Тормош сифаты — һандарҙа“Бәхет хаттары” башҡаса килмәйәсәк
2012 — Пенсия фондының граждандарға мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһында үткән осор өсөн шәхси лицевой иҫәптең торошо хаҡында хәбәр итеүсе “бәхет хаттары”н таратҡан һуңғы йыл булды. Тимәк, Йылан йылында өйөгөҙҙәге бер ғаилә ағзаһына ла “бәхет хаттары” башҡаса килмәйәсәк. Әммә граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша бөтә мәғлүмәтте алыу мөмкинлеге бар.
Ә 2013 йыл дәүләт менән берлектә пенсияны финанслау программаһына инеү өсөн һуңғы йыл буласаҡ. Дәүләт ярҙамына иҫәп тотһағыҙ, ошо йылдың 1 октябренә тиклем тәүге иғәнәне индерергә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ғәли йәнәптәре” кәбеҫтәгә еткәне юҡАҙыҡ-түлек баҙарында хаҡтарҙың үҫеше буйынса былтыр кем “рекорд” яуланы тиһегеҙме? Ышанмаҫһығыҙ ҙа әле — кәбеҫтәгә еткәне юҡ! Бер йыл эсендә уның хаҡы, 77,7 процентҡа артып, һатып алыусыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә һис ҡалышманы, уның хаҡы 46,7 процентҡа күтәрелде. Бойҙай ононоң ҡиммәтләнеүен дә тойҙоҡ (27,8 процентҡа). Уға эйәрә икмәк һәм икмәк-булка изделиелары хаҡы ла 17,1 процентҡа “ҡабарҙы”.
Башҡортостанстаттың күҙәтеүенә ҡарағанда, Аждаһа йылында ҡош-ҡорт ите, макарон изделиелары, шәкәр ҡомо, емеш-еләк, колбаса, һыйыр ите, йомортҡа, көнбағыш майы, һөт һәм һөт ризыҡтарына ла хаҡтар артҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аллаһ йортонда ҡунаҡтаХажиә яҙмалары
"Ожмахта ағас ултырт"

Беҙ, хаж сәфәренә йыйынған мосафирҙар, изге Мәккәи Мөкәррәмәгә Рәсәй Хаж фонды ойошторған тур аша барырға йыйынһаҡ та, был яңы ойошма тураһында әллә ни мәғлүмәтле түгел инек. Хажға барыу Үҙәк мосолмандар диниә назараты тарафынан ойошторолғас, уның ышаныслы икәнен белеп, ғаризаларыбыҙҙы Рәсәй Хаж фондының идара башлығы Рөстәм хәҙрәт Ғатауллинға илтеп бирҙек.
Тәүләп Фонд эшмәкәрлеге хаҡында Мина үҙәненә килгәс ишеттем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1409 тапҡыр // Тотош уҡырға
НасосМәүлиҙә әбей иртән ҡойоһонан һыу алырға сыҡты ла иҫ-аҡылы китте: ҡойо өҫтөнә ябылған тимер ҡапҡас — бер яҡта, уның аҫтындағы таҡта икенсе яҡта ята. Иң аяныслыһы: ҡоҙоҡтоң насосы урынында юҡ ине. Ҡоҙоҡҡа яҡыныраҡ килеп, аҫҡа күҙ һалды Мәүлиҙә: ҡойо эсенә тотош ҡый-һай тултырылған. Хатта әлеге тотҡаһы ысҡынып сыҡҡан иҫке һыу ҡойғосо ла шунда ташланған.
"Эт тә өрмәне бит төнөн, хәйерһеҙең. Тимәк..." Эте ауылда бер генә кешегә өрмәй: ҡәйнеше Монафиҡҡа. Былтыр Мәүлиҙә балнис һурпаһын һемереп ятҡанда, ҡайҙа нимә ҡырын ята шуны һәрмәп өйрәнгән Монафиҡ тотош донъяһын талап сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алһыуҙың батырлығы онотолмайБылтыр йәй Йөҙимән ауылында була был хәл. Алһыу сирәмлектә ҡаҙ бәпкәләре көтә. Көн шундай матур, йылы. Һары йомғаҡ кеүек бәпкәләр бипелдәшә-бипелдәшә үлән ашай, ҡайһылары ҡыҙыҡайға сип-сип килеп “хәбәр һөйләй”. Ошо күренеште ҡыҙыҡһынып күҙәткән Алһыу күрше малайы Азаттың кескәй биҙрәләр менән ҡойоға килгәнен күрә.
– Әсәйем миңә биҙрә алды, – ти шатлығынан ни эшләргә белмәгән малай.
– Ҡайһылай матур! – тип уның күңелен күтәрә Алһыу.
Шул саҡ көтөлмәгән хәл була. Азаттың кинәт кенә ҡойоға йығылып төшкәнен шәйләп ҡала Алһыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
КәңәшҠала хакимиәте ҡалабыҙҙы тағын да матурыраҡ, күркәмерәк итер өсөн ябай халыҡтан кәңәштәр һорай. Бына ошо йәһәттән мин үҙемдең дәлилдәремде, факттарымды килтерәм. Кәңәшемде, идеямды бирәм.
Заманында халҡыбыҙ һаны күбәйгәндән-күбәйә, һыя алмаҫбыҙ, тип ҙур-ҙур мәҙәниәт һарайҙары, театрҙар, клубтар төҙөнөк. Хәҙер уларҙың эскәмйәләре буш тора. Ул ғына ла түгел, икмәк етмәҫ тип, миллион гектар ерҙе һөрҙөк. Хәҙер улары ла буш ята. Ит, һөт етмәҫ тип, күпме мал һарайы төҙөнөк. Уларҙың да кәрәге юҡ. Һыйырҙарыбыҙға бер тоннанан да артыҡ фил шикелле үгеҙҙәр кәрәк тип, "лимузин" тоҡомло үгеҙҙәр үрсеттек. Уларҙы ит комбинатына оҙатып, кәзә үрсетергә тотондоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зарифа инәй зарыЗарифа инәй ҡулына документтарын ҡыҫып тотҡан да социаль карта алыу өсөн ҡабул итеү бүлмәһенә инергә сиратҡа баҫҡан. Бик ныҡ тулҡынланған, асыуы тышҡа бәреп сыҡҡан — йөҙөн ҡыҙыл таптар ҡаплап алған. Таяғына таянып инә торған бүлмәнең ишек төбөнә бара ла кире борола, йыш ҡына усына ҡарап ала. Баҡһаң, унда ҡара буяу менән эре итеп "39" һаны яҙылған икән, йәнәһе, ул сиратта 39-сы кеше булып тора.
Ошо мәлдә Зарифа инәй күршеһендәге бер апайға үҙенең аһ-зарын һөйләп, эсендә төйөр булып торған хәсрәтен бушатырға булды. "Минең усыма яҙғансы, "39"ҙы ошо этлекте уйлап сығарған кешенең маңлайына сәпәргә кәрәк ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 763 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бабайҙар-әбейҙәр, ағайҙар-апайҙар, ҡустылар-һеңлеләр, ғөмүмән, әфәнделәр!
Гәзитебеҙҙең "Аҡмулла" ҡушымтаһы һеҙгә тағы ла бер күстәнәс әҙерләне. Әле генә мейестән сыҡҡан боҫорап торған күстәнәсебеҙ "Ғәҙәткә кергән мәҙәк" тип атала. Ысынлап та, кем менәндер булған мәрәкә хәлдәргә тоҙ-борос өҫтәп һөйләү тормошобоҙҙа матур бер ғәҙәткә әйләнде. Ә донъяла ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр аҙым һайын тигәндәй осрап тора. Бөгөн шуларҙың бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Ләкин "ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы" тигән әйтемде лә онотмайыҡ: һеҙ ҙә, ҡәҙерле дуҫтар, ишеткән-күргән мәҙәк хәлдәр, лаҡаптар тураһында беҙгә яҙып ебәрерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 771 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерем, туған телем, моңом!1. Йәнең менән уртаһында бул һин
Тарих тигән бөйөк хаҡлыҡтың:
Үткән генә түгел, уның төпкөлөнән
Килер көнө ҡарай (…)тың.
2. Мең йыл буйы халыҡ аҡылының
Мең тылсымын йыйған хазина,
Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин түгел
Баһа ҡуйыу уның (…)ына.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш бар ул!-Торалар ҙа, ауылда эш юҡ, тип, һуҡранған булаларсы. Ауыл һынлы ауылда ни эшләп эш булмаһын ти инде, кит юҡты. Бына мин һуң, мәктәпкә барып тиҙ генә уҡыта һалып ҡайтам да донъя мәшәҡәттәренә сумам. Суммаҫлыҡмы ни, баҡсамда тиҫтәнән ашыу умартам, эттәрем, көсөккәйҙәрем менән, мал-тыуарым, бәрәңге-сөгөлдөрҙәрем көтә мине. Һы-ы, аптыраған булаһығыҙмы, йәнәһе лә, ҡайҙан ауылда шул хәтлем эш?
Бал ҡорттары тотоу иң килемле кәсептер ул, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 922 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына