Бәләгә тарығандар ярҙамһыҙ ҡалманы28 ғинуарҙа Бәләбәй районының Приют ҡасабаһынан аяныслы хәбәр килде: торлаҡ йорттарҙың береһендә газ баллоны шартлаған, 16 фатирлы ике ҡатлы йорт ҙур зыян күргән.
Асыҡланыуынса, фатирҙарҙың береһендә ремонт яһағандар, эшселәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпле, биш кеше ғүмере менән хушлашҡан, бер нисәүһе ауыр тән йәрәхәттәре алған.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов зәһәр ҡыш уртаһында бәләгә тарыған, торлаҡһыҙ тороп ҡалған кешеләрҙең проблемаһын иғтибарға алды, ҡасабала бер нисә ай эсендә өр-яңы йорт төҙөләсәге мәғлүм булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыйыуҙар — беҙҙең аралаЙәйҙең иң матур көндәрендә халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын Ишембай районының Кесе Байыҡ ауылында йәшәүсе өс туған ағалы-ҡустылы 13 йәшлек Айнур Ғәлиев менән 16 йәшлек Илшат Мөхәмәтшин тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Ял көндәрендә ауыл эргәһендәге быуа янында алма төшөрлөк тә урын булмай. Ниңәлер өлкәндәр ете һәм биш йәшлек балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырған була. Тегеләр иһә оҙаҡ уйлап тормай, тын тултырмалы матрасҡа ултырып йөҙөп тә китә. Балаларҙың күл уртаһына барып еткәнен ярҙағылар аптырап күҙәтә. Ҡапыл көслө ел иҫеп, матрасты түңкәрә. Балалар бата башлай. Илшат менән Айнур беренселәрҙән булып һыуға һикерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
Биш “алтын”лы ОксанаАлтын, алтын, рекорд… Ана шулай еңеү артынан еңеү менән бөтә донъяны таң ҡалдырҙы XIV йәйге Паралимпия уйындарында Башҡортостан ҡыҙы Оксана Савченко. Һөҙөмтәлә рәсәйҙәр яулаған 36 алтын миҙалдың бишәүһе – уныҡы. Ул дүрт донъя рекорды ҡуйҙы. Лондонда яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығын бер кем дә ҡабатлай алманы.
Оксана 1990 йылда Петропавловск-Камчатский ҡалаһында донъяға килә. Тыумыштан глаукома сирле була. Табиптар сабыйҙың күҙенә бер нисә тапҡыр операция эшләй һәм уң күҙен булһа ла һаҡлап ҡала. Биш йәшендә ҡыҙҙы әсәһе тәүге тапҡыр бассейнға алып килә. Шунан башлана ла инде Оксананың оло спортҡа юлы. 2003 йылда ул донъя беренселегендә үҙенең тәүге алтын миҙалын яулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңышының сере — ғаиләһендәСиләбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе боксёр, Европа һәм донъя чемпионы Денис Шафиҡов сит ил рингтарына боронғо башҡорт кейемендә — елән менән ҡамсат бүректә сыҡһа, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Ошо күркәм ҡиәфәте өсөн уға профессиональ бокстағы йола буйынса “Сыңғыҙхан” тигән ҡушамат биргәндәр.
27 йәшлек билдәле спортсы, профессиональ утыҙҙан ашыу кимәлдәге алышта ҡатнашып, береһендә лә һыр бирмәгән әлегә. 2012 йыл егет өсөн айырыуса уңышлы булды. Ҡыш — Бөйөк Британияла “Абердин үлтереүсеһе” ҡушаматлы шотланд Ли МакАллистерҙы, яҙ Өфөлә уҙған алышта Куба итальяны Брунет Замораны еңеп ҡыуандырҙы. Яңы йыл алдынан көйәрмәндәренә йәнә бер бүләк яһаны Денис: Африканың 29 йәшлек спортсыһы Альберт Менсыны йығып һалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө — донъя спорты үҙәгеБер ҙә шаштырмай әйтергә була: сентябрҙә баш ҡалабыҙ өс көнгә донъя спорты үҙәгенә әүерелде — Өфөлә Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелде. Бәйгелә 16 ил командаһы ҡатнашты. Иң ҙуры — Рәсәйҙеке. Бынан тыш, Австралия, Австрия, Болгария, Чехия, Эстония, Украина, Финляндия, Һиндостан, Венгрия, Латвия, Румыния, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр ҙә көс һынашты.
Чемпионат программаһына ҡатнаш эстафета, спринт, персьют индерелгәйне. Стартҡа йәштәр һәм өлкәндәр командалары сыҡты. Биатлон “йондоҙҙары” — Украинанан Вита Семеренко, Австриянан Алексей Альмуков, Ҡаҙағстандан Галина Вишневская һәм Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙары Антон Шипулин, Ольга Зайцева һәм Алексей Волковтың ҡатнашыуы бәйгегә мәртәбә өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 496 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батыры бар был илдеңНоябрь айында Билбау көрәше буйынса донъя кубогы өсөн 22 илдән килгән йөҙҙән ашыу спортсы көс һынашты.
Өс көн буйы дауам иткән алыш үтә көсөргәнешле барҙы. Шулай булмайса! Яуаплы бәйгегә һәр ил үҙенең иң көслө егет-ҡыҙҙарын ебәрергә тырышҡан.
Финалда 90 килограмға тиклем ауырлыҡтағылар араһында келәмгә Рөстәм Исламов менән Үзбәкстан ҡунағы сыҡҡас, зал йәнләнде. Алдағы алыштарҙа уларҙың көсөн тоҫмаллап өлгөргән көйәрмәндәр, кемегеҙ көслөрәк булыр тигәндәй, көрәшселәргә төбәлде. Кемдеңдер:
– Рөстәм, әйҙә, еңәһең, – тип һөрәнләүен башҡалар йөпләп алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Замана йырсыһыЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы “Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” тигән альбом-китап донъя күрҙе.
Был үҙенсәлекле баҫмала шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре менән бергә көндәлектәренән өҙөктәр, автографтары, замандаштарының бағышлауҙары, архив документтары, ғаиләһенән алынған фотоһүрәттәр тупланған.
Әлегә тиклем бындай йыйынтыҡтың донъя күргәне юҡ ине беҙҙә. Ошоғаса күренекле шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Фәриҙә Ҡудашева һәм башҡалар тураһында сығарғандарынан ул йөкмәткеһе, күләме, биҙәлеше, сифаты менән дә күпкә айырылып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1011 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туғандарҙы йыйҙы “Туғанлыҡ”Был байрамды баш ҡалабыҙ һағынғайны. Тирә-яҡты моңға күмеп, дәртле көй ағыла. Ә бында йыйылған һәр халыҡтың төрлө милли кейеменә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Шуға ла Өфөләге Салауат Юлаев майҙаны мең төҫтәге күбәләктәр уйынын хәтерләтә ине...
Ана шулай башланып китте төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” V Халыҡ-ара фестивале. Унда “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, төрки илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл баш ҡалабыҙҙағы, “Аҡбуҙат” ипподромында тәүге тапҡыр ойошторолған “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге” фестивале республиканың барлыҡ район вәкилдәрен дә йыйғайны.
Сара программаһына ярашлы, XII республика умартасылар һәм VI республика “Йәш умартасы” конкурстары үтте. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған оҫталар таһыллығын һынағансы, “Баллы Башҡортостан” тигән йәрминкә рәттәрендә сауҙа ҡыҙҙы. Балдың ниндәйе генә юҡ! Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, солоҡ балы, төҫө-тәме лә – төрлөнән. Хаҡтар ҙа бер иш түгел: килограмы өсөн 400-ҙән алып 2000 һумға тиклем ине (өс литрлыҡ банкаһы 1200 һумдан 10 000 һумғаса).
Ком: 0 // Уҡынылар: 895 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең өсөн үҙ кешеБеҙҙең редакция уҙғарған һәр кисәлә тиерлек Өфө ҡалаһындағы 77-се почта бүлексәһенең уңған почтальоны Рәхилә Ғәлимйәнованы күреп өйрәнгәнбеҙ.
Мәҫәлән, күптән түгел, "Башҡортостан" гәзитенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу йәһәтенән ярҙамын бигерәк тә ныҡ тойҙоҡ, бынан тыш, матбуғат байрамдарында, бүтән ваҡытта ла ул гел беҙҙең менән. Сараның ҡайҙа ғына үтеүенә ҡарамаҫтан, ул шул ергә иң беренселәрҙән килеп, үҙенә өҫтәл хәстәрләй. Халыҡ араһында йыш йөрөгәс, күптәр менән танышлыҡ булдырған, үҙ туғанылай күрәләр хатта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 44 Алға
Бит башына