Йәштәр ҡайтты районғаХалыҡ сәләмәтлеге һағында тороусы табип һөнәре – яуаплылыҡ һәм бар күңелеңде һалып эшләүҙе талап иткән изге вазифаларҙың береһе ул. Сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшағанда уларҙың тылсымлы ҡулының шифаһын тойоп тереләбеҙ. Табиптарҙың йылы һүҙенә лә, яғымлы ҡарашына ла мохтажбыҙ. Шөкөр, бөгөн йәштәр араһында аҡ халат кейергә теләүселәр күбәйә бара. "Ауыл табибы" маҡсатлы программаһы ла булышлыҡ итә быға.
Асҡын район үҙәк дауаханаһы коллективы ла, эшкә һигеҙ йәш табип ҡайтҡас, нисектер еңел тын алып ҡуйғандай булды. Шулай булмай ни – улар ҡайтыу менән кадрҙар мәсьәләһе өлөшләтә булһа ла хәл ителгән.
– Йәштәрҙең ауыл ерен һайлауы, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 710 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижады баһалап бөткөһөҙЗәйнәб Биишева исемендәге премия тапшырылды
Әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия 1999 йылда әҙибәнең тыуған төйәге Күгәрсен районы тарафынан Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы менән берлектә булдырылғайны. Зәйнәб Абдулла ҡыҙының тормошо һәм ижады тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнгән. Уның әҫәрҙәре халыҡҡа, Ватанға, яҡташтарына ҡарата ҡайнар мөхәббәт менән һуғарылған. Ғөмүмән, яҙыусыбыҙҙың үҙенсәлекле ижади байлығы баһалап бөткөһөҙ.
Был премия Зәйнәб Биишева ижадының традицияларын дауам иткән, уның тормош юлына бағышланған әҫәрҙәргә бирелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1040 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуға төшмәйенсә йөҙөргә өйрәнеп булмайХХ быуат капитализмы "кеше хоҡуҡтары", "хосуси милек тейелгеһеҙ" кеүек модалы төшөнсәләргә ышыҡланып, "граждандар йәмғиәте" тарафынан идара ителгән бер мәлдә донъяла берҙән-бер социалистик дәүләт Советтар Союзы тарих менән хушлашты. Совет йәмғиәтендә "буржуаз" төшөнсәләр тип аталған, ләкин Көнбайыш цивилизацияһының тотороҡлолоғон, күсәгилешлелеген тәьмин иткән принцип-традициялар элекке СССР емереклектәрендә лә үҙҙәренең вариҫтарын тапты ғына түгел, тап шул нигеҙҙә Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ижад ителде. Йылына бер тапҡыр, ғәҙәттә, 12 декабрҙә иҫкә алына торған был Төп Закон эш итәме, уның эшмәкәрлеген йәмәғәтселек нисек тоя?
Ком: 0 // Уҡынылар: 835 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдан хәстәрләү отошлоЯңы йылға шатланып аяҡ баҫыуыбыҙ була, ныҡлығыбыҙҙы һынағандай, хаҡтар шашып тигәндәй үргә үрмәләй ҙә башлай. Йылан йылы ла ошо ҡалыплашҡан тәртипкә үҙгәреш индерә алманы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матбуғат баҫмаларының хаҡының ла арта. Мәҫәлән, "Башҡортостан"ға яҙылыу хаҡының яҡынса 20 процентҡа күтәрелеүе көтөлә. Шулай ҙа кәйефегеҙҙе төшөрөргә ашыҡмағыҙ, 31 мартҡа тиклем икенсе ярты йыллыҡҡа былтырғы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Шуға күрә форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ. Икеләнеп тормағыҙ — отошло алым.
Кемдәр әлегә ҡәҙәр ниндәйҙер сәбәп менән баҫмабыҙҙы алдырып уҡый алмай икән, уларға ла тиҙерәк почта бүлексәләренә барырға кәңәш итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейеге килә лә ул...Күршем, Сәғит ағайҙы әйтәм, бик ауыр бәләгә тарыны: ҡапыл ғына сирләп китеп, һул аяғынан яҙҙы. Йүгереп йөрөгән кешенең ошондай хәлдә ҡалыуы яҡындарының ғына түгел, күршеләренең дә күңелен һыҡратты.
Шәп кеше ул беҙҙең Сәғит ағай. Шундай ярҙамсыл, йор һүҙле, йомарт, киң күңелле. Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй. Осрағанда хәлдәрҙе һорашып, матур һүҙҙәре менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрер ине...
Ошо аяныс хәбәрҙе ишеткәс, хәлен белергә баҙнат итмәй торҙом. Йүгереп йөрөгән кешенең карауат өҫтөндә генә ҡалыуын кисереүе ауыр булды. Нимә тип әйтермен, ни тип кенә йыуатырмын тип, күстәнәстәр күтәреп, һаҡ ҡына ишектәрен астым. Эске бүлмәнән Сәғит ағайҙың ҡысҡырып көлгән тауышын ишетеп, бөтөнләй юғалып ҡалдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 791 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыуыныу — иманға, сәләмәтлеккә юлБашҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Әл-хәмдү-лил-ләһ, Исламда таҙалыҡ, сафлыҡ, паклыҡ иң юғары урынға ҡуйылған. Ҡөрьән Кәримдә лә, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә лә был төшөнсәләр күп тапҡыр зекер ителгән. "Йыуыныу, пакланыу, сафланыу — имандың ҙур өлөшө", — тип әйтелә. Ысынлап та, әҙәм балаһының тормошонда таҙалыҡ мөһим урынды биләй, сөнки уға сәләмәтлек эйәреп йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 781 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлфиә ЮЛСУРИНА: "Сәнғәт менән һатыу итмәйек"Беҙ, хәбәрселәр, йыш ҡына республика буйлап гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙарға сығабыҙ. Сәнғәт кешеләре иһә айырылмаҫ юлдашыбыҙға әйләнде. Шундай тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе — Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина. Уның менән "Башҡортостан"дар республикабыҙҙың ҡайһы ғына төбәгендә булманы икән!? "Шул тарафтарға барып килергә ине, Әлфиә апай", тиһәк, шатланып юл төйөнсәген төйнәп тә ҡуя. Бер саҡ унан шулай һорарға баҙнат иттем: "Әлфиә апай, һаман юл йөрөү ялҡытманымы?" "Мин халҡыбыҙға хеҙмәт итеүҙән ялҡмайым", — тине ул. Ысынлап та, йөрәгендә милләт рухын күтәрерҙәй "Башҡортостан" тигән йырҙар йөрөткән һандуғасыбыҙҙың һайрауҙан тыныуы мөмкин түгел!
Бөгөн Әлфиә Юлсурина — беҙҙә ҡунаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әжәлгә дарыумы ҡымыҙ?Ҡымыҙ хаҡында һүҙ сыҡһа, магазиндарҙа һирәк-һаяҡ осраған ошо эсемлекте күрһәм йә ҡайҙалыр ҡымыҙ ауыҙ итергә тура килһә, байтаҡ йылдар элек булған бер ваҡиға йәнемде әрнетеп иҫкә төшә. Онотолмай ҙа, хәтерҙән дә сыҡмай, сөнки ул үткәндәр менән генә бәйле түгел, ә бөгөнгө тормошобоҙҙоң да сағылышы. Башта күрше республиканан килгән ике хат менән танышып китәйек.
“Һаумыһығыҙ, йыраҡтағы таныш булмаған, ә шулай ҙа бик яҡын Зөһрә!
Шул тиклем һеҙгә һин тип өндәшке һәм үҙемдең һеңлекәшем тип атағым килә. Бик изге күңелле кеше икәнһегеҙ. Хоҙай тормошоғоҙҙа ҙур бәхет бирһен. Беҙҙең Анатолий мәрхүм булды. Уға бер нисек тә ярҙам итә алманыҡ инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1089 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле дуҫтар! “Ялыу кенәгәһе”ндә һеҙ йәшәгән төбәк халҡын борсоған һәм күптән хәл ителмәгән мәсьәләләр тураһында мәғлүмәт “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрһен тиһәгеҙ, 272-35-11 телефоны йәки гәзитебеҙҙең Интернеттағы электрон адресы (Bashgazet @mail.ru) буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һеҙ күтәргән көнүҙәк мәсьәлә республика, ҡала һәм район етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ тигән ышаныстабыҙ. Әлбиттә, урынлы ялыуға төплө яуап та булыр.
Һеҙҙән хат-хәбәр, шылтыратыуҙар көтәбеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 798 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәргән округ кәңәшмәһендә ведомство-ара бәйләнеште үҫтереү һәм дәүләт, муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе электрон юлға күсереү мәсьәләләре тикшерелде.
Рәсәй Президенты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе электрон юлға күсереү һәм бындай хеҙмәттәр менән файҙаланған граждандар һанын 2018 йылға 70 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуйғайны. Ләкин тулы күләмле ведомство-ара электрон бәйләнеште округтың барлыҡ төбәктәрендә лә тормошҡа ашырып булманы әле. Бында байтаҡ проблемалар бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына