Тормош именлеге — егәрлеләр ҡулындаАуылығыҙҙағы берәй эшҡыуар тураһында мәҡәлә әҙерләргә ине, тигән теләк белдергәс, урындағы хакимиәт вәкилдәре лә, бүтәндәр ҙә бер тауыштан: “Ана, Ҡунаҡбаевты яҙығыҙ. Эше уңышлы бара, ауылға ярҙамы ҙур, үҙе хәтәр шәп кеше”, — тине.

Ишембай районындағы Ҡолғона — иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Унда барып етер өсөн үргә ҡарай асфальтһыҙ юлдан сәғәт ярымдан ашыу күтәрелергә кәрәк. Тау-урман араһында тәбиғәт ҡырыҫыраҡ, халыҡ та үҙенсәлекле кеүек.
Эшҡыуар йәшәгән урын әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҙур йорт, киң ихата. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр, бында ла күркәм ҡапҡа-ҡоймалар булдыҡлы ғаилә йәшәүе тураһында һөйләй. Йортҡа ингәс, быға тағы бер ҡат инандыҡ. Яландай иркен, ете бүлмәле өй зауыҡ менән йыһазландырылған, тап-таҙа, йылы һәм яҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тарлауыҡты ҡурсалау киң мөмкинлектәр асты”“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы ошо көндәрҙә 15 йыллығын билдәләй. Гәзит уҡыусыларҙы уның тарихы, бөгөнгөһө менән таныштырыу маҡсатында парк директоры Илдус Аллағужин менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Илдус Хөрмәт улы, башта парктың нисек ойошторолоуы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
— 1995 йылда Күгәрсен районы хакимиәте республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Оло Эйек йылғаһы буйындағы Мораҙым тарлауығына антропоген баҫым яһалыуы, шулай уҡ был тирәлә малсылыҡ фермаларының күпләп урынлашыуы арҡаһында уға ҡурҡыныс янауы өсөн борсолоу белдереп хат яҙғайны. Үҙ сиратында министрлыҡ районға урындағы хәл-торошто тикшереп, һығымта яһар өсөн комиссия ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1161 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ дәресендәЙәштәрҙе ауылда ҡалдырыу өсөн ауырғазылар төрлө сара күрә. “Йәнле ауыл” проектына айырыуса ҙур өмөт бағлайҙар. Район хакимиәте башлығы Марат Ишемғоловты эш урынында тап итә алмауыбыҙ ҙа шуға бәйле ине. “Ул һәр шаршамбы шәхси хужалыҡ тотоусыларға һәм фермерҙарға дәрес уҙғара. Бөгөн дә шунда барырға тейеш”, — тинеләр хакимиәттә. Марат Баязит улын, ысынлап та, 82-се һөнәрселек лицейында сығыш яһаған сағында осраттыҡ. Заман фермеры мәктәбендә ишеткәндәребеҙ барлыҡ район етәкселәренә һәм ауыл халҡына файҙалы булыр.
Сауҙа — үҙе бер фән
— Бил бөгөп эшләүселәр менән әҙерҙе көтөүселәр һәр заманда йәнәш йәшәй. Һуңғы йылдарҙа илдә тәүгеләре һирәгәйә башланы, — тип дәресте асты Марат Баязит улы. — Бында йәмғиәт үҙе ғәйепле: балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирелмәй, уғрылыҡ, хәйерселек көсәйә, йәштәр, ауылда эш юҡ тип, ҡалаға ынтыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 940 тапҡыр // Тотош уҡырға
БүләкбайТөн уртаһы етте, ә Шакирҙы һаман йоҡо алмай. Уйлана ла уйлана ул. Бигерәк тә ҡустыһы өсөн борсолоуы тынғы бирмәй. Ана бит, йүткерә лә йүткерә бәләкәс. Етмәһә, туҡтауһыҙ илай. Сәғәттән ашыу инде. Әсәһе лә йоҡлай алмай: бәпесенә дарыу эсереп тә, шешә менән һөт имеҙеп тә ҡарай. Атаһы күптән ятҡан, башҡаларҙың тынысланмауына һуҡранып бер була: «Йоҡо буламы бөгөн, юҡмы? Мәлһеҙ ҡуҙғатып кешене, тапҡан бит ауырырға ваҡыт! Бында килмәһәк, бала ла сирләмәҫ ине. Рәхәтләнеп үҙ өйөбөҙҙә Яңы йыл ҡаршылап ултырыр инек бына!..»
…Улар ауылға бөгөн иртәнсәк килеп төштө. Шакирҙың өләсәһе – әсәһенең әсәһе – ауырып киткән дә ҡайтыуҙарын һорап шылтыратҡайны. Ҡала алыҫ түгел, сәғәт ярымда килеп тә еттеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫке Ҡамышлы яңырҙыЯңы йыл алдынан ниндәйҙер мөғжизә көтөргә күнеккәнбеҙ. Илаһи ҡөҙрәткә ышанғандары ла, ышанмағандары ла була. Кушнаренко районының Иҫке Ҡамышлы ауылы халҡы бынан һуң мөғжизә барлығына тамсы ла шикләнмәҫ, моғайын. Шулай булмай ни!

Яңы йылды ҡаршыларға йөрөгәндә генә мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто һәм китапхана, төҙөкләндерелеп, үҙ ишектәрен асты. Бер юлы мөһим мәғариф усаҡтарының, ял үҙәгенең сафҡа индерелеүе ауыл халҡы өсөн оло шатлыҡҡа әүерелде. Ҡамышлыларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Алмас Йосопов, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡултамғалар йыйҙыҡ та ул...2012 йыл Рәсәй һәм республикабыҙ тарихында мөһим урын алған ике ҙур ваҡиға менән халыҡ хәтерендә уйылып ҡалды. Беренсеһе — ил Президенты йылды “Рәсәй тарихы йылы” тип иғлан итеүе уңайынан киң ҡоласлы саралар уҙғарылды. Икенсеһе — данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 70 йыл тулыу айҡанлы, уның легендар командиры генерал Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исеме биреү өсөн бөтә ил буйынса ҡултамғалар йыйыу дәррәү барҙы. Был акцияға мин дә ҡушылып, ауылыбыҙҙан 426 имза тупланым һәм дивизияның Өфөләге Дим биҫтәһендә урынлашҡан музейына ебәрҙем.
Минеңсә, “ҡултамғалар йыйҙыҡ та, эшебеҙ бөттө” тип ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, данлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш бабай өйгә килдеТылсымлы Яңы йыл байрамын кескәй йөрәктәр бигерәк тә ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, күңел йылыһын таратыусы был байрамдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы бер ҡасан да ситтә ҡалмай, һәр Яңы йылдағыса, балаларға күтәренке кәйеф өләшә. Театр сәхнәһендә тылсымлы әкиәт һәм аҙаҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы мажаралы тамаша ойошторола. Ә иң мөһиме — театрға килә алмаған, мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өйҙәренә барып ҡотлай.
Быйыл да хәйриә акцияһы уҙғарылды: Яңы йыл геройҙары инвалид балаларҙы байрам менән тәбрикләп, матур бүләктәр тапшырҙы. Ҙур йомшаҡ уйынсыҡ-муҡса эсенә төрлө тәмлекәс тултырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1084 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мысырға ҡыҙыҡмағыҙ2012 йыл “Красноусол” шифаханаһы өсөн айырыуса уңышлы булды: ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә алтын миҙалдар яуланы, яңы хеҙмәттәр күрһәтә башланы, ял итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты, сит илдәрҙән дә байтаҡ ҡунаҡ килде.

Директор Фаяз Мәжитовтың әйтеүенсә, былтыр шифаханала 20 мең кеше ял итеп, сәләмәтлеген нығытҡан. “Красноусол” күптән инде сит тарафтарға билдәле. Мәҫәлән, үткән йәй был хозур урынға Һиндостан менән Афғанстандың абруйлы делегациялары, Финляндияның Рәсәйҙәге вәкиллеге атташеһы Кирси Попова килеп ҡайтҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр төрлө бәлә-ҡазаға бай булған, ҡоролоҡло йәйе менән бәкәлгә һуҡҡан 2012 йыл – ысын мәғәнәһендә Кәбисә йылы – тарихта тороп ҡалды. Матбуғат даирәһе өсөн дә еңелдән булманы ул. Аҙыҡ-түлектең генә түгел, рухи аҙыҡтың да хаҡы йылдан-йыл, айҙан-айға ҡиммәтләнә барыуы әкренләп мәҙәни-рухи донъябыҙҙың ярлыланыуына килтерә.
Бынан ике-өс тиҫтә йыл элек гәзит-журнал алдырмаған ғаиләләрҙе эҙләп табыу мөмкин булмаһа, бөгөн иһә был тәңгәлдә хәл киреһенсә. Күп ауылдарыбыҙҙа республика матбуғатын алдырған ғаиләләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Гәзит-журналға яҙылырға аҡса юҡ бит тип зарланыусыларҙың һүҙенә ышаныу мөмкин түгел. Ҡайҙа ҡарама: кемдер йорт күтәрә, кемдер машина ала, кемдер, тиҫтәләгән баш мал аҫрап, шәхси донъяһын бөтәйтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юғары уҡыу йортона имтихан биреү мәле ауыр осор булараҡ хәтергә уйылып ҡалған. Райондарҙан маҡсатлы йүнәлтмә менән килеүселәргә көнләшеп тә ҡуя торғайныҡ, сөнки ундай абитуриент, һынауҙы түбәнерәк билдәгә үтһә лә, уҡырға инде тигән һүҙ. Беҙгә иһә өс имтиханды ла мотлаҡ “биш”кә бирергә кәрәк ине. Бәхет йылмайған кешенең юғары белем аласағына ышанысы бар ине. Әммә күптән түгел күрше төбәктәр ошо йүнәлтмәнән баш тартҡан. Башҡортостанда был йәһәттән хәл нисек?
Ком: 0 // Уҡынылар: 823 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына