"Мосолмандар, үҙҙәре мохтажлыҡ кисереп торған хәлдә лә, кешенән ярҙамға өмөт итмәй. Аллаһтың ризалығы өсөн булһын тип, үҙҙәренә үтә лә ҡәҙерле ризыҡтан фәҡирҙәргә, етемдәргә өлөш сығара. "Асыу һәм күңелһеҙлектәр алып килгән Ҡиәмәт көнөндә Раббыбыҙҙың хөкөмөнән ҡурҡабыҙ", — ти улар. Шуның өсөн Аллаһ уларҙы ана шул көндөң бәлә-ҡазаһынан ҡотҡарыр, йөҙҙәренә — нур, күңелдәренә ҡыуаныс бирер".
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәмәкегә ҡаршы көрәш артабан да ҡыҙмаҡсы. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектына яңы төҙәтмәләр, өҫтәмәләр тәҡдим итә.
Шуларҙың береһе — сигаретҡа оҡшатып эшләнгән бөтә әйберҙе (хатта һағыҙҙы ла) етештереүҙе тыйған өҫтәмә. Тәмәкегә ҡаршы закон проектының офиста тәмәке тартыу бүлмәләрен булдырыуҙы һәм яңы фильмда, телевизион тапшырыуҙа, театр сәхнәһендә төтөн һурыуҙы күрһәтеүҙе тыйған яңы төҙәтмә менән дә тулыланыуы ихтимал. Иҫке фильмдарҙа тәмәке көйрәтеү күренештәрен юҡ итеп булмаһа ла, әмәлен тапҡандар: экранда тәмәкеселәр күҙгә салынып ҡалғандан һуң никотиндың зыяны хаҡында социаль реклама "көрәшкә сығасаҡ".
Ком: 0 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр Рәсәйҙә тыуым 6,4 процентҡа артып, нисбәте 100 мең кешегә 13,3 тәшкил иткән. Илдең 79 төбәгендә сабыйҙар элекке йылдарҙағынан күберәк тыуған.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ошо көндәрҙә үткәрелгән видеоселектор кәңәшмәһендә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова, дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының баш табиптары ҡатнашты. Былтыр илебеҙ халҡы 1 миллион 700 меңгә артҡан, тип билдәләнде унда. Тәбиғи артым — 4 мең 600 кеше. Сабыйҙар үлеме 8,8 промилле тәшкил итә.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Яковлева үҙенең сығышында илдәге демографик хәлгә баһа бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 804 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар йәшел сәйҙең файҙаһы тураһында күп һөйләй. Швеция ғалимдарының асыҡлауынса, ҡара сәйҙең дә шифаһы күп: уны көн дә дүртәр сынаяҡ эскән кешелә инсульттың барлыҡҡа килеү хәүефе 21 процентҡа кәмей икән.
Быны асыҡлар өсөн ғалимдар ун йыл буйы 75 меңгә яҡын сәйхурҙы күҙәткән. "Ҡара сәйҙәге флавоноид тигән берләшмә йөрәк һәм баш мейеһе өсөн шифалы", — ти белгестәр.
Ҡара сәйҙең файҙаһын күрер өсөн бер нисә шартты үтәргә кәрәк: көнөнә дүрт сынаяҡтан да кәм эсмәҫкә, ҡан баҫымын контролдә тоторға, араҡы ҡулланмаҫҡа һәм тәмәке тартмаҫҡа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 893 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Дауаханабыҙҙы яба күрмәһендәр", тип хәүефләнә ауылдаштарым
Бик күп йылдар тракторҙа эшләнем. Хәҙер йыш ҡына сирләп алам, дауахана юлын тапамай сара юҡ.
Йыш ҡына медицина хеҙмәтенән ҡәнәғәтһеҙлек кисергән ауырыуҙарҙың дәғүәләрен уҡырға, ишетергә тура килә. Шул саҡта үҙебеҙҙең ниндәй яҡшы табиптар күҙәтеүендә булыуыбыҙҙы һиҙеп, ғорурланып та, шатланып та ҡуям. Ғәжәп, ни өсөндөр, Илеш районының Андреевка ауылы дауаханаһына гел генә мәрхәмәтле, булдыҡлы табиптар килеп эләгә лә тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылан йылы донорҙар өсөн дә яңылыҡ алып килде: хәҙер ҡан биреү яңы ҡағиҙәләр буйынса алып барыласаҡ.
Элек клиникаларҙа ҡан тапшырған һәр кемгә аҡсалата компенсация түләнһә, быйылдан уның урынына туҡлыҡлы аш-һыу ғына биреләсәк. Медицина йәмәғәтселеге яңылыҡты бик һаҡ, аптырабыраҡ ҡабул итте. Совет осоронда һәм һуңғы йылдарҙа ҡан биргән һәр кемдең хеҙмәтен, фиҙаҡәрлеген баһалап, уны тәмле итеп һыйлауҙан тыш, ял көнө, аҡсалата түләү менән һөйөндөрҙөләр. Мәҫәлән, Мәскәүҙә яңыраҡ ҡына 100 мл ҡан өсөн 650 һум түләйҙәр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 725 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Донор" һүҙенең латинса тәржемәһе — "бүләк итеү".
Медицина ихтыяждары өсөн илдә 1000 кешегә 40 донор тура килеүе шарт.
Йөрәкте туҡландырыусы тамырҙарҙан бер минут йүгереүсе ҡан миҡдары йөрәк тарафынан ҡыуҙырылғандың 4-5 процентын тәшкил итә (250 мл). Артериялар 2-8 секунд һайын ҡағып тора.
Ял иткәндә кешенең бөтә ҡаны бауырҙа минутына бер тапҡыр таҙара.
Әгәр ҙә кешенең ҡан тамырҙарының тотош оҙонлоғон иҫәпләһәк, ул 200 мең километр тәшкил итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 793 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуындар сылбыры өҙөлмәй
Ҡариҙел яҡтарында һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә.
— Медицина учреждениеларының матди-техник базаһы йылдан-йыл нығый, — ти райондың баш табибы Рәйес Ғәзизов. "Һаулыҡ" милли проектына ярашлы, һуңғы ике йылда ғына ла дүрт миллион һумлыҡ заманса техника һәм йыһаз алынды.
Төбәк халҡына үҙәк район дауаханаһы, Ҡыҙыл Үреш, Магинск, Әтнәш, Ҡараяр ауылдарының табиплыҡ амбулаториялары, Байҡыбаш дауаханаһы, 56 фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамы күрһәтә. Поликлиника сменаһына 500-гә ҡәҙәр ауырыуҙы ҡабул итә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 920 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Баш ҡалалағы ҙур сауҙа үҙәгенән ҡиммәтле телевизор һатып алғайным, әммә күп тә үтмәҫтән ул насар күрһәтә башланы, һәм ремонтҡа алып барҙыҡ. Гарантия ваҡыты үтмәгәйне, әммә йүнәткәндән һуң беҙҙән аҡса талап иттеләр. Түләмәһәгеҙ, кире бирмәйбеҙ, тиҙәр. Гарантияһы ғәмәлдә булғас, бушлай эшләргә тейеш түгелдәрме ни?
Ком: 0 // Уҡынылар: 965 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй студенттары көнөндә борсоулы уйланыуҙар
Студенттарҙың ҡышҡы сессияһы тамамланып килгән мәл. Үҙебеҙҙең йәшлектәге бындай осорҙар байрам һымаҡ ҡына хәтергә төшә: дәрескә көн дә йөрөргә кәрәкмәй, имтиханды тапшырҙыңмы — әйҙә, рәхәтләнеп ял ит… Хәҙер өҫтәүенә күңел асып алырға сәбәп тә бар: 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттарының рәсми байрамы билдәләнә.
Әммә хәтирәләремде борсолоу алмаштыра. Бының сәбәбе — Рәсәйҙең мәғариф тармағында барған үҙгәртеүҙәр. Үткән йыл был йәһәттән байтаҡ яңылыҡтары менән тарихҡа инеп ҡалды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Түлле халыҡ — елле халыҡБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендә Белорет районында үткән күсмә кәңәшмәлә республиканың көньяҡ-көнсығышындағы демографик хәл тикшерелде.
Сарала ҡатнашыусылар демографияға ҙур йоғонто яһаған тыуым, үлем һәм миграция күрһәткестәрен тикшерҙе. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, төбәктә халыҡ һаны 2010 йылдан 2012 йылға тиклем 3,4 процентҡа кәмегән. Сабыйҙар һаны ла аҙайған: 2010 йылда бер мең кешегә — 18,1, 2011 йылда — 17,4, 2012 йылда 16,7 сабый тура килгән. Шулай ҙа көньяҡ-көнсығышта тыуым коэффициенты республика буйынса сағыштырғанда юғарыраҡ. Былтыр төбәктә 3 502 кеше вафат булған (2011 йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк).
Ком: 0 // Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар ишәйәсәкҮҙ мөйөшөңә, етмәһә, өр-яңы торлағыңа тәүләп аяҡ баҫҡанда ниндәй хис тыуа, тойғо кисерелә? Был һорауға яуаптар берҙәй үк булмаһа ла, һис шикһеҙ, оҡшаштыр. Моғайын, күңелдәренә ҡыуаныс тулыуын, иртәгәһе көнгә ҙур ышаныс тыуыуын әйтерҙәр.
Мәләүез ҡалаһында өй туйлаған йәштәр үҙҙәрен күктең етенсе ҡатындағылай тойҙо. Шулай булмай һуң! Өр-яңы торлаҡ хужалары булһындар әле! Фатирҙарҙың туғыҙы — етем балаларға, алтауһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ сиратта торған йәш ғаиләләргә бирелде.
Ҡаланың Көньяҡ урамындағы 3-сө йорт республиканың Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды заказы буйынса ни бары һигеҙ ай эсендә ҡалҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 818 тапҡыр // Тотош уҡырға
Битараф булмаһағыҙ, шылтыратығыҙ!Тыуған еребеҙҙең, тирә-яҡ тәбиғәттең яҙмышына бер кем дә битараф түгелдер. Тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, йылға-күлдәребеҙҙе мул һыулы, саф итеп тотоу, урман-туғайҙарыбыҙҙы сүптән таҙартыу һымаҡ оло һәм изге бурыс иңгә һалынған. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә беҙҙән ни ҡалыр? Һорауҙар, һорауҙар...
Уларҙың күптәренә яуапты “Башҡортостан” гәзите Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап ойошторған “тура бәйләнеш” аша алырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Рим улы Һаҙыев һеҙҙең һорауҙарығыҙҙы, үтенестәрегеҙҙе буш ҡалдырмаҫ, сетерекле мәсьәләләр буйынса ла ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Йондоҙҙар"ҙан ҡотолоу ярҙам итмәне...Кубокка быйыл төп дәғүәселәр – "ЦСКА" менән "СКА"
– Беҙгә "йондоҙҙар" кәрәкмәй, уларҙан көйәрмәндәр ҙә, беҙ ҙә ялҡып киттек, – тигәйне юлаевсыларҙың генераль менеджеры Олег Гросс быйылғы уйын миҙгеле башланыр алдынан. Ошоно раҫлағандай, команданан Александр Радулов, Виктор Козлов, Петр Счастливый кеүек хоккейсылар китеп барҙы. Ғөмүмән, состав тулыһынса яңырҙы тиергә була. Әммә бындай үҙгәрештәр һөҙөмтә бирҙеме һуң? Әйҙәгеҙ, Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле тамамланыр алдынан ошо турала фекер йөрөтөп алайыҡ.
Бынан бер нисә йыл элек яңы барлыҡҡа килгән лигала Көнсығыш клубтары хакимлыҡ итте. Бигерәк тә, Ҡазандың "Аҡ барыҫ"ы менән Өфөнөң "Салауат Юлаев"ы һәр ваҡыт тиерлек Гагарин кубогына төп дәғүәселәрҙән һаналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 800 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш быуынды көслө итергә тырышаМиҙхәт Мусаҡаевҡа ҡарайһың да һоҡланыу тойғоһо кисерәһең: бер үҙендә күпме илһам, дәрт туплаған ул. Күрәһең, ир аҫылы өсөн 60 йәш һис кенә лә олоғайыу билдәһе түгел, ә яңы тормош башы. Ул егеттәрсә янып-көйөп эшләй, киләсәккә ҙур өмөт бағлай, йәш быуынды физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләп, халҡыбыҙҙың һаулығын спорт ярҙамында нығыта алыуына ихлас ышана.
Миҙхәт Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында донъяға килә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Салауат исемендәге колхозда бер аҙ эшләп ала ла Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Унан ситтән тороп Мәскәүҙә Ленин орденлы Үҙәк физик культура институтында белем эстәй.
Һәләтле етәксе, спортсы 1989 йылда республикабыҙҙағы берҙән-бер физик культура техникумының директоры итеп тәғәйенләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24 Алға
Бит башына