Бүләктең дә ниндәйе!Өфө ҡала хакимиәте алдында “Балалар” тип яҙылған 14 микроавтобус бер-бер артлы теҙелеп киткән. Баш ҡала эргәһендәге ауылдарҙағы уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн республикабыҙ етәкселегенең бүләге улар.
Был минуттарҙы күптән көткән белем усағы директорҙарының кәйефе көр.
– Беҙҙең мәктәпкә йәнә автобус биреүҙәрен ишеткәс, ҡыуаныстың сиге булманы. Бығаса берәү генә ине, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Орджоникидзе районының 125-се мәктәп директоры Азамат Абдразаҡов. – Беҙгә балалар Никольский, Вотикеево ауылдарынан да йөрөп уҡый. Улар шаҡтай алыҫ. Берҙән-бер транспортты тәүҙә береһенә, унан икенсеһенә ебәрергә тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артабан да сая бул, бирешмә!Олатай-өләсәйҙәребеҙ — “Йәш юҡһыл”, “Башҡортостан йәштәре”, атай-әсәйҙәребеҙ “Ленинсы” тип яратып уҡыған баҫма заман йәштәре ҡулына ҡәләме шаҡтай үткерләнгән “Йәшлек” гәзите булып килеп етте. Бер нисә быуынды бәйләп торғас, уны йәше лә, олоһо ла яҡын күрә.
Йәштәр гәзитемен, тип иләҫ-миләҫләнеп бармай “Йәшлек”. 1990 йылда “Ленинец”тың дубляжы булыуҙан туҡтағандан һәм хәҙерге исеме менән сыға башлағандан алып ул милли матбуғатыбыҙҙың ҡыйыу, аныҡ маҡсатлы баҫмаларының береһенә әүерелде. Ошо хәтәр осорҙа “Йәшлек” халҡыбыҙҙың үҙаңын уятыуға булышлыҡ итеп, дәүләт суверенитетының мөһимлеген аңлатып, ҙур абруй яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районыЯнып йәшәй Танып халҡы

Район иҡтисадының төп йүнәлештәренең береһе — ауыл хужалығы. Климат шарттары ауыр булһа ла, был тармаҡ эшсәндәренең һынатҡаны юҡ. Барлығы 17 ауыл хужалығы предприятиеһы, 63 крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Уларға бөтәһе 94127 гектар ер ҡараһа, шуның 33590-ы — һөрөнтө баҫыуҙар. Күпселек хужалыҡтар малсылыҡ йүнәлешен һайлап алған. Шуға ла көҙҙән 2500 гектарҙа ужым культуралары сәсеп ҡалдырғандар. Ҡышҡылыҡҡа 2850 тонна бесән әҙерләнгән, 11000 тонна сенаж һалынған. "Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү", "500 ферма һөт-тауар фермаларын комплекслы яңыртыу" һымаҡ программалар буйынса эш әүҙем алып барыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1098 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырға ла ял кәрәк...Яңы йыл башындағы байрамдар үтеп тә китте. Әммә арабыҙҙа уның эҙемтәһенән һаман да яфаланыусылар юҡ түгелдер. Оҙайлы каникулдан һуң йыш ҡына организмыбыҙ тағы ла ял талап итә. Ни тиһәң дә, Яңы йыл шыршы, Ҡыш бабай менән бүләктәрҙән генә тормай. Был байрамдар – хәл бөткәнсе бейеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, мул табын, ҡайһы саҡта хатта спиртлы эсемлектәр ҙә. Әлбиттә, кәйеф-сафа ҡороу эҙемтәһеҙ үтмәй: күптәр аҙаҡ үҙен хәлһеҙ хис итә, эшкә лә бөтөнләй әҙер булмай сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы "ахырызаман" йыһандан янайКешелеккә сираттағы хәүеф янай икән. Боронғо Египеттың ҡараңғылыҡ һәм һәләкәт тәңреһе Апофис исеме менән аталған 300 метрлыҡ астероид Ер шарына яҡынлаша. Белгестәрҙең күҙаллауына ярашлы, ул ерҙән 14,46 миллион саҡрым алыҫлыҡта үтәсәк. Йыһан үлсәме буйынса был әллә ни ҙур ара түгел. Шуға ла Апофис кешелеккә хәүеф менән янаған астероидтар рәтенә инә.
Был йыһан ҡунағы Ер шарына 2029 йылда тағы ла яҡынлашасаҡ. Ул мәлдә беҙҙе быныһынан да бәләкәйерәк ара айырасаҡ – ни бары 36 мең саҡрым. Әйткәндәй, Ерҙең геостационар спутниктары тап шундай алыҫлыҡта урынлашҡан да инде. Был ваҡытта Европа, Африка, Көнбайыш Азияла йәшәгән кешеләр астероидҡа тамаша ҡыла ала. 2036 йылда, әгәр үҙ орбитаһын үҙгәртһә, уның Ер шарына бәрелеү хәүефе лә юҡ түгел. Әлбиттә, бөтөн тереклекте юҡ итер өсөн ул бәләкәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өр-яңы тормошто нимәнән башларға?Ҡайһы саҡ бик уңышлы кешеләрҙән дә үҙ тормошон өр-яңынан башлау теләге тураһында ишетергә була. Ысынлап та, Яңы йылда һәр беребеҙ яҡшыға ғына өмөт итә, ә уңышһыҙлыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы артта ҡалдырырға ынтыла. Бөтәһе лә имен кеүек, әммә кеше барыбер тормошон әҙ генә булһа ла үҙгәртеү уйы менән яна. Был теләк көйөнсә генә ҡалмаһын өсөн иң тәүҙә үҙ өҫтөңдә эшләү һәм уңышҡа инаныу мотлаҡ.
l Өр-яңы тормошҡа аяҡ баҫыр алдынан үткәндәргә бәйле бөтөн эшегеҙҙе йомғаҡлап ҡуйыу яҡшыраҡ. Барыһына йомғаҡ яһағыҙ, уңыштарығыҙҙы барлап сығығыҙ, тормошҡа ашмаҫтай маҡсаттарығыҙҙы билдәләп ҡуйығыҙ. Быларҙың барыһын да ҡағыҙға теркәргә онотмағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 710 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙең хеҙмәт – ысын ижад ул”Риф Солтанов өсөн Иглин районының Оло Тәләк ауылы янындағы ике пассажир поезы һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөү һәм уның сәбәптәрен тикшереүҙә ҡатнашыу – иҫендә ҡалған иң ауыр ваҡиға. “Кешеләрҙең ҡот осҡос хәлгә тарығанын күреү, уларҙың ҡайһы берҙәренә бер нисек тә ярҙам итә алмау бигерәк тә аяныслы ине, — тип хәтерләй ветеран ул фажиғәне. – Һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындары менән аралашыу ҙа көсөргәнешлек талап итте”.
Эйе, ғәҙәттән тыш хәлдең уртаһында була прокурор. Бәләгә тарығандарға мөмкин булған тәүге ярҙамды күрһәтә, уларҙы дауаханаға оҙата, шулай уҡ документтарҙы, кәрәкле әйберҙәрҙе йыя һәм һаҡлауҙы ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡыусыларыбыҙ хаттарында: “Тормошобоҙҙо гәзит-журналһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Баҫмалар — тәрбиәсе лә, кәңәшсе лә, эшебеҙҙә ҙур таяныс та”, — тип йыш яҙа. Осрашыуҙарҙа ла ошондайыраҡ фекерҙәрен еткерәләр. Матбуғат өлкәһендә эшләүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенә ҡарата ла халыҡтың баһаһы ҙур һәм ғәҙел.
Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу гәзит һәм журнал редакцияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн дә әһәмиәтле. Шул уңайҙан, барлыҡ ҡәләмдәштәребеҙҙе ҡотлап, бер нисәһенә “Рәсәй матбуғатының бөгөнгө хәленә бәйле һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр ҡыуандыра һәм борсой?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 710 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Атты – ай, әҙәмде йыл һына”, тигән боронғолар. Был әйтем үтеп киткән 2012 йылдың һөҙөмтәләрен барлағанда урынлы яңғырай. Кәбисә йылын бик яҡшыға юрамаһалар ҙа, Майя календары буйынса ахырызаман менән ҡурҡытһалар ҙа, Рәсәй һәм Башҡортостан халҡы Аждаһаны арыу ғына оҙатып ебәрҙе.
Былтырғы йыл оппозицияның Мәскәүҙәге Һаҙлыҡ майҙаны менән Сахаров проспектында Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға бәйле сығыштары менән башланып киткәйне. Владимир Путин төҙөгән сәйәси системаны һәм уның үҙен “түңкәреү” уларҙың төп маҡсаты булып торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әлегә тиклем Салауат музыка колледжына етәкселек иткән Шамил Абдраҡовты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Абдраҡов Шамил Фаил улы 1980 йылда Мәләүездә тыуған. Салауат музыка училищеһын, унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юрист һөнәренә уҡыған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына