Донъя спортсылары йәнә  Өфөлә йыйылдыБашланды! Барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына старт бирелде! Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр Өфөлә үткән был ярышҡа 19 илдән 59 команда килде.
Ярыш хоккей уйындары менән асылды. Шуға ла “Өфө-Арена” боҙ һарайына йәш спортсылар иртүк йыйыла башланы. Бына-бына матчҡа сығырға әҙерләнгән Латвияның Даугавпилc үҫмерҙәренең кәйефе менән ҡыҙыҡһынам.
– Беҙ Өфөлә беренсе тапҡыр, бик ихлас ҡаршы алдылар, – тине улар бер тауыштан. – Бығаса Өфө хаҡында ишетеп кенә белә инек.
– Еңеүгә өмөтөгөҙ бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 779 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡтыға әйҙәүсе әҙибәБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт итеүен асыҡ күрһәткән эпик ҡоласлы оло ижады тарихыбыҙҙың ҙур бер осорон дөйөмләштереүсе йылъяҙма булараҡ күҙ алдына баҫа. Уның баһаһы, әһәмиәте ваҡыт үтеү менән арта ғына бара. Талантлы оло әҙибә халҡыбыҙҙың тормошонда үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ символына әйләнде.
“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында әҙибәбеҙҙең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһенә халыҡтың эркелеп килеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Кемдәр генә юҡ унда: яҡташтары, замандаштары, студенттар... Ғөмүмән, Зәйнәб Биишеваның ижадын һөйөүселәр уның яҡты рухына баш эйергә килгән.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1241 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзит юлдары — ҡанатлы һүҙҙәр– Юғары уҡыу йортон тамамлау яҡшы белгес тигәнде аңлатмай әле. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә бик етди эшләргә кәрәк. Белемемде камиллаштырыу тураһында һүҙ алып барам. "Ғилемле меңде, белемһеҙ берҙе еңер", тибеҙ. Белемгә ынтылыш кеүек сифат минең күңелемә бәләкәйҙән, Туймазы ҡалаһында йәшәгәндә үк һалынған, бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендәге китаптарҙы уҡырға әүәҫмен, шулай уҡ көндәлек матбуғат менән дә даими танышып барыу яғындамын.
"Ауыл табибы" программаһына ярашлы Кушнаренкоға килеп эшләй башлағас та, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ҡарамаҫтан, бер нисә гәзит-журналға яҙылдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман технологиялары ярҙамға киләКисә Өфөлә "Электрон сауҙа: Евразияға үтеп инеү талаптары" халыҡ-ара форумы эш башланы.
Сараның Башҡортостанда үтеүе юҡҡа түгел: бөгөн республикала инновацияға һәм өр-яңы сауҙа технологияларына ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ тиҙҙән донъя кимәлендәге саммиттар ҙа үтәсәк. Форум — ошо сараларға әҙерлектең башы тиһәк, һис тә хата булмаҫ, моғайын. Унда электрон сауҙа өлкәһендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тәжрибәһе ентекле өйрәнелә, һығымталар яһала. Бөгөн был төр хеҙмәткә дәүләт власы органдары ла, ҙур компаниялар ҙа – бөтәһе лә ихтыяж кисерә. Тимәк, һис шикһеҙ ошо мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшерлек дөйөм майҙансыҡ та булырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 757 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бесәнде ашамайҙар, һалам яраталар“Башаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Михайловка һөтсөлөк фермаһында ялан кәртәлә малдың иркен йөрөүен күреп, ай-һай ҡайһылай рәхәтләнәләр тип уйлап өлгөрмәнем, ферма мөдире Рафиҡ Хәйруллин яныма килеп:
— Мал асыҡ һауала кинәнә. Аҙыҡ мул булғас, оҙон ҡыш ҡурҡыныс түгел. Быйыл һоло һаламы шәп булды, яратып ашайҙар.
Һәр ерҙә малсылыҡ биналарының төҙөк, ҡураларҙың таҙа булыуы күҙгә ташлана. Иң мөһиме — малдар һәм хеҙмәтсәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Фермала 750 баш мал, шул иҫәптән 320 һауын һыйыры, 130 баш йылҡы бар. Улар айырым ялан кәртәлә тотола. Йылҡы өйөрҙәре иһә тибенлектә йөрөй, тик төнгөлөккә генә ҡураға ябыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1040 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәл итәһе мәсьәләләр барБылтырғы йылға йомғаҡ яһау Нефтекамала ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел: бөтә төр күрһәткестәр буйынса республикала дүртенсе урынды тотороҡло тотҡан ҡаланың һәр предприятие, ойошма һәм учреждениеһында хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, башҡаларға өлгө булыусылар бихисап. Сараға иң-иңдәр саҡырылды. Ярты быуатлыҡ юбилей йылына аяҡ баҫҡан ҡала үҙенең алдынғы нефтсе һәм машина эшләүселәрен, төҙөлөш, еңел сәнәғәт тармағы эшсәндәрен, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ, йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ башҡа өлкәләрҙә фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙаныусыларҙы тәбрикләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәм балаһы хеҙмәттә һыналаХалыҡтың ихтирамын һәм хөрмәтен яулау һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхеттер. Был ауылда Яхъя ағай барыһының да үҙ кешеһенә әүерелә. Оҫта лектор булып таныла, йыйылыштарҙа тамашасыларҙы сәғәттәр буйы ауыҙыңа ҡаратып тыңлатыу еңел түгел. Идеология эшенә лә ваҡыт таба, хужалыҡтағы мәшәҡәттәрҙе лә уға йөкмәтәләр.
Шауъяҙы башланғыс сәйәси мәктәбенең пропагандисы Яхъя Ноғоман улы дәрестәрҙе бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп үткәрә. Программаның ауырлығына ҡарамай, материалды тыңлаусыға ябай тел менән аңлатыуға өлгәшә. Ялҡытҡыс та түгел, шаблонға ла юл ҡуйылмай. Шуға күрә лә зал һәр саҡ тулы була.
Мәҫәлән, Өфөлә ойошторолған ғилми-ғәмәли конференциялағы сығышын КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриев юғары баһалай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 911 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәми тыуып үҫкән төбәкАрҡауыл ауылында тыуып үҫкән Рәми Ғарипов — талантлы шағир ғына түгел, Тыуған иленең, Башҡортостанының ялҡынлы патриоты ла. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул, үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеп, бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Талантлы шағирҙың көтмәгәндә, ижад ҡомары сәскә атҡан осорҙа ғына, ҡапыл вафат булыуы Арҡауыл ауылы һәм Салауат районы кешеләрен генә түгел, тотош республика халҡын тетрәндерҙе. Әҙиптең әҫәрҙәре юғары баһаланып, үлгәндән һуң уға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел йылыһы һалынғанЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн «Күмәс өй» тип аталған китап донъя күрҙе. Был үҙенсәлекле баҫмала башҡорт, урыҫ һәм немец телдәрендә әкиәттәр тупланған. Проект авторы –- Алһыу Хамматова.
Китапҡа ағалы-энеле Якоб менән Вильгельм Гриммдарҙың киң билдәле өс әкиәте ингән: «Тәмле бутҡа», «Һензель менән Гретель», «Барҡылдыҡ ҡушаматлы батша». Баҫма сағыу биҙәлешле: ҡурсаҡтар, уйынсыҡ йыһаз һәм йорт кәрәк-ярағын ҡулланып, сәхнә күренештәре рәүешендә төшөрөлгән төрлө фото балаларҙың иғтибарын яуламай ҡалмаҫ. Уларҙың өлгөһөндә кескәйҙәрҙең үҙҙәренең дә уйынсыҡтары менән яңыса, ижади уйнарға теләге уяныр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1067 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сикһеҙ хыял даръяһындаКүңелдә хыял яралғас, әҙәм балаһы шуны тормошҡа ашырырға ынтылырға тейеш. Юҡһа, хыял шул кимәлендә генә ҡалһа, ул килтергән татлы хис-тойғо яйлап күңелде кимерә башлай йә мәңге баҫылмаҫ үкенес утына әүерелеүе ихтимал.
50 йәшлек юбилейына аяҡ баҫҡанда, йәшлек хыялы йәнә күңеленә тынғы бирмәй башлағас, «Йәшлек хыялын тормошҡа ашырғым килә! Диңгеҙ буйында кем ҡыуыш ҡына булһа ла тәҡдим итә — эйәрәм дә китәм. Билләһи! Биҙҙем ошо тормоштан! Биҙҙем!» — ти Гүзәл. Һүҙем 1 һәм 2 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыласаҡ «Хыял диңгеҙе» комедияһының премьераһы хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 43 Алға
Бит башына