Яңы йыл алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә:
“2012 йыл беҙҙе тағы ла нығыраҡ тупланы, яуаплыраҡ һәм көслөрәк итте. Беҙ яҡшы эшләнек, һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәштек. Республика Рәсәйҙең иң уңышлы төбәктәре иҫәбенә ышаныслы инә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Хеҙмәтегеҙ, түҙемлек, оптимизм, ныҡышмалылығығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ республикалағы тормошто яҡшыртыу өсөн артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таҡыр кеҫә менән мәҙәниәтле булыу мөмкинме?

Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә тәүге тапҡыр мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүе юҡҡа түгел. Рөстәм Хәмитовтың: "Мәҙәни мөхитте үҫтереү буйынса эште дәүләттең кеше үҫешенә һалған инвестицияһы булараҡ ҡарау шарт", — тип әйтеүе үк тармаҡ алдындағы бурыстарҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнлегенә ишаралай.
Республика Хөкүмәтенең Яңы йыл алдынан мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү, етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын хәл итеү мәсьәләләре ҡаралған ултырышта барыбыҙҙы ла уйландырған, борсоған проблемалар күтәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 ғинуарҙан Чернобыль АЭС-ында, "Маяк" заводында, Теча йылғаһына ядро ҡалдыҡтары төшөү арҡаһында, шулай уҡ Семипалатинск полигонында ядро һынауҙары осоронда зыян күргән кешеләргә аҡсалата компенсация артасаҡ. Айлыҡ түләү менән компенсация 5,5 процентҡа индексацияланасаҡ һәм, күләм категорияһына ҡарап, 47 һумдан алып 23 500 һумғаса тәшкил итәсәк.
1 ғинуарҙан әсәлек (ғаилә) капиталы күләме 5,5 процентҡа индексацияланасаҡ һәм 408 мең 960 һум тәшкил итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл беҙҙе ниҙәр көтә? Нимәгә өмөтләнергә, ниндәй ваҡиғаларҙы ҡаршыларға әҙерләнергә? Республикала 2013 йылға планлаштырылған сәйәси, мәҙәни һәм спорт сараларына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.

***
Быйылғы йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы тип Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына депутаттар һайлауҙы атау фарыз. Граждандар берҙәм һайлау көнөндә – 8 сентябрҙә – халыҡ кандидаттары өсөн тауыш бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл каникулында хужабикәләр табынға ниндәйерәк ризыҡ ҡуйырға тип баш ватыусан. 2013 йылдың билдәһе, мәғлүм булыуынса, аҡыллы, төплө уйлап эш итә, уға ашығыу-ҡабаланыу, ығы-зығы тыуҙырыу хас түгел.
Йыланды шатландырыу өсөн ниндәй аш-һыу әҙерләргә?
Быны һәр кем, янсығының ҡалынлығына ҡарап, үҙе хәл итә. Иң мөһиме — ризыҡтың тәмлелеге. Шулай уҡ төрлө тәмләткес һалырға, ғәҙәти булмағанса биҙәргә кәрәк. Байрам өҫтәлен хәстәрләгәндә тәжрибәнән ҡурҡмағыҙ. Әлегә ҡәҙәр табынға ҡуйылмаған өр-яңы ризыҡтар менән шатландырығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Тест)
1. Үҙегеҙҙе нисек бар, шулай яҡшы тояһығыҙмы? ("Эйе" — 5, "юҡ" — 0).
2. Һеҙҙе уңышһыҙлыҡтар һағалай тип иҫәпләйһегеҙме? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
3. Кеше фекеренә йыш ҡолаҡ һалаһығыҙмы? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
4. Һеҙҙең кеүек хәлдә ҡалған кешеләрҙең миҫалына күҙ һалаһығыҙмы? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Белорет районының йәмле Инйәр йылғаһы буйлап ҡына һуҙылып ултырған матур Ғәбдөк ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә район үҙәгендә йәшәгән Зилә Минһажетдин ҡыҙы Абзалованы юбилейы айҡанлы һәм Яңы йыл менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Зилә Минһажетдин ҡыҙы тураһында “Хоҙай Тәғәлә бирһә бирә бит бер кешегә” тип тулы мәғәнәһендә әйтергә була. Ул эшендә, район гәзите “Урал”да, бына өс тиҫтә йылдан ашыу алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр: кәрәк булһа тәржемәгә ултыра, уҡымлы мәҡәләләрен халыҡ ярата, хикәйә һәм матур шиғырҙар ҙа ижад итә, үҙе йәшәгән төбәгенең һәр проблемаһын күңеленә яҡын алып, бирелеп эшләй. Ә өйөндә алтын ҡуллы хужабикә: бәйләй, тәмле бешеренә, йортоноң эсе лә, тышы ла гөл-сәскәгә күмелгән, милли орнаменттар менән һүрәт төшөрөп, бөтә йыһазын музей экспонаты кеүек буяп эшләгән, ағас-таш, тамырҙарҙан сувенирҙар яһай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 512 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 Алға
Бит башына