Сүп-сарҙың тоғо ни хаҡ?Редакцияға Өфө районының Дорогино ауылынан бер нисә кеше шылтыратып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һораны. Бында йәшәгән кешеләрҙе иң ныҡ борсоғаны — көнкүреш ҡалдыҡтарына тәғәйен урын булмауы. Урындағы халыҡтың үтенесен иҫәпкә алып, икенсе көндө үк юлға сыҡтыҡ. Баш ҡаланан Дорогиноға тиклем машина менән бер сәғәт тигәндә елдереп барып та етәһең.
Бына Кириллово ауыл Советы. Ауыл күркәм, таҙа. Урындағы хакимиәт башлығы Николай Келлер менән алдан һөйләшеп ҡуйғайныҡ.
— Әлеге проблема менән беҙ күптән таныш, ләкин Дорогино халҡына бөгөн ярҙам итә алмайбыҙ. Ауыл әлегә төҙөлөш майҙансығы булып иҫәпләнә һәм муниципалитетҡа тапшырылмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1220 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төҙөүселәргә һәйкәл асыласаҡЮбилейға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эш планы төҙөлдө, ойоштороу комитеты раҫланды. Төҙөлөшкә ҙур иғтибар бүлмәкселәр. Мәҫәлән, Нефтекаманың тәүге төҙөүселәренә һәйкәл асыласаҡ, ике балалар баҡсаһы һәм торлаҡ йорт сафҡа инәсәк. Ҡаланың 4-се дөйөм һәм Әмзә ауылының урта белем биреү мәктәптәре, 27-се балалар баҡсаһы, “Торос” стадионы төҙөкләндереләсәк. Машина эшләүселәр колледжы бинаһы тәртипкә килтереләсәк.
Бынан тыш, Ленин урамында һәм Комсомол проспектында “Ҡала тарихы” тип аталған аллея булдырыласаҡ. Төрлө кисәләр, конкурстар, күргәҙмәләр күп үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 900 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрам саралары башландыБашҡортостаныбыҙҙа бик үҙенсәлекле бер урын бар, ул — Европа менән Азия ҡушылған ер. Эйе, һүҙ — Учалы төбәге хаҡында. Ағымдағы йыл урындағы халыҡ өсөн иҫтәлекле, сөнки ҡалаға 50 йыл тула.
Республика тарихында 1963 йылдың 1 феврале Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы тигән эшсе ҡасабалары ҡушылған көн булараҡ билдәләнгән. Яңы барлыҡҡа килгән ҡалаға Учалы тип исем биргәндәр. Бөгөн бында 40 мең самаһы кеше йәшәй.
Иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында, күлдәр янында урынлашҡан ҡала — сәнәғәт үҙәге. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ғына ни тора! Ул Рәсәйҙәге цинк концентратының 65 процентын етештерә, шулай уҡ ҙур булмаған миҡдарҙа баҡыр, алтын, көмөш, платина һәм башҡа металл таба.
Ком: 0 // Уҡынылар: 879 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәйеп, тимәк, ата-әсәлә“Башҡортостан”дың 250-се һанында 2013 йылдың тәүге яртыһына гәзиткә ҡайҙа нисек яҙылыуҙары тураһында мәғлүмәт менән танышҡас, фекерҙәремде еткерергә булдым.
Хәҙер тормошобоҙҙа компьютер ҙур урын алыу сәбәпле үҫмерҙәрҙең гәзит-журнал уҡымауы, телмәрҙәге сафлыҡты һаҡлап ҡалыу — йәмғиәттең “баш ауырыуы”.
“Милли матбуғатты ҡулланыу нигеҙендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” тигән тема өҫтөндә эшләү баҫмаларҙың милли мәғарифты үҫтереүҙә һөҙөмтәле бер сара булыуына инандырҙы. Милли матбуғат — беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, ҙур ярҙамсы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 956 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сәхәбә” мәсетендә – Мәүлит байрамыАҙна буйы көндәр болотло булып, ҡар яуып, буранлап торғандан һуң, ғинуарҙың 25-енән 26-һына ҡарай төндә аяҙытып ебәрҙе, һәм Ерҙе Ай үҙенең көмөш нурына сорнаны. Иртәгәһенә көндөҙ ҙә Миәкә күгендә болот әҫәре лә булманы — Ер Ҡояштың алтын нурында ҡойондо. Башҡортостаныбыҙҙың бүтән төбәктәрендә лә, моғайын, шулай булғандыр...
Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауҙа һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең сәхәбәләре, йәғни уның заманында йәшәгән һәм унан ғилем алған кешеләр, VII быуатта уҡ башҡорт халҡына Ислам динен килтергән илселәре Зөбәйер улы Зәйет хәҙрәт менән Зәйет улы Абдрахман хәҙрәт ерләнгәнлеген хәҙер күптәр беләлер. Был изге урынды зыярат ҡылыу, Изге шишмәһенең һыуын эсеп сихәтләнеү хатта илебеҙҙә атеизм сәскә атҡан дәүерҙә лә туҡтамаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дин —ул нәсихәтБисмилләһир-рахманир-рахим.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән: “Нимә ул дин?” — тип һорағандар. Ул оҙон-оҙаҡ аңлатып тормаған, ә мәҡәл кеүек ҡыҫҡа, тос итеп: “Дин — ул нәсихәт”, — тигән. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу ул. Ә әҙәм балаһы бындай өгөткә һәр ваҡыт мохтаж. Нәсихәт төрлө була: атай-әсәйҙеке, өләсәй-олатайҙыҡы, туғандарҙыҡы, етәксенеке, иптәштәрҙеке. Бөтөнөһө лә кеше тормош юлында аҙашмай, тура юлдан барһын, хата эшләмәһен, ауырлыҡҡа бирешмәһен, бәхетле булһын тигән ниәттә әйтелә. Ә иң юғарыла — Аллаһ Тәғәләнең өгөтө.
Әҙәм балаһы тормошта һәр саҡ кемдәндер өлгө ала. Иң тәүҙә — атай-әсәйҙән, яҡындарынан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1244 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәрәптәр беҙгә өлгө күрһәтәЙүнселдәрҙе борсоған мәсьәләләр бихисап
Бөгөн башҡорт эшҡыуарлығының хәле нисек? Йүнселде ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр борсой, нимәләр уйландыра? Үҙенең иртәгәһен ул нисек күҙаллай, ошо тармаҡтағы үҙгәрештәргә ризамы? Башҡа илдәрҙә, төбәктәрҙә был йәһәттән хәлдәр нисегерәк? Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнер өсөн бөгөн дәүләт уңайлы шарттар тыуҙырғанмы? Әлбиттә, бындай һорауҙарға үҙе ошо өлкәлә "йөҙгән", ундағы хәлдәр менән күҙгә-күҙ таныш кеше генә яуап бирә алалыр. Компьютер бизнесында ике тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләгән эшҡыуар, "Банкос" компанияһының генераль директоры Рәүеф ӘЛМӨХӘМӘТОВ — шундайҙар иҫәбенән. Шуға ла беҙ һорауҙарыбыҙға яуап эҙләп тап уға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан ҡыҙҙарыРәхимйән Вәлиев Бөрйән районында тыуған. 1949 йылда урта мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтында ситтән тороп белем ала.
1952 йылда армия сафына алына. Һалдат хеҙмәтенән башлап СССР Оборона министрлығының өлкән фән хеҙмәткәре дәрәжәһенә тиклем етә. Уның 70-тән ашыу ғилми хеҙмәте баҫылып сыға, шулар араһында ике монография ла бар.
1960 йылда Ҡытай оборона министрлығының үҙәк аппаратында ғилми советник булып эшләй. Әле хаҡлы ялда, ҡатыны Рабиға апай менән Тверь ҡалаһында йәшәй, ике улы Айвар менән Салауат хәрби белемле, Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? Әлбиттә, Сибай институтынан!Һуңғы ваҡытта йәштәрҙе юҡ-барға тиргәү ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара кеүек. Уларҙа ватансылыҡ, илһөйәрлек хистәренең булмауына, Тыуған илгә ҡарата һөйөүҙең йылдан-йыл кәмей барыуына, рухтың юҡлығына аптырап ҡалабыҙ. Ә сәбәптәренә иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙең үҙебеҙҙән тороуын, юғары һүҙҙәр менән түгел, ә аныҡ саралар ярҙамында хәл итергә кәрәклеген хәтерҙән сығарабыҙ.
Элекке замандарҙы иҫләп, партия ваҡытын һағынып ҡына бөгөн илһөйәр һәм телһөйәр граждандарҙы тәрбиәләү мөмкин түгел. Тап ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе күҙ уңында тотоп, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының күсмә конференцияһы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1171 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат Юлаев” командаһы Континенталь хоккей лигаһының сираттағы матчында Омск ҡалаһының “Авангард”ы менән осрашты.
Былтыр сентябрҙәге алышта беҙҙекеләр “Авангард”тан 2:1 иҫәбе менән еңелгәйне, шуға ла ярыш алдынан көйәрмәндәрҙең күңелен икеле-микеле уйҙар биләүе ғәжәп түгел. Нимә генә тимә, дәғүәселәребеҙ ғәҙәти команда түгел – Көнсығыш конференцияһында иң көслөләрҙән һанала.
Уйындың 11-се минутында Антон Слепышевтың йылғырлығы менән “Авангард” ҡапҡаһына тәүге шайба осто, бер аҙҙан Сергей Зиновьев та үҙенең кемлеген күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына