Тамашаға бай СибайБыл мәҡәләне яҙырға уйлағас, үткән быуат аҙаҡтарында барған бер фильмдың геройы әйткән һүҙҙәр хәтергә төштө: “Гәзиттәр ҙә, китаптар ҙа, кино ла, театрҙар ҙа ҡалмаясаҡ, бары тик телевидение ғына буласаҡ”. Ул көндәрҙән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп киткән, ә шулай ҙа китаптар баҫыла, уларҙы уҡыусылар бар, башҡортса кино күбәйҙе, театрҙарыбыҙ эшләп килә, артистар әленән-әле яңы ролдәре менән ҡыуандыра.
Тормошта ниҙәр генә булмаһын, халыҡ театрға булған ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай барыбер. Артистар, режиссерҙар, премьералар бер-береһен алыштырып тора, тамашасы спектаклдәргә йөрөүҙән туҡтамай.
Ком: 1 // Уҡынылар: 6670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наҙлы йөрәк серен асҡанда5 мартта Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Наҙлы йөрәк серен асҡанда” тип аталған шиғыр һәм йыр байрамы ойоштора.
Унда Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булған танылған шағирәләр – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзалары Тамара Искәндәриә (Юлдашева), Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина ҡатнаша. Беҙҙең халыҡ, борон-борондан һүҙҙең көсөнә инанып, сәсәндәре, шағирҙары, шәхестәре фекеренә таянып йәшәгән. Башҡорт еренең һүҙ сәнғәте оҫталары төбәге тигән даны ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 943 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ах” итерлек, башты тотоп “уф” тиерлек хәлдәр спортта йыш булып тора. “Салауат Юлаев” менән Магнитогорскиҙың “Металлург” хоккейсыларының сираттағы дүртенсе уйыны быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Унан алдағы уйында беҙҙең команда үҙ көйәрмәндәрен көйҙөрмәһә, быныһы инде көйҙөрҙө тәк көйҙөрҙө. Тәүге осорҙо ҡаршы яҡтарҙың бер-береһенең көсөн һынауы тип иҫәпләһәк, икенсеһендә майҙан хужалары — Брент Сопел менән Андрей Зубарев, ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһында ут тоҡандырып, шайбаларын тоҫҡаған сәптәренә алып барып еткерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ район хакимиәте вәкилдәре, сәнғәт әһелдәре, ижади ойошмаларҙың етәкселәре ҡатнашты.
— Республика етәкселегенең мәҙәниәткә булған мөнәсәбәте Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға төбәлгән Мөрәжәғәтнамәһендә асыҡ сағыла, — тине сәләмләү һүҙендә Лилиә Ғүмәрова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан парламентарийҙары “Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индереү буйынса закон сығарыу инициативаһын хупланы. Ул коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләмен иҫәпләү тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡты күҙаллай.
Проект Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты тарафынан тәҡдим ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урта быуат сауҙагәрҙәренә үк билдәле "Бөйөк ебәк юлы", дөрөҫөрәге, донъя сауҙа тармағында "Ҡәнәфер юлы" тигән ғәжәп исем алған мөһабәт транспорт юлы булып торған уның төньяҡ айырсаһы аҙаҡҡа табан Урал тауҙары аша көнбайыш менән көнсығышты тоташтырған ҡитға-ара тәүге юлға әүерелде.
Әлеге федераль М-5 трассаһы тап ошо легендар сауҙа юлы эҙҙәренән һалына ла инде. Уның өр-яңы тарихы үткән быуаттың урталарынан башлана. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң ил сәнәғәте, бигерәк тә оборона тармағы тыныс осорға йылдам күсеү менән бергә дәррәү үҫеүен дауам итте. Был бигерәк тә Волга буйы, Татарстан менән Башҡортостандың нефть һәм газ сығарыу тармағына ҡағылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 519 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике тау араһынан ҡаршылыҡһыҙ үтеп, шыйлап иҫкән шыҡылһыҙ ҡыҫыҡ еле, беҙҙең төркөм ауыл осондағы зыяратҡа яҡынлашҡан һайын көсәйеп, тәнде генә түгел, йәнде өшөттө. Был ни ғиллә? Бында юлланғансы күк йөҙөндә балҡып торған ҡояшҡа ирәбеләнеп, муйынға уралған шарфтарыбыҙҙы бушатып, башлыҡтарыбыҙҙы сискәйнек. Күрәһең, туғанды, дуҫты, ғөмүмән, яҡшы кешене юғалтыу, һағыныу-һарғайыу һағыштары туған тәбиғәткә лә күскәндер ҙә ҡайнар йөрәкле улын юҡһыныуҙан уның да күңеле беҙҙеке менән ҡуша болоҡһоғандыр...
Ком: 1 // Уҡынылар: 886 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәрәкәт тыуған ерҙә икән“Үә-үә...” Сабый уянды. Өй эсендә тауыш сығарырға ла баҙнат итмәйенсә, бесәй һымаҡ һаҡ ҡына баҫып йөрөгән, бишек эргәһендә бер-береһе менән шыбырҙап һөйләшкән Ханнан менән Сажиҙә ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
— Әс-сәй, бәпәй уянды-ы! — тип сәпәкәйләне алты йәшлек ағай кеше.
— Әйҙә-ә, әс-сәй, Хансура мәмәй һорай... — Өс йәшлек һеңлеһе кесе яҡҡа йүгерҙе.
Өй эсенә йән-йәм инде. Йүргәк эсендәге сабый кирелде — ирендәрен ослайтып, “суп-суп” эҙләне, өлкәнерәктәре бишек тирәләй һикереште, атай кеше әйтеп аңлатҡыһыҙ ғорурлыҡ кисереүен етди сырай артына йәшерергә тырышты, әсә иһә бәләкәсе эргәһенә ашыҡты...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баллы тормошМиңлебай Дилмөхәмәтов, ат санаһына аяғүрә баҫып, ауылды байҡай-байҡай өйөнә ҡайтып бара. Һикһәнде уҙҙым, тип түрҙә ял итеп ултырырға йыйынмай әле ул. Ана бит, башҡараһы эше күп.
Ике-өс йыл элек, һыу мәсьәләһе килеп тыуғас, ауылдаштарын урамға алып сығып ҡойо ҡаҙҙыртҡайны. Быйыл ауыл ситендә тирә-яҡты йәмһеҙләп ятҡан сүплекте икенсе ергә күсерәһе, уның өсөн махсус урын булдыраһы бар. Тағы ла Үтәймулла халҡының ғүмер буйы батҡаҡҡа батып йөрөүенә сик ҡуйырға — ауыл эсенә асфальт йәйҙертеүҙе хәстәрләргә — кәрәк...
Ком: 1 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ халатлы апайБашҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, Мәҙинә Әйүпова Белорет районының Туҡан дауаханаһына педиатр булып килә. "Ул саҡта хирург менән икебеҙ генә эшләй инек. Ҡалаға тиклем поезд көнөнә бер тапҡыр ғына йөрөнө, шуға күрә халыҡҡа ашығыс ярҙамды үҙебеҙ күрһәттек. Туҡанда эшләгән осор ҙур тәжрибә мәктәбе булды", — тип хәтерләй Мәҙинә Солтангәрәй ҡыҙы йәшлек йылдарын.
Бер аҙҙан табип Бөрйән районының Байназар ауылына эшкә йүнәлтелә. Бында ла шарттар һәйбәттән булмай: 15 кенә урынлыҡ дауаханаға 13 ауылдың халҡын хеҙмәтләндерергә тура килә, юлдарға асфальт түшәлмәгән, яҙ, йылға ташыу менән, күпер ҙә ағып китә, "Ашығыс ярҙам" машинаһы иһә ни бары берәү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1182 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 43 Алға
Бит башына