Вирустарҙың бирешергә иҫәбе юҡҒинуар айы ҡыш миҙгелендә кемдең “хаким” булыуын яҡшы һиҙҙертте. Берсә ҡар юрғандары, өйөрмәле бурандары, берсә ыжғыр һыуыҡтары менән иҫтә ҡалған йыл башы һағындырыр әле...
Тик шуныһы: ошо осорҙа һәм яҙға табан киҫкен вируслы сирҙәрҙең ҡотороуы күптәрҙе аҡ миҙгелдең матурлығына һоҡланыуҙан, саңғыла елеүҙән, тәбиғәт ҡосағында булыуҙан ваҡытлыса мәхрүм итеүе кәйефте ҡыра. Эпидемик хәлдең торошо менән танышыу өсөн Өфөнөң Киров районындағы 1-се ҡала поликлиникаһына юлландыҡ.
...Биш ҡатлы поликлиниканың ишеге ябылмай ҙа тиерлек. Вестибюль ҡырмыҫҡа иләүе менән бер, халыҡ мыжғып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етәксенең ете уйыРеспубликабыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Йәрмөхәмәтов ошо көндәрҙә үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Форсаттан файҙаланып, уның хеҙмәт юлына байҡау яһаныҡ, уй-фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Бөгөнгөһө:
Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш төбәктә фән һәм мәғариф үҙәгенә әйләнеүенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа филармония, “Сулпан” балалар театры, сәнғәт колледжы, төбәк яҙыусылар ойошмаһы ойошторолдо, “Атайсал” гәзите сыға башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1381 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйҙең моңо әйҙәйИшле ғаиләлә өләсәһе Хапазаның әкиәттәрен, мөнәжәттәрен, риүәйәттәрен тыңлап үҫкән Зөләрәм. Бала сағындағы ошо моң, рух күңеленә мәңгелеккә уйылған.
Бындай тәрбиә уҡығанында ла дауам итә: Зөләрәмгә Раевка башҡорт мәктәп-интернатында талантлы педагог, республикала танылыу яулаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Т.Ш. Ғәбитованан белем алыу бәхете насип була. Ҡыҙҙа остазы кеүек булыу теләге уяна. Маҡсаты тормошҡа аша уның: юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алып, Дәүләкән ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә эш башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1284 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухтан яралған уңышХеҙмәт юлын еңел генә башлау мөмкин түгел. Алға ҡыйыу атлау өсөн яныңдағыларҙың ярҙамы, кәңәштәре, ышанысы мөһим.
Ошо йәһәттән Нәзилә Мырҙаҡованың бәхетенә һоҡланырлыҡ. Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Күмертауға эшкә ебәрелгән Баймаҡ ҡыҙын тәүге эш урынында ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Рухы ташып торған йәш белгесте ҡаланың 5-се мәктәбендә асылған башҡорт класына уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Әлегә тәжрибәһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, ныҡышмал, тәүәккәл Нәзилә Йыһангир ҡыҙы ең һыҙғанып эш башлай. Ә ҡаршылыҡтар ифрат күп, башҡортса дәреслектәрҙең етешмәүе айырыуса бәкәлгә һуға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң ҡәҙерлеһе — туғандарыңБалаларға кесе йәштән үк ғаилә, олатай-өләсәй, атай-әсәй, атай-апайҙың иң ҡәҙерлеһе, яҡыны икәнлеген аңлатып үҫтереү мөһим. Был йүнәлештә ойошторолған иң сағыу сараларҙың береһе — Шәжәрә байрамы.
Беҙ уны балалар баҡсаһында йыш үткәрәбеҙ. Кескәйҙәр тәүҙә ата-әсәһенең, туғандарының исемен әйтергә, үҙе менән таныштырырға өйрәнә. Унан быуындар бәйләнеше, нәҫел ебе кеүек төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Ошо ваҡытта уҡ сабыйҙың күңелендә өлкән быуын кешеләренә ихтирам тойғоһо арта, ғаилә тарихына ҡыҙыҡһыныу уяна.
Шәжәрә байрамдары йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә. Ата-әсәләрҙең дә был сараға етдиерәк ҡарай башлауы һөйөнөслө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Закон әҙер. Ул нисек тормошҡа ашырылыр?Ил Президенты Владимир Путин "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Законға ҡул ҡуйҙы. Өс йыл тирәһе йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә булған, ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырған документ, ниһайәт, әҙер булды. Ул быйыл 1 сентябрҙән көсөнә инә.
1992 йылғы Законды алмаштырған яңы ҡанун ниндәй үҙгәрештәр вәғәҙә итә? Халыҡтың теләк-тәҡдиме иҫәпкә алындымы? Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, белем алыу ябай халыҡ өсөн буй етмәҫлек кимәлгә күтәрелә тип борсолорға урын бармы, ул йәмғиәттең миҙгел һайын үҙгәреп торған талаптарына яуап бирәме, милли телдәрҙең киләсәктә уҡытылыуын һәм һаҡланыуын гарантиялаймы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижадында  — ихласлыҡРайон үҙәкләштерелгән китапханаһының эшмәкәрлеге күп яҡлы. Бында күренекле шәхестәр, яҡташтар менән осрашыуҙар, иҫкә алыу кисәләре йыш була. Күптән түгел Шәммәт ауыл клубы мөдире Анфиса Шәйемованың "Булған хәлдәр" китабының исем туйы үтте. Унда авторҙың ижадын һөйөүселәр, дуҫтары, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары килгәйне.
Анфиса Шәйемова Аҡкүҙ ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң, ситтән тороп Өфө китапханасылар техникумын тамамлай. 1982 йылдан алып Шәммәт ауыл клубы мөдире вазифаһын башҡара. Береһенән-береһе йөкмәткеле саралар үткәргән, үҙ хеҙмәтен намыҫ менән башҡарған мәҙәниәт хеҙмәткәрен ауылдаштары, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1104 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Киләсәккә ышаныс менән ҡарайым”Нефтекама дәүләт филармонияһы — республикалағы филармониялар араһында иң йәше. Ул яңыраҡ үҙенең 15-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫты. Эйе, 15 йыл тарих өсөн әллә ни ҙур арауыҡ түгел, әммә ул коллектив өсөн онотолмаҫлыҡ, сағыу миҙгелдәргә бай. Филармония ошо йылдарҙа олпат юбилярға тиңләшерлек ҡаҙаныштар һәм танылыу яуланы. Сер түгел, мәҙәниәт усағының үрҙәр яулауында етәксенең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Нефтекама филармонияһы был йәһәттән бәхетле. Уны мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә билдәле шәхестәр етәкләне. Бөгөнгө директор Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев тә —филармонияның киләсәге, артистары өсөн янып йәшәгән шәхестәрҙең береһе. Ул ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын — 60 йәшен билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1258 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте республика бюджетының һалымдан алынмаған килемдәрен Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең яңы программаһы иҫәбенә арттырыуға иҫәп тота. Шул маҡсатта яңы ҡабул ителәсәк программаның проекты тикшереүгә сығарылды.
– Әлеге программалар киләсәктә һөҙөмтәле тормошҡа ашырыла ҡалһа, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә, республика бюджетына һалымдан алынмаған килемдәр ыңғай йоғонто яһаясаҡ, – тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә килемдәрҙең был өлөшөн, һис һүҙһеҙ, тиҙ арала үҫтерергә кәрәк.
Былтыр дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыу һәм һатыу һөҙөмтәһендә бюджетҡа 12 миллиард һум аҡса ингән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1071 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Урал батыр" эпосы — милләтебеҙҙең рухи хазинаһы. Шундай әҫәребеҙ булғанға, сикһеҙ ғорурбыҙ. Ул хәҙер донъя кимәленә сыҡты тип әйтергә мөмкин: бер нисә телгә тәржемә ителеп, китап булып баҫылды.
Эпосыбыҙға йәш быуын да битараф түгел. Уларҙың араһында әҫәрҙе ятлау буйынса бәйгеләр ойошторола, еңеүселәр билдәләнә. Шуныһы мөһим: уны хәҙер 12 телдә ятлайҙар. Тимәк, рухи хазинабыҙ сит тарафтарҙа ла танылыу яулай. Ғорурланырлыҡ бит!
Әммә күптән түгел ишеткән һүҙ "миҙал"дың икенсе яғының барлығына ышандырҙы.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36 Алға
Бит башына