Икмәге лә икмәге!Магазин кәштәләрендә икмәк-ҡаластың ниндәйе генә юҡ! Халыҡтың шулар араһынан Әбйәлил ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк комбинаты етештергән продукцияға өҫтөнлөк биреүе һис тә ғәжәп түгел.
— Һәр ризыҡҡа күңелебеҙ йылыһын һалғанға шулай ул, — ти етәксе Нәзирә Исламбаева. — Оҫталыҡ — ул ниндәйҙер технология менән икмәк бешереү серен белеү генә түгел, уға оло хөрмәт менән ҡарау, йәшәү нигеҙе тип баһалау. Коллективыбыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ, беҙҙә үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, изге уйлы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙың тәмһеҙ бешереүе мөмкин түгел. Икмәктең уңыуын тәьмин итә торған серҙәр ҙә бар, әлбиттә. Мәҫәлән, ҡомалаҡ әсетеп һалыу...
Ком: 0 // Уҡынылар: 823 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын миҙалды кире ҡайтарырға!Ял көндәрендә Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионы халыҡ менән шығырым тулы ине. Меңәрләгән көйәрмән боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Рәсәй чемпионаты барышын күҙәтте. Унда иң көслөләрҙән иҫәпләнгән ете клуб спортсылары көс һынашты.
– Ах, Красников!
Бығаса еңелеү белмәгән яҡташыбыҙҙың мотоциклы тәүге әйләнештәрҙә үк боҙолоуы барса халыҡтың кәйефен төшөрҙө. Командалағы дуҫы Дмитрий Колтаков, күпме генә тырышмаһын, Тольятти егеттәрен ҡыуып етә алманы. Башҡаларында беҙҙекеләр уңышлы сығыш яһаһа ла, мөмкинлек ҡулдан ысҡынғайны – һөҙөмтәлә икенсе урын менән мөрхәтһендек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төпкөлдә ...зоопарк!Ҡуйы урманлы, бейек тауҙар менән уратып алынған ауылда дөйә, ишәк йәки пони күрһәгеҙ, ғәжәпләнеүегеҙҙең сиге булмаҫ ине, моғайын. Етмәһә, көньяҡ йәнлектәрен ап-аҡ ҡар менән ҡапланған ялан кәртәлә бесән ашап торған сағында осратһағыҙ.
Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылындағы "Төньяҡ-Көнсығыш" йәмғиәтенең дөйә һәм пониҙары булып сыҡты беҙҙе аптыратҡан хайуандар. Предприятие директоры Зәлифә Фәттәхова фотохәбәрсебеҙҙе ҡурсалап, бигүк яҡын бармауын үтенде, сөнки дөйәнең ят кешегә уҫаллығын күрһәтеүе лә ихтимал икән. Һыйыр һәм йылҡы аҫралған хужалыҡҡа ни өсөн дөйә һәм пониҙар кәрәк булған һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урындарҙа староста — күҙ ҙә, ҡолаҡ таҠыйғы районының Ҡолмәт ауылына бер килгән кеше икенсе тапҡыр ҙа юлын мотлаҡ ошо яҡҡа борорға тырышасаҡ, тиҙәр. Тәбиғәттең һирәгерәк һаҡланып ҡала килгән хозур мөйөшөндә урынлашҡан 200-гә яҡын йортло ауыл ул. Борон ата-бабалары Бәләбәй яғынан күсеп, ошонда төпләнгән. Ауылға тәүләп нигеҙ һалған Ҡолмөхәмәттең исеме бирелгән.
Бөтә мәсьәлә лә ошонда йүгертә
Ҡолмәт халҡы урманлы тауҙар менән уратып алынған, эргәһенән генә Әй йылғаһы аҡҡан уймаҡ үҙәнлектә көн итә. Силәбе өлкәһенә сиктәш ауылда йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреше менән ҡыҙыҡһынып, староста З. Нурғатинаға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 939 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет шишмәһенә ҡот ҡундыҺәр төбәктең үҙенә генә хас тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Улар быуаттар дауамында халыҡҡа хеҙмәт итә, матурлыҡ өләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт хазинаһына һоҡланып йәшәһәк тә, уны һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа белмәйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл Башҡортостан Президенты тарафынан республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителгәс тә, Баймаҡ менән Сибай араһындағы Бәхет шишмәһенә ҡот ҡунды — тирә-яғы рәткә килтерелде.
Сибай ҡалаһының “Горстрой” төҙөлөш ойошмаһы шишмә янын таҙартты, тимерҙән семәрләп яһалған ҡойма менән уратып алды. Уның эргәһендә күркәм ял урыны ла барлыҡҡа килде. Бәхет шишмәһенә төшә торған баҫҡыстарҙың да семәрләп-нағышлап эшләнеүе күптәрҙең күңеленә хуш килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт яҙмышы — үҙебеҙҙең ҡулдаҺуңғы йылдарҙа республикала экологик хәлдең көнүҙәк проблемалар иҫәбендә булыуы сер түгел: йылға-күлдәребеҙ күҙгә күренеп һайыға, хатта Ағиҙелдең уртаһында утрауҙар хасил булды; әленән-әле урман яна; ҡырағай туристар һыу буйҙарын сүплеккә әйләндерә; завод торбаларынан сыҡҡан төтөндәге ағыулы матдәләр ҙә һәләкәткә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл Рәсәйҙә, Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бер этәргес булыр, йәмғиәтте тупларға, экологик хәлгә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Һәр беребеҙ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерһә, эште үҙенең ихатаһынан, ауылынан, эргәләге йылғанан, күлдән башлаһа, хәл бермә-бер яҡшырыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2002 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эстәрлене ярата ине...”Яҡты донъянан иртә киткән замандашым һәм дуҫым, халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа былтыр 80 йәш тулған булыр ине. Әйткәндәй, беҙ, яҙыусыларҙан 13 кеше, 1932 йылда тыуғанбыҙ. Шуларҙың ун бере — Рафаэль Сафин, Фәрит Богданов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Сулпан Иманғолов, Илшат Йомағолов, Александр Филиппов, Рәйес Низамов, Ғәбит Садиҡов, Шакир Бикҡолов, Ихсан Әхтәмйәнов — баҡый донъяға күсте.
Беҙҙең балалыҡ һәм йәшлек дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килде. Ижади архивымды аҡтарып ултырғанда, ошо тиҫтерҙәремдең береһе Рәми Ғарипов менән төшкән фоторәсем килеп сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1094 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәнгә бүләк ФәнзилБишауыл-Уңғар ауылының ҡап уртаһында Ҡайырлыкүл йәйрәп ята. Ҡасандыр һыуы ярҙарына һыймаған был күл, һуңғы йылдарҙа бер аҙ һайыға төшһә лә, элекке күркәмлеген һис юғалтмаған. Йәй көндәрендә ул балыҡ ҡармаҡлаусыларҙың яратҡан урынына әүерелә. Яр ситендәге талдарҙы төрлө һайрар ҡоштар үҙ итә. Көндөҙгө ҡояш ҡыҙыуында тынып торалар ҙа киске һиллектән таң атҡанғаса үҙҙәренә генә хас моңдарын кинәнеп һуҙа ла һуҙа улар. Яҙ һайын төйәк иткән күленә аҡҡоштар ҡайтып төшә. Һис бер нәмәгә иғтибар итмәйенсә, матур кәүҙәләрен хужаларса ғорур тотоп, талғын ғына йөҙәләр. Ошо мәлдә күл тағы ла матурланып, йәнләнеп китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәте 2014 йылдан башлап бөтә граждандарға ла универсаль электрон карталар биреү хаҡында планды ҡайтанан ҡарай. Проекттың ҡиммәткә төшөүе — бының төп сәбәбе.
Әле “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы закондан граждандарға мотлаҡ УЭК биреүҙе күҙ уңында тотҡан статьяны алып ташлау күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта картаны ғариза буйынса алырға мөмкин.
Башҡортостанда халыҡҡа уңайлы булһын өсөн теләк буйынса универсаль электрон карталар сығарыу быйыл ғинуарҙа башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
2013 йыл Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы өсөн иҫтәлекле: 12 декабрҙә Рәсәй Конституцияһына һәм Рәсәй Парламентына 20 йыл тула. Төп Законды ҡабул итеү һәм Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына тәүге һайлау үткәреү юғарғы власты ойоштороу системаһын үҫтереүҙә төп ваҡиға булып торҙо.
Былтыр Парламентаризм көнө тураһында федераль закон ҡабул ителде. Быйыл 27 апрелдә был байрам тәүге тапҡыр билдәләнәсәк. 1906 йылдың тап ошо көнөндә Санкт-Петербургтың Таврия һарайында Рәсәй империяһының иң юғары вәкиллекле органының тәүге ултырышы тантаналы рәүештә асылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 709 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына