Фермерҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ2012 йыл Башҡортостан агросәнәғәтселәре өсөн еңел булманы. Йәй башынан уҡ ауыл хужалығы культуралары үҫеше өсөн тупраҡта дым етмәне, һауа температураһы ошо осор өсөн ғәҙәттәгенән юғары булды. Башҡортостан Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән 20 төбәге исемлегенә индерелде. Әммә ауыл эшсәндәренең тырышлығы менән афәтте еңеп сыҡтыҡ, матур ғына уңыш алыуға өлгәштек. Ашлыҡтың тулайым йыйымы 2 миллион тоннанан ашып китте.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIV конференцияһын асып, республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко 2012 йыл йомғаҡтарына байҡау яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 978 тапҡыр // Тотош уҡырға
Электр транспортына ихтирам етмәйДөрөҫөн әйтәм, һуңғы бер нисә йыл троллейбуста йөрөгәнем юҡ. Төрлө сәбәптәр буйынса ҡала халҡы троллейбус менән трамвайҙы бик үҙһенмәй. Кемгәлер уларҙың яйлығы, икенселәргә ҡышын һыуыҡ, йәйен эҫе булыуы оҡшамай. Ен кеүек сапҡан шәхси маршруткалар ҙа бында үҙ ролен уйнайҙыр. Уларҙың табыш артынан ҡыуып пассажирҙар тураһында бөтөнләй уйламауын ғына хәтерҙән сығармайыҡ.
Ә бына кисә шулай ҙа троллейбуста ултырып йөрөү форсаты тейҙе. Әллә ошо ваҡыт эсендә улар ҙур үҙгәреш кисергән, әллә яңылары бик йәтеш эшләнгән, әммә ул йылы ине! Дизайн яғынан да күркәм, артыҡ бысранып бармай торған, шул уҡ ваҡытта йәмле генә күк-һоро төҫ һайланған. Һәр бер туҡталыш ике телдә лә иғлан ителә, салонда ҡуйылған экранда ла яҙыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ситкә осмаһа, Рәсәйҙең байлығы үҙ халҡына етерлекБер танышым район гәзитендә эшләгәндә “быйыл яҙғы сәсеүгә ауыл эшсәндәре бер аҙнаға алдан төштө” тигән яҙыуға уҡтала. Бәй, ти ул, былтыр ҙа сәсеүгә, урып йыйыуға шул уҡ ваҡытҡа иртәрәк төшкәйнек түгелме? Әгәр быйыл апрель аҙағы булһа, тимәк, былтыр айҙың икенсе ун көнлөгөндә — ҡар иреп, ер кибеп бөтмәҫ элек — төшкәнбеҙ бит. Ҡыҙыҡ өсөн ул дүрт-биш йылдың тупланмаһын аҡтарып, барлап ҡарай. Өс-дүрт, хатта биш-алты йыл элек тә ошолай яҙғандар: район хужалыҡтары сәсеүҙе бер аҙна алдан башлаған! Тимәк, биш йылдың һәр береһенә аҙнанан һалһаң, айҙан аша. Баҡһаң, “рапортомания” беҙҙең игенселәрҙе март башында уҡ — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап — баҫыуға сығарған даһа! Исмаһам, 1 апрель дә түгел...
Ком: 1 // Уҡынылар: 1108 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йән тыныслығы кәрәкмәй!”Әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе — билдәле тарихсы, журналист, публицист Фәрит Вахитовҡа кисә генә 80 йәш тулды. "Аяҡлы энциклопедия" тип нарыҡланған киң ҡарашлы шәхес менән аралашыу алдынан бер аҙ баҙап ҡалһам да, әңгәмә көсөргәнешһеҙ, еңел генә барҙы. Бик мөһим темаларға ла шаяртыу ҡатыш етди яуаптар бирҙе, үҙе яратҡан шиғырҙарына тиклем һөйләп күрһәтте.
— Фәрит Назар улы, һеҙ күп яҡлы шәхес: берәүҙәр тарихсы, икенселәр яҙыусы, өсөнсөләр журналист булараҡ белә. Үҙегеҙҙе кем тип иҫәпләйһегеҙ?
— Тырыш ҡына, әммә ваҡыт-ваҡыты менән ялҡауланып та алған хеҙмәткәрмен. Әҙәм балаһы ялҡау булмаһа, тау аҡтарыр ине. Кешене ялҡаулыҡ әрәм итә. Иң етеҙ, булдыҡлылар ҙа ҡотола алмай унан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙемдә торманым, Хәким ағай...Туҡһанынсы йылдар башында публицистика менән ихлас мауығып киттем. Әллә етемлектә үҫкән фронтовик балаһы булыуы касафатымы, йә иһә имен ҡайтҡан яугирҙәрҙең нисек йәшәүен, холоҡ-фиғелен күҙәтә йөрөү шул ҡәҙәре лә тәьҫир иттеме, яҙмаларымда йыш ҡына һуғыш, ҡаһарманлыҡ, тоғролоҡ темаһына мөрәжәғәт итер булдым.
Гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәлә йәки очерктарҙы һәр кем үҙенсә уҡый: берәүҙәр яҙғаныңа күҙ йүгертеп кенә үтә лә шунда уҡ онота, икенселәр уны зиһененә лә һеңдерә, йөрәге аша ла үткәрә. Күренекле яҙыусыбыҙ, яу юлдарын үткән Хәким Ғиләжев ағай һәр нәмәне йөрәгенә яҡын ала торған кеше булғандыр, сөнки һуғышҡа арналған әйберҙәремде, ҡәләм тотоп уҡып, ул почта аша йыш ҡына кире ҡайтарыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1318 тапҡыр // Тотош уҡырға
Цигун — ауырымай йәшәүМарсель Сибәғәт улы Вәлишиндың «Цигун терапияһы үҙәге»нә умыртҡа һөйәгендәге һыҙланыуҙарҙан ҡотолорға тип килдем. Утыҙ йыл терапевт булып эшләгән, 1990 йылда Шанхай медицина институтының Цигун терапияһы кафедраһында ҡытайҙарҙың иң яҡшы дауалау ысулдарының береһен өйрәнгән оҫтаға өмөт бағлаған һәм унан сихәт алған бер мин түгел — 15 меңгә яҡын кешегә сәләмәтлеген ҡайтарған ул.
Сир менән көрәшкәндә
Беҙҙең төркөмдәге Рәсимә Потопаға — 40 йәш тирәһе. Өс ай элек үҙендә яман шеш барлығын белгән.
— Бындай диагнозды ишеткән кеше үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, әлбиттә. Мин дә Марсель Сибәғәт улына ҡайғы тулы күҙҙәр менән килдем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1444 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йондоҙҙар” тормошонанАлма ағасынан алыҫ төшмәй
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Лилиә Ишемйәрова менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Фирүзә Аллаярованы (Фирүзә Париж) әле генә «йәш йырсылар» тип йөрөтә инек. Баҡтиһәң, сәхнә «йондоҙ»ҙарының ҡыҙҙары ла йәштәр эстрадаһына юл яра башлаған икән.
Лилиә Ишемйәрованың ҡыҙы Зөлхизә Мортазина (һулдан) менән Фирүзә Аллаярованың ҡыҙы Нәркәс Нурбахтина «Наҙ» тигән төркөм ойошторған. Әлегә өс йыр яҙҙырырға өлгөргәндәр. Наҙлыҡайҙарҙың моңло һәм сағыу тауышы йәштәр күңеленә хуш килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле редакция! Аптыраған көндән һеҙгә ярҙам һорап хат яҙырға булдыҡ.
Беҙҙең Йөҙимән почта бүлексәһе өс ауылды хеҙмәтләндерә. Ут, телефон, Интернет һәм башҡаға түләү өсөн ауыл халҡы шунда йөрөй. Күптән түгел, “почтағыҙҙы ябабыҙ”, тигән шомло хәбәр еткерҙеләр. Имеш, бина иҫкергән, эшләү өсөн шарттар юҡ, уның урынына “күсмә почта” йөрөйәсәк. Онотҡанда бер киләсәк ундай элемтәнең уңайлыҡтары хаҡында беләбеҙ инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1168 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нефтекама ҡалаһы сираттағы “Дуҫлыҡ моңо-2013” башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурс-фестиваленә әҙерләнә. Быйылдан башлап был ижади бәйге танылған йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева исемен йөрөтәсәк.
Фестиваль апрель айында үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы ла инде. “Дуҫлыҡ моңо” Нефтекамала 1991 йылдан уҙғарыла. Һуңғы фестиваль тап ике йыл элек үткәйне.
Халыҡ-ара фестиваль өс этаптан тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, конкурста ҡатнашыуға балаларға тәғәйенләнгән “Дүрткүҙ” китабы өсөн Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының драма артисы Ғәлин Рауил Әхтәрйән улын, “Һайланма әҫәрҙәр. II том” китабы өсөн яҙыусы Әлибаев Сафуан Әфтәх улын (Сафуан Әлибайҙы) индерергә ҡарар итте.
Дәғүәселәрҙең тәүгеһе — Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы, икенсеһе Башҡортостандың Яҙыусылар союзы тарафынан тәҡдим ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына