Йәнтөйәк ярҙам көтәФанилыҡта ожмах утрауы бармы? Бар. Ул — һәр кемдең тыуған ере! Сит-ят тарафтарҙың күҙҙе ҡамаштырырлыҡ, күңелде арбарлыҡ тәбиғәтенә һоҡланып, йылы диңгеҙендә ҡойоноп, йән-тәндәренә сихәт алғандар ҙа кендек ҡаны тамған ғәзиз еренең һәр ҡыуағын, үлән-ҡылғанын, сылтырап аҡҡан шишмәләрен, күкһел тау һырттарын, икһеҙ-сикһеҙ булып тойолған далаларын һағынып ҡайта.
Тыуған яҡтың илаһи, һөйләп кенә аңлата алмаҫлыҡ көсө тарта. Быны һәр күҙәнәгең менән тойорға ғына мөмкин: күңелдә ул хис булып урғыла, шарламалай ҡайнай, төньяҡ һалҡынылай туңдыра, йәнеңде һурып алырҙай булып ҡайҙалыр ашҡындыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1268 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Һаумыһығыҙ, һеҙ Өфөнәнме? – Ҡунаҡхананың ишек төбөндә ултырған бәһлеүән мине күреү менән урынынан һикереп торҙо. “Эйе” тигәнде белдереп баш һелкеүем булды, ул йәһәт кенә телефон төймәләренә баҫҡыланы ла сымдың теге осондағыһына нимәлер тип шыбырланы. Секунд үттеме-юҡмы, бер бите ай, бер бите ҡояш кеүек ханым тып итеп ҡаршыма килеп баҫты.
Бит остарын уймаҡландырып:
Ком: 1 // Уҡынылар: 1679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли мәсьәләгә иғтибар арта
Губернатор ҡарамағындағы милли мәсьәләләр буйынса координация советына быйылдан Виктор Басаргин етәкселек итәсәк.
Губернатор үҙенең сығышында милли ойошмалар менән эште йәнләндереүҙең әһәмиәтенә баҫым яһаны. Быйылдан төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға сығымдарҙың өс тапҡырға күберәк бүленәсәген билдәләне, йәмғеһе был маҡсатҡа 45 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Милли ойошмаларҙың эшен йәнләндереү өсөн урындағы халыҡты йәлеп итеү кәрәклеген дә билдәләне етәксе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1015 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борон ата-баба ил-ҡәүемгә ҙур хәүеф янағанда, шулай уҡ бүтән төрлө мәсьәләне хәл итеү өсөн дә йыйын уҙғарған. Ысынлап та, ҡара-ҡаршы ултырып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндә генә бер-берең менән яҡшы аңлашып, сиселмәҫтәй тойолған төйөндән ҡотолорға, уртаҡ фекергә килергә мөмкин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (артабан – БДБҠ) башҡарма комитетының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған ултырышы, ғәҙәттәгесә, халҡыбыҙҙың гимны – “Урал” көйө менән асылды. Ҡорҙо башлап, БДБҠ-ның башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев айырым ҡала һәм райондарҙа яңы һайланған ҡоролтай рәйестәре менән таныштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышында ҡатнашҡан зыялыларыбыҙға бер генә һорау бирҙек: бөгөн башҡорт халҡын ниндәй мәсьәләләр борсой?
Шәмсулла ХӘБИБРАХМАНОВ, Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, 136-сы башҡорт лицейы директоры:
— Мәктәп директоры булараҡ шуны әйтәм: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға бәйле мәсьәләне ҡуйырталар. Бының буйынса һуңғы арала төрлө мәсьәләләр күтәрелә. Әммә ул күберәге яһалма эшләнә. Башҡа директорҙар менән йыш аралашам һәм шуны әйтә алам: ата-әсәләр араһында башҡорт теле кәрәкмәй тип йөрөүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 Алға
Бит башына