“Өфөнән Көсөгәнгә күскәнемә үкенмәйем”Өфө һынлы ҡаланы ҡалдырып, ауылға йәшәргә ҡайтҡандар тураһында күптәр "вәт, ахмаҡ", бәғзеләре "бурысҡа батҡандыр" тип уйлайҙыр, моғайын. Ысынлап та, оҙаҡ йылдар ҡалала көн иткән, үҙ фирмаһын булдырып, уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барған кеше хаҡында тәүҙә миндә лә ошондай фекер тыуғайны. Әммә крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторған Руслан Булатовты күреп, уның эше менән яҡындан танышҡас, уйымдан кире ҡайттым. "Маладис"тан башҡа һүҙ тапманым, һәр кемгә ҡалала йәшәргә тимәгән бит.
Егет шау-шыулы ҡаланан һуң ауылды үҙ итеүенә һис үкенмәй, киреһенсә, күптән тыуған яғыма ҡайтырға кәрәк булған, тип иҫәпләй.
– Ҡала тормошо унда йәшәмәгәндәргә ҡыҙыҡ, матур булып күренә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала буйлап “шыуышып”...“Аждаһаға бөгөн рәхәт, йыл буйына тырышып эшләне лә әле килеп ял итә. Эштәре лә, уй-хыялдары ла тормошҡа ашты уның. Миңә лә һынатмаҫҡа кәрәк, тотош бер йылды ышанып тапшырҙылар бит. Урамға сығып, халыҡтың хәл-әхүәлен белеп киләйем булмаһа, донъяла ниндәй үҙгәрештәр бар икән?” Йылан шулай һөйләнә-һөйләнә йылы ғына түшәгенән тороп тәҙрәгә баҡты.

Ә урамда шундай күңелле: бар тирә-яҡ, ағастар ҙа аҡ ҡар аҫтында ҡалған. Аждаһаны оҙатыуға дүрт көн үтеп тә киткән икән дә баһа. Былай илдә, республикала, ғөмүмән, бөтөн донъяла тыныс, халыҡ йылдағыса ун көнләп ялда. Балаларҙың да ҡышҡы каникулы дауам итә. Әйҙә, ял итһендәр, тырышып эшләнеләр ҙә, уҡынылар ҙа — батырға ла ял кәрәк бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 578 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡҡа өмөт бағлайбыҙЯңы йыл алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Стәрлетамаҡ-Арена” тип аталған яңы спорт һарайында булды. Уны төҙөү 2007 йылда башлана, әммә тиҙҙән туҡтап ҡала. 2011 йылда Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса эш яңыртыла.

Ике ҡатлы бинала 2500 урынлыҡ тамаша залы менән боҙ аренаһы, спорт майҙансығы, кейем алмаштырыу һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, бокс, көрәш залдары, тренажер үҙәге урынлашҡан. Объекттың смета хаҡы 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Универсаль спорт комплексы хоккей, фигуралы шыуыу, мини-футбол, баскетбол, волейбол буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн бөтә нормаларға тап килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 917 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡот ҡойҙороуКит инде, кит! Тамам тәҡәтен ҡоротто бит Өммөгөлдө ҡата башындай был малай. Шул тиклем дә яман ауыҙ, илаҡ бала булыр икән. Көн тимәй, төн тимәй, оло ауыҙын күтәреп, һажлауҙан башҡаны белмәй. Бер көндә таныштары, мужыт, ҡото осҡандыр, фәлән ауылда ҡот ҡойҙороу менән булашҡан әбей йәшәй, апарып ҡарағыҙ, тигәйне. Был кәңәшкә Өммөгөл ҡыуанып бөтә алманы. Кит, хыялый баш, нишләп күптән башыма килмәгәндер, кәнишне, ҡото ғына осҡан, башҡа чуртым ғына булһынмы!
Бөгөн шул ҡарсыҡҡа барып ҡайтырға уйлағайнылар. Тик бына берәй сәғәттән әйләнермен, әҙерләнеберәк тор тигән Тәлғәте генә сығып китте лә һыуға төшкән кеүек ғәйеп булды. «Ир ишараты, ҡайҙа олаҡты икән!» Үҙ алдына енләнә-енләнә бер тәҙрәнән икенсеһенә йүгергеләгән Өммөгөлдөң талағы алҡымына тығылды.
Ком: 2 // Уҡынылар: 972 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағыуы... файҙалыТелевизорҙан тапшырыу бара. Бер ҡатын көршәккә һалынған күҙлекле йылан (кобра) менән тамаша күрһәтә. Халыҡ күп йыйылған. Бына ул һыбыҙғыһын һыҙғырта башлай. Ә йылан, шуны ғына көткәндәй, «бейергә» керешмәһенме!
– Атай, атай, ҡара әле, йыланды музыкаға бейетәләр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Айрат.
Марат ағай – мал табибы. Йәнлектәр, ҡош-ҡорт тураһында ҡыҙыҡлы китаптары күп уның. Шуғалырмы, белмәгәне юҡ. Ауылда «аяҡлы энциклопедия» тип йөрөтәләр үҙен.
– Кит, йүләр, юҡты һөйләйһең, – тине ул, йылмайып. – Белгең килһә, йыландарҙың ишетеү һәләте бөтөнләй үҫешмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беләһеңме?Донъяла иң ағыулы йыландар – Австралия юлбарыҫ йыланы, тайпан, үлемесле йылан, Азия королева кобраһы, Африка мамбаһы, Америка шалтырауыҡлы йыланы.
Йыл һайын ағыулы йыландар тешләүенән донъяла 30 меңләп кеше үлә. Шуның иң күп өлөшө Бирмаға тура килә, икенсе урында – Һиндостан, өсөнсөлә – Шри-Ланка. Ә Европала бер нисә йылға бер кеше вафат була. Урта Азияла йылына 12 кеше йылан сағыуынан яҡты донъя менән хушлаша.
1895 йылда Париждың Пастер институтында йылан ағыуына ҡаршы тәүге сыворотка эшләнә. Хәҙер ул меңәрләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл алды, ял көндәрендә спорт һөйөүсе барса халыҡ, көйәрмәндәр, моғайын, йәштәр командалары араһындағы хоккей буйынса донъя чемпионатын күҙәткәндер. Көтөп алған был сарала һәр ил үҙенекен боҙ батыры итеп күргеһе килде, фараз ҡылды.
Бындай чемпионаттарҙа үҙҙәрен танытып өлгөргән, бер нисә тапҡыр “алтын”ды ла эләктергән Рәсәй командаһын сит ил тренерҙары, көйәрмәндәр уйындың төп призына дәғүәсе итеп күреүен йәшермәне. Әммә донъя күләмендәге ҙур ярышҡа иң-иңдәр генә килеүен дә иҫтән сығарырға ярамай. Шулай булғас, алдан уҡ алыштарҙың ҡыҙыу, етди буласағын тоҫмаллауы ауыр түгел ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 635 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр командалары араһындағы хоккей буйынса донъя чемпионатының иң мөһим көнө — “бронза” өсөн ярыш һәм финал алдынан Конгресс-холда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.
Сараға Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк һәм башҡа рәсми кешеләр саҡырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһында (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, тел/факс: 251-64-39) федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары вәкилдәре граждандарҙы ҡабул итә:
9 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль дәүләт хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәхретдинова Ригина Фәһим ҡыҙы;
10 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Башҡортостан Республикаһы Прокурорының өлкән ярҙамсыһы Алмаҡаев Нәркис Фәдис улы;
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә:
“2012 йыл беҙҙе тағы ла нығыраҡ тупланы, яуаплыраҡ һәм көслөрәк итте. Беҙ яҡшы эшләнек, һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәштек. Республика Рәсәйҙең иң уңышлы төбәктәре иҫәбенә ышаныслы инә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Хеҙмәтегеҙ, түҙемлек, оптимизм, ныҡышмалылығығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ республикалағы тормошто яҡшыртыу өсөн артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына