Ысын һандар — төтөн араһындаИҫкә төшөрә алмай ултырам: “Ҡалала йәшә лә ауылды маҡта” тиҙәрме, әллә “Ауылда тор ҙа ҡаланы данла” тип әйтәләрме? Стәрлетамаҡтың күгендә мәңге хөкөм һөргән “төтөн батшалығы”на ҡарап алам да, моғайын, икенсеһе хаҡтыр, тигән һығымтаға киләм. Хатта төйәк иткән ҡаламдың сәнәғәттәге ҡаҙаныштары ла ҡамасаулай алмай был уйға.
Февраль башында Республика онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов: “Статистика буйынса Башҡортостанда яман шеш менән сирләүселәрҙең күбеһе Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Күмертау ҡалаларында йәшәй”, — тип белдергәйне. Телгә алынған өс ҡаланы ла бер хәл яҡынайта: улар — сәнәғәт үҙәктәре! Тимәк, төрлө матдә менән ағыуланған һауаны һулау эҙһеҙ үтмәй. Был үҙ сиратында кеше организмында яман шеш күҙәнәктәренең үҫешенә булышлыҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 996 тапҡыр // Тотош уҡырға
Малсы ҡайҙа ашыға?– Беҙҙекеләр ваҡытын фермала ғына үткәрмәй ул, араларында йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә бар. Ана, Миңзәлә Әхмәтшина шиғыр ҙа яҙа, тәмле аш-һыуы менән әхирәттәрен дә ҡыуандыра, эштә лә алдынғылыҡты бирмәй, – тип ҡаршы алды "Ҡаран" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Күл-Ҡуңҡаҫ һөтсөлөк фермаһы мөдире Илфат Ғәлиев. – Уңайлы шарттар тыуҙырылғас, һәр кем эшкә байрамға барғандай йөрөй.
Йәмғиәт республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "500 ферма" маҡсатлы программаһында ҡатнаша. Тәүге көндәрҙән үк бында совет осоронан ҡалған ҡоролмаларға реконструкция үткәрергә тотонғандар. Ике бина бөгөн тулыһынса тергеҙелгән, яңыртылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 958 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бәһлеүән”дәр тыуа әлеБала табыу сертификаттарының һөҙөмтәһе булыуына шик юҡ. Программа бойомға ашырыла башлағандан алып тыуым 42 меңдән (2006 йылда) 57 меңгә тиклем артты!
ХХI быуат сабыйҙарының уртаса ауырлығы һәм кәүҙә оҙонлоғо, нигеҙҙә, үҙгәрешһеҙ: 3 300 грамлыҡ һәм 52 сантиметрлыҡ булып донъяға киләләр. Әммә йыл һайын Башҡортостанда бер генә булһа ла бәһлеүән тыуа. Мәҫәлән, быйыл Өфө акушерҙары 6 450 грамм ауырлыҡтағы һәм 62 сантиметр буйлы баһадирҙы ҡулға алып, һоҡланыуҙан “аһ” итте.
Былтыр Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан 94 медицина ойошмаһына 602 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 759 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: “Беҙҙе бик ҡыҙыу осор көтә”Башҡортостан яңы тауыш биреү кампанияһын башлау алдында тора. Республика парламентарийҙары нисек һайланыр, һайлау тураһындағы ҡануниәткә ниндәй үҙгәрештәр индерелде, киләсәктә һайлау бюллетене ниндәй буласаҡ, яңы төҙөлгән партиялар берәй төрлө ауырлыҡ кисерерме — Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша.
— Хөрмәтле Хәйҙәр Арыҫлан улы! Бынан ары илебеҙҙә һайлау йылына бер тапҡыр ғына буласаҡ. Берҙәм тауыш биреү көнөнә ҡарата ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр бар. Был хаҡта һеҙҙең фекерегеҙҙе белге килә.
— Мәғлүм булыуынса, 2012 йылдың октябрендә һайлау тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеп, Берҙәм тауыш биреү көнө билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1047 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаман да янып йәшәйКешенең яҙмышы, уның кем булып китере маңлайына яҙылған, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәрҙер. Миңлегөл Резбаева ла иҫ белгәндән үҙен уҡытыусы итеп тоя.
— Кескәй саҡтан күрше-күләндә йәшәгән тиҫтерҙәремде йыйып, ишек алдына теҙеп ултыртып, белер-белмәҫ хәрефтәрҙе өйрәтә инем. Уларҙан бейегерәк, матурыраҡ күренер өсөн аяҡ кейемемә балсыҡтан күтәрмә яһап маташҡаным бөгөнгөләй күҙ алдымда, — тип хәтирәләргә бирелә мөғәллимә.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында донъяға килгән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын бойомға ашырырға Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына инә. Хеҙмәт юлын 1953 йылда Ҡауарҙы урта мәктәбендә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 971 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли матбуғатҡа тоғролоҡСибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы башланғысы менән матбуғат байрамы ойошторолғайны. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, хатта Силәбе өлкәһенән килгәндәр ҙә булды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыла башлағас, күптәнге танышым, Сибай ҡалаһы Советы депутаты, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов ике квитанция һондо.
— Ҡыҙымды, тыуған көнө менән ҡотлап, күптән үк яҙҙырып ҡуйғайным, — тине ул.
Милләтем, телем тип янып йөрөүселәр генә шундай өлгө күрһәтә алалыр, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1021 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡтыға, яҡшыға өмөт итеп йәшәү йәки Яҙыусының гражданлыҡ позицияһы ниндәй?XXI быуат тупһаһын аша атланыҡ, тимәк, цивилизацияның тағы бер ишеген асып индек тигән һүҙ. Прогресс үҙенекен итә, тормош алға елә, ләкин, ни эшләптер, күп нәмә беҙ көткәнсә килеп сыҡмай. “Дошманыңдың реформалар заманында йәшәүен телә” тигән ҡытайҙар. Йүнәлеште бүтән яҡҡа бороп ебәреүҙәре, уның үҙенсә билдәләнеүе ялҡытты ла һымаҡ. Донъялағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү, объектив баһа биреү – яҙыусының төп бурысы тигән фекерҙә танылған прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат КАМАЛОВ. Әҙипте бөгөн нимәләр борсой? Һүҙ ошо хаҡта барыр.
– Тотош ил буйынса ҡулайлаштырыу сәйәсәте алып барыла. Ошо турала нимә уйлайһығыҙ? Ҡыҫымда йәшәү түгелме был?
Ком: 1 // Уҡынылар: 1059 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европаны көрсөк тетрәтһә лә...Украина ЕС ағзаһы булыу ниәтенән баш тартмай

Үткән аҙнала Европа союзы саммитында йәнә 2014 – 2020 йылдарға бюджет проекты тикшерелде, һәм бынан алдағыһындағы кеүек, аҡса эшләүселәр менән уны туҙҙырыусылар араһында фекер ҡапма-ҡаршылығы барлыҡҡа килде.
Былтыр 22-23 ноябрҙә уҙған саммитта ла ошо мәсьәлә ҡаралып, уртаҡ ҡарарға килә алмай таралышҡайнылар. Европа союзында барлығы 27 ил ағза булып тора, һәм шуның 13-ө генә донор ил иҫәпләнә, ҡалған 14-е ағзалыҡ өсөн түләгән иғәнәләренән дә күберәк аҡса тотона.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырлыҡ һәм дан юлынанЙөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә миңә. Уны Шайморатов дивизияһы яу кискән һәр төбәктә әйтәләр. Рәсәйҙең Липецк, Волгоград, Ростов һәм Украинаның Луганск, Донецк өлкәләрендә бер нисә йыл рәттән булдым. Урындағы халыҡ Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе белеү менән рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен белдерергә ашыға.
Элгәрге йылдарҙағы сәфәрҙәрҙә Республика хәрби дан музейы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡуйған бурыстар буйынса йөрөһәм, был юлы Башҡортостандың төбәк эҙләнеү отрядтары фонды ҡушылды. Етәксеһе, подполковник Илдар Бикбаев, күптәнге үтенестәребеҙгә ярашлы, һыбай һалдаттар яу кискән төбәктә ҡаҙыныу-эҙләнеү эштәре башларға ниәтләп тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1320 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу буйынса мәғлүмәттәр менән танышып, Сибай ҡалаһынан Кәримә Усманованың республика зыялыларына “асыҡ хат”ын уҡығас, ғәжәпкә ҡалдым. Өлкән йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, йәнем түҙмәй, ҡулыма ҡәләм алдым.
“Башҡортостан” гәзитенә рух талабы буйынса яҙылам. Ғөмүмән, уны 40 йылдан ашыу алдырам. Баҫманы беҙ уҡымай кем уҡыһын? Үҙебеҙҙең милләт өсөн сыға ла баһа ул!
Гәзиттең биҙәлеше матур, үҙенә йәлеп итеп тора, күп төрлө тема яҡтыртыла, уның биттәрендә арҙаҡлы ғалимдар, тел белгестәре, тарихсылар һәм башҡа ғилем эйәләре даими сығыш яһай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1080 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына