Бәхет асҡыстары алғандар– Әйҙәгеҙ, төклө аяғығыҙ менән, беҙҙећ оло ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашығыҙ. Йортҡа күскәнебеҙгә бер аҙна тирәһе генә, – тип ҡыуанып ҡаршы алды Ҡуян ауылында йәшәүсе Екатерина менән Андрей Алмаматовтар. – Шөкөр, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, хәҙер матур итеп йәшәргә яҙһын...
Әле буяу еҫе лә таралып бөтмәгән бер бүлмәле фатирҙа бөтөн ућайлы шарттар булдырылған. Әлбиттә, күптәрҙе көнләштерерлек бындай торлаҡҡа хужа булыусылар быйыл районда байтаҡ — 14 кеше ошондай бәхет кисерә. Етемдәрҙећ икәүһе үҙ теләге буйынса Ағиҙел ҡалаһынан һәм “Энергетик” биҫтәһенән фатир алһа, ҡалғандарына торлаҡ Ҡуян ауылынан бүленгән.
Шуныһы ҡыуаныслы: республикала етемдәрҙећ һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙыћ торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала ҡар баҫыуҙан ҡурҡмайБаш ҡалала ике көн өҙлөкһөҙ яуған ҡар коммуналь хеҙмәттәрҙе көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итте. Әле урамдарҙы таҙартыу менән 300-ҙән ашыу техника шөғөлләнә. Ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу торлаҡ-файҙаланыу участкаларына беркетелгән, тинеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенећ коммуналь хужалыҡ идаралығында.
— Коммуналь хеҙмәттәр машиналар йөрөй алһын өсөн юлдарҙы таҙартыу сараһын күрә. Эш тәүлек әйләнәһенә бара. Йәмәғәт транспорты күп йөрөгән магистралдәргә төп иғтибар йүнәлтелә. Беренсе сиратта Октябрь проспекты һәм Ленин урамы таҙартыла, — ти коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары Сергей Плотников.
Ком: 0 // Уҡынылар: 822 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә — Шаляпин тантаналары13 февралдә мәшһүр йырсы Федор Иванович Шаляпиндыћ тыуыуына 140 йыл тулыу билдәләнә. Өфө донъяныћ музыка йылъяҙмаһына бөйөк бас тәүләп сығыш яһаған ҡала булараҡ инеп ҡалған.
1890 йылда Шаляпин тәүге тапҡыр баш ҡалабыҙҙа С. Монюшконыћ “Галька” операһындағы Стольник партияһын башҡара. Тап Өфөлә Шаляпин менән тәүге контрактҡа ҡул ҡуйыла, уныћ исеме ошонда беренсегә афишаларҙа күренә. Йырсы Өфөлә тәүге фотографияһын яһата, бында ућыштыћ тәмен татый башлай. Ғөмүмән, М. Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһе башланғысы менән Федор Шаляпиндыћ 140 йыллығына арналған төп сараларҙы үткәреү урыны итеп Башҡортостандыћ баш ҡалаһы һайланыуы юҡҡа түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 896 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырсы өсөн йәнә бер һөйөнөсОшо көндәрҙә күренекле башҡорт басы Илдар Абдразаҡов “Татарстандыћ халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем алды. Былтыр декабрҙә генә ул Башҡортостандыћ халыҡ артисы булып танылғайны.
Йырсыныћ һүҙҙәренә ҡарағанда, күрше республиканан килгән хәбәр уныћ өсөн көтөлмәгән яћылыҡ булған, сөнки Илдар Әмир улы Татарстанда әллә ни йыш сығыш яһамай. Шуны билдәләргә кәрәк: ул Ҡазанда Федор Шаляпин исемендәге халыҡ-ара фестивалдә, “Рахлин миҙгелдәре” халыҡ-ара фестиваленећ гала-концертында бер нисә мәртәбә ҡатнашҡайны.
Илдар Абдразаҡов шулай уҡ “Донъяныћ ић яҡшы басы” исеменә һәм “Грэмми” премияһына эйә.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Константин Толкачев: “Алданғандар кәмене”Былтыр депутаттарға хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары эше (13,79 %), урындағы үҙидара (15,5 %), дәүләт һәм сәйәсәт (15,53 %), халыҡҡа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү (8,7 %) мәсьәләләре буйынса күберәк мөрәжәғәт иткәндәр.
“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә дәғүәләр ике тапҡырға артты. Әлбиттә, был өлкәлә үҙгәреш бара, ләкин эштә сифат яғы аҡһай. Шул уҡ ваҡытта тарифтар артҡандан-арта, был иһә яћынан-яћы проблемалар тыуҙыра. Хәҙер йорттарҙыћ дөйөм мөлкәтен тотоуға, түләүҙәрҙе иҫәпләү тәртибенә бәйле ялыуҙар күбәйҙе”, — тип билдәләй Константин Толкачев үҙенећ Интернеттағы блогында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 815 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урта Рәсәйҙең ҡара төҫлө урман бал ҡортоУл Рәсәйҙең, Белоруссияның урман зонаһында, Балтик буйы илдәрендә районлаштырылған. Урта Рәсәйҙең тоҡомло ҡорттары Италия тоҡомонан башҡаларға ҡарағанда әҙерәк. Эшсе бал ҡорттарының томшоғоноң оҙонлоғо — 5,9 – 6,3 миллиметр. Инә ҡорттоң үрсеү һәләте (йомортҡа һалыу) ҡорт ғаиләләренең иң ҡыҙыу үҫеше осоронда тәүлегенә 1500 – 2000 йомортҡа тәшкил итә.
Ҡорттоң тәне көңгөрт-һорғолт төҫлө, һары төҫ ҡатышмай. Балдың көбө (балауыҙ япмаһы) аҡ "ҡоро", йәғни кәрәҙ күҙәнәктәренә тултырылған бал менән балауыҙ япмаһы араһында бик бәләкәй үлсәмдә бушлыҡ бар, шуға ла аҡ төҫ өҫтөнлөк итә.
Ояны тикшергән саҡта бал ҡорттары үҙҙәрен уҫал тота, бик ныҡ тынысһыҙлана, аҫҡа ҡасып төшә һәм, рамдың түбәндәге бурсаһында бергә уҡмашып, тәлгәшләнеп һалынып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оборонаға иғтибар арта23 ғинуарҙан 23 февралгә тиклем, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Мәләүездә лә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм авиация маршалы, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А.И. Покрышкиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күмәк оборона эше айлығы уҙғарыла.
Ошо сараға арналған тантаналы митингта хакимиәт, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, автомәктәп хеҙмәткәрҙәре, курсанттары, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Ф. Исҡужин үҙенең ҡотлауында әйтеүенсә, күмәк оборона эше айлығын үткәреү — Тыуған илде һаҡлаған яҡташтарыбыҙҙың яҡты
Ком: 0 // Уҡынылар: 919 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил һәм милләт именлеге һаҡсыһыБөгөн күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, телсе ғалим һәм табип Мстислав Ҡулаевтың тыуыуына 140 йыл тула.
Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) Ҡулаев 1873 йылдың 25 ғинуарында (яңы стиль буйынса 7 февралдә) Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендәге (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе — үҫәргән башҡорттары, урта хәлле крәҫтиәндәр. Мөхәмәтхандың бала сағы тыуған ауылында үтә. Тиҫтерҙәре араһында йылғырлығы, аҡылы һәм белемгә ынтылышы менән айырылып тора ул.
Мөхәмәтхан тәүҙә мәсет янындағы мәҙрәсәлә ике йыл уҡый, аҙаҡ яңы асылған урыҫ-башҡорт мәктәбенә күсә. 1886 йылда Ырымбур гимназияһына уҡырға инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1022 тапҡыр // Тотош уҡырға
Торатау — ҡәҙерләп һаҡлар хазинабыҙТоратау — тәбиғәт ҡомартҡыһы, фәнни, тарихи, эстетик һәм мәҙәни йәһәттән әһәмиәтле, халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн ҡиммәтле урын. Ул Пермь дәүеренән һаҡланып, ҡасандыр йәйелеп ятҡан диңгеҙҙәге ваҡ йән эйәләренең ҡалдығынан хасил булған эзбизташтан тора. 1937 йылда — 12-се, 1984 йылда 27-се халыҡ-ара конгрестарҙа ҡатнашыусылар Торатауҙа булып, һоҡланып киткән.
Тауҙа һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә. Ишембай нефть ятҡылыҡтарының, Яр Бишҡаҙаҡ тоҙ ятҡылыҡтарының да барлыҡҡа килеүе ошо шиханға бәйле. Геологтар асыҡлауынса, 230 миллион йыл самаһы элек таш күмер дәүерендә, ер һаҙламыҡтарҙан торған саҡта әле беҙ йәшәгән ерҙә гигант абағалар, ҡырҡбыуын ағастар үҫкән. Аҙаҡ улар нефть барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәре тулы, ә өйҙәре буш...Буйҙаҡлыҡ милли фажиғәгә әйләнеп бара түгелме?
Хәтерҙә, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында Өфө кинотеатрҙарында япондарҙың “Нараяма тураһында легенда” тигән нәфис фильмы ҙур уңыш менән барҙы. Ун алты йәшкәсә ҡарарға ярамаған был кинокартина “беҙҙең илдә секс юҡ” тип тәрбиәләнгән кешеләрҙе һиҫкәндереп ебәрҙе. Юҡ, хәҙер ҡарап өйрәнгән эротика ла, хәшәрәт порно ла юҡ ине унда. Хәйер, кем нисек ҡабул иткәндер, әммә күңелде һыҡратырлыҡ, уйландырырлыҡ сюжет ята ине асылында.
“Яңғыҙ ҡартайғы килмәй...”
Фильм ҙур ағас ботағында ултырған егет менән ҡыҙҙың, ергә төшкәс, шашынып енси мөнәсәбәткә инеүенән башлана. Аҙаҡ иһә күренеш ҡырҡа үҙгәрә лә, ус аяһындай дөгө баҫыуында йөрөгән берәүҙең малай мәйете табыуы күрһәтелә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына