Ҡасан бөтөр был мәхшәр?"Эшкә машина менән барырға ҡурҡып торам, ниңәлер етәкселек туҡталҡа тураһында хәстәрлек күрмәгән бит. Шуға ла "ат"ымды юл буйында ҡалдырырға тура килә. Әлбиттә, хәүефле, әммә башҡа сара юҡ", – тип Өфөләге бер танышым аһ-зарын һөйләп торғайны. Яңыраҡ туҡтарға ярамаған урында ҡалдырылған машинаһын полиция хеҙмәткәрҙәре эвакуаторға тейәп алып киткән дә хәҙер штраф менән бергә дүрт мең һумға яҡын аҡса түләргә кәрәк икән.
Баш ҡала урамдарын киңәйттеләр, был – һәйбәт күренеш. Юлды иркенәйтеү буйынса эш быйыл да дауам итәсәк. Элекке тар урамдар хәҙер күпкә яҫырҙы кеүек, әммә машиналарға махсус урын булдырыу тураһында ныҡлап уйланылмаған шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәни тормош йәнләнәБөйөк урыҫ йырсыһы Федор Шаляпиндың тыуыуына — 140, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының асылыуына 75 йыл тулыу уңайынан Өфөлә ҙур тамаша уҙғарыу күҙаллана.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне. Ул быйыл уҙғарыласаҡ бүтән мөһим мәҙәни саралар хаҡында ла һүҙ алып барҙы.
— 13 февралдә балет театрында үтәсәк гала-концертта донъяның иң шәп опера йырсылары ҡатнаша. Әлегә уларҙың исемдәрен әйтә алмайым, сөнки был проект Глинка исемендәге музей менән берҙәмлектә бойомға ашырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сүплектәр сүпләп бөткөһөҙРәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелгән 300-ҙән ашыу сүплек бар һәм уларҙың береһе лә ҡануниәт нигеҙендә нығытылған экологик талаптарға яуап бирмәй. Был хаҡта Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев район хакимиәттәре башлыҡтарының Баймаҡта уҙғарылған кәңәшмәһендә белдерҙе.
– Былтыр министрлыҡ тупраҡҡа, ер аҫты һыуҙарына һәм һыу ятҡылыҡтарына сүплектәрҙең ни тиклем зыян иткәнен асыҡлау маҡсатында тикшереү эштәре башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 715 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Асылмаған сер” асылырХәҙер китап сығарыу эше менән берәүҙе лә аптыратып булмай: дәүләт нәшриәтенән тыш, шәхси ойошмалар ҙа шөғөлләнә. Дәүләкән районының “Дим” әҙәби берекмәһе лә үҙ ағзаларының ижад емештәрен туплап, даими рәүештә халыҡ хөкөмөнә тәҡдим итеп килә. Яңы йылға үҙҙәренә бүләк эшләп, әҙәби берекмә ағзалары “Асылмаған сер” китабын ҡулына алды.
Иллегә яҡын дана тираж менән сыҡҡан был баҫмала Миңзәлә Хәлилова, Гөлүзә Арыҫланова, Гөлшат Саматова, Тәнзилә Юсеева, Рәмил Фәйзуллин, Зөләрәм Снигирева, Клара Әғзәмова, Земфира Атанғолова, Наил Хәмитов, Фәниә Дәүләтйәрова, Сәриә Садиҡова, Олеся Әхмәтрәхимова ижад иткән шиғырҙар, йырҙар, хикәйәләр, нәҫерҙәр тупланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күңел йылыһы һалҡында өшөтмәне...”Дуҫтар, дуҫтар! Таралышмай,
Тарҡауландыҡ,
Балҡып түгел, быҫҡып яныр
Көнгә ҡалдыҡ.
Хатта ағас, хатта утын —
Күрсе, ана! —
Өйөбөрәк бергә яҡҡас,
Дөрләп яна,
— тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Тәрән мәғәнәле был шиғыр һис ҡасан да әһәмиәтен юғалтмай, сөнки кешелек дуҫлыҡһыҙ йәшәй алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 849 тапҡыр // Тотош уҡырға
Суҡ турғайАуыл балаһы тыуған мөхитенә кендеге менән бәйләнгән булалыр ул, шунлыҡтан тиҫтәләрсә йыл ҡалала, сит ерҙә йәшәһә лә, барыбер туған тәбиғәтен һағынып, эстән генә һыҙлана, һағышлана.
Әсәйем менән бәләкәйҙән тыуған ҡырҙарҙы, тауҙарҙы, яландарҙы гиҙеп, еләк-емешен, дауалы үләндәрен йыя торғайныҡ, шуға ла минең өсөн ер еләге, балан, миләш, муйыл, ҡыҙыл һәм ҡара бөрлөгән, еҙәй һәм башҡа әллә күпме төрлө тәбиғәт ниғмәттәре әле лә ҡәҙерле. Үҙаллы донъя көтә башлағас, ҡыр-урмандарҙан баҡсама һәр төрлө емеш ағасын алып ҡайтып ултыртырға тырыштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һунарсыға эҙ кәрәк, эҙ күрергә күҙ кәрәкБашҡортостанда һуңғы осорҙа ҡабандар бермә-бер артҡан тигән мәғлүмәтте ишеткәс, бынан тиҫтә йыл элек булған хәл-ваҡиғалар иҫкә төштө…
Бер мәл таныштарым ошо йыртҡыстарҙы аулауҙары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгәйне. Ҡабандар үрсеһә, һунарсының ҡаршыһына уҡ килеп сыға, имеш — атырға ғына өлгөр! Был һөйләшеүҙән һуң минең дә һунарға сыҡҡым килде, шуға ла һунарсылар ойошмаһына барып теркәлдем. Әмәлгә ҡалғандай, республиканың көнбайышында ҡабандар үрсеп киткән, хатта Бәләбәй, Шаран райондарында эпидемия ҡурҡынысы бар, тигән хәбәр ишетелде. Ауылға яҡын урман буйҙарында уларҙың емтектәрен осратыуҙары теркәлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 640 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Мылтығымды камераға алмаштырҙым"Александр Подмаревтың ижадына Интернет селтәрендә тап булдым. Улым менән һоҡлана-һоҡлана авторҙың фильмдарын ҡараныҡ. "Уны күреп, мотлаҡ танышырға кәрәк", – тип уйлап ҡуйҙым. Ниһайәт, быға форсат та тыуҙы. Александр Краснокама районының Николо-Березовка ауылында йәшәй, ғүмер буйы электр ҡорамалдары йүнәтә. Әле был һөнәренән тыш һунарсылыҡ хужалыҡтарының береһендә егерлыҡ эшен дә алып бара, сөнки тәбиғәтте күҙәтеү, йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы камераға "эләктереү" теләге уны гел урманға әйҙәй.
Урман “ене” Александрға бала саҡта уҡ әсәһенән ҡағыла. Еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға яратҡан Анна Петровна малайҙы бәләкәйҙән үҙе менән эйәртә, урманды танырға һәм, иң мөһиме, тыңларға өйрәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыныслыҡ нигеҙе — айыҡ аҡылНоябрь айында Кубаға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 32 тонна ауырлығындағы йөк оҙатылды. Куба хөкүмәте менән килешелгәнсә, Ил-76 самолетына төҙөлөш материалдары тейәлгәйне. Сәбәбе билдәле: АҠШ-тың яр буйҙарындағы ел-дауыл Кубаға ла йоғонто яһаған. Киләсәктә Азатлыҡ утрауына медикаменттар һәм аҙыҡ-түлек ебәреләсәк.
Элек Кубаға башҡа төрлө йөктәр ҙә оҙатылды. 1962 йылда беҙ Владивостокта, Тымыҡ океан флотында, хеҙмәт итә инек. Һыу аҫты кәмәһендә йөҙөүселәрҙе өйрәтә торған уҡыу-уҡытыу отрядындабыҙ. Бер көндө сәйәси бүлек начальнигы, 2-се ранг капитаны Левченко офицерҙар йыйылышында беҙгә АҠШ менән СССР араһында һуғыш башланыу ихтималлығы хаҡында хәүефләнеп һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 956 тапҡыр // Тотош уҡырға
Серле лә, мөғжизәле лә был ҡышҡы тәбиғәт. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре, ҡояш нурында төрлө төҫкә мансылып, йылҡылдап-йымылдап ергә ята. Гүйә, улар тәбиғәтте паклыҡҡа урай, гел сафлыҡҡа, аҡлыҡҡа өндәй. Мамыҡтай юрғаны менән ерҙе ел-бурандарҙан һаҡлай. Әйтерһең, үҙенең аҡлығы менән тирә-яҡтың кәмселеген ҡаплай.
Кеше күңеле лә ҡыштай аҡ, саф була бит ул. Ҡояштай яҡты нурҙары менән донъяны йәмләй, биҙәй, эргә-тирәгә йылылыҡ өләшә. Был һүҙҙәрҙе өс быуын уҡыусыларының остазы булған, күңелдәрен үҙенең ябайлығы, сабырлығы менән арбаған Факиһа Саҙрислам ҡыҙы Низаметдиноваға ҡарата әйтергә мөмкин.
Ауылға ул йәш кенә килеш, Тимирязев исемендәге институтты тамамлағас та килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 891 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына