Йәштәрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршылайҙарДөмәйгә яҡынлашыу менән ҙур итеп һалына башлаған заманса бер нисә өйҙө күргәс, был яҡтарҙа хәлле кешеләр йәшәй икән, тимәк, ауылдарҙың киләсәге бар тигән фекер бөрөләнде күңелдә. Билдән ҡар булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһылары бура күтәрә, өмә бара. Уйлап ҡараһаң, бындай күренеш бөтә ерҙә лә осрамай.
– Йырҙағыса, ауыл йәмле Таһир-Зөһрәләр менән, ә улар – дәртле һәм күҙҙәренән нур сәскән йәштәр, – тип һөйләй "Маяҡ" ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Йәмиғнур Мөхтәров.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1157 тапҡыр // Тотош уҡырға
Журналистар тәбрикләндеРәсәй матбуғаты көнө уңайынан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда былтыр айырыуса уңышлы эшләгән теле-радио компаниялар һәм гәзит-журнал коллективтарын билдәләнеләр, шулай уҡ үҙ һөнәре оҫталары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
– Бөгөн йыш ҡына беҙ донъялағы хәл-ваҡиғаларға тап журналист күҙе аша бағабыҙ, уның яҙғандарынан, әйткәндәренән фекер ебен туплайбыҙ. Тап ошо һөнәр эйәләре халыҡҡа яңылыҡтарҙы дөрөҫ, әһәмиәтле итеп еткереү буйынса ғәйәт мөһим һәм тынғыһыҙ эш башҡара ла инде, – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
Болливудҡа билет кәрәкме? Бушлай!Иртәгә Һиндостандың Рәсәйҙәге вәкиллеге һәм шул илдең мәҙәни бәйләнештәр буйынса советы “Феррис уил энтертэйнмент” компанияһы менән берлектә “Болливудҡа билет” концерт программаһын тәҡдим итәсәк.
Әгәр Америкала кино төшөрөүҙең үҙәге итеп Голливуд иҫәпләнһә, һиндтарҙа — Болливуд. Күңелгә ятышлы йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә бай, шул уҡ ваҡытта тетрәнгес хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән фильмдар нәҡ ошонда тыуа ла инде.
“Болливудҡа билет” өс өлөштән тора. Сағыу тамашала был халыҡ мәҙәниәтенең барлыҡ үҙенсәлеге сағылыш таба. Ойоштороусылар белдереүенсә, 90 минутлыҡ шоуҙа Һиндостандың сәхнә оҫталары ҡунаҡтарҙың күңелен асасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Йөрәкте һиңә асам..."Рәшит Назаровтың тормошо, яҙмышы, бигерәк тә юғары зауыҡлы, киң ҡоласлы, оҫталыҡ өлгөһө булған ижады, китаптары хаҡында мин матбуғат биттәрендә дүрт тиҫтәгә яҡын мәҡәлә баҫтырҙым. Ҡояшлы, йылы, һанап бөткөһөҙ йондоҙҙары менән балҡыған күкте үлсәп-иңләп булмағандай, даһи таланттың ижад ҡеүәһен аңлатып бөтөп булмайҙыр, моғайын. Шуға ла һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, булмаһа, тағы ла Рәшит Назаровтың иң яҡын дуҫы Даян Ильясовҡа ебәргән ике хатына мөрәжәғәт итәйек.
"Сәләм Златоуст ҡалаһынан!
Һаумы, Даян!
Бик күп сәләм менән Рәшит тип белерһең. 3 ғинуарҙа, кисә, һинең хатыңды алып бик шатландым. Бына бөгөн һиңә хат яҙырға тип ултырҙым әле. Үҙегеҙҙең өй эсегеҙгә һ.б. сәләм. Сәләм шулай уҡ Нурҙан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 981 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Килмешәк”те төрөктәр беләДинис Бүләковтың әҫәрҙәре төрөксәгә тәржемә ителеп, Төркиәлә нәшерләнеүгә бағышланған кисә башта хәтер байрамы һымаҡ планлаштырылғайны. Ә инде мәле, көнө килеп еткәс, ул, киреһенсә, кәйеф күтәрерлек сараға — китап һәм шәхес байрамына — әүерелде!
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов сентябрь айҙарында уҡ Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә», «Килмешәк» романдарының Төркиәлә донъя күрәсәге тураһында хәбәр иткәйне инде, шуға күрә был ҙур ваҡиға тулҡынланыу менән көтөп алынды!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1322 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урғылғанда тормош шишмә булып...Яҙмыш кешегә тормош юлында һынауҙарҙы даими ҡуя. Бер генә ваҡиғаның, бөтә ысынбарлыҡты үҙгәртеп, яңынан йәшәргә өйрәнергә мәжбүр итеүе бар. Ҡайһы берәүҙәр, һау-сәләмәт булһа ла, ҡыйынлыҡтар алдында баҙап ҡала, упҡынға оса, ә икенселәре, киреһенсә, үҙендә көс табып, йәшәргә, тормошта үҙ урынын табырға тырыша. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында ихтыярлы, көслө рухлылар айырыуса күп осрай.
Йәлил Рәшит улы Заһретдинов — тап шундай шәхестәрҙең береһе. Ул яҙмышына зарланмай, берәүҙән дә ярҙам көтмәй, дуҫ-татыу ғаиләһе менән тыуған ауылы Туҡайҙа гөрләтеп йәшәп ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 751 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелгә ятҡан табышлы шөғөлКүптәр кеүек ситтә бәхет эҙләмәй ул: оҙаҡ йылдар колхозда эшләй, хужалыҡтар тарҡалғас, күп уйлап тормай, ағас эшенә тотона. Ағалары һәм әсәһе таҫмалы пилорама станогы һатып алырға ярҙам итә. Хәҙер Вәзәм ауылында йәшәүсе Азамат Сурин — Хәйбулла районында булдыҡлы эшҡыуарҙарҙың береһе.
Районда шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юлдар асылғас, Азаматтың бизнес-планы хуплау таба: ул 168 мең һум күләмендә субсидияға эйә була. Аҡсаға күп функциялы ағас эшкәртеү станогы һатып ала. Диләнкә алып, ағас эшкәртеү цехы ла асып ебәрә. Бер туған ағаһы Муса — төп таянысы.
Оҫталар ҡайын һәм уҫаҡ ағасын файҙалана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 965 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәткә йән өрөүселәрЭш бөтөүгә табан барғанда Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәфҡәт Ғарифуллин килеп етте. Кәртәгә һуңғы ҡаҙаҡтарҙы ҡағып йөрөгән егеттәр менән иҫәнләште лә тимер мискәгә беркетелгән торба морононан аҡҡан һыуҙы тәмләне. "Шәп бит! Ну, булдырғанһығыҙ, егеттәр!" — тине.
Унан "Ишембай урманы" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Сәлим Хафизовҡа:
— Шишмәне нисек атайбыҙ? — тип мөрәжәғәт итте.
— Беҙгә тиклем уны Ураҙбайҙан Зәки Сөләймәнов тәрбиәләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 774 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аллаһ йортонда ҡунаҡтаХажиә яҙмалары
Теләгеңде Аллаһ ҡабул итһен өсөн ниҙәр эшләргә һуң? Мәҫәлән, иртәгәһе – ишәккә, тип ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа. Тик булдыҡлы, егәрле, эшһөйәрҙәр уңышҡа өлгәшә. Үҙ-ара татыулыҡ, холоҡтағы насар ҡылыҡтарҙы үҙеңдән йолоп ырғытыу, ислам дине ҡушҡан барлыҡ яҡшы сифаттарға эйә булыу, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм өлгөһөндә йәшәү фарыз.
Үтенесем күп инде: һаулығымды һораным, эй, Раббым, нурҙарыңдан нурланып, ҡоттарыңдан ҡотайып, иманымды юлдаш итеп йәшәргә насип әйлә, тинем. Туғандарыма ла иман теләнем, туғандарҙың татыулығын Аллаһ һөйә, татыу булайыҡ, тинем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ тип өҙөлөп тораларМине, Хазина менән Наза исемле һеңлеләремде яратып, наҙлап үҫтереүсе атай-әсәйем, "балаҡайҙарым" тип өҙөлөп тороусы ике
өләсәйем, туғандарым бар.
