Президент үҙе шыуып ҡараныБаш ҡалабыҙ был мәртәбәле ваҡиғаға ныҡлы әҙерләнде. Уйындар дүрт махсус аренала үтәсәк. Уларҙың һуңғыһын — “Олимпик-парк” комплексындағы тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр мәктәбе Ватанды һаҡлаусылар көнөндә сафҡа инде. Уны асыу тантанаһына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та килде.
Көндөң һалҡынсараҡ булыуына ҡарамаҫтан, “Олимпик-парк” иртәнән халыҡ менән тулы ине. Айырыуса балаларҙың күплеге күҙгә салынды. Улар өлкәндәрҙән ҡалышмай тау саңғыһында оҫта елдерҙе, ә иң кескәйҙәре тюбингтан шыуҙы. Барыһы ла бер тауыштан парк кисергән үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт булыуын билдәләне.
Ысынлап, “Олимпик-парк” танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, әҙерлектең төплө булғаны һиҙелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырлыҡ онотолмайВатанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр, локаль һуғыштар ветерандары, төрлө уҡыу йорттарынан килгән кадеттар, курсанттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Красниковмы? Юҡ, Сәйҙуллин!Өфөлә бишенсе тапҡыр Европа чемпионаты булды
Ярата беҙҙең халыҡ мотоуҙыш спортын! Баш ҡаланың “Төҙөүсе” стадионында алма төшөрлөк урын юҡ. Һәр кем түҙемһеҙләнеп старт бирелер мәлде көтә.
Үҙен Буранбай Ҡотлобирҙин булам тип таныштырған ағай бында үткән ярыштарҙың береһен дә ҡалдырмауын һөйләп алды:
– Өфөлә Европа чемпионы бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Һәр береһендә беҙҙекеләр еңмәй ҡалғаны юҡ. Иң тәүгеһендә Ғабдрахман Ҡадиров чемпион булғайны, унан – Борис Самородов. 38 йылдан һуң Дмитрий Буланкин “алтын”ды эләктерҙе. Дүртенсеһендә, өс йыл элек, Андрей Шишегов иң юғары баҫҡысҡа күтәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫҡан ерендә ут сәсрәтәХалҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен үҙләштергән оҫталарҙы осратыуы хәҙер еңел түгел. Ундайҙар һәр районда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәр эш юҡлыҡҡа һылтанып йөрөргә яратһа ла, ҡулына нимәлер алып башларға иренә.
— Эшең аш булһын өсөн дә елкәнең ҡалын булыуы кәрәк, — ти ата-бабаларының кәсебен дауам иткән Зөлфәр Ҡаһарманов.
Ишбулды ауылында сана-арба яһап, ҡамыт, көйәнтә бөккән оҫта йәшәүен ишеткәс, ниңәлер уны оло йәштәге ир-уҙамандыр тип уйлағайным. Әммә, унда барғас, урта йәштәге, теремек, етеҙ аҙымдар менән әле арбаһын, әле санаһын күрһәтеп йөрөүсе ағайҙы күргәс, бер аҙ аптырап ҡалдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 650 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй алтыны һәм япон мөғжизәһеИлебеҙҙең төрлө кимәлдәге властары ватан иҡтисадында етештереүҙе төрләндереү, яңыртыу һәм инновацион технологиялар ярҙамында йылдам үҫтереү өсөн аҡса эҙләгәндә, сит ил инвесторҙарын саҡырғанда, бынан бер быуат самаһы элек Рәсәй империяһынан донъяның төрлө тарафтарына алып кителгән “батша алтыны”н илгә ҡайтарыу һәм уны кәрәкле маҡсатта файҙаланыу тураһында рәсми даирәләр — ләм-мим. Байтаҡ сығанаҡтан билдәле булыуынса, Беренсе донъя һәм уға ялғанған Граждандар һуғышы йылдарында Рәсәй алтыны Европа илдәренә, мәҫәлән, Чехияға, Бөйөк Британияға, Японияға, Америкаға барып юлыға һәм һыуға төшкән кеүек юғала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1374 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡы өсөн йәшәнеләрЙөҙҙө йөҙгә терәһәң — йөҙ күренмәй,
Бөйөк нәмә баҙыҡ алыҫтан.
(С. Есенин)
Ысынлап та, кеше иҫән саҡта бер-береһенең хеҙмәтенә, донъяға ҡарашына, халҡына мөнәсәбәтенә баһа биреүҙе һуңғы сиккә ҡалдырыусан, сөнки бар кеше эш, донъяуи мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Ул арала һуңлап та ҡалына, тәбиғәт үҙенекен итә. Етмәһә, беҙҙең халыҡҡа хас булғанса, күп кенә иғтибарға лайыҡтар үҙҙәре тураһында күп һөйләп түгел, ә эшләп өлгөрөргә тырыша. Әле бына шундай ике оло шәхестең береһе Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡовҡа — 80, күренекле журналист Фуат Бейешевҡа 85 йәш тулған булыр ине. Ләкин уларҙың яҡты донъяны ҡалдырып китеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1072 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратам тыуған яғымды...Баҙлап ятҡан аҫылташтар иле —
Йә, иҫәнме-һаумы, Учалы!
Һин үҙеңдең ярһыу йөрәгеңә
Беҙҙең хистәрҙе лә ҡуш әле.
Тәбиғәттең хозур бер мөйөшө —
Ҡайһылай ҙа йәнгә хуш әле!
Йыр-моң һөйгән гүзәл халҡың менән
Әсир иттең беҙҙе, Учалы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғи сафлыҡБашҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана менән Миңлеғәле Хәсәновтар – Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына нигеҙ һалыусыларҙың тәүгеһе. Әлегә тиклем сәнғәткә ғашиҡ, эшһөйәр Хәсәновтар ғаиләһе филармониябыҙҙа “Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөндә үҙ халҡына хеҙмәт итеүен дауам итә.
Был коллективтың музыкаль-театрлаштырылған программалары йәштәр һәм өлкән быуын тамашасылары араһында ла бик популяр. Миңлеғәле Ибраһим улы һәм Рәйхана Ҡорбан ҡыҙы иһә ниндәй генә сәхнәлә сығыш яһамаһын, һәр кемгә сағыу байрам кәйефе бүләк итә. Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау йәһәтенән Хәсәновтар ғаиләһе сәнғәткә баһалап бөткөһөҙ көс һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәфәҡтәге өмөт сатҡыһыБыл кисәгә килеүселәр барыһы ла бер-береһен белә ине. Дуҫтар йыйылған ерҙә шулай була. Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залына шиғриәт дуҫтары килде. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев менән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Рита Фәтҡуллина йыйҙы уларҙы.
Был осрашыуҙа тамашасыны кисәнең хужалары менән айырған сик юҡ ине, “түңәрәк өҫтәл” рәүешендә уҙҙы шиғыр кисәһе. Иғландар эленмәгән, саҡырыуҙар таратылмаған, сәхнәһе лә булмаған ул бәләкәй залды саҡ эҙләп таба алған кешеләр Uk. com социаль селтәре аша белгән был осрашыу хаҡында. Кемдәрҙер “формаль булмаған”, ә кемдер “галстукһыҙ осрашыу” тип атаған, асылда ысын шиғыр һөйөүселәр үҙ-ара күңел йылыһы менән уртаҡлашыр өсөн йыйылышҡан “аулаҡ өй” булды ул кисә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1055 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һутлы телле ижадОкеандарға тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — ғорурһың һин,
Эй, бәхетле, мәрхәмәтле башҡорт теле! («Башҡорт теле»)
Хәҙерге башҡорт теле юғары үҫешкән, күп функциялы яҙма әҙәби тел һанала. Башҡорт әҙәби телен формалаштырыуҙа яҙыусыларҙың роле айырыуса ҙур. Уны үҫтереүҙә М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Д. Юлтый, Һ. Дәүләтшина, Б. Бикбай, Р. Ниғмәти, С. Агиш, М. Буранғолов, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, Н. Мусин һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3066 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына