Берҙәмерәк булыу шартБашҡортостан профсоюздарының һәр предприятиела профсоюз ойошмаһы булдырырға саҡырыуы юҡҡа түгел. Әлегә эш урындарында имгәнеү, ҡазаға тарыу осраҡтары кәмемәй. Ә ҡайҙа профсоюздар — шунда хеҙмәткәрҙәр яҡлаулы, ниндәй генә сетерекле хәл тыуһа ла, таяныстары ныҡлы.
Ошо көндәрҙә республика Профсоюздар федерацияһы аппаратынан эшсе төркөм Мәләүез ҡалаһына сәфәрендә хеҙмәткә ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә менән танышты. Белгестәр, хакимиәттең идаралыҡ һәм бүлек етәкселәре менән осрашыуҙан тыш, "Водоканал", "Һыра заводы", "Ит комбинаты", "Кирбес заводы", "Башавтотранс" кеүек ҙур предприятиеларҙа булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Британия киләсәктә ике ҙур референдум уҙғарырға йыйына. Беренсеһендә — Европа союзы, икенсеһендә Шотландияның Бөйөк Британиянан айырылып сығыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Аныҡ дата әлегә билдәле түгел. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ул 2016 – 2017 йылдарҙа булыуы ихтимал. Европа союзының өс төп тотҡаһы — Германия, Франция һәм Бөйөк Британия илдәре етәкселәренең үҙ-ара осрашыуында Британия премьер-министры Девид Кэмерон ошо хаҡта белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
26 көндән баш ҡалала VI Халыҡ-ара балалар уйындарына старт биреләсәк. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Өфөлә үтәсәк мөһим ярышҡа спортсылар ғына түгел, волонтерлыҡ эшендә ҡатнашасаҡ студенттар, мәктәп, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла ҡыҙыу әҙерләнә.
Республикала волонтерлыҡ хәрәкәте йылдан-йыл үҫеш ала. Улар төрлө сараларҙы ойоштороуҙа, уҙғарыуҙа тос ярҙам күрһәтә.
Ошоға бәйле Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән семинарҙа 400 самаһы кеше ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 909 тапҡыр // Тотош уҡырға
Совет власы йылдарында халыҡ үҙенән артҡан картуфын, итен һатып, бер аҙ аҡса эшләй ине. Йүнселерәктәр икешәр-өсәр баҡса тотто, аҙбар тултырып мал баҡты, ләкин баҙар иҡтисадына ҡоролған капитализмға аяҡ баҫыу менән ҡулланыусылар йәмғиәттәре, әҙерләү идаралыҡтары юҡҡа сыҡҡас, халыҡ артып ҡалған ризығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырай.
Заман ауырлыҡтарына бирешергә теләмәгән күп ағай-эне умарталыҡтар асып ебәрҙе. Ата-бабанан ҡалған кәсеп бер кемгә лә ят түгел беҙҙә. Һәр ауылда элек-электән умарта тотҡандар бихисап булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1085 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡтар көн дә тиерлек үҙгәреп тора. Матбуғат баҫмаларыныҡына ла артасаҡ, шулай ҙа бик шәп мөмкинлек бар: 1 февралдән 31 мартҡа тиклем икенсе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан” гәзитенә былтырғы хаҡ менән алдан яҙылып ҡалырға мөмкин.
Хаҡтар түбәндәгесә:
50600 индексы — 706 һум 32 тин;
31805 (“Йома”) — 146 һум 64 тин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда бөгөн Башҡортостанда теркәлгән 26 бүлексәнең 18-е ҡатнашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, урынбаҫары Наилә Алтынова һәм комиссия секретары Марина Долматова сығыш яһаны.
Участка комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары итеп һайланыуға һәм комиссия резервына кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә башланы. Шуға, әленән-әле яңы һорауҙар тыуғанға күрә, кәңәшмә уҙғарырға ҡарар ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 860 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәренә бәйле эш “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең даими контролендә тотола. Яҙма мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла Башҡортостан Президенты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе тарафынан ҡарала һәм тейешле республика башҡарма власть органдары, ойошмалар етәкселәренә башҡарыуға ебәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 811 тапҡыр // Тотош уҡырға
Fәзиз ҡарт үҙ күҙенә үҙе ышанманы, нишләп әле был джип уның янына килеп туҡтаны? Тегенең тәҙрәһенән Йәлпәшкән Марстың башы күренгәс, аптырауының сиге булманы.
— Ауылдаш, ни хәлдә? Минең малайҙың машинаһы был! Ҡалғандары йылға буйында балыҡ тота. Эйе, минең малайҙар! Уха бешерергә йөрөйҙәр. Һине, шәп балыҡсыны ла, күргеләре килә. Уларҙың табышына ни әйтерһең?
Fәзиз ҡарт, менеп ултырғас, киң яурынлы йөрөтмәнгә күҙ һалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 968 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәмһеҙлек "һәйкәл"дәре кәмемәй әле...Ярамаған урында туҡтаһаң, машинаңдан яҙыуыңды көт тә тор

Гәзитебеҙҙең 23 ғинуар һанында Өфө юлдарындағы бөгөнгө хәлде бәйән иткән "Ҡасан бөтөр был мәхшәр?" исемле тәнҡит мәҡәләһе донъя күргәйне. Бер аҙнала ниндәй үҙгәреш булған? Ниндәй саралар күрелгән? Сираттағы рейдта ошо хаҡта һүҙ барыр.
Хәҙер һәр кемгә "ҡорос ат"ын урамдың туҡтарға ярамаған урынында ҡалдырып китер алдынан кәмендә ете ҡат уйларға кәңәш ителә. "Машинамды урлағандар!" – тип берәүҙең яр һалыуына яңыраҡ үҙебеҙ ҙә шаһит булғайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 976 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фронтта бирешмәгән дә ул…“Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр арабыҙҙа һирәгәйгән һайын һуғыш ваҡиғалары тураһында хәҡиҡәт яҡлауһыҙ ҡала бара. Шуға ҡурҡам. Һуғыш тамамланғас, беҙ уны балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ хаҡына яуланыҡ тип иҫәпләнек. Хәҙер ҡарайһың да, фашизмды тулыһынса дөмөктөрмәгәнбеҙ икән тип уйлайым. Ул донъяның әле бер, әле икенсе нөктәһендә тоҡана, йәш кешеләрҙең ғүмерен ҡыя. Эх, кешеләр… күҙегеҙ асылһын өсөн тағы ниндәй бәлә, фажиғә кисерергә кәрәк һуң!?” – тип яҙған билдәле журналист, яҙыусы Галина Осташевская “Шла на фронт девчонка” тигән китабында. Галина Андреевна 15 йәшендә фронтҡа китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 832 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36 Алға
Бит башына