Әсәйемдең әсәһе Миңзәлә Фәтҡуллина Әбделмәмбәт ауылында йәшәй. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән уның. Өләсәйемдең әсәһе, дүрт балаһын етем ҡалдырып, ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуйғанда өлкән ҡыҙына — өләсәйемә — ун ике, иң бәләкәйҙәренә ике йәш булған. Һәр береһе төрлө балалар йортонда тәрбиәләнһә лә, бер-береһен юғалтмай, гел аралашып йәшәйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер менән йыр айырылғыһыҙ..."Эшеңде һәр ваҡыт еренә еткереп эшлә. Тырышып, яратып башҡарған хеҙмәт бер ваҡытта ла бушҡа китмәй, ҡасан булһа ла рәхәтен күрерһең", тигән билдәле яҙыусы
М. Хәй. Ысынлап та, күңел ятмаған эшкә тотоноуы ауыр, тотонған хәлдә лә осо-аҙағына сығып етеүең шикле. Шуға күрә һәр кеше күңеленә ятҡан һөнәрен эҙләй.
— Ғүмер буйы яратҡан, йәнемә яҡын булған һөнәрем буйынса эшләнем, — ти Харис Шаһангәрәй улы. — Эш — һәр кешенең ғүмерлек юлдашы, һәр беребеҙҙең хеҙмәте башҡаларға файҙа килтерергә тейеш.
Харис Юлдашев Күгәрсен районының Түләбәй ауылында тыуған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 796 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәп — тәүге сиратта аралашыу сараһы, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыу ысулы. Әҙәп бер-береңде ихтирам итеүгә, әйләнә- тирәләге кешеләр тураһында хәстәрлек күреүгә ҡайтып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәрҙең әҙәп кимәле түбән булыуы, аралашыуҙың ябай ҡағиҙәләрен белмәүе йә һанға һуҡмауы етди борсолоу тыуҙыра. Күптән түгел ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың “Быуаттан да оҙайлы көн…” тигән романын ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Бында һүрәтләнгән маңҡорт образы, йөрәкте өшөтөп, һаман да күҙ алдында тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1482 тапҡыр // Тотош уҡырға
…Ир уртаһын үткән, олпат йәштәге уҙаманды күршеләре илгәҙәк, асыҡ кеше итеп хәтерләй. Ҡатыны менән айырылышҡандан һуң Колхоз урамындағы ике ҡатлы йорттарҙың береһенә, әсәһе эргәһенә, күсеп килгән, башҡаларҙа шик тыуҙырмаҫлыҡ, һәүетемсә тормош алып барған. “Сирле” тигән мөһөрө юҡ – дауаханала иҫәптә тормаған, ул ғына түгел – ҡорал йөрөтөргә рөхсәте булған… Әммә, бер көн килеп, ошо арабыҙҙағы меңдәрсә кешеләр кеүек үк ҡәҙимге заттың башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағай ҡылығы уны бар илгә билдәле итер тип кем уйлаған?
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Түбәнге Новгородта үткән икенсе ярышта Өфөнөң “Ағиҙел” командаһы ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүселәренең береһе булған “СКИФ” командаһын 3:2 иҫәбе менән еңеп сыҡты. Ҡапҡасыны алмаштырыу ҙа “СКИФ”-ҡа әллә ни файҙа килтермәне.
“Ағиҙел” был миҙгелдә алтын миҙалға дәғүә итеүселәрҙе еңгән икенсе команда булды. Әлегә тиклем “СКИФ”-ты төп конкуренты — Дмитровтан “Торнадо” ғына еңеүгә өлгәшкәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә энергияны, тәбиғи ресурстарҙы, сеймал һәм материалды һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса даими эш алып барыла.
Ахыр сиктә етештереүҙең барлыҡ стадияларында тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто ярайһы уҡ кәметелә. Сода мейестәрен мазуттан газға күсереү етештереүҙең энергетик һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм экологик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән тағы ла бер аҙым булды.
“Сода” йәмғиәте мазут яғыулығын ҡулланыуҙан тулыһынса баш тартты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 844 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына