Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Авиация ҡорамалы” концернының генераль директоры Максим Кузюк менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Сарала холдингка ингән “Өфө агрегат берекмәһе”н үҙгәртеп ҡороу һәм һауа судноларын электр менән тәьмин итеү системалары производствоһын Мәскәүҙән Өфөгә күсереү мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 719 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала инвестициялар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был тәңгәлдә һуңғы йылдарҙа үҫеш ныҡлы һиҙелә. Мәҫәлән, 2011 йылда төп капиталға инвестициялар 185 миллиард һум тәшкил итһә, былтыр күрһәткес 250 миллиардтан ашҡан.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һалым ташламалары, уңайлы эш шарттары булдырыу, административ ҡаршылыҡтарҙы мөмкин тиклем кәметеү, ҙур проекттарҙы хуплау, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү — быларҙың барыһы ла инвесторҙарҙы ылыҡтыра.
“Беҙ вәғәҙә иткәнде һәр саҡ үтәйбеҙ, беҙҙең өсөн ул — закон.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

28 ғинуар – Ленин ордены кавалеры Сәғит Хәбирйән улы Хәбирйәновҡа 80 йәш;
29 ғинуар – “Йәшлек” (“Йәш юҡһыл”) республика йәштәр гәзитенең тәүге һаны сығыуға 90 йыл;
1 февраль – тыуған яҡты өйрәнеүсе, Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Фәрит Назар улы Вахитовҡа 80 йәш;
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫта һәм фантазияға бай хужабикәләр иғтибарына иҫ китмәле матур һәм тәмле салаттар әҙерләү өлгөһөн тәҡдим итәбеҙ. Улар һәр табынды биҙәр.
"Көнбағыш"
Кәрәк:
Тауыҡтың 250 г түш ите, 150 г ҡаты сыр, бешкән 5 йомортҡа, бешерелгән 200 г бәшмәк (шампиньон яҡшыраҡ), 3 баш һуған, 4 бәрәңге, һөйәкһеҙ зәйтүн емеше (банканың дүрттән бер өлөшө), бер ҡап чипсы, майонез.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төбәк үҫеше өсөн этәргесСаммиттар ике-өс көн генә барасаҡ, әммә уларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ
Башҡортостан донъя әһәмиәтендәге саралар үткәреүгә әҙерләнә — Өфөлә халыҡ-ара саммиттар үтәсәк. Ошоға бәйле әле йәмғиәттә төрлө фекер йөрөй. Бөгөнгө әңгәмә аша республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С.Т. СӘҒИТОВ мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә.
— Салауат Тәлғәт улы, һеҙҙең менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеп, иңегеҙгә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгәндән һуң осрашҡайныҡ. Ул осорҙа халыҡ-ара форумдар барышында ойоштороласаҡ саралар буйынса ла, уларҙы үткәреү урындары хаҡында ла аныҡ мәғлүмәт юҡ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 790 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡар-буран да ҡамасау түгелСәфәр сығыр көндө иртән ҡар яуып, буран ҡоторҙо. Мишкәлә лә һауа шарттары шундай икән. Беҙ бер аҙ албырғап ҡалдыҡ.
— Ҡасан килһәгеҙ ҙә рәхим итегеҙ! — тип хәлгә инергә тырыштылар район хакимиәтенән шылтыратып. Ләкин беҙҙең хәбәрселәр төркөмө, ҡар саҡ ҡына туҡтағайны, тәүәккәлләргә йөрьәт итте.
Машина кәйкәләй-кәйкәләй Бөрө ҡалаһын үтеп, Мишкә сигенә еткәс, беҙҙе район хакимиәтенең “УАЗ”-ы ҡаршы алды. Тракторҙар юлды таҙарта. Иншалла, район үҙәгенә хәүеф-хәтәрһеҙ “һә” тигәнсе барып еттек.
Ком: 1 // Уҡынылар: 852 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң мөһиме — быйыл да бергәбеҙБаҫманың аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылғандар отто
Яңы йылдың тәүге айында уҡыусыларыбыҙҙы барлау, баҫмабыҙға яҙылып, лотерея уйынында ҡатнашыу өсөн квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр һәм иғлан ителгән акцияға ҡушылғандар араһында еңеүселәрҙе билдәләү матур йолаға әүерелде. Быйыл да гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарын оҙаҡ көттөрмәйек тип бәйгегә йомғаҡ яһарға ашыҡтыҡ.
Иң тәүҙә "Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһының еңеүселәрен асыҡланыҡ. Бүләк хужаларын билдәләү бурысын был юлы кескәйҙәргә түгел, ә баҫмабыҙҙың 2012 йылғы лауреаттарына тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, улар ҙа быны ҙур ихласлыҡ менән атҡарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 742 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәрәкәт бәрәкәтле булһын ине(Рауил Бикбаев, "Ышаныстар һәм борсолоуҙар", 2012 йыл, 28 ноябрь)
Депутатыбыҙ үҙ яҙмаһын Рәсәйҙә барған бөгөнгө киҫкен, хәүефле мәсьәләләргә арнаған. Мәҡәләне ҡат-ҡат уҡып сығып, унда күтәрелгән проблемаларға ҡарата үҙ фекеремде белдермәксе булдым.
"Илар бала атаһының һаҡалы менән уйнай" тигән беҙҙең халыҡ. Рәсәйҙең ҡайһы бер ғалимдары, сәйәсмәндәре, булыр-булмаҫ депутаттары илде тотоп торған милли республикаларҙың, өлкәләрҙең бөтөн булыуын күрә алмай, үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып, бөгөнгө федераль ҡоролошто нисек тә юҡ итергә ынтыла. Заманында иң көслө тип иҫәпләнгән, ныҡ ҡоралланған армияға эйә булып, бөтә донъяны баҫып алып, миллиондарса халыҡты тубыҡландырырға маташҡан Гитлер ҙа юҡҡа сыҡты, халҡын оятҡа ҡалдырҙы. Бөгөн дә шуның аҙымын ҡабатларға теләүселәр бар, ахырыһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 909 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләкәй, әммә зыяны ҙурБик тә хәүефле был сир тураһында күптәрҙең белмәүе ихтимал. Описторхоз — паразит сир. 6–13 мм оҙонлоғондағы бәләкәй генә селәүсендәр кеше организмындағы органик матдәләр иҫәбенә йәшәй. Описторхоз ҡарышлауығы менән зарарланған карп төркөмөнә ҡараған балыҡ ризыҡтарын ашағанда кешенең дә, бесәй, эт, төлкө һәм башҡа хайуандарҙың да сирләүе бар.
Ошо ваҡ ҡына ҡарышлауыҡтар бөйән эсәге һәм үт ҡыуығы аша бауырҙың үт юлдарына эләгә. Йыш ҡына улар ҡалҡан аҫты биҙендә һәм үт ҡыуығында ла осрай. Организмға эләккәндән һуң өс-дүрт аҙна эсендә гельминттар үҫеп етеп, йомортҡа һала башлай. Айырым паразиттың күпме ғүмер йәшәүе билдәле түгел.
Селәүсен менән зарарланған кешенең сәләмәтлеге күҙгә күренеп ҡаҡшай: бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре ҡалҡа, анемия күҙәтелә, аллергия йонсота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 868 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер бүләк ит!Ер шарында йәшәүсе һәр өсөнсө кеше донор ҡанына мохтажлыҡ кисерә. Рәсәйҙә лә ҡан тапшырыу мәсьәләһе бик мөһим. Йәмәғәтселектең хәлде яҡшы аңлауы һәм донорҙар хәрәкәтендә ҡатнашыуы сәләмәт быуын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Республиканың ҡан биреү станцияһы донорлыҡты пропагандалау, ҡанды һәм уның өлөшсәләрен әҙерләүҙе, ташыуҙы һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү, медицина ойошмаларына ярҙам күрһәтеү үҙәге булып тора. Уның матди-техник кимәле юғары: донор ҡанын хәүефһеҙ, сифатлы итеп әҙерләүгә булышыусы кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 908 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 36 Алға
Бит башына