Республика клиник психотерапия үҙәгендә Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова ҡатнашлығында аяуһыҙ мөғәмәлә итеүҙән зыян күргән балаларҙы реабилитациялау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды. Унда Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Юғары суд, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Былтыр октябрҙә асылған был үҙәк – неврология сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеү буйынса республикалағы берҙән-бер учреждение. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре әлегә бындай мөмкинлек менән маҡтана алмай: ошондай уҡ ойошма Чита һәм Новосибирск өлкәләрендә генә бар.
Учреждениеның әһәмиәтен баһалау өсөн ҡайһы бер мәғлүмәттәргә күҙ һалыу ҙа етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Рәсәй вертолеттары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Петров менән осрашыуында Күмертау авиация предприятиеһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Дмитрий Петров әйтеүенсә, был – уның республика Президенты менән сираттағы осрашыуы.
— Беҙ бер нисә мәсьәләне тикшерҙек, улар Президентта хуплау тапты. Шулай уҡ композит материалдар етештереү, яңы завод асыу, ошо предприятиеның милкенә идара итеүҙә республиканың ҡатнашыу мәсьәләләрен ентекле тикшерҙек, — тине вертолет холдингы башлығы осрашыу йомғаҡтары буйынса.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡсәйет халҡы ныҡ торҙо, юғарынан төшөрөлгән ҡарарға буйһонманы. Ә бит күпме ауыл шул "етлекмәй тыуған" сәйәсәт арҡаһында юҡҡа сыҡты. Боронғо, бай тарихлылары бөттө. 50-се йылдарҙың аҙағы эреләтелгән колхоз-совхоздар төҙөү осоро булараҡ хәтерҙә ҡалды. Ауылдарҙы урынынан ҡуптарыуҙа тырышлыҡ күрһәткән, ижтиһад биргәндәрҙең береһе ошо Марс ине.
Йәш партиясы өсөн Үҙәктән төшкән ҡарарҙы үтәү намыѕ төшөнсәһенә бәрәбәр булғандыр. Халыҡ күсмәй ҡарышҡас, башланғыс мәктәпте емерергә килделәр бит. Эйе, етәксеһе, яуаплыһы итеп, үҙенең тыуған ауылына Марс Яппаровты ебәргәйнеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бында чемпиондар “тыуа”Баш ҡалала тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса спорт мәктәбе яңыртылды
Ҡунаҡ ҡаршылар алдынан үҙлегенән кәйеф күтәрелә, көс барлыҡҡа килә. Бығаса ҡул етмәйерәк, тотонорға ҡаушабыраҡ торған эштәреңде йәһәт кенә теүәлләп ҡуйырҙай дарман да, теләк тә табыла. Баш ҡалалағы “Олимпик-парк” тау саңғыһы комплексындағы ғәжәйеп үҙгәрешкә бер килке аптырап торҙоҡ.
– Бөтә донъя VI Халыҡ-ара балалар уйындарына килеүселәрҙе ҡаршыларға әҙербеҙ, – тине, ҡәнәғәт йылмайып, ойошманың директоры Ринат Хөснитдинов. – Сноуборд, тау саңғыһы буйынса ярыштар ошонда үтәсәк. Төп объекттар төҙөлөп бөттө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 861 тапҡыр // Тотош уҡырға
Альберт МИФТАХОВ: “Киләсәгебеҙ уртаҡ икәнен аңларға кәрәк”Былтыр республикала “Яҡташтар” тип аталған үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла башланы. Уның маҡсаты — абруй һәм ихтирам ҡаҙанған кешеләрҙе, заманыбыҙҙың ысын геройҙарын билдәләү. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, проект авторҙарының береһе Альберт Мифтахов менән ошо эштең нисек барыуы хаҡында әңгәмәләштек.
— Альберт Ленар улы, “Яҡташтар” проекты әле ниндәй стадияла? Нимәләр эшләнде, нимәләр көтөлә?
— Әле эштең хәл иткес, һуңғы осоро башланды. Ошоғаса нимәләр эшләнде һуң? Беренсенән, мөмкинлекте файҙаланып, кешеләргә проекттың асылы, бурыстары тураһында һөйләнек, унда ҡатнашыуға йәлеп иттек.
Ком: 1 // Уҡынылар: 921 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр үҫемлек — тәбиғәт мөғжизәһе Кеше сәскәләрҙе 4000 йыл элек үрсетә башлаған. Беренселәрҙән булып был эшкә Египет халҡы тотонған.
Урта быуаттарҙа баҡса һәм сәскә үҫтереү абруйлы шөғөл һаналған. Был хеҙмәткә ихтирам күрһәтмәгәндәр ҡаты язаға дусар ителгән. Кеше баҡсаһын тапағандарҙы мәсхәрә бағанаһына бәйләгәндәр, аяҡ бармаҡтарын өткәндәр һәм хатта, бур итеп һанап, ҡулын ҡырҡҡандар. Аҙаҡ тыуған еренән мәңгегә ҡыуғандар.
Тюльпанды Голландияның символы тип беләбеҙ. Әммә был сәскә унда ни бары XVI быуатта ғына барып эләккән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер ҡыл өҫтөндә ҡалһа, бөтөн өмөт – уларҙа…Был хәл бер нисә йыл элек булғайны. Ғәҙәттәгесә, эштән һуң балалар баҡсаһына ашығам. Көн дә йүгереп килеп ҡосағыма атылған улым был юлы мине сәйер генә ҡаршы алды: һөйләшмәй, башы аҫҡа эйелгән. Кейенергә ярҙам итәм тиһәм, эргәһенә ебәрмәй. Ҡайтып киттек. Юлда уҡ танауынан ниндәйҙер ҡарағусҡыл шыйыҡса аҡҡанын шәйләгәйнем. Өйгә ингәс, яҡтыртҡыс янына ҡуйып ҡарайым тиһәм, бала сәбәләнеп иларға тотондо. Танау ҙа тубалдай булып шешә башлаған. Мейене йәшен тиҙлегендә уй телеп үтте: тимәк, танау эсендә нимәлер бар, шул ауырттыра! Телефондан ҡабаланып “03” һанын йыям – билдәһеҙ әйбер тын юлына китеп барһа? Ярай әле “Ашығыс ярҙам” машинаһы бер нисә минутта килеп етте – баш ҡаланың тиҙ ярҙам күрһәтеүгә махсуслашҡан 22-се дауаханаһына елдерҙек.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүләк ит һин миңә сәскә!Ҡатын-ҡыҙға сәскә гөлләмәһе ҙур шатлыҡ килтерә. Беҙ бит хатта гөлдөң ниндәй төҫтә булыуына ла мәғәнә һалабыҙ, "яратамы, яратмаймы", тип таждарын йолҡабыҙ. Бүләк итеү-итмәүҙәренә ҡарап, ир-ат тураһында һығымта яһайбыҙ. Тик ирҙәр генә быны бик аңлап етмәй. Бер аҙна ла тормай шиңгән "үлән" алыуҙы мәғәнәһеҙлек тип иҫәпләүселәр бихисап. Шулай ҙа гүзәл заттың күңелен күрер йә үҙ ғәйебен йыуыр өсөн бүләк итергә әҙерҙәр... Сәскәләргә ҡағылышлы ысынбарлыҡта булған бер-ике хәл тураһында бәйән итмәксемен.
"700 һумдыр әле..."
8 Март байрамы осоронда Ейәнсура районында йәшәгән әхирәтем ҡунаҡҡа саҡырҙы. Юғары уҡыу йортонда бергә уҡыныҡ, ул өс йыл элек кейәүгә сыҡҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әллә нисә тыуҙым мин донъяға…1. Улар белмәй
Пифагорҙар, Платондар яҙған
Көрәш бәҫен, көрәш сәнғәтен.
Ләкин мәкер менән көтөп тора
Ҡулайлы мәл, кәрәк (…)ен.
(Көрәш келәме)
2. Һайлай халыҡ үҙ даһийын,
Һайлай ул шул мәлдә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1093 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар баҡсаһында урын етешмәүе, әсәләрҙең декрет ялынан һуң сабыйын ҡайҙа урынлаштырырға белмәй яфаланыуы хаҡында күп һөйләнек, күп яҙҙыҡ. Был ҡырҡыу мәсьәлә Хөкүмәт кимәлендә лә өйрәнелде, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.
Ниһайәт, балалар баҡсаһына сират 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр араһында ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарҙы. Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, былтыр республикала 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән. Йәнә элек үҙгәртеп ҡоролған һәм яңынан ҡайтарып алынған биналарҙа 33 балалар баҡсаһы асылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 839 тапҡыр // Тотош уҡырға
У. Рәшитов көйө,
Г. Рәшитова һүҙҙәре

Күптән түгел бүләк иткән инең
Бәхет гөлө — хуш еҫле
ҡыҙыл раузалар.
"Яратам!" — тип әйтмәһәң дә
беләм:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1341 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда “Мостай Кәрим” энциклопедияһы нәшер ителәсәк.
“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошо уникаль китапты әҙерләү буйынса эш алып бара. Унда халыҡ шағирының биографияһын, туғанлыҡ, дуҫлыҡ һәм ижади бәйләнештәрен, тормошҡа ҡарашын, ижадының күп төрлөлөгөн сағылдырған 1,5 мең мәҡәлә, шәхестең сығыштары һ.б. донъя күрәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сталинград һуғышында Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуына 70 йыл тулыу айҡанлы, Рәсәй почтаһы “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауҙарын ебәрә башланы.
Был һуғышта ҡатнашыусыларға ошо көндәрҙә һигеҙ мең самаһы ҡотлау ебәрелде. Бындай хаттарҙы иң күп алыусылар Волгоград һәм Ростов өлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Краснодар крайында йәшәй. Башҡортостанға 300 самаһы ҡотлау киләсәк. Почтальондар уларҙы 29 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем таратасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хакимиәт башлығы раҫланды25 ғинуарҙа Благовещен район Советы ултырышы булды. Унда хакимиәт башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.

Совет ҡарарына ярашлы, Фәрит Фазылов Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кемдең үҙ хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһа алғыһы килә, был — бәхәсһеҙ. Тейешле баһа юғары хеҙмәт хаҡында, социаль яҡланғанлыҡта күренә. Шуға ирешеү маҡсатында “Башҡортостанда лайыҡлы хеҙмәт” программаһы раҫланды.
Кисә уға Хөкүмәт йортонда ҡул ҡуйҙылар. Башҡарма власть органдары исеменән Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Профсоюздары федерацияһы һәм Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты (эш биреүселәр яғы) имзаларын ҡуйған документ 2025 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
— “Лайыҡлы хеҙмәт” программаһы донъяла тәүге тапҡыр 1999 йылда тәҡдим ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24 Алға
Бит башына