Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә уны баҫалар!Кейеҙ баҫыу — башҡорт халҡының әүәл-әүәлдән килгән шөғөлө. Шулай булмаһа, башҡорттарҙың кейеҙ баҫыу тарихын ғалим И.И. Георги ХVIII быуатта уҡ ентекләп теркәп ҡалдырмаҫ ине. Урыҫ ғалимы С. Руденко ла үҙенең хеҙмәттәрендә: "Ҙур һәм ҡалын кейеҙҙәрҙе башҡорттар ат ярҙамында баҫа", тигән ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙып ҡалдырған. Ғөмүмән, ата-бабалар кейеҙҙе хужалыҡ итеүҙең һәр тармағында файҙаланған, ул халыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған.
Уҡ-ҡылыстан һаҡланыр өсөн ҡалҡан көпләһендәрме, ат һыртына яба торған сифатлы сергетыш булһынмы, тирмә өсөн тәғәйен ғәжәйеп ҡалынымы, бала сәңгелдәгенә һала торған йоҡа ғынаһы булһынмы — ғәжәп оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһы менән баҫылған улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2158 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов: “Балаларға һәйбәт һәм уңайлы булыуы минең өсөн бик мөһим”Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Уны республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко оҙатып йөрөнө.
Оло Аксаков ауылында Рөстәм Хәмитов “Дружба” ауыл хужалығы предприятиеһының һөтсөлөк комплексы эше менән танышты. Предприятие директоры Александр Бражников йәмғиәттең иген, көнбағыш, мал аҙығы культуралары үҫтереү, шулай уҡ ит менән һөт етештереү эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. 2011 йылда 18 миллион һумдан ашыу суммаға ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, 2012 йылда был маҡсатҡа тағы ла 9,5 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында хужалыҡҡа 6 миллион һум самаһы зыян килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил онотмаҫ батырын!Былтыр Башҡортостан йәмәғәтселеге генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе юллап 200 меңдән ашыу ҡултамға йыйҙы. Унда Башҡортостан халҡы ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Латвия, Украина, Италия халыҡтары ла ҡатнашты.
Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева Рәсәй Президенты Хакимиәтенән түбәндәге эстәлекле хат алды: “Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт наградалары буйынса комиссия тарафынан 2012 йылдың 3 октябрендә, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн, бойомға ашырылмай архивтарҙа һаҡланып ҡалған материалдарҙан тыш, бүләкләүҙе туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 977 тапҡыр // Тотош уҡырға
Файҙаһы быуаттарға етәсәк— Ике-өс көн генә барасаҡ самиттар быуаттар буйына етерлек файҙа килтерәсәк. Уларҙың иҡтисади һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йылдарға иҫәпләнә, – тип һүҙ башланы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов матбуғат конференцияһында.
Салауат Тәлғәт улына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелде. Ике йылдан буласаҡ халыҡ-ара сараларға әҙерлек башланды.
Хөкүмәттә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС самиттарын ойоштороуға арналған махсус бүлек, эшмәкәрлекте көйләүсе коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма рәүешендә махсус дирекция булдырылған. Уны Руслан Мирсаяпов етәкләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 867 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәкте һөйләр ҡурайымБашҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, ҡурайсы Ишморат Илбәковты белмәгән кеше юҡтыр. Бөгөн ул ир уртаһына етеп, 50 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Ишморат Ҡәйүм улы халыҡ араһында маһир, дәртле ҡурайсы, ишҡурайҙы беренсе тапҡыр башҡорт музыка сәнғәтенә тәҡдим итеүсе булараҡ билдәле. Ул Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында күп балалы, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә донъяға килә. Башҡорт халыҡ йырҙарын бала саҡтан тыңлап үҫкән егет, кескәй сағынан уҡ артист булырға хыяллана. Мәктәп, ауыл клубы сәхнәләренән төшмәй ул. Һигеҙенсе класты бөтөп, алдан ниәтләгәнсә, сәнғәт училищеһына уҡырға килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вәлидиҙәр рухы рәнйемәһенКүңел төпкөлөнән һарҡып, һыҙланып сыҡҡан, һағыштан ғына торған моң ағыла:
...Күрше лә генә тороп,
күрә йөрөп,
Янмай микән уның
йөрәккәйе, һай кем,
Кис ятҡанда...
Әкрен генә йылға ағышы кеүек, ярһыу шарлауыҡтарһыҙ, көсәнеүһеҙ генә ағылған йән һағышы йөрәктәрҙе айҡай, күңелдәрҙе тетрәтә. Был моңда ғүмерлеккә тыуған еренән, иленән айырылып, халыҡ моңона һыуһап, һағынып йәшәгән арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең йән ғазабы ишетелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1017 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һорауҙар күп, яуап эҙләйек!Донъяла глобаль үҙгәрештәр барған, барлыҡ төшөнсәләр һәм мәғәнәләр, ҡандар һәм аңдар, тарихтар һәм халыҡтар, ерҙәр һәм серҙәр буталған был болғауыр заманда милләт үҙен нисек һаҡлап ҡалырға тейеш һуң? Бөгөн был мәсьәлә аҙ һанлы милләттәрҙе лә, бер нисә миллион вәкиле булғандарын да берҙәй үк борсой. Үҙ милләтенең киләсәк яҙмышына битараф булмаған зыялылар һаҡланып ҡалыуҙың төрлө юлдарын тәҡдим итә.
Берәүҙәр замандың иң алдынғы фәнни-ғәмәли ҡаҙаныштарын, яңы технологияларҙы файҙаланып, милләт мотлаҡ рәүештә яңыртыу юлына аяҡ баҫырға тейеш тип тапһа, икенселәр, барса тереклектең йәшәү-йәшәмәү халәте Хаҡ Тәғәлә ҡөҙрәтенән килә, шуның өсөн милләттең дингә килеүе фарыз, һәм был берҙән-бер дөрөҫ юл, тип белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етеһендә лә – бер хәстәр— Ғәфү итегеҙ, — талапсан шылтыраған телефонды күтәреп, әңгәмәсем һөйләшеүебеҙҙе өҙҙө һәм, сымдың теге осонда хәбәр башлаған ханымды бер аҙ тыңлағас, уны тынысландырырға ашыҡты. – Борсолмағыҙ, Рәйсә апай, трактор саҡырттыҡ. Әле ул урамдарҙы таҙартып йөрөй. Йәшел урамына ла тиҙҙән барып етер...
Ярты сәғәтлек әңгәмә барышында Таҙлар ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Елена Пряникова телефондан үҙенә өҙлөкһөҙ мөрәжәғәт итеүселәргә яуап биреүҙән туҡтай алманы.
— Таҙларҙа Йәшел урамында беҙҙең берҙән-бер һуғыш ветераны әбейе менән йәшәй. Төпкөл, бер осо ябыҡ урам ул. Унда ҡарҙы ла күберәк һала. Саҡ йөрөгән ҡарттар менән төрлө хәл булыуы ихтимал, шунлыҡтан уларҙан социаль хеҙмәткәр күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап тора, беҙҙең яҡтан да даими хәстәрлек күрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 993 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белорус ерендә лә юғалып ҡалманыКешене яҙмыш йөрөтә, тиеүҙәре дөрөҫтөр ул. 1975 йылда Нефтекамала төҙөлә башлаған автомобилдәр заводына эшкә урынлашырға тип киткән Ринат ағайымдың алыҫ Белоруссияға барып юлығыуын башҡаса нисек аңлатмаҡ кәрәк?! Уның менән бергә тағы ла биш йәш инженерҙы предприятие асылғанға тиклем эш тәжрибәһе туплау өсөн Минскиҙағы «БелАЗ» берекмәһенә бер йыллыҡ стажировкаға ебәрәләр. Ваҡыты еткәс, йәш белгестәрҙең бишәүһе Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты. Ә ағайым, Белоруссияла яҙмышын осратып, бөтөнләйгә унда ҡалды.
...Валя менән улар 8 Мартта уртаҡ таныштарында осраша. Ринатты ҡыҙҙың тыйнаҡ мөләйемлеге, үҙен тәбиғи тотоуы йәлеп итһә, иғтибарлы, ыҫпай егет тә Валяның күңеленә ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 931 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беренсе булыу уларға тәбиғәттән бирелгәнТынлыҡ. Киске сәйер тынлыҡ. Яй ғына урам буйлап барам. Ошондай мәл генә уйланырға, хис-тойғоноң ауыҙлығын ысҡындырып, хыялдарыңдың ялын тағатырға мөмкинлек бирә.
Тыуған ауылым урамы. Уттарын балҡытҡан мөһабәт йорт ҡаршыһында туҡтайым да күҙҙәрҙе йомам. Ошо урында бынан быуат элек хужалары ғүмер кисергән өйҙө күҙ алдына килтерергә тырышам. Был нигеҙ Хәйрулла Теләповтыҡы булған. Дөрөҫөрәге, атаһы Хәбибулланыҡы. Һуңынан ошо нигеҙҙә тыуған ҡыҙ ата-олатаһының ғына түгел, тотош нәҫел-нәсәбенең, ырыуының данын бар илгә таратыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1088 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына