Түлле халыҡ — елле халыҡБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендә Белорет районында үткән күсмә кәңәшмәлә республиканың көньяҡ-көнсығышындағы демографик хәл тикшерелде.
Сарала ҡатнашыусылар демографияға ҙур йоғонто яһаған тыуым, үлем һәм миграция күрһәткестәрен тикшерҙе. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, төбәктә халыҡ һаны 2010 йылдан 2012 йылға тиклем 3,4 процентҡа кәмегән. Сабыйҙар һаны ла аҙайған: 2010 йылда бер мең кешегә — 18,1, 2011 йылда — 17,4, 2012 йылда 16,7 сабый тура килгән. Шулай ҙа көньяҡ-көнсығышта тыуым коэффициенты республика буйынса сағыштырғанда юғарыраҡ. Былтыр төбәктә 3 502 кеше вафат булған (2011 йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк).
Ком: 0 // Уҡынылар: 682 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар ишәйәсәкҮҙ мөйөшөңә, етмәһә, өр-яңы торлағыңа тәүләп аяҡ баҫҡанда ниндәй хис тыуа, тойғо кисерелә? Был һорауға яуаптар берҙәй үк булмаһа ла, һис шикһеҙ, оҡшаштыр. Моғайын, күңелдәренә ҡыуаныс тулыуын, иртәгәһе көнгә ҙур ышаныс тыуыуын әйтерҙәр.
Мәләүез ҡалаһында өй туйлаған йәштәр үҙҙәрен күктең етенсе ҡатындағылай тойҙо. Шулай булмай һуң! Өр-яңы торлаҡ хужалары булһындар әле! Фатирҙарҙың туғыҙы — етем балаларға, алтауһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ сиратта торған йәш ғаиләләргә бирелде.
Ҡаланың Көньяҡ урамындағы 3-сө йорт республиканың Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды заказы буйынса ни бары һигеҙ ай эсендә ҡалҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Битараф булмаһағыҙ, шылтыратығыҙ!Тыуған еребеҙҙең, тирә-яҡ тәбиғәттең яҙмышына бер кем дә битараф түгелдер. Тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, йылға-күлдәребеҙҙе мул һыулы, саф итеп тотоу, урман-туғайҙарыбыҙҙы сүптән таҙартыу һымаҡ оло һәм изге бурыс иңгә һалынған. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә беҙҙән ни ҡалыр? Һорауҙар, һорауҙар...
Уларҙың күптәренә яуапты “Башҡортостан” гәзите Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап ойошторған “тура бәйләнеш” аша алырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Рим улы Һаҙыев һеҙҙең һорауҙарығыҙҙы, үтенестәрегеҙҙе буш ҡалдырмаҫ, сетерекле мәсьәләләр буйынса ла ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 609 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Йондоҙҙар"ҙан ҡотолоу ярҙам итмәне...Кубокка быйыл төп дәғүәселәр – "ЦСКА" менән "СКА"
– Беҙгә "йондоҙҙар" кәрәкмәй, уларҙан көйәрмәндәр ҙә, беҙ ҙә ялҡып киттек, – тигәйне юлаевсыларҙың генераль менеджеры Олег Гросс быйылғы уйын миҙгеле башланыр алдынан. Ошоно раҫлағандай, команданан Александр Радулов, Виктор Козлов, Петр Счастливый кеүек хоккейсылар китеп барҙы. Ғөмүмән, состав тулыһынса яңырҙы тиергә була. Әммә бындай үҙгәрештәр һөҙөмтә бирҙеме һуң? Әйҙәгеҙ, Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле тамамланыр алдынан ошо турала фекер йөрөтөп алайыҡ.
Бынан бер нисә йыл элек яңы барлыҡҡа килгән лигала Көнсығыш клубтары хакимлыҡ итте. Бигерәк тә, Ҡазандың "Аҡ барыҫ"ы менән Өфөнөң "Салауат Юлаев"ы һәр ваҡыт тиерлек Гагарин кубогына төп дәғүәселәрҙән һаналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш быуынды көслө итергә тырышаМиҙхәт Мусаҡаевҡа ҡарайһың да һоҡланыу тойғоһо кисерәһең: бер үҙендә күпме илһам, дәрт туплаған ул. Күрәһең, ир аҫылы өсөн 60 йәш һис кенә лә олоғайыу билдәһе түгел, ә яңы тормош башы. Ул егеттәрсә янып-көйөп эшләй, киләсәккә ҙур өмөт бағлай, йәш быуынды физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләп, халҡыбыҙҙың һаулығын спорт ярҙамында нығыта алыуына ихлас ышана.
Миҙхәт Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында донъяға килә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Салауат исемендәге колхозда бер аҙ эшләп ала ла Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Унан ситтән тороп Мәскәүҙә Ленин орденлы Үҙәк физик культура институтында белем эстәй.
Һәләтле етәксе, спортсы 1989 йылда республикабыҙҙағы берҙән-бер физик культура техникумының директоры итеп тәғәйенләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиҙҙән Өфөлә Балаларҙың бөтә донъя VI ҡышҡы уйындарына старт биреләсәк. Ошо сараға әҙерлекте тикшереү ниәтенән комитеттың генераль секретары Ричард Смит Өфөлә булды.
Ҡунаҡ ярыштар үтәсәк объекттарҙы – Спорт һарайын, “Өфө-Арена”ны, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексын, “Олимпик-Парк” тау саңғыһы үҙәген – ҡараны.
– Мөһим сараға яҡшы әҙерләнәһегеҙ. Башҡортостанда уйындарҙың юғары кимәлдә үтәсәгенә, ярышҡа килгән балаларҙың Рәсәйҙең был төбәгендә ҡунаҡсыл ҡараш тоясағына шикләнмәйем, – тине Ричард Смит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡолағын өҙөп алған
1997 йылда Майк Тайсон рингка Эвандер Холифилд менән көрәшкә сыға. Быға тиклем ул 57 һуғыштың 50-һендә еңгән була. Алыш өс раунд дауам итә. Өсөнсөһөндә, үҙенең бирешеп барғанын аңлап, “тимер” Майк (уның бокс донъяһындағы ҡушаматы шулай) еңелмәҫ өсөн дәғүәсеһенең ҡолағын тешләп өҙә. Һуғышты шунда уҡ туҡтаталар, ә Майк Тайсон хөкөмгә тарттырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 747 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәсәй өсөн һәр бала мөһим” — “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостанда ғәмәлгә индерелгән проекты шулай атала.

Дөйөм федераль проектты тормошҡа ашырыу тураһында партияның төбәк сәйәси советы президиумының быйылғы тәүге ултырышында иғлан ителгәйне. Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бер тауыштан проекттың төбәк координаторы итеп һайланды.
— Әле Рәсәйҙә балаларҙы яҡлау маҡсатында бер нисә көслө программа эшләй башланы, — тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 820 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡуян ауылында “Йорт асҡысы — етем балаларға” тигән район программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.
Етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын үтәү тураһындағы ҡануниәткә ярашлы, Краснокама районында опека һәм попечителлек органы, урындағы хакимиәт социаль торлаҡҡа мохтаж булған балаларҙың иҫәбен алып бара, уларҙы фатир менән тәьмин итеү буйынса эш башҡарыла. Яңы йылдың тәүге айында район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин 14 кешегә йорт асҡысы тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡалала А киҙеүе менән 16 сирләү осрағы теркәлгән. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, 21-се дауаханала был вирустан шәкәр диабетынан яфаланған ир вафат булған.
Һуңғы аҙнала Өфөлә 8 600 кеше, шул иҫәптән 5 меңдән ашыу бала грипп йоҡторған. Был күрһәткес аҙналыҡ эпидемия кимәленән 67 процентҡа юғарыраҡ. Өс аҙна эсендә 24 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор ауырыуы эләктергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 902 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына