Әкиәт аша — ысынбарлыҡҡа– Әкиәт бала тормошонда баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, – ти Учалы ауылындағы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлдәр Хәкимова. – Уларҙа халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше үҙенсәлектәре генә һүрәтләнмәй, кешеләрҙең азатлыҡҡа, камил тормошҡа ынтылышы ла күрһәтелә, батырҙары данлана. Ғәҙәттә, әкиәттәр күтәренке рух менән һуғарылған, улар тик ыңғай кисерештәр бүләк итә.
Уҡытыусы менән бәхәсләшергә сәбәп юҡ: Гөлдәр Арыҫланғәле ҡыҙын ысын мәғәнәһендә әкиәт белгесе тиергә мөмкин, сөнки ул ике тиҫтә йылға яҡын мәктәптең “Бөҙрәкәй” балалар театрына етәкселек итә, уның ойоштороусыһы һәм режиссеры ла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1000 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасылыҡ серҙәре. 30-сы дәресХалыҡтан гәзит биттәрендә бал ҡорто үрсетеүгә бәйле кәңәштәр биреп барыу үтенесе менән хаттар килеүен иҫәпкә алып, “Умартасылыҡ серҙәре” рубрикаһындағы яҙмаларҙы быйыл да дауам итмәксе булдыҡ. Ул Рафиҡ Ноғомановтың шәхси тәжрибәһе нигеҙендә яңы мәғлүмәттәр менән байытылыр.
Көҙгө айҙарҙа умарта күстәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу мөһим. “Умартағыҙ ҡышҡа әҙерме?” тигән мәҡәләлә (гәзиттең 2012 йыл, 21 ноябрь һаны) кәрәкле кәңәштәр бирелгәйне. Шуға өҫтәп, тағы яҙырға булдыҡ.
Ҡышҡылыҡҡа умартаны һуңғы тапҡыр йыйыу бал ҡорто ғаиләһенең аҙаҡҡы балалары сығып бөтөүенә тура килә. Сентябрҙә тыуған үрсем яҡшы ҡышлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 946 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыйынлыҡтарҙы еңә-еңә...Үҙенең йәшәү рәүеше менән балаларына өлгө булған атай хаҡында
Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, күпселек артабан нисек йәшәргә белмәй аптырап ҡалды. Эйе, беҙ башҡаса тормошҡа күнеккәйнек. Эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы берәүгә лә янаманы, киреһенсә, һәлкәүҙәрҙе, “йәшел йылан” менән дуҫ булғандарҙы ғына түгел, рәшәткә артынан сыҡҡандарҙы ла йәһәтләп йәмғиәткә файҙалы йүнәлешкә бороу яйын ҡайғырттылар. Бығаса беҙ өйрәнгән системаның ҡапыл килеп тарҡалыуы өр-яңы проблемалар тыуҙырҙы. Сәнәғәт предприятиелары, хужалыҡтар тарҡалды, кешеләр эшһеҙ ҡалды. Хатта хеҙмәтең өсөн түләмәй ҙә башланылар.
Әммә яңы шарттарҙа яңыса йәшәргә өйрәнергә кәрәк ине. Һәр кем көрсөктән сығыу юлын үҙенсә эҙләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 950 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аллаһ йортонда ҡунаҡтаХажиә яҙмалары
Мәңге һағындырыр әле...
Хәлегеҙҙән килһә, байлығығыҙ, сәләмәтлегегеҙ булһа, юл имен торһа, ғүмерегеҙҙә бер мәртәбә хаж ҡылыу һеҙҙең өсөн фарыз.
«Ҡөрьән Кәрим»дән.
Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу йорто, белеүебеҙсә, беренсе булып Мәккә ерендә ҡуйыла. Ул Әҙәм ғәләйһис-сәләм ваҡытында уҡ ҡорола. Әҙәм менән Һауа унда ғибәҙәт ҡыла. Риүәйәттәргә ҡарағанда, тәүге пәйғәмбәр Ер йөҙөндә 1000 йыл ғүмер кисерә. Балалары, ейәндәре күбәйеп китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1131 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр көнөн йырлап башлайӨләсәйемдең исеме — Гөлсирә. Уға 55 йәш, Түбәнге Баба ауылында йәшәй. Былтыр хаҡлы ялға сыҡты, хеҙмәт ветераны.
Беҙ икәүләп йорт-ихатала төрлө эш башҡарабыҙ. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә унан шәл, ойоҡбаш бәйләргә өйрәнәм. Йоҡларға ятҡанда өләсәйемдең әкиәттәрен тыңлайым, бигерәк тә бала сағындағы ваҡиғаларҙы һөйләгәне оҡшай. Иртәнсәк мин һөт айыртҡыстың талғын ғына тауышына уянам, шуға ҡушылып өләсәйемдең дә көйләгәнен ишетәм. Ул һәр көнөн шулай йырлап башлай. Ҡәҙерлебеҙ бер ваҡытта ла тормошҡа зарланмай. Ул яңғыҙы өс ҡыҙын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормошҡа сығарған. Әле биш ейәнгә өләсәй. Һәр ҡайһыбыҙҙы ярата, беҙ ҙә уны ҡайғыртмаҫҡа тырышабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1078 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күгәрсен ерендә тыуған Герой...Еңеү яҙын 54 тапҡыр ҡаршыларға насип булды уға. Бер-беребеҙҙе байтаҡ ваҡыттан белә инек.
Ә инде һуңынан, һаулығы насарая башлау сәбәпле Мораҡҡа йәшәргә килгәс, бер йортта ун йылға яҡын күрше булдыҡ. Һөйләшеп ултырғылай инек. Бик ирәбе кеше ине. Ағай 86-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Хәҙер уның менән бер осорҙа эшләгәндәр, яҡындан белгәндәр бик аҙ ҡалып бара.
Ут-һыу кисеп, тыуған тупрағына яу ғәрәсәтенән иҫән-һау ҡайтҡан Советтар Союзы Геройы Суфыйғәли Хажи улы Суфиянов тураһында һүҙ бара. Әйткәндәй, районыбыҙҙа бындай юғары наградаға лайыҡ булғандар араһынан ошо бәхет уға ғына тәтегән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 880 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөйөү менән һуғарылған күңелБишауыл-Уңғар ауылында донъяға килгән Динә Молҡаманова — тыуған тупрағының үлән-сәскәләренән, күл-шишмәләренән тат-һут алып үҫкән күптәрҙең береһе. Ғаиләләге татыу мөхит, әсәһенең сыңратып йырлауы ла бала күңелендә наҙлы гөл кеүек тамырланғандыр.
Байтаҡ йылдар үткәс, ул әсәһе тураһында ошондай шиғыр яҙасаҡ:
Ике толом итеп үргән
Әсәйем оҙон сәсен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҫәрҙәрендә — ил-йорт яҙмышыСәлимйән Бәҙретдинов яҙыусы һәм журналист булараҡ республикабыҙҙа киң билдәле. Ул — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ғалим Рафаэль Аҙнағолов әйткәнсә, Сәлимйән Бәҙретдиновтың һәр йыйынтығы энциклопедияға торошло. Ул яҙыусы, тарихсы, фольклорсы, этномәҙәниәт, халыҡ, ил-йорт яҙмышы белгесе генә түгел, кеше тәбиғәтен бар асылында аңлаған һәләтле психолог та, геройҙарының уй-кисерештәрен образлы телмәр өлгөләре менән уҡыусыға еткерә белеүсе, тел зиннәтен һаҡлаусы әҙип тә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1040 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Йөрәкте һиңә асам..."Рәшит Назаровтың һайланма әҫәрҙәренең 1-се һәм 2-се томдары нисек тупланыуы, бигерәк тә бығаса баҫылған әҫәрҙәрендәге күп төрлө хаталар — шиғырҙы аңлашылмаҫ хәлгә килтереп ҡыҫҡартылған (хатта йөҙ юлдан ашып киткәндәре бар) строфалар, айырым юлдар, урынһыҙ һүҙҙәр, авторҙың ихтыярынан тыш ҡуйылып, бөтә китапты сыбарлаған кәрәкһеҙ тыныш билдәләре, — һәм, бына шуларҙы күреп, шағирҙың әрнеү-борсолоуҙары хаҡында ла әйтмәксемен. Тәү ҡарашҡа кемгәлер ваҡ нәмәләр булып күренер, әммә улар, асылда, Рәшит үҙе яҙғанса, "насар, ҙур мәғәнәһеҙлеккә килтергән хаталар".
Ком: 0 // Уҡынылар: 955 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы белгестәре Көйөргәҙе районындағы “Ермолаевка икмәге” йәмғиәтенән Ырымбур май-экстрация заводына оҙатылырға тейешле 840 тонна көнбағышты тикшереү барышында амброзия орлоҡтарын тапҡан.
Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге продукция Ырымбур заводында зарарлы сүп үләндәре орлоғон юҡ итеүсе технология буйынса эшкәртеләсәк. Был эш “Россельхознадзор”ҙың Ырымбур өлкәһендәге идаралығы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда амброзия Әлшәй, Бүздәк, Благовар, Бишбүләк, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Мәләүез һәм Хәйбулла райондарында осрай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы урынбаҫарҙар раҫландыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Азат Кәлимуллинды республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Әлегә тиклем ул Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Кәлимуллин Азат Мостафа улы Күмертау ҡалаһында тыуған. Юғары белемле — Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт сервис институтын тамамлаған, юрист һәм иҡтисадсы квалификацияларына эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау ТЭЦ-ында электр слесары булып башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Рәсәй таможня органдарының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған Совет ултырышы булды. Унда Федераль таможня хеҙмәте етәкселәре — Мәғлүмәт технологиялары буйынса баш идаралыҡ начальнигы Алексей Шашаев, Хоҡуҡ идаралығы етәксеһе Андрей Струков, шулай уҡ Волга буйы таможня идаралығы башлығы Вячеслав Голоскоков һәм башҡалар ҡатнашты.
Тәү сиратта таможня органдарының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса былтырғы эшкә баһа бирелде һәм быйыл да ошо йүнәлештә атҡараһы бурыстар барланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 500 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәбәр итеүебеҙсә, Салауат ҡалаһында 50 йәшлек Рәмил Моратшин, балалар баҡсаһына мылтыҡтан атып, бар Рәсәйҙе хәүефкә һалды. Гәзит уҡыусыларға ошо ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе еткермәксебеҙ.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары 59-сы балалар баҡсаһы мөдире Валентина Власованың, тәрбиәселәрҙең көсөргәнешле хәлдә албырғап ҡалмауын, кескәйҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләүен билдәләй. Әйткәндәй, полицейскийҙарҙың, ҡотҡарыусыларҙың оператив эше лә баһаға лайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың социаль карталар регистрында универсаль электрон карта алыуға тәүге 20 ғариза ҡабул ителде.

Республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығында билдәләүҙәренсә, был йәһәттән ығы-зығы күҙәтелмәй, эш яйға һалынған. Карта алыуға ғариза биреү өсөн шәхес, дәүләт пенсия страховкаһы таныҡлығын, мотлаҡ медицина страховкаһы полисын, льгота алыуға хоҡуҡты раҫлаған документты тәҡдим итергә тейеш. Ғаризаны кешенең законлы вәкиле бирһә, ошондай вәкәләтте раҫлаған рәсми ҡағыҙ ҙа талап ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы ҡотҡарыу хеҙмәтенең махсус номерын телефон кенәгәләренә индерергә тәҡдим итә. Башҡортостанда был номер күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, республика халҡы уның буйынса йыш шылтырата. Мәҫәлән, йыл башынан алып Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “ышаныс телефоны” буйынса 95 кеше мөрәжәғәт иткән.
Әлеге телефонға шылтыратып, ойошмаларҙа һәм торлаҡ биналарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары хаҡында белдерергә, шулай уҡ вазифалы кешеләрҙең эш урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуына ялыу ебәрергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына