Был донъяла мин иң бәхетле бала, сөнки ике өләсәйем бар.
Үҙҙәренә күҙҙәр генә теймәһен!Әсәйемдең әсәһе Сәмәрә Ғәбиҙуллина 1945 йылда Бөрйән районының Брәтәк ауылында доньяға килә, ағаһы менән ҡустылары эргәһендә сәскә кеүек үҫеп етә. Олатайым менә алты бала үҫтереп, 48 йыл татыу ғүмер итәләр, икеһе лә ауылыбыҙҙың абруйлы, ихтирамлы кешеләре. 16 ейән-ейәнсәрҙәренә, ике бүлә-бүләсәрҙәренә оло терәк улар.
Атайымдың әсәһе Рәмилә Зиннур ҡыҙы Мырҙабулатова Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылында тыуып үҫкән. Олатайым менән ете баланы аяҡҡа баҫтыралар. Уртаҡ тормош ҡороуҙарына 38 йыл тулғас, олатайым мәрхүм булып ҡалды. Өләсәйем был ҡайғы алдында бөгөлөп төшмәй, балалар хаҡына тик алға ынтыла. Әле дүрт ейәне, алты ейәнсәре бар. Ҡәҙерлебеҙ хәҙер кинйә ҡыҙы Рәйсә менән йәшәй.Үҙҙәренә күҙҙәр генә теймәһен!
Өләсәйҙәремдең икеһе лә уңған: өйҙәре һәр саҡ таҙа, өҫтәлдәренән тәмле икмәктәре, ҡайнар аштары өҙөлмәй, күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, ҡышҡылыҡҡа төрлө салат, ҡайнатма әҙерләйҙәр, күҙ яуын алырҙай сағыу биҙәкле ҡорама түшәктәр эшләйҙәр, ҡабарып торған йылы ойоҡ-бейәләй бәйләйҙәр. Улар беҙҙе лә хеҙмәт һөйөргә, эштән ҡурҡмаҫҡа, тәртипле булырға өйрәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулдарынан гөл тамаӨләсәйем Йөҙлөбикә Хәкимулла ҡыҙы донъя аҡ ҡарға күмелгән саҡта – 1952 йылдың февралендә Бишбүләк районының Дүсән ауылында донъяға килгән. Үҙе лә шул ҡар һымаҡ саф күңелле. Йөҙө яҡты ҡояш кеүек, ҡулдары алтын.
Өләсәйем бик уңған – бешергән аштарын, тәмлекәстәрен ашап ҡараһаң, телеңде йоторһоң! Уның кеүектәр тураһында: “Ҡулдарынан гөл тама”, – тиҙәр. Ҡул эштәрен күрһәгеҙ, һеҙ ҙә минең менән килешер инегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1062 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йортонда ҡот уйнайТауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған йәмле Хажы ауылында 1941 йылдың 11 сентябрендә өләсәйем Нәзирә Зариф ҡыҙы донъяға килә. Ике айында атаһы һуғышҡа алына. “Атайым 1946 йылдың йәйендә иҫән-аман әйләнеп ҡайтты. Көн шул тиклем сыуаҡ ине”, – тип хәтерендә ҡалдырған биш кенә йәшлек ҡыҙсыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға атайлы-әсәйле бала булып йәшәү бәхете бик аҙ эләгә: ҡарт олатайым, улын беренсе ҡатынына ҡалдырып, ә өләсәйемде үҙенә алып, икенсегә өйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 940 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын — ерҙән, ғалим илдән сығаКүптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре Римма Моратованың “Башҡорт телендә һәм мәҙәниәтендә һандар символикаһы” тигән монографияһы донъя күрҙе.
— Һандарҙы кешелек донъяһында үҙенсәлекле күренеш тип һанарға мөмкин, — ти Римма Тәлғәт ҡыҙы. — “Тормош тап уларға ҡоролған” тигән ҡараш боронғо дәүерҙәрҙә үк йәшәгән. Әйтәйек, сәнғәттә, шиғриәттә, архитектурала иҫәпкә таянып эш ителә. Ғөмүмән, көндәлек тормошта ла кеше һан тылсымына инана. Башҡорт халҡының үҙенә генә хас һандар системаһы тап ошондай ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Был йәһәттән эҙләнеү эше менән оҙаҡ шөғөлләндем. Һөҙөмтәлә ғилми хеҙмәтемдә һандарҙың халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын, милли булмышын сағылдырған үҙенсәлектәре сағылыш тапты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 771 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шайморатовта — ҡышҡы һабантуйЙолаға әүерелгән был байрамдың яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас үткәрелеүенә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә Шайморатов ауылы халҡы һабантуйҙы ҡыш ойошторҙо.
Их, бар ине колхоздарҙың гөрләп торған сағы, тип һағынып һөйләргә генә ҡалды. Эйе, уҙған быуат аҙағындағы үҙгәртеп ҡороуҙар күмәк хужалыҡтарҙы ситләп үтмәне. Элек ауыл халҡының төп өлөшө колхозда мәшғүл булһа, хәҙер, техника заманында, баҫыуҙағы, фермалағы эште ни бары бер нисә тиҫтә кеше башҡара.
Ваҡытында даны киң таралған Шайморатов исемендәге колхоз нигеҙендә ойошторолған яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә Артур Нурғәлиев етәкселек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тештәреңде дауаларға 32 сәбәп барТабиптар мөғжизә тыуҙырыусы ҡулы менән дә, һауыҡтырыу тылсымына эйә һүҙе менән дә кешеләргә ярҙам итергә Хоҙай тарафынан ебәрелгән, тиҙәр. Стоматолог Әминә Ҡаразбаева – ана шундайҙарҙың береһе.
«Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Ғаиләлә өс бала үҫтек, бөтәбеҙ ҙә тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Атайым Харис Ҡолдәүләтов ҡаланың 40-сы заводында эшләне. Ул мәрхүм булғас, өс баланы тәрбиәләү күп йылдар буйы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында биология фәненән уҡытҡан әсәйем Алмаҡай Сәлмән ҡыҙының иңенә төштө. Аҡыллы, зирәк, алсаҡ, ихлас ул, шуға ла йортобоҙҙан кеше өҙөлмәне», — тип хәтерләй бала сағын изге һөнәр эйәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: "Төп маҡсат — асыҡлау һәм иҫкәртеү"Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы мәктәп уҡыусыларының наркотик ҡулланыу-ҡулланмауын асыҡлау маҡсатында ирекле тест үткәреү тураһындағы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Документ шулай уҡ социаль-психологик тесты һәм медицина тикшереүҙәрен ғәмәлгә индереүҙе күҙаллай. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы, халыҡтың, ҡатын-ҡыҙҙың һәм балаларҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе, медицина фәндәре докторы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА яңы ҡанундың нисек эшләргә тейешлеге хаҡында һөйләне.
— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, уҡыусыларға наркотик ҡулланыу-ҡулланмау йәһәтенән ирекле тест үткәреү мәсьәләһе йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һеҙҙеңсә, бындай закон проектын эшләү нимәгә бәйле?
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт теле — донъя киңлегендә"WIKIPEDIA" — ирекмәндәрҙең тырышлығы менән ойошторолған, һәр кем ҡатнаша алған электрон энциклопедия. Ул "WIKI" технологияһы буйынса эшләй, ә үҫешенә коммерцияға бәйле булмаған "WIKIPEDIA" фонды булышлыҡ итә. Һәр кем, шул иҫәптән һеҙ ҙә, был проект бүлегендә ҡатнаша алаһығыҙ", тигән аңлатма бирелгән "Википедия"ның башҡорт теле бүлегендә.
Проект тәү башлап 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә барлыҡҡа килә. Маҡсаты — Ер шарындағы бөтөн телдәрҙә ниндәйҙер сикләүҙәрҙән азат, ғәҙел энциклопедия төҙөү. Бөгөн донъя халҡы алты меңдән ашыу телдә аралаша, "Википедия"ға шуның 2060-ында (был һан көн һайын арта) мәғлүмәттәр индерелгән.
Ком: 4 // Уҡынылар: 1476 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирәндек атаһын ҡыуандырҙыҠыҙҙар һәм малайҙар! Арағыҙҙа Ҡар бабай яһап ҡарамағандар бармы? Был эште оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Күрәһегеҙме, Ирәндектең Ҡар бабайы ҡайһылай шәп килеп сыҡҡан!
Әлбиттә, ике йәш ярымлыҡ малай уны үҙе генә әүәләмәне — әсәһе ярҙам итте. Тәүҙә икәүләп ҡар тәгәрәтеп өйҙөләр. Унан бабайға күҙ, ауыҙ яһанылар, башына һыуыҡ булмаһын тип, биҙрә кейҙерҙеләр. Ирәндек машинаһы менән йәһәт кенә әсәһе әҙерләгән кишерҙе алып килеп, танау итеп ҡуйғас, ботаҡтарҙан "ҡул" ҡаҙағас, Ҡар бабай йәнләнеп, йылмайып ебәрҙе кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәктәптә — үрнәк, ҡустыларына — терәкМаҡтап туйырлыҡ түгел Айһылыуҙы! Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында тик "бишле" билдәһенә өлгәшә, һәр сарала ихлас ҡатнаша ул.
Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурста тәүге урындарҙы яуларға ла өлгөргән Айһылыу. Махсус музыка мәктәбендә ихлас шөғөлләнә. Өлгөр, һәр яҡлап һәләтле ҡыҙ былтыр республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың Яңы йыл ҡотлауын алып, Президент шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхетенә лә өлгәшкән.
Айһылыуҙың Урал менән Алмас исемле ҡустылары бар. Хәстәрлекле, елдәй етеҙ ҡыҙ малайҙарҙы ҡараша, улар менән ихлас уйнай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына