғайны. Беренсе сираттағы проекттың хаҡы 914,5 миллион һум тәшкил итә. Яңы сыҡҡан себештәр, ҡатнаш аҙыҡ һатып алыу, ветеринар ярҙамы һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн 196,8 миллион һум бүленгән. Төҙөлөштә 2010 йылда уҡ 24 миллион һумлыҡ эш башҡарылғайны.
Проектты "Башҡорт бройлеры" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ иҫәбенә һәм банктан аҡса йәлеп итеп финанслай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көньяҡ Урал таянысыҺикһән йылдан ашыу тарихы булған “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте — Хәйбулла районында урынлашҡан иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе.
1930 йылда руданан алтын айырып алыу фабрикаһында эшләй башлаған комбинат, төрлө йылдарҙа үҫештең төрлө баҫҡысын үтеп, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһының иң тотороҡло һәм перспективалы эшләгән ойошмалары сафын тулыландыра. Комбинатҡа бөгөн йәш һәм дәртле Рөстәм Аблаев етәкселек итә.
Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты республикала ғына түгел, ил күләмендә лә продукцияһының үҙҡиммәте түбәнлеге, ә концентратының юғарылығы менән айырылып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 780 тапҡыр // Тотош уҡырға
Именлек һаҡсылары һөйөнөсөЯңы йыл алдынан Өфөлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Махсус тәғәйенләнешле мобиль отрядында хеҙмәт итеүселәр өсөн 15 ҡатлы дөйөм ятаҡ файҙаланыуға тапшырылды.

Йортто асыу тантанаһында Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Махсус тәғәйенләнешле һәм авиация подразделениелары идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Андрей Тарасов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамырҙарын юллап атайҙың...Бер туған Эрол, Өзәр бейҙәрҙе, Арзу, Ниһаль ханымдарҙы ҡан-ҡәрҙәш тип атауыбыҙ һис юҡҡа түгел: улар аталары тыуып үҫкән Башҡортостан ерен, Әхмәт Мәхмәт улы (Мөхәмәт йәки Мәхмүт булыуы бик ихтимал) тигән уҙамандың эҙҙәре ҡалған, нәҫел-нәсәбе ғүмер иткән башҡорт ерен үҙ күҙҙәре менән күреп танышыу теләге менән республикабыҙға ҡанатланып, аҡ өмөттәр менән аяҡ баҫҡан. "Аталары ни өсөн Ураллы фамилияһын йөрөткән һуң?" тигән һорауға Өзәр бей бына нимә тип яуапланы:
— Атайымдың һөйләгәндәрен, иҫтәлектәрен яҙып бармағаныма бик үкенәм. Ғүмер буйы тыуған ерен, Башҡортостанын һағынып, юҡһынып йәшәне. Кем уйлаған инде, хаҡлы ялға сыҡҡас, атайҙың тыуған төйәге беҙҙе шундай ҙур көс менән үҙенә тартыр тип.
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙең аквапаркка йөрөрбөҙ әлеЯңы йылдың иң беренсе төҙөлөшө, әлегеһенең "аҡһаҡалы" — аквапарк.
Киләһе йылдың 14 февралендә, Ғашиҡтар көнөндә, уның төп аттракциондары ишектәрен асасаҡ. Эйе, һүҙ ҙә юҡ, Өфө, республика халҡы комплекста элегерәк ял итергә тейеш ине, ләкин донъя иҡтисади көрсөгө кеҫәгә һуҡты — 2008 йылда төҙөлөш туҡталып торҙо. Ниһайәт, өс йыл "туңып" торғандан һуң, "РосЕвроДевелопмент" компанияһы ҡайтанан эш башланы.
Аквапарктың дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метр буласаҡ. Алда телгә алған инвесторҙың белгестәре әйтеүенсә, көн һайын 1500 кешене ҡабул итерлек һәм уларға ял ойошторорлоҡ мөмкинлек булдырыу мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙарАрабыҙҙа тыуған еренең ысын хужаһы булған, эргә-тирәләгеләргә хәленән килгәнсә ярҙам итеп, ауырлыҡтар алдында баш эймәй йәшәгән эшҡыуарҙар етерлек. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеһының береһе булған "Уралтау"ға нигеҙ һалған һәм етәкселек иткән Таһир Зарипов хаҡында ла тап шулай тиергә була.
Ирмен тигән ирҙең даны үҙенән алда йөрөй: Таһир Ғафар улы тураһында район хакимиәтендә лә, халыҡтан да тик йылы һүҙҙәр ишеттек. Баҡһаң, ул бөлөп барған колхоздарҙы тергеҙә, үҙ эшсәндәрен диңгеҙ буйына, санаторийҙарға ялға оҙата, мохтаждарға хәйриә ярҙамы күрһәтә.
Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылы егете йүнселлеккә тотонор алдынан 15 йыл урман хужалығында эшләгән, ситтән тороп урман хужалығы техникумын, институт тамамлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 692 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәртәләр хәүефле түгелДәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылы фермеры Илфат Муллагилдин — аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡ етәкселәренең береһе.

– Яҙмышымды ауыл хужалығынан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым, тыуған төйәгем барлыҡ башланғыстарыма көс-дәрт бирә, – ти Илфат Билал улы.
Ул мәктәпте тамамлағас та "Өршәк" колхозында комсомол ойошмаһы секретары булып эш башлай. 1986 – 1988 йылдарҙа ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, ауылда бухгалтер булып эшләгән Нәсимә менән матур итеп донъя ҡора. Етәкселәр егетте ҡуш ҡуллап ҡабаттан эшкә саҡыра. Ул бригадир, ферма мөдире вазифаларын башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 559 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маҡсаттары тормошҡа ашыр“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, үҙ баҫыуҙарында иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу маҡсатында төрлө ысул ҡулланып эш итеүе менән республикала ғына түгел, хатта бөтә донъяға билдәле.
Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламовтың тырышлығы менән хужалыҡта йылдың-йылы техника паркын яңыртыу бара. Бөгөн хужалыҡтың баҫыуҙарында, малсылыҡта тиҫтәләгән яңы сит ил техникаһы эшләүендә һәм тармаҡтың заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителеүендә, һис шикһеҙ, етәксенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
РФ Президентының 2008 йылдың 28 апрелендәге 607-се Указына ярашлы, йыл һайын урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең йоғонтололоғо мониторингы үткәрелә. Ошо йүнәлештә Күгәрсен районының ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшеүенә күҙ һалайыҡ.
Уҙып барған йылда төрлө категориялағы ойошмалар тарафынан 1564 миллион һумлыҡ тулайым продукция етештерелгән, шуның 27 проценты ауыл хужалығы предприятиелары өлөшөнә тура килә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының да өлөшө ярайһы уҡ тос — 6 процент.
Ком: 0 // Уҡынылар: 468 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ мәнфәғәтен яҡлайБаймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовтың бындай баһаға лайыҡ булыуы юҡҡа түгел.
Киң эрудициялы, заманса ҡарашлы, үҙенең эш алымдары менән төбәктә генә түгел, республикала ла билдәле булған тәжрибәле етәксе һанаулы ғына ваҡыт эсендә райондың төрлө яҡлап үҫешен тәьмин итеүгә өлгәште. Бығаса төп социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса артҡа тәгәрәгән төбәк һуңғы ике йылда яңы һулыш алды, район хакимиәтенең маҡсатлы эше, республика Хөкүмәтенең ярҙамы менән ғәйәт ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәште. Бөгөн районда бихисап етештереү объекты төҙөлөүе һәм файҙаланыуға тапшырылыуы, Баймаҡ ҡалаһында торлаҡ, социаль әһәмиәттәге биналар һалыныуы — быға асыҡ миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала ҡабул ителгән "500 ферма" программаһы Башҡортостандың аграр сәйәсәтендә мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. 2012 – 2016 йылдарҙа уға ярашлы төбәктә кәмендә 500 һөтсөлөк фермаһы төҙөләсәк һәм үҙгәртеп ҡороласаҡ.

Ошо осорға һауымды кәмендә 30 процентҡа арттырыу (йылына һәр һыйырҙан уртаса 4500 килограмм), 25 мең баш тоҡомло үрсем алыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа күтәреү (һәр эшсе 700 мең һумлыҡ продукция етештерәсәк) һәм малсыларҙың эш шарттарын яҡшыртыу, технологияларҙы яңыртыу, йәш белгестәрҙе ауылға йәлеп итеү кеүек бурыстар билдәләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 840 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 30 Алға
Бит башына