От всего сердца поздравляю Вас с 24-й годовщиной вывода Советских войск из Демократической Республики Афганистан.
В день годовщины вывода войск из Республики Афганистан примите искренние поздравления. В этот день мы чтим погибших и выражаем глубочайшую признательность всем, кто вернулся и несет в своем сердце огонь и боль Афгана, кто честно и мужественно исполнил свой воинский и гражданский долг.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИПОТЕКА: теләк түгел, нужа йөрөтә“Рәсәйҙә ҡоллоҡто рәсми рәүештә бөтөрәбеҙ ҙә уны ипотека тип атайбыҙ”. Кемдеңдер мәрәкәләп әйткән был һүҙҙәренән бөгөн ипотека түләүселәрҙең бик көлгөһө килмәй. Тәрәнгә төшөп уйлаһаң, шаяртыуҙа хәҡиҡәт тә бар кеүек. Фатирлы булыр өсөн күптәр 15 — 30 йылға бурыс һаҙлығына батырға мәжбүр бит. Кредит буйынса айлыҡ түләү хаҡы ғаилә бюджетының уртаса 60 — 90 процентын йотоп тора. Эшеңде юғалтырға Хоҙай ҡушмаһын! Бер ай ғына түләмәй ҡалһаң да, бөттө баш: йә штраф сәпәйәсәктәр, йә процент ставкаһын арттырасаҡтар. Ә бөтөнләй түләй алмаһаң, аманат ителгән фатирыңды банк тартып аласаҡ. Ҡоллоҡтоң да ҡоллоғо!
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшҡыуарҙың сауаплы ғәмәлеҺуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың дингә тартылыуы, иман йорттарының күбәйеүе һөйөнөслө. Ошо көндәрҙә генә Сибай ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһында күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе һәм дин әһеле Зәйнулла Рәсүлев исемендәге иман йорто ишектәрен асты.
Тарихтан билдәле булыуынса, элек-электән мәсеттәрҙе байыраҡ, хәллерәк кешеләр һалдырған. Мәҫәлән, заманында ағалы-ҡустылы Рәмиевтәр халыҡҡа иман нурын таратыуға күп өлөш индергән. Терәк булырҙай бындай ир-ат әле лә бар! Әйтәйек, Көньяҡ ҡасабаһындағы мәсетте — шығырҙап торған ҡарағай бүрәнәнән төҙөлгән яҡты, нурлы иман йортон — шәхси эшҡыуар Илнур Хәлилов үҙ аҡсаһына төҙөткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хикмәтле хикәйәләрСәй эсергә саҡырҙы
– Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?..
– Һаубыҙ әле.
Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Ғәзимәне тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик, үҫкән саҡта барышып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.
Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар нисек, балалар…
Бер аҙ һөйләшеп торғас, Ғәзимә беҙҙе: “әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!” – тип фатирына саҡырҙы.
– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғына торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланған йортто ҡулы менән төртөп күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғаиләнең төп нигеҙе — һөйөүҙәБашҡортостан мосолмандары
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:


Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән яратылған Әҙәм ғәләйһис-сәләм, йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлеккә эйә, ризыҡ тулы йәннәттә көн итһә лә, күңел тыныслығы таба алмаған. Шул саҡта Хоҙай анабыҙ Һауаны булдырған. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең күңеле хушланған, шулай итеп, ир менән ҡатын араһында мөхәббәт барлыҡҡа килгән. Ошо һөйөү нигеҙендә, әлхәмдүлилләһ, Исламда ғаилә ҡороу бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙемә нисек икенсе исем таптым?Һәр кемдең мулла ҡушҡан исеме була. Атай-әсәйем миңә лә яратып Альберт тип ҡушҡан. 22 йәшемә тиклем ошо исемем миңә оҡшап килде. Анау йүнһеҙ ГАИ булмаһа, билләһи тип әйтәм, әле лә шул исемемдә йөрөп ятҡан булыр инем. Эйе, барыһына ла шулар ғәйепле.
Баштаныраҡ һөйләйем әле. Эш былайыраҡ булды. Атай-әсәй олоғайҙы инде, атай ҡарт түшәктән дә тора алмай ята. Әсәй ҙә рулгә ултырырҙай кеше түгел. Шулай булғас, һиҙеп тораһығыҙҙыр, төп көс миңә төшә. Еңел машинаны алып биреүен-бирҙеләр ҙә ул, уның менән бергә йөрөтөү таныҡлығы ла еңел генә кеҫәгә инеп ятты. Ваҡыт уҙғарып сабыуыллап йөрөмәнем. Уныһының да берәүгә лә йәшерен-батырыны юҡ, барыһы ла шулай итә бит инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 802 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Юҡ, үткәндәр кире ҡайтмай...”1. Киләм атлап урман һуҡмағынан.
Япраҡ шауы ерҙә, күгемдә.
Күңелемдә ләкин һағыш түгел,
Табыш йыры бөгөн (…)дә. (Рафаэль Сафин).
2. Бөгөн төндә йөрәгем һыҙлап сыҡты.
Төнөм үтте әрнеп, үртәлеп.
Йөрәгемде ҡырҡҡа телгеләне
Бер дуҫымдың нахаҡ (…)ҙәре. (Рафаэль Сафин).
Ком: 1 // Уҡынылар: 1179 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарт йәһүд вафат була. Уның васыятын уҡыйҙар: “Ҡыҙым Сараға — 100 мең доллар һәм йортомдо, ейәнем Риваға 200 мең доллар һәм баҡсамды ҡалдырам. Мираҫта үҙен дә иҫкә алыуымды үтенгән кейәүем Шмуликты ла онотмағанмын: “Сәләм һиңә, Шмулик!”

— Атай, мин үҫкәс, ни теләһәм шуны эшләй аламмы?
— Юҡ, улым, ул саҡта һин өйләнгән булаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бригадир менән депутатты килтерегеҙ”

Эсергә яратҡан ике малсы ферманан ярты тоҡ ҡатнаш аҙыҡ сәлдерә. Буштан килгән емде һатып алырға теләүсе лә табыла.
Ҡатнаш аҙыҡты келәткә индереп, ларға бушаталар. Әжерен алһалар, донъя теүәлләнәсәк, әммә хужабикә мәгәрисен пенсия килгәс бирергә була. Ҡыҙыл күкәй көнөндә ҡәҙерле, тигәндәй, егеттәргә хәҙергеһе ҡиммәт. Хужабикә менән килешә алмағас, ҡатнаш аҙыҡты кире алырға булалар. “Бригадир менән депутатты килтерегеҙ ҙә алырһығыҙ”, — ти хужабикә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярамһаҡланыу хаҡы
Мал-тыуарҙы үҙеңә буйһондороп хеҙмәт иттерер өсөн ашатыу ҙа етә. Ашатһаң, һыйыр һөтөн, итен бирә. Эт хужалығыңды һаҡлай, ҡош-ҡорт... Кешене үҙеңә, партияға, оло, бәләкәй кимәлдәге етәкселеккә буйһондороп хеҙмәт иттерер өсөн идеология, дин, ҡурҡытыу, сәйәси саралар ышандырыу көсө булып тора. Ул саралар бик күп, һанап бөткөһөҙ. Шуларҙың береһе — түрәләрҙең портретын кабинеттарға, офистарға элеп ҡуйыу...
Бер саҡ Рәсәйҙең эске эштәр министры Нурғәлиевтең ҙур портретын рамға ҡуйып бөтөн ил буйынса элеп сыҡтылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына