
З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында һабаҡ алған йәш белгес һәр дәрескә етди әҙерләнә. Бөтәбеҙгә лә билдәле бит инде: әгәр уҡытыусы үҙе бала күңеленә юл тапмаһа, уҡыусыға уның фәне оҡшамаясаҡ. Ә инде һәр кемгә иғтибарлы, алсаҡ йөҙлө, яғымлы апайҙың дәрестәренә теләп йөрөйҙәр.
— Беҙҙең уҡыусылар әҙәбиәтте ярата, — тип һөйөнә Нурзилә Хәсәнова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 960 тапҡыр // Тотош уҡырға