Айтматовтың яңы романы табылғанДонъя әҙәбиәте классигы Сыңғыҙ Айтматовтың быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған романы табылған.
— Ҡулъяҙманы атайымдың эш бүлмәһенән әсәйем табып алды, — тип белдерә яҙыусының ҡыҙы, Ҡырғыҙстан парламенты депутаты Ширин Айтматова. — Күрәһең, әҫәр күптән яҙылған, сөнки ҡағыҙ биттәре һарғайып бөткән.
Ширин Сыңғыҙ ҡыҙы һөйләүенсә, "Ер һәм флейта" тип аталған романда 1941 йылда Чуйск каналын төҙөү хаҡында бәйән ителә. Баҡтиһәң, канал һалынған урындан элек Бөйөк ебәк юлы үткән икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беләҙегем, йөҙөгөм..."Ул замандарҙа йыйында ҡатнашҡан башҡорт ҡыҙҙарының ҡупшы кейеменә һоҡланып, сылтыр-сылтыр килгән тәңкәләренең моңон тыңлап, арттарынан бер ҙә ҡалмай эйәреп йөрөй торғайныҡ. Аҫылташтар, көмөш тәңкәләр, төҫлө сәйләндәр менән биҙәлгән баш кейемдәре, күкрәксәләр, камзулдар, еләндәр һындарына нәфислек өҫтәй. Нигеҙҙә көмөштән эшләнгән айылдар, мунсаҡтар, һырғалар, беләҙектәр, йөҙөктәр — торғаны серле тамаша... Бейеүҙәре хайран ҡалдыра", — тип һөйләй торғайны
әсәһенең әсәһе.
Ә атаһы яҡлап өләсәһенең һандығында боронғо кейемдәре: итәкле күлдәге, еләне, түшелдереге, хатта биҙәп эшләнгән йүгәне, эйәре, эйәр өҫтөнә ябыла торған балаҫ-япмаһы һаҡлана ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1232 тапҡыр // Тотош уҡырға
Болондарға сыҡҡан һайынҠояш булып

Һин һаман да күҙем ҡараһында
Йылмаяһың, көтөп тораһың.
Йәнем-тәнем менән
яратҡанды,
Йән атҡанды күреп тораһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин «Башҡортостан» гәзитен йыл һайын алдырып уҡып барам. Быйыл, лотерея уйынында ҡатнашып, кеҫә телефоны отоп шатландым.

Бөгөн үҙемде һәм бөтөн ауылымды борсоған мәсьәләне күтәрмәксемен. Гәзиттең «Йома» һанында (2012 йыл, 31 август) Ринат Камалдың «Барабан һуғыр мәл!» тигән мәҡәләһен уҡып тетрәнгәйнем. Ул ваҡытта был мәсьәлә беҙҙең төпкөл башҡорт ауылына ҡағылыр тип уйламағайным да. Әле килеп, I класта уҡыған ейәнсәрем миңә ҡайтып: «Беҙҙең мәктәпте ябасаҡтар! Ҡайҙа уҡырға барабыҙ инде хәҙер? Мәктәп шулай емерелеп бөтөрмө икән?..» – тине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Италияла үткән Биатлон буйынса донъя кубогының 6-сы этабында ҡатын-ҡыҙҙар араһында эстафета ярышы тамамланды.

Башҡортостан спортсыһы Ольга Вилухина һуңғы этапта Рәсәйҙең йыйылма командаһы өсөн йүгерҙе һәм немка Андреа Хенкель менән ярышты. Һуңғы атышта Вилухина өҫтәмә патрондарҙы ҡулланды, ә немка дистанцияның һуңғы саҡрымында алдынғылыҡты бирмәне. Һөҙөмтәлә Германия алтын миҙалға эйә булды. Вилухинанан тыш, Екатерина Глазырина, Ольга Зайцева һәм Екатерина Шумилова ингән Рәсәй командаһы чемпиондарҙан 17,4 секундҡа ғына артта ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөнөң Ленин районы суды, Яңауыл һәм Көйөргәҙе район судтары Рәсәйҙең дөйөм юрисдикция федераль судтарының рәсми сайттарындағы мәғлүмәттәр асыҡлығы рейтингында беренсе урын яуланы.
Былтырғы июндән алып октябргә тиклемге мониторингты Мәғлүмәт азатлығы фонды Рәсәй хоҡуҡи һәм суд мәғлүмәте агентлығы менән берлектә үткәрҙе. Фонд 2 198 район суды, 83 өлкә суды, Рәсәйҙең Юғары суды сайттарын тикшерҙе. Сара дөйөм юрисдикция судтарының сайтында коррупцияға ҡаршы эш итеү, суд системаһына йәмәғәт контроле менән бәйле мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу мәсьәләһенә арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 ғинуарға республикала эш хаҡы буйынса бурыс 54,9 миллион һум тәшкил иткән.
Әле 13 эш биреүсе 1 990 хеҙмәткәренә эш хаҡын түләмәгән. 2012 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда бурыс күләме — ике тапҡырға, бурыслы ойошмалар һаны 2,2 тапҡырға кәмегән, тип билдәләйҙәр республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.
Өфөнөң 2-се икмәк комбинатында һәм Октябрьскийҙағы “Промвентиляция-1” идаралығында эш хаҡы буйынса бурыс арта төшкән. Был исемлеккә яңы предприятиелар ҙа ингән. Улар араһында Белореттағы “Жилстрой” йәмғиәте (2,1 миллион һум) һәм “Башҡортостан” авиакомпанияһы (28,9 миллион һум) бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билдәле булыуынса, 2015 йылда Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге саммиттар үткәреләсәк. Был сараға донъяның төрлө илдәренән абруйлы вәкилдәр килеүе көтөлә. Ә ҡунаҡтарҙы тейешенсә ҡаршылай белеү үҙе бер сәнғәт. Бының өсөн тәү сиратта заман шарттарына тап килгән ҡунаҡханалар булырға тейеш.
Әйткәндәй, иң уңайлы ҡунаҡ йорттарының береһе тиҙҙән Өфөлә төҙөлә башлаясаҡ та. Ошо хаҡта “Основа” компанияһы етәксеһе Александр Калтыков матбуғат конференцияһында белдерҙе. Һигеҙ ҡатлы йорт Октябрҙең 50 йыллығы урамында, “Өфө уттары” күңел асыу үҙәге янында ҡалҡып сығасаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, төҙөлөш 570 миллион һумға барып баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 482 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе этаплап күрһәтеүҙе ойоштороу барышы һәм ведомство-ара электрон эш итеү мәсьәләләренә арналған видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Дмитрий Медведев, һәр төбәктә дәүләттең хеҙмәтләндереү үҙәктәренә идара итеү системаһы ойошторолорға тейеш, тип билдәләне.
— Күп йүнәлешле үҙәктәр селтәрен үҫтереү бурысы төбәктәр иңенә төшә. Уларҙың һәр береһендә ошо ҡатмарлы проектҡа идара итеү системаһы ойошторолорға тейеш. Төбәк һәм муниципаль бюджетты төҙөгәндә сығымдарҙы күҙ уңында тотоу фарыз.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Район малсылары Башҡортостанда һөт етештереү, шулай уҡ йылына бер һыйырҙан һөт һауыу күләме буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй.
Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, район буйынса тулайым һауым 40 355 тоннанан ашыу тәшкил итә, малсылар 40 151 тонна продукция һатҡан, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Йылына уртаса алғанда бер һыйырҙан бында 5 600 килограмға яҡын һөт һауылған. Был — тармаҡтағы иң яҡшы күрһәткес.
Саҡмағош, Дүртөйлө һәм Тәтешле райондарында һөт һауыу буйынса 5 меңлек сик үтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтөн донъяны дер ҡалтыратҡан, һәр саҡ шомло хәбәрҙәр ишетелгән Төньяҡ Корея үткән аҙнала ла иғтибар үҙәгенән төшмәне. Эйе, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы элекке ватандаштары – Көньяҡ Корея халҡына ғына түгел, сиктәштәре — Япония, Америка Ҡушма Штаттары, хатта Рәсәй Федерацияһына ла ҡурҡыныс менән янай, имеш. Быныһы иһә барыһын да аптырашта ҡалдырҙы.
Төньяҡ Корея быға тиклем Рәсәйҙең төрлө проекттар, сәйәси килешеүҙәр буйынса партнеры иҫәпләнә ине. Улай ғына ла түгел, СССР ваҡытында унда социалистик режим урынлаштырыу өсөн күп көс һалынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның бала сағы Бөрйән районының Аҫҡар ауылына бәйле. Иҫке Собханғол мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, 1972 — 1976 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый, 1977 — 1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Хеҙмәт юлы нигеҙҙә Стәрлетамаҡ ҡала мәғарифына бәйле. "Башҡорт халыҡ ижады, тарих һәм тел ғилеме, кеше исемдәре, ҡурай феномены һәм топонимика өлкәләрендәге эҙләнеүҙәрем, ниһайәт, иң бөйөк рухи байлығыбыҙ — серле "Урал батыр" ҡобайырының айышына төшөнөрлөк тел асҡысына юлыҡтырҙы. "Башҡортостан" гәзите уҡыусылары менән ошо асыштарымды уртаҡлашыуҙы бурысым тип иҫәпләйем", — ти автор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1483 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһы тирәһендәге райондарҙа һәм ауылдарҙа эшҡыуарҙарҙың йәки халыҡтың үҙ көсө менән мәсет һалыуын, шишмәләрҙе таҙартыуын, кәртәләүен һәм башҡа шундай изге ғәмәл ҡылыуын ишетеп һәм күреп һоҡлана торғайныҡ.
Ниһайәт, 2006 йылда Ҡырҙас ауылында ла ошондай шатлыҡ кисерелде: Ҡотдос Мәһәҙей улы Ғәзизов мәсет төҙөттө, туғандары ярҙамында уны кәрәк-яраҡ менән дә йыһазландырҙы. Районда айырым кеше көсө менән асылған тәүге мәсет булды ул. Артабан Ҡаҙмаш ауылында — Данил Әһелов, Ишкилделә Хөрмәт Хәсәнов һәм уның туғандары Хәлит, Рәхилә тарафынан һалынды иман йорттары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көтөү урыны тигәс тә..."Өфө" тимер юл станцияһының яңыртылған вокзалы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына тулыһынса әҙер булырға тейеш ине, әммә 2006 йылда башланған эш һаман да аҙағынаса еткерелмәгән. Уның менән бер осорҙа ҡалҡа башлаған "Конгресс-холл", "Өфө-Арена" күптән инде баш ҡаланың күркенә әүерелде, "Аҡбуҙат" ипподромы менән "Өфө" халыҡ-ара аэропорты ла ваҡытында реконструкцияланды. Әммә көнөнә меңәрләгән ҡунаҡты ҡабул итеүсе һәм оҙатыусы вокзал тураһында һаман һоҡланыу менән һөйләп булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 743 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хирургия “Оскар”ына лайыҡ булдыларРеспубликаның кардиология диспансеры хирургтары һигеҙ көнлөк баланың йөрәгенә операцияны уңышлы яһаған өсөн “Алтын скальпель” менән бүләкләнде. Ауыр сир менән яфаланған сабыйға тыуғандан һуң бер аҙна үткәс тә ошондай ярҙам талап ителгән булған.
— Операция бик ҡатмарлы ине, — ти премия алған Артур Шәрәфетдинов. — Ләкин бындай аҙымға бармай, пациенттарҙы ҡотҡарырға тырышмай булмай.
Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы президенты Вил Тимербулатов әйтеүенсә, операцияла микрохирургия һәм кардиохирургия ысулдары ҡулланылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 24 Алға
Бит башына