Иҫке фермаларҙы бөгөн танымаҫһың да"Дружба" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктең күп кенә хужалыҡтарына өлгө: малы ла ишле, ҡышҡылыҡҡа аҙығы ла етерлек күләмдә әҙерләнгән, техникаһының ватылып эшләмәй буш ултырғанын һис күрмәҫһең. Уңышлы һәм табышлы көн итә ауыл эшсәндәре. Халыҡ та оҫта ойоштороусы, йәш һәм бөтмөр рәйес Александр Бражниковты ихтирам итә, район етәкселеге лә иғтибарынан ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа.
Бында малсылыҡҡа иғтибар элек-электән килә, шуға ла һыйырҙарҙың һанын кәметеүгә юл ҡуймайҙар, хатта уларҙы арттырып торалар. Хужалыҡта зоотехник һәм ветеринарҙар көслө, яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла. Бөгөнгө көндә ике мең ике йөҙ баш симменталь, ҡара-сыбар тоҡомло мал аҫрала. Йыл да көтөүгә яңы таналар индерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1224 тапҡыр // Тотош уҡырға
Православныйҙар байрам иттеРәсәй православиеһы Крещение байрамын билдәләне. Ул христианлыҡта иң боронғо байрамдар иҫәбенә инә.
“Крещаю”, “крещу” һүҙе грексанан тәржемә иткәндә “һыуға сумдырам” тигәнде аңлата. Йоланың мәғәнәһе бик тәрән. Крещение төнөндә барлыҡ православие ҡорамдарында ошо йола үтәлде, сөнки һыу һәр саҡ тереклек сығанағы булып иҫәпләнә, изге һыуға оҙон сират теҙелә. Был төндә һәр йылға-күлдән алынған ябай һыу ҙа шифалы көскә эйә тип иҫәпләнә. Ниндәй ҙә булһа сәбәптәр менән сиркәүгә бара алмаған йәки унан алыҫ йәшәгән кешеләр һыуҙы яҡындағы ятҡылыҡтан ала. Христиандарҙа ул рухи һәм тән сирҙәренән иң яҡшы дауа тип һанала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Инәк – һөт һауылған күнәк“Ергән” МТС-ы Ейәнсура бүлексәһенең Инәк участкаһы хеҙмәтсәндәренең 2013 йылға ғына түгел, ғөмүмән, киләсәккә өмөт-ышанысы ҙур. Күптән көткән Яңы Себенле һөтсөлөк мегафермаһы эшләй башланы – Яңы йыл алдынан, Кремль куранттары һуғырҙан ике көн алда ғына, уның тәүге сираты асылды.
Тантанала республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин ҡатнашты. Сығышында ул бындай комплекстың республикала икәү генә (икенсеһе – Баймаҡ районында) булыуын билдәләп, фермалар эшмәкәрлегенең сифатҡа ғына ҡоролорға тейешлегенә (Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе – нәҡ ошоно талап иткән шарт) баҫым яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1015 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Банк талайҙар тип торорһоң...”Өфөлә Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәреүҙең маҡсаты ҙур ине. Шулай ҙа илдә генә түгел, барлыҡ донъяла Башҡортостан, баш ҡалабыҙ тураһында ишетһендәр, белһендәр тип, республика етәкселеге айырыуса тырышҡандыр. Минеңсә, быға өлгәшелде. Чемпионат бөтмәҫ элек үк Интернетта беҙҙең турала мәғлүмәт күбәйҙе. Бәлки, әйтелгәндәрҙең бөтәһе лә ыңғай түгелдер, әммә уларҙы уҡыуы ҡыҙыҡ. Үҙебеҙгә ситтән ҡарау мөмкинлеге тип тә ҡабул итергә кәрәк. Һеҙҙең иғтибарға ла уларҙы тәҡдим итмәксебеҙ.
Өфөбөҙ айырыуса Канада көйәрмәндәренә ҡыҙыҡлы тойолған. Иң күп ҡунаҡтар ҙа ошо илдән килгәйне шул. Канада репортеры Кевин МакГрэндың мәҡәләһенән өҙөк килтерәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 824 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыйылған емеш татлы шулМиҙал да ике яҡлы
Ғинуар һыуығы үҙен һиҙҙерә. Йоҡа ғына кейенгән "Йәш гвардия"сыларҙың ҡышҡы селлә өтөүҙән ҡыҙарған танауҙарына, ҡулдарын ыуғылап, аяҡтарын тыпырҙатып алыуына ҡарап, көноҙоно баш ҡала урамдары буйлап ларек һәм киосктарҙың яңы йылда ниндәй ҡанундар буйынса йәшәүен тикшерергә дәрт һәм сыҙамлығы етерме икән? Ручкалар ҙа "тыңлашмай", ҡыш ҡыш инде.
Танышабыҙ: 18-19 йәшлек егеттәрҙең икеһе лә — студент. Азамат — Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында, Тимур 155-се художество лицейында белем ала. "Ни өсөн "Йәш гвардия"ға яҙылдығыҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек юлындаСалауатта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм етем ҡалған 395 бала, 397 инвалид үҫмер, күп балалы 387 ғаилә, 8 857 инвалид иҫәпләнә. Тап ошондай ғаиләләргә, мохтаждарға ярҙам итеү маҡсатында "Изгелек һәм мәрхәмәтлек юлында" хәйриә акцияһы уҙғарылды.
Хәйриә марафонына "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайында йомғаҡ яһалды, көн дауамында халыҡ ағылып торҙо. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең үҙ ҡулы менән эшләгән уйынсыҡтар күргәҙмәһе сараға йәм өҫтәне. Зөлфиә Ишембәтова етәкселегендәге "Әсә йөрәге" инвалид балалар ойошмаһы һәм педагогия колледжы коллективы ҡулдан эшләнгән сувенирҙар һатты, йыйылған аҡса акцияның банктағы иҫәбенә күсерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күкте үҙ иткән ГеройБеҙҙең район — бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған ере. Улар йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләрендәге уңыштары менән ҙур танылыу яулай.
Данлы яҡташыбыҙ Иван Иванович Пстыго иһә авиация маршалы тигән юғары хәрби исемгә эйә.
Ул 1918 йылда Инйәр ауыл Советының Сухополь ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Бала сағы еңелдән булмай. Иван башта крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡый. Һуңыраҡ Өфөгә килеп, 3-сө урта мәктәпте тамамлай. Тормошон хәрби авиация менән бәйләү тураһындағы уй үҫмер егеттең башына ла инеп сыҡмай ул ваҡытта. Уҡытыусы һөнәрен һайлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тел байлығыЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Жәлил Кейекбаевтың “Ғилми хеҙмәттәр һәм һайланма әҫәрҙәр”
йыйынтығының I томы донъя күрҙе.
Был китап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, студенттарға, драма һәм эстрада артистарына, радио, телевидение дикторҙарына бер ҡулланма булыр тигән маҡсат менән яҙылған.
Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тора: “Һуҙынҡы өндәр системаһы”, “Тартынҡы өндәр системаһы”, “Башҡорт телендә сингармонизм”, “Башҡорт теленең баҫым системаһы”.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был моң киләсәктә лә яңғырарҺыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
Халҡыбыҙҙың мәшһүр шағиры Шәйехзада Бабич ҡурай хаҡында ошолай тип яҙған. Ысынлап та, ҡурай үҙенең аһәңле моңо менән күптәрҙе әсир итә, тойғоларҙы һиҙҙертә. Уның моңона кемдәр генә ғашиҡ булмаған да кемдәр генә уға дан йырламаған. Халҡыбыҙ электән ошо ябай үлән көпшәнән сыҡҡан сихри моңға сорналып йәшәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1024 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек орлоҡтарын сәсәКүңеле пак кешенең матурлығын ваҡыт һүрелтә алмай. Киреһенсә, йөҙҙәге нур йылдар
үтеү менән баҙыҡлана ғына. Балалар яҙыусыһы, "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире, күптән түгел 60 йәшен билдәләгән Фәйрүзә Фәтҡуллинаға ҡарап, ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына тағы ла бер инанаһың.
Һәр саҡ ябай, сабыр, ифрат мөләйем булып ҡала белеүе менән һоҡландыра ул. Аҡтан-аҡ сабый күңеленә изгелек орлоҡтарын сәскән ижадсының башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер. Ә матур һыҙаттарҙың тамыры, һис һүҙһеҙ, тыуған тупраҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 866 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айтматовтың яңы романы табылғанДонъя әҙәбиәте классигы Сыңғыҙ Айтматовтың быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған романы табылған.
— Ҡулъяҙманы атайымдың эш бүлмәһенән әсәйем табып алды, — тип белдерә яҙыусының ҡыҙы, Ҡырғыҙстан парламенты депутаты Ширин Айтматова. — Күрәһең, әҫәр күптән яҙылған, сөнки ҡағыҙ биттәре һарғайып бөткән.
Ширин Сыңғыҙ ҡыҙы һөйләүенсә, "Ер һәм флейта" тип аталған романда 1941 йылда Чуйск каналын төҙөү хаҡында бәйән ителә. Баҡтиһәң, канал һалынған урындан элек Бөйөк ебәк юлы үткән икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беләҙегем, йөҙөгөм..."Ул замандарҙа йыйында ҡатнашҡан башҡорт ҡыҙҙарының ҡупшы кейеменә һоҡланып, сылтыр-сылтыр килгән тәңкәләренең моңон тыңлап, арттарынан бер ҙә ҡалмай эйәреп йөрөй торғайныҡ. Аҫылташтар, көмөш тәңкәләр, төҫлө сәйләндәр менән биҙәлгән баш кейемдәре, күкрәксәләр, камзулдар, еләндәр һындарына нәфислек өҫтәй. Нигеҙҙә көмөштән эшләнгән айылдар, мунсаҡтар, һырғалар, беләҙектәр, йөҙөктәр — торғаны серле тамаша... Бейеүҙәре хайран ҡалдыра", — тип һөйләй торғайны
әсәһенең әсәһе.
Ә атаһы яҡлап өләсәһенең һандығында боронғо кейемдәре: итәкле күлдәге, еләне, түшелдереге, хатта биҙәп эшләнгән йүгәне, эйәре, эйәр өҫтөнә ябыла торған балаҫ-япмаһы һаҡлана ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1232 тапҡыр // Тотош уҡырға
Болондарға сыҡҡан һайынҠояш булып

Һин һаман да күҙем ҡараһында
Йылмаяһың, көтөп тораһың.
Йәнем-тәнем менән
яратҡанды,
Йән атҡанды күреп тораһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин «Башҡортостан» гәзитен йыл һайын алдырып уҡып барам. Быйыл, лотерея уйынында ҡатнашып, кеҫә телефоны отоп шатландым.

Бөгөн үҙемде һәм бөтөн ауылымды борсоған мәсьәләне күтәрмәксемен. Гәзиттең «Йома» һанында (2012 йыл, 31 август) Ринат Камалдың «Барабан һуғыр мәл!» тигән мәҡәләһен уҡып тетрәнгәйнем. Ул ваҡытта был мәсьәлә беҙҙең төпкөл башҡорт ауылына ҡағылыр тип уйламағайным да. Әле килеп, I класта уҡыған ейәнсәрем миңә ҡайтып: «Беҙҙең мәктәпте ябасаҡтар! Ҡайҙа уҡырға барабыҙ инде хәҙер? Мәктәп шулай емерелеп бөтөрмө икән?..» – тине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Италияла үткән Биатлон буйынса донъя кубогының 6-сы этабында ҡатын-ҡыҙҙар араһында эстафета ярышы тамамланды.

Башҡортостан спортсыһы Ольга Вилухина һуңғы этапта Рәсәйҙең йыйылма командаһы өсөн йүгерҙе һәм немка Андреа Хенкель менән ярышты. Һуңғы атышта Вилухина өҫтәмә патрондарҙы ҡулланды, ә немка дистанцияның һуңғы саҡрымында алдынғылыҡты бирмәне. Һөҙөмтәлә Германия алтын миҙалға эйә булды. Вилухинанан тыш, Екатерина Глазырина, Ольга Зайцева һәм Екатерина Шумилова ингән Рәсәй командаһы чемпиондарҙан 17,4 секундҡа ғына артта ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына