Бәрәкәт тыуған ерҙә икән“Үә-үә...” Сабый уянды. Өй эсендә тауыш сығарырға ла баҙнат итмәйенсә, бесәй һымаҡ һаҡ ҡына баҫып йөрөгән, бишек эргәһендә бер-береһе менән шыбырҙап һөйләшкән Ханнан менән Сажиҙә ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
— Әс-сәй, бәпәй уянды-ы! — тип сәпәкәйләне алты йәшлек ағай кеше.
— Әйҙә-ә, әс-сәй, Хансура мәмәй һорай... — Өс йәшлек һеңлеһе кесе яҡҡа йүгерҙе.
Өй эсенә йән-йәм инде. Йүргәк эсендәге сабый кирелде — ирендәрен ослайтып, “суп-суп” эҙләне, өлкәнерәктәре бишек тирәләй һикереште, атай кеше әйтеп аңлатҡыһыҙ ғорурлыҡ кисереүен етди сырай артына йәшерергә тырышты, әсә иһә бәләкәсе эргәһенә ашыҡты...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баллы тормошМиңлебай Дилмөхәмәтов, ат санаһына аяғүрә баҫып, ауылды байҡай-байҡай өйөнә ҡайтып бара. Һикһәнде уҙҙым, тип түрҙә ял итеп ултырырға йыйынмай әле ул. Ана бит, башҡараһы эше күп.
Ике-өс йыл элек, һыу мәсьәләһе килеп тыуғас, ауылдаштарын урамға алып сығып ҡойо ҡаҙҙыртҡайны. Быйыл ауыл ситендә тирә-яҡты йәмһеҙләп ятҡан сүплекте икенсе ергә күсерәһе, уның өсөн махсус урын булдыраһы бар. Тағы ла Үтәймулла халҡының ғүмер буйы батҡаҡҡа батып йөрөүенә сик ҡуйырға — ауыл эсенә асфальт йәйҙертеүҙе хәстәрләргә — кәрәк...
Ком: 1 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ халатлы апайБашҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, Мәҙинә Әйүпова Белорет районының Туҡан дауаханаһына педиатр булып килә. "Ул саҡта хирург менән икебеҙ генә эшләй инек. Ҡалаға тиклем поезд көнөнә бер тапҡыр ғына йөрөнө, шуға күрә халыҡҡа ашығыс ярҙамды үҙебеҙ күрһәттек. Туҡанда эшләгән осор ҙур тәжрибә мәктәбе булды", — тип хәтерләй Мәҙинә Солтангәрәй ҡыҙы йәшлек йылдарын.
Бер аҙҙан табип Бөрйән районының Байназар ауылына эшкә йүнәлтелә. Бында ла шарттар һәйбәттән булмай: 15 кенә урынлыҡ дауаханаға 13 ауылдың халҡын хеҙмәтләндерергә тура килә, юлдарға асфальт түшәлмәгән, яҙ, йылға ташыу менән, күпер ҙә ағып китә, "Ашығыс ярҙам" машинаһы иһә ни бары берәү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1182 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тел ҡәҙерен белергә өйрәттеҠалала үҫһәм дә, башҡортса иркен һөйләшәм, гәзит-журнал уҡыйым, сөнки ғаиләбеҙҙә туған телдә генә аралашабыҙ. Шулай ҙа ауылда өләсәйем йәшәмәһә, белемем бик тулы булмаҫ ине.
Каникул башланыу менән туп-тура ауылға ҡайта торғайныҡ. Беҙҙе унда өләсәйем Мәрүә Мөхәмәтдинова ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Түлтебейҙә һыу инеп, болондарҙа еләк йыйып, өләсәйгә ярҙам итеп, йәйҙең үткәнен дә һиҙмәй ҡала инек.
Мәрүә Мансур ҡыҙы 1936 йылда Ғафури районының Һабай ауылында тыуған. Уға бер йәш саҡта ғүмер буйы балаларға белем биргән атаһы Мансур мулланы ҡулға алып, "халыҡ дошманы" тип аталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәр асыҡ булһын"Бейек түбәгә менһәң, күҙең асылыр, яҡшы менән һөйләшһәң, күңелең асылыр", ти халыҡ мәҡәле. Гәзит уҡыусылар ебәргән хаттарҙы алып уҡыған һайын ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанабыҙ. Үҙең генә һөйләп ултырыуға ҡарағанда, ҡара-ҡаршы әңгәмәләшеү күңеллерәк булғандай, һеҙҙең хаттарҙы уҡыу ҙа беҙҙең өсөн оло байрамға әүерелә, дуҫтар.
Уй-ниәтен уртаҡлашырға тип ҡулына ҡәләм алған Зәйнәп Абдуллинаның хатына күҙ һалайыҡ. "Күгәрсен районының Солтанғол ауылында тыуып үҫһәм дә, ғүмерем Учалы районының Уральск ауылында үтте. Олоғайғас, тыуған яҡҡа ҡайтып булмай, шуға күрә барлыҡ ауылдаштарыма, дуҫ-иштәргә "Башҡортостан" гәзите аша сәләм ебәрәм. Танығандар хат яҙһын, адресым редакцияла", — тигән 76 йәшлек гәзит уҡыусыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 766 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәм балаһы хеҙмәттә һыналаБер нисә йыл элек миңә Балтас районы башҡорттарының ҡоролтайында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мәҙәниәт йорто байрамса биҙәлгән. Фойелағы күргәҙмәне ҡарап йөрөгәндә гәзитебеҙгә әүҙем яҙышҡан ағайҙы тап иттем. Оҙаҡ һөйләшергә иҫәп тотҡайным, ләкин, сара башланыуҙы белдереп, ҡыңғырау яңғыраны. Уның ҡарауы, йөкмәткеле сығышын залдан кинәнеп тыңланым. Ҡуйын дәфтәремә түбәндәгеләрҙе яҙып ҡуйғанмын. “Танышым башҡорт телен тәрән уҡытыу зарурлығы хаҡында һүҙ алып барҙы, телде өйрәнергә теләүселәрҙең артыуын айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды, был юҫыҡта тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Башҡорт телен диалект нигеҙендә уҡытыуға арналған ғилми-ғәмәли конференцияны ошо төбәктә уҙғарыуҙың өлгөрөп еткән мәсьәлә икәнен дә билдәләне”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йүгерек батыр”Бәрәкәтле, йомарт, гүзәл Йәрмәкәй ере илебеҙгә күп арҙаҡлы шәхестәр бүләк иткән. Шаулап торған донъябыҙ күгендә улар һүнмәҫ йондоҙ кеүек балҡый һәм бөгөн дә маяҡ булып яна, йәштәргә юл күрһәтә. Шундайҙарҙың береһе — легендар спортсы, еңел атлетика буйынса ике тапҡыр Советтар Союзы чемпионы, СССР-ҙың спорт мастеры, педагогия фәндәре кандидаты Миңневасиҡ Абдуллин.
Эйе, күптәребеҙгә билдәле, данлыҡлы шәхестәр, ғәҙәттә, ауыл ерендә "ҡанат нығыта". Миңневасиҡ Абдуллинға килгәндә, ул бер ҡасан да спорт мәктәптәрендә уҡымаған. Быға ул үҙаллы өйрәнгән, спорттағы бейеклектәрҙе үҙ тырышлығы, сәмселлеге, ташып торған энергияһы, һәләте менән яулаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оксана Савченко: “Хыялым тормошҡа ашты”Буласаҡ чемпионға физкультуранан “икеле” ҡуйғандар
Лондонда үткән Паралимпия уйындарында Башҡортостан спортсыһы Оксана Савченконың һөҙөмтәләрен берәү ҙә ҡабатлай алманы: яҡташыбыҙ биш алтын миҙал яуланы, донъя кимәлендә дүрт рекорд ҡуйҙы.
Олимпия батыры ғәжәп алсаҡ, ихлас, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып сыҡты. Өфөнөң “Буревестник” бассейнында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ.
— Оксана, юлда Лондондағы уйындар хаҡында уйлап килдем. Рәсәйҙәр яулаған 36 алтын миҙалдың 12-һе Башҡортостан спортсыларыныҡы ине. Миҙалдар һаны буйынса Ҡытайҙан ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡтыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла — еңеүсеСибайҙа сәләмәт тормошто пропагандалауға һәм спортты үҫтереүгә иғтибар арта. Яҙын һәм көҙөн йүгерергә сыҡһалар, ҡышын бергәләп саңғыға баҫалар. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновтың хәстәрлеге менән спорт мәктәптәре коньки, саңғылар менән тулыланды, “Буран” ҡаргиҙәре һатып алынды.
Ошо көндәрҙә улар Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында саңғыла уҙышты. Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан да килеп еткәндәр. Бына беренселәрҙән булып 13 — 15 йәшлектәр араһындағы ярышҡа старт бирелде. Саңғысылар алға ынтылды. Бер аҙҙан көйәрмәндәрҙең ҡысҡырыуы, кемдәрҙелер дәртләндергәне ишетелде. Тимәк, финишҡа яҡынлашалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында уҙғарылған “Смарт-төбәк: электрон уҡытыу мөмкинлектәре” халыҡ-ара конференцияһы алдынан Республика башҡорт лицей-интернаты ситтән белем биреүҙең төбәк системаһы проектын тәҡдим итә. Уның үҙенсәлеге — уҡыусы менән ике яҡлы бәйләнеш.
— Иң яҡшы, иң оҫта уҡытыусыларҙың да видеодәрестәре программаһын уҡытыуҙы планлаштырыу, мәсьәләләрҙе хәл итеү, иң ҡатмарлы темаларҙы аңлатҡан һәм уҡыусыларҙы уңышҡа дәртләндергән тьюторҙар менән эшләү мөмкинлеген биргән система менән тулыландырыу зарур, — тигән фекерҙә проектты
Ком: 0 // Уҡынылар: 902 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына