Ватан һаҡсылары менән ғорурланабыҙБыл байрам уңайынан ветерандарҙы, хәрбиҙәрҙе тантаналы рәүештә ҡотлау матур йолаға әүерелде. Күркәм сара йыл да баш ҡаланың Конгресс-холында үтә. Быйыл да хәрбиҙәр, ветерандар байрам кителдәрен кейеп, сараға ашҡынып килгән.
Байрам, ғәҙәттә, фойенан башлана. Халыҡ күп, хәрбиҙәр бер-береһе менән гәпләшә, ҡул ҡыҫа, ҡосаҡлашып та ала. Өфө Хәрби комиссариатының оркестры дәртле көйҙәр уйнай. Быйылғы сара ла юғары кимәлдә ойошторолған.
Тантаналы йыйылышҡа республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың килеүе лә оло мәртәбә өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр сабый бәхеткә лайыҡЕтемлек мәсьәләһе ил кимәлендә көнүҙәклеген һис юғалтмай. Киреһенсә, бала хоҡуҡтарын яҡлау, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандарҙы ҡурсалау буйынса власть даирәләрендә тәҡдим һәм идеялар артҡандан-арта, балалыҡҡа ҡағылған закондарҙы камиллаштырыу, социаль етемлекте иҫкәртеү хаҡында фекер алышыу дауам итә.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың республикабыҙҙағы балалар йорттары етәкселәре менән Башҡортостан Хөкүмәтендәге осрашыу барышында ла һүҙ тап ошо ҡырҡыу проблема хаҡында барҙы.
— Балаларҙың ғаиләһе булмауы, етемлектең артыуы беҙҙең ҡеүәтле илгә һис тә төҫ түгел, — тине Михаил Бабич.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
НИ ӨСӨН УҠЫТЫУСЫ БАЛАҒА ҠУЛ КҮТӘРӘ?«Уҡытыусым!
Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,
Ә күңелең тулы нур ғына.
Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең,
Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына?
— ти Кәтибә апай Кинйәбулатова бер шиғырында. Әммә, үкенескә ҡаршы, ҡаялар ҙа ҡаҡшап ҡуя шул ҡайһы саҡ, ишелеп тә китә икән көтмәгәндә…
Һуңғы йылдарҙа телеканалдар, рейтинг эшләйем тип, ахыры, ирешә-талаша торған шоуҙарында уҡытыусы менән уҡыусы араһында тыуған конфликттарҙы яҡтыртыр булып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр таңды изге теләк менән ҡаршылау фарызБашланғыс класта уҡып йөрөгәндә Туҡанда йәшәгән Кинйәбулат олатайым менән Фатиха өләсәйем ҡапыл Һаралыға — беҙгә күсеп ҡайтты. Уларҙың оло һандығы әллә күпме әйберҙе һаҡлаһа, үҙҙәренең күңелендә лә бихисап сер, белем ятҡан. Иҫтә ҡалған ваҡиғалар, улар әйткән һүҙҙәр, бигерәк тә олатайымдың үҙ-үҙен тотошо, белемлелеге, ауылдаштарына оло кәңәшсе булыуы хәҙер генә аңлашыла. Моңло тауышы менән аҙан әйтеп намаҙ уҡыны, мәжлес түрендә халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен яңғыратыр ине. Шулай бер мәл ололарҙың бергә йыйылғандағы һөйләшеүе иҫтә ҡалған.
Йәнәһе, ахырызаман еткәндә донъя өс көнгә, өс төнгә ҡараңғылыҡҡа сума икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Орлоҡ һайлай белегеҙӨйөгөҙҙә үткән йылдарҙа тороп ҡалған йәшелсә орлоҡтары бармы? Үрсетмә ултыртыр алдынан эште шуны барлауҙан башлағыҙ. Орлоҡтоң мотлаҡ яраҡлы булыу ваҡытына күҙ һалығыҙ. Ул күптән һатып алынһа, ташларға кәрәк. Эске өлөшө фольганан икән, сәсеү йәки шыттырыу мәле етмәйенсә ул ҡапты асмағыҙ.
Орлоҡ һайлағанда ниндәй уңышҡа өмөт итеүегеҙҙе, баҡсағыҙҙың һәм ерҙең үҙенсәлеген иҫәпкә алығыҙ. Ҡыяр, томат йәки татлы борос орлоғо кәрәккән саҡта гибрид яҡшы, сөнки ул үҫемлек сирҙәренә тотороҡло һәм уңышты ла мул биреүсән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Килешеүҙе өҙөргә хоҡуғығыҙ барСит илдә етештерелгән көнкүреш тауарҙарының йыш ҡына урыҫ телендәге күрһәтмәһе булмай. Нисек эш итергә белмәгәс, боҙоп ҡуйыуың да ихтимал. Бындай осраҡта нимә эшләргә?
Һатыусы уның менән нисек эш итергә өйрәтергә, урыҫ телендәге күрһәтмәһен бирергә тейеш. Әгәр һорап та ҡулығыҙға ала алмайһығыҙ икән, яҙма дәғүә белдерегеҙ һәм уны ебәреүҙе талап итегеҙ. "Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында"ғы Закондың һатыусы тауар хаҡында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә бурыслы тиелгән 10-сы статьяһына һылтанығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәҙрә рамдарына — "икенсе ғүмер"Тәҙрә рамдары иҫкерҙе тип һис тә бошонорға кәрәкмәй. Уны яңыртып, икенсе "ғүмер" биреп була һәм был эш әллә ни ҡатмарлы түгел.
Иң элек буяуын ҡырып алығыҙ. Артабан ағасты сереүҙән һаҡлау өсөн антисептик буяп һеңдерегеҙ. Тишек-тошоҡто махсус иҙмәләр менән һылап, тигеҙләп сығығыҙ. Ике ҡат буяғандан һуң лаклағыҙ. Тәҙрәләрегеҙ яңы ҡуйылғандай булыр. Сығым да аҙыраҡ китәсәк, аҡсаны материалдар алыу өсөн генә тотонаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәҙрә төбөндә гөлөм...Көҙ һәм ҡыш бүлмә гөлдәре өйгә йәм, йылылыҡ биреп, үҙҙәренә ылыҡтырып торһон өсөн уларҙы нисек тәрбиәләргә?
Был осорҙа иң мөһиме — дөрөҫ итеп, кәрәк тиклем генә һыу һибеү.
1. Үҫемлектәргә тондоролмаған һыу һипмәгеҙ (ике тәүлек ултырған булһа, бигерәк тә яҡшы). Шулай уҡ һауыт төбөндә ҡалғанын файҙаланмағыҙ (кәрәкмәгән барлыҡ матдәләр тап шунда була).
2. Миләүшә (фиалка) һәм хәлһеҙләнгән гөлдәргә ҡайнаған йылы һыу кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар мәрхәмәтлек өсөн дә яуаплы"Башҡортостанда эшләүсе был компания шунса килем алған да, шунсаһын мәрхәмәтлек маҡсатында ҡулланған, теге компания табышының шунса өлөшөн социаль объекттар төҙөлөшөнә тотонған", тигән ҡоро отчеттар йыш күренә хәҙер. Республикабыҙҙа ҙур предприятиелар бихисап. Шуларҙың иң ҙуры һәм танылғандарының береһе — "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы. Ә иң мөһиме — улар үҙ эшмәкәрлеген асыҡ алып бара һәм "социаль яуаплы бизнес" тезисына тоғролоҡ һаҡлай. Бюджетҡа һалым, урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүҙән тыш, улар республикала мәрхәмәтлелек менән дә бик әүҙем шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көслөнөкө заманамы, әллә...Бөгөнгө баҙар шарттарында эшҡыуарлыҡтың төрлө юлдары менән шөғөлләнергә теләүселәргә — “йәшел юл”. Һәр кем, үҙе булдыра алырлыҡ шөғөлдө һайлап, шуның менән эш итә. Әммә баҙар иҡтисады тәүәккәл һәм ҡыйыуҙарҙы күберәк үҙ иткәнлеген дә оноторға ярамай. Күптән түгел Әбйәлил районынан Асҡар — Магнитогорск маршруты буйынса еңел автомашиналарҙа район халҡын хеҙмәтләндереүсе бер төркөм эшҡыуарҙарҙан, йәғни такси водителдәренән хат килде. Улар ярҙам һорап яҙған.
Хәл былайыраҡ була
Хатта белдерелеүенсә, улар 1996 йылдан алып Асҡар — Магнитогорск йүнәлешендәге пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән. “Беҙҙең менән бер рәттән “Башавтотранс” автобустары эшләне. Улар менән һәр ваҡыт уртаҡ тел таптыҡ.
Ком: 2 // Уҡынылар: 673 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